Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
679 subscribers
2.82K photos
1.52K videos
1 file
262 links
Download Telegram
📌Бөгөн режиссер, педагог, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Шәүрә Муса ҡыҙы Мортазинаның тыуыуына - 100 йыл (1925-2002).

Шәүрә Муса ҡыҙы милли театр сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән шәхестәрҙең береһе, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарынан беренсе режиссер.

Шәүрә Мортазина яҙмыш ауырлыҡтарына ҡарамаҫтан үҙ юлын таба алған кеше. Уға ни бары 12 йәш булғанда атаһы, билдәле комбриг Муса Мортазин репрессиялана, ҡыҙына "халыҡ дошманы ҡыҙы" тигән мөһөр яғыла.

1948 йылда А.В. Луначарский исемендәге театр сәнғәте институтын тамамлағас, Шәүрә Мортазина Өфөгә эшкә ҡайта һәм Башҡорт дәүләт академия театрына 30 йыллап хеҙмәт йылын бағышлай. Йөҙҙән ашыу спектаклде сәхнәләштерә. Бынан тыш, Өфө дәүләт сәнғәт институтында йәш быуынға белем бирә.

Вольтерҙың "Мөхәммәт" драмаһы менән бөтә Советтар Союзында танылыу яулай, Мостай Кәримдең "Ай тотолған төндә" пьесаһын сәхнәләштергән өсөн К.С. Станиславский исемендәге Дәүләт премияһына лайыҡ була.
Ике тапҡыр "Почет билдәһе" ордены тапшырыла.
6👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың Нуриман районында ла күҙҙәрҙе ял иттереп ҡайтырға мөмкин - тирә-яҡ иҫ киткес матур!


💯Шундай хозур урындарҙың береһе - Ҡыҙыл ҡая (Красные скалы).

Унан Өфө йылғаһына (Ҡариҙел) матур күренеш асыла, тирә-яҡ ус төбөндәгеләй күренә.

📍 Ҡыҙыл ҡая Өфөнән 120 км тирәһе алыҫта урынлашҡан.

Маршрут: Өфө → Иглин → Ҡыҙылъяр (Красная Горка)→ Сандар → Павловка.

Видео: Илдар Кәримов.
7👍2🔥2
📌Рәсәй мәғариф министрлығының 704-се бойороғо нимә хаҡында. Борсолорға урын бармы?

2025 йылдың 1 сентябренән Рәсәй Федерацияһы мәғариф министрлығының Башланғыс дөйөм белем биреү, төп дөйөм белем биреү һәм урта дөйөм белем биреү федераль белем биреү программаларына ҡағылышлы ҡайһы бер бойороҡтарына үҙгәрештәр индереү тураһында 704-се бойороғо үҙ көсөнә инәсәк тип көтөлә.

Ошо приказ тирәләй тыуған һорауҙарға аңлатма.
Беренсенән, Рәсәй Мәғариф министрлығының үрҙә телгә алынған 704 –се бойороғо менән яңыртылған уҡыу пландары варианттары раҫлана. Йәғни, предметтар буйынса аҙналыҡ уҡытыу сәғәттәре билдәләнә. Был приказ туған телдәргә генә ҡағылмай.

Шулай итеп, ошо документҡа ярашлы мәктәптәрҙә туған телде өйрәнеүгә:
1-се класта - 1 сәғәт, 2-3-сө кластарҙа 2-шәр сәғәт, 4-се класта – 1 сәғәт, 5-тән 8-се класҡа тиклем – 2-шәр сәғәт, 9-сы класта – 1 сәғәт билдәләнгән.
10-11-се синыфтар өсөн уҡыу пландары үҙгәрмәй.

Ҡайҙа йығылырымды белһәм, алдан һалам түшәп ҡуйыр инем, ти башҡорт мәҡәле. Телдәрҙе уҡытыу буйынса ФГОСҡа үҙгәрештәр даими индерелеү сәбәпле һәм йәмәғәтселек был һорауҙарға битараф булмауын иҫәпкә алып Башҡортостан мәғариф министрлығы был теманы даими контролдә тота.
Республикала туған телдәрҙе уҡытыу сәғәттәре кәмемәһен өсөн әле 2022 йылда беҙҙең министрлыҡ вәкилдәре Рәсәй мәғариф министралығы менән берлектә кәңәшмәләр үткәрә. Был кәңәшмәләрҙә уҡытыусылар ҙа йәмәғәт эшмәкәрҙәре лә ҡатнаша. Федераль закондар, норматив документтар рөхсәт иткән ысулдар ҡулланылып, туған телдәр дәрестәрен ҡыҫҡартыуға юл ҡуйылмай, киреһенсә, уларҙы дәрестәрҙе арттырыу мөмкинлектәре өйрәнелә.

Һөҙөмтәлә башҡорт телен туған тел, дәүләт теле булараҡ тейешле кимәлдә уҡытылыу ойошторола. Йыл һайын республика мәғариф министрлығы коллегияһы ҡарары менән модификацияланған уҡыу пландары раҫлана һәм мәктәптәргә тәҡдим ителә. Модификацияланған уҡыу пландарында өҫтөнлөк – берҙәм дәүләт имтиханы булараҡ һайланған төп предметтарға һәм туған телдәргә бирелә.

Дәлилдәр бар. Республикала 2019 йылдан алып 5 көнлөк уҡытыу системаһына күсеүгә ҡарамаҫтан, туған телдәрҙе уҡытыу сәғәттәре элекке кимәлдә һаҡланып ҡалына. Туған телдәрен өйрәнеүсе уҡыусылар һаны ла арта. 2024-2025 уҡыу йылында Башҡортостан уҡыусыларының 91,1 проценты башҡорт телен туған тел һәм дәүләт теле булараҡ өйрәнгән.

"Халыҡ арбаһы" ТГ-каналынан.
5👍2👎2👏2💩1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
"Ағиҙелдең ҡаялары бейек,
Ыласын ҡоштар унда оялай.
Ата-әсәм мине һатмаҡсылар
Ас тамаҡҡайҙары туялмай.
Йәмле Ағиҙелкәй, яҡты донъя
Кемдәр өсөн генә ҡала икән,
Бәхетлеләр бармы-юҡмы икән,
Минең яҙмышҡайым ҡара икән",
-

ошо йыр һүҙҙәре ишетелеп ҡалған ти, Инсебикә бейек ҡая башынан мәңгелеккә һикергәндә.💔
4💔2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Кисәге «Патриот» паркында «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар проектының тәүге уҡытыу модуле старт алды.

Рәсәйҙең төрлө өлкәләренән 2 меңдән ашыу дәғүәсе араһынан 70 кеше һайлап алынған. Улар 10 көн дауамында белемен камиллаштыра: лекция-семинарҙар, төрлө мәҙәни саралар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар көтә.

Һәр ҡатнашыусы күңеленә ятҡан тармаҡты үҙе һайлап, артабан тәғәйенләнгән остаздар менән идара итеү нескәлектәренә төшөнәсәк.

Тулыраҡ мәғлүмәт: БСТ каналының "Яңылыҡтар" сюжетында.
👍5
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌"Атайсал" фильмында төшкән үҫмерҙәр буш ваҡыттарында гитарала уйнап, башҡортса йырлап күңел аса.

"Атайсал" - 55 йәшлек йылҡысы Юлай, уның улы Марат һәм өс үҫмер Айҙар, Рөстәм, Шамилдың тормошо тураһында ғаилә драмаһы. Элек ҙур предприятие етәксеһе булған Юлай атаһының хужалығын һатырға, ә Марат атай нигеҙенән ситтә ижади карьера хаҡында хыялланалар",
- тип таныштыра фильмды төшөрөүселәр.

🔹Режиссер, идея авторы һәм проект етәксеһе - Рөстәм Шәйхетдинов.
🔹Сценарий авторы Шәүрә Шэкурова.
🔹Продюсерҙар Рөстәм Шәйхетдинов, Денис Өмөтбаев, Юнир Әминев.
🔹Оператор Айрат Йәмилев.
🔹Композитор Марат Фәйзуллин.
🔹Ҡуйыусы рәссам Әлиә Байрамғолова.

🎬 Ғаилә өсөн, мажаралар жанрында төшөрөлә, 6+

💯Фильм Башҡортостан Республикаһы Башлығының Гранттар фонды ярҙамында бойомға ашырыла.

"Атайсал" фильмының дөйөм бюджеты 19,7 млн һум, шуның 12,8 млн һумы БР Башлығы Гранттары фондынан бүленгән. Ҡалғанын ижади төркөм үҙе һәм бағымсылары ярҙамында йыя.

🔥Был фильмда йылҡысылыҡ, башҡорт халҡының йолалары, "Ауҙарыш" уйыны, Баймаҡ районының хозур тәбиғәте сағылыш табасаҡ һәм, әлбиттә, атайҙар һәм улдар темаһы күтәреләсәк.

🎬Видеола төп актерҙар Йософ Рәхмәтов, Тимерхан Кәбиров, Динислам Зәйнәғәбдинов.
🔥133
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Сажиҙә Игебаеваның ҡартәсәһе Альмира инәй Хәйбулла районы Ғәлиәхмәт ауылында йәшәй. Тиҙҙән күркәм ғүмер байрамын билдәләйәсәк ти, собханаллаһ.

Оло инәйҙең аҡыллы һүҙҙәренә ҡолаҡ һалайыҡ, тормошобоҙҙан йәм табып йәшәйек! ❤️
🥰11🔥3
Хәйерле көн! ☀️
Иртә торғандарға бәхет йылмая, ти.


Тәбиғәт тә йылмайып ҡаршы ала иртә менән уянғандарҙы.

📍 Сусаҡтау. Әлшәй районы.

Фото: Әлиә Дашкина.
💘84
📌 Өфөләге "Урал" этноүҙәге ойошторған конкурстарҙа ҡатнашырға саҡыра.

🔹"БАЛАСАҠ" башҡорт туҡыусылығының I республика балалар фестиваль-конкурсы. Ғаризаларҙы 225 йылдың 30 сентябренә тиклем тапшырырға мөмкин. Тулыраҡ: vk.com/wall-218323322_1759

🔹"БАШҠОРТОСТАНДЫҢ ҺЫРЛЫ СЕЛТӘРҘӘРЕ" ағасты һырлау сәнғәте конкурсы "Халыҡ әкиәттәре" темаһына арналған. 2025 йылдың 28 июленә тиклем ғариза бирергә мөмкин. Тулыраҡ: vk.com/etnocentrural?w=wall...

🔹"АУЛАҠ ӨЙ" башҡорт сигеүе буйынса I төбәк-ара фестиваль-конкурс. Ғаризалар 2025 йылдың 5 октябренә тиклем ҡабул ителә. Тулыраҡ: vk.com/wall-218323322_1543

🔹"КӨМӨШ ЙЫЛДАР. АЛТЫН ҠУЛДАР" - "Юлдаш" радиоһының 25 йыллығына арналған Конкурс. Ғаризалар 2025 йылдың 30 июленә тиклем ҡабул ителә. Тулыраҡ: vk.com/wall-218323322_1786

🔹"ҺӨНӘРҘӘГЕ ТАРИХ" балалар һүрәттәре республика конкурсы (Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың һөнәрҙәренә арналған). Ғаризалар 2025 йылдың 12 сентябренә тиклем ҡабул ителә. Тулыраҡ: vk.com/wall-218323322_1781

Ҡатнашығыҙ, уңыштар теләйбеҙ! 💚
9🥰3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
💚Шиғриәт минуттары: Салауат Юлаевтың "Тыуған илем" шиғырын М. Ғафури исемендәге БАДТ актёры Илгиз Таһиров уҡый.
💘8👍62
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
"Башҡорттар бәләкәй эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән",

- ти тарих фәндәре докторы, профессор Нәзир Мырҙабай улы Ҡолбахтин.

Тарихсы менән халҡыбыҙҙың үткәндәренә "сәйәхәт"те дауам итәбеҙ.
5👍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт ҡыҙы ❤️

📍 Әбйәлил районы Күсем ауылы эргәһендәге "Башҡорт этнотирмәһе"ндә төшөрөлгән.

Бында самауырлы башҡорт сәйен тәмләргә, милли кейемдәрҙә матур фото-видео төшөргә, хужаларҙың мал-тыуарын күрергә, күңел менән рәхәтләнеп ял итергә мөмкин, тиелгән.


Видео: Гөлнара Байрамғолова.
18