Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
679 subscribers
2.82K photos
1.52K videos
1 file
262 links
Download Telegram
📌 Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡымыҙ етештереүселәргә ярҙам күрһәтеүҙе мотлаҡ дауам итергә вәғәҙә биргән.

Республика етәксеһе социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ҡымыҙ етештереүселәр тураһында яҙған.

🔥Бөгөн Башҡортостанла 180-гә яҡын ҡымыҙ фермаһы бар. Көн һайын тиҫтәләгән тонна, йылына 3,5 мең тоннанан ашыу ҡымыҙ етештерелә.

Был шифалы эсемлекте етештереү буйынса беҙҙең төбәк илдә беренсе урында. Республикала алдынғы райондар араһында Әбйәлил, Әлшәй, Бәләбәй, Баймаҡ, Учалы һәм башҡалар килә икән.

"Башҡорт ҡымыҙын сит илдәрҙә лә яраттылар. Ул мөһим экспорт продуктына әүерелә бара. Мәҫәлән, былтыр 6,4 мең тонна беҙҙең ҡымыҙҙы һәм ҡымыҙ эсемлеген Ҡаҙағстанға һәм Ҡырғыҙстанға тейәнек.

Ҡымыҙ етештереүселәргә ярҙам күрһәтеүҙе мотлаҡ дауам итәсәкбеҙ. Йылҡысылыҡ - ул Башҡортостандың милли йолаһы ғына түгел. Ул иҡтисадыбыҙҙың ҙур бер өлөшө лә һәм уның перспективалары яҡшы.

Республикала ҡымыҙ миҙгеле ҡыҙған мәл. Эсегеҙ һәм сәләмәт булығыҙ!"

- тип яҙған Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.

Әйткәндәй, һеҙ был шифалы эсемлекте ҡайҙан алып эсәһегеҙ?
🔥3👍2👏1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Моңло тәнәфес 🔥

Видео: just_musiic
🔥8🥰3👏1💘1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Усаҡ. Йәш саҡ. Йыр.

Видео: Лена Асҡарова.
🔥113💘3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
"Балалар" проекты йәнһүрәттең яңы серияһын әҙерләй!


Был юлы йәнлектәр уйын ҡоралдары менән танышасаҡ. 🔥
🥰53👍2💘1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Яңы көндө һәм яңы аҙнаны яңы көс-дәрт менән башлайыҡ! 🥰


📍 Баймаҡ районы, Күгиҙел ауылы.

🔹Күгиҙел ауылы 1929 йылда Һәүәнәк ит совхозының малсылыҡ фермаһы ойошторолоуға бәйле булдырыла. Һәм башта Һәүәнәк совхозының ферма ҡасабаһы тип йөрөтөлә.
🔹2007 йылда халыҡ һорауы буйынса хәҙерге атамаһы бирелә.

Видео: "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар (Күгиҙел ауылы)" төркөмөнән.
🔥63
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Күп көс кәрәк, һаман алға барыр өсөн
Кеше булып ҡалыр өсөн күп көс кәрәк
Был донъяла йәшәй ала алыр өсөн
Көслө булып ҡалыр өсөн күп көс кәрәк!

Видео: Фларид Бирғәлин.
6💘3🔥2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌2 августа Ҡурған өлкәһенең Сафакүл ауылында "Башҡорт иле" III Бөтә Рәсәй башҡорт мәҙәниәте фестивале үтә!

Кемдәрҙең мөмкинлеге бар - бармай ҡалмағыҙ!👌
👍113💘2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 Хозур тәбиғәтле Ғафури районында, Имәндәш ауылы эргәһендә "Уҡлыҡая уғатары" тигән традицион яндан һәм һыбай уҡ атыу буйынса турнир ойошторолған.

“Башҡортостан йөрәге” этно-туризм комплексында үткән был сара райондың бренд сараһына әйләнгән.
🔥53👍1
💯Бесән осоро ҡыҙған мәл, һеҙҙең иғтибарға ошо турала башҡорт халыҡ мәҡәлдәрен тәҡдим итәбеҙ.

💥Тағы ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ? Яҙығыҙ!
5🔥3👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмә барышында Шүлгәнташ мәмерйәһен Бөтә донъя ЮНЕСКО исемлегенә индереүгә ҙур өлөш индергән бер төркөм хеҙмәткәрҙәргә юғары наградалар тапшырылды.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был эштең оло яуаплылыҡ булыуын һәм Рәсәйҙә ни бары 34 объект ҡына ошо исемлектә тороуын һыҙыҡ өҫтөнә алды, ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.



💠Башҡортостан Республикаһының күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнде.

💠"Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре" исеме "Шүлгәнташ мәмерйәһе" тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы директоры Фәүзил Маликовҡа бирелде.

💠Башҡортостан Башлығының Почет грамоталары ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре Раян Әхмәтйәнов, Нәркәс Әминева, Ольга Червяцова, Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының башҡарма директоры Рената Лоҡмановаға тапшырылды.

Ҡотлайбыҙ һәм эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!🌹
🥰5👍2
Хәйерле көн!

Шишәмбе эш башлама тиһәләр ҙә, тик уңыштар ғына насип иткән көн булһын!😇

Фото: Олег Лабастов.
👍4🍓3💘2
Audio
Йылмайығыҙ!🙂
💘3🔥21
📌Бөгөн режиссер, педагог, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Шәүрә Муса ҡыҙы Мортазинаның тыуыуына - 100 йыл (1925-2002).

Шәүрә Муса ҡыҙы милли театр сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән шәхестәрҙең береһе, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарынан беренсе режиссер.

Шәүрә Мортазина яҙмыш ауырлыҡтарына ҡарамаҫтан үҙ юлын таба алған кеше. Уға ни бары 12 йәш булғанда атаһы, билдәле комбриг Муса Мортазин репрессиялана, ҡыҙына "халыҡ дошманы ҡыҙы" тигән мөһөр яғыла.

1948 йылда А.В. Луначарский исемендәге театр сәнғәте институтын тамамлағас, Шәүрә Мортазина Өфөгә эшкә ҡайта һәм Башҡорт дәүләт академия театрына 30 йыллап хеҙмәт йылын бағышлай. Йөҙҙән ашыу спектаклде сәхнәләштерә. Бынан тыш, Өфө дәүләт сәнғәт институтында йәш быуынға белем бирә.

Вольтерҙың "Мөхәммәт" драмаһы менән бөтә Советтар Союзында танылыу яулай, Мостай Кәримдең "Ай тотолған төндә" пьесаһын сәхнәләштергән өсөн К.С. Станиславский исемендәге Дәүләт премияһына лайыҡ була.
Ике тапҡыр "Почет билдәһе" ордены тапшырыла.
6👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың Нуриман районында ла күҙҙәрҙе ял иттереп ҡайтырға мөмкин - тирә-яҡ иҫ киткес матур!


💯Шундай хозур урындарҙың береһе - Ҡыҙыл ҡая (Красные скалы).

Унан Өфө йылғаһына (Ҡариҙел) матур күренеш асыла, тирә-яҡ ус төбөндәгеләй күренә.

📍 Ҡыҙыл ҡая Өфөнән 120 км тирәһе алыҫта урынлашҡан.

Маршрут: Өфө → Иглин → Ҡыҙылъяр (Красная Горка)→ Сандар → Павловка.

Видео: Илдар Кәримов.
7👍2🔥2
📌Рәсәй мәғариф министрлығының 704-се бойороғо нимә хаҡында. Борсолорға урын бармы?

2025 йылдың 1 сентябренән Рәсәй Федерацияһы мәғариф министрлығының Башланғыс дөйөм белем биреү, төп дөйөм белем биреү һәм урта дөйөм белем биреү федераль белем биреү программаларына ҡағылышлы ҡайһы бер бойороҡтарына үҙгәрештәр индереү тураһында 704-се бойороғо үҙ көсөнә инәсәк тип көтөлә.

Ошо приказ тирәләй тыуған һорауҙарға аңлатма.
Беренсенән, Рәсәй Мәғариф министрлығының үрҙә телгә алынған 704 –се бойороғо менән яңыртылған уҡыу пландары варианттары раҫлана. Йәғни, предметтар буйынса аҙналыҡ уҡытыу сәғәттәре билдәләнә. Был приказ туған телдәргә генә ҡағылмай.

Шулай итеп, ошо документҡа ярашлы мәктәптәрҙә туған телде өйрәнеүгә:
1-се класта - 1 сәғәт, 2-3-сө кластарҙа 2-шәр сәғәт, 4-се класта – 1 сәғәт, 5-тән 8-се класҡа тиклем – 2-шәр сәғәт, 9-сы класта – 1 сәғәт билдәләнгән.
10-11-се синыфтар өсөн уҡыу пландары үҙгәрмәй.

Ҡайҙа йығылырымды белһәм, алдан һалам түшәп ҡуйыр инем, ти башҡорт мәҡәле. Телдәрҙе уҡытыу буйынса ФГОСҡа үҙгәрештәр даими индерелеү сәбәпле һәм йәмәғәтселек был һорауҙарға битараф булмауын иҫәпкә алып Башҡортостан мәғариф министрлығы был теманы даими контролдә тота.
Республикала туған телдәрҙе уҡытыу сәғәттәре кәмемәһен өсөн әле 2022 йылда беҙҙең министрлыҡ вәкилдәре Рәсәй мәғариф министралығы менән берлектә кәңәшмәләр үткәрә. Был кәңәшмәләрҙә уҡытыусылар ҙа йәмәғәт эшмәкәрҙәре лә ҡатнаша. Федераль закондар, норматив документтар рөхсәт иткән ысулдар ҡулланылып, туған телдәр дәрестәрен ҡыҫҡартыуға юл ҡуйылмай, киреһенсә, уларҙы дәрестәрҙе арттырыу мөмкинлектәре өйрәнелә.

Һөҙөмтәлә башҡорт телен туған тел, дәүләт теле булараҡ тейешле кимәлдә уҡытылыу ойошторола. Йыл һайын республика мәғариф министрлығы коллегияһы ҡарары менән модификацияланған уҡыу пландары раҫлана һәм мәктәптәргә тәҡдим ителә. Модификацияланған уҡыу пландарында өҫтөнлөк – берҙәм дәүләт имтиханы булараҡ һайланған төп предметтарға һәм туған телдәргә бирелә.

Дәлилдәр бар. Республикала 2019 йылдан алып 5 көнлөк уҡытыу системаһына күсеүгә ҡарамаҫтан, туған телдәрҙе уҡытыу сәғәттәре элекке кимәлдә һаҡланып ҡалына. Туған телдәрен өйрәнеүсе уҡыусылар һаны ла арта. 2024-2025 уҡыу йылында Башҡортостан уҡыусыларының 91,1 проценты башҡорт телен туған тел һәм дәүләт теле булараҡ өйрәнгән.

"Халыҡ арбаһы" ТГ-каналынан.
5👍2👎2👏2💩1