Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
678 subscribers
2.82K photos
1.52K videos
1 file
262 links
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Сажиҙә Игебаеваның ҡартәсәһе Альмира инәй Хәйбулла районы Ғәлиәхмәт ауылында йәшәй. Тиҙҙән күркәм ғүмер байрамын билдәләйәсәк ти, собханаллаһ.

Оло инәйҙең аҡыллы һүҙҙәренә ҡолаҡ һалайыҡ, тормошобоҙҙан йәм табып йәшәйек! ❤️
🥰11🔥3
Хәйерле көн! ☀️
Иртә торғандарға бәхет йылмая, ти.


Тәбиғәт тә йылмайып ҡаршы ала иртә менән уянғандарҙы.

📍 Сусаҡтау. Әлшәй районы.

Фото: Әлиә Дашкина.
💘84
📌 Өфөләге "Урал" этноүҙәге ойошторған конкурстарҙа ҡатнашырға саҡыра.

🔹"БАЛАСАҠ" башҡорт туҡыусылығының I республика балалар фестиваль-конкурсы. Ғаризаларҙы 225 йылдың 30 сентябренә тиклем тапшырырға мөмкин. Тулыраҡ: vk.com/wall-218323322_1759

🔹"БАШҠОРТОСТАНДЫҢ ҺЫРЛЫ СЕЛТӘРҘӘРЕ" ағасты һырлау сәнғәте конкурсы "Халыҡ әкиәттәре" темаһына арналған. 2025 йылдың 28 июленә тиклем ғариза бирергә мөмкин. Тулыраҡ: vk.com/etnocentrural?w=wall...

🔹"АУЛАҠ ӨЙ" башҡорт сигеүе буйынса I төбәк-ара фестиваль-конкурс. Ғаризалар 2025 йылдың 5 октябренә тиклем ҡабул ителә. Тулыраҡ: vk.com/wall-218323322_1543

🔹"КӨМӨШ ЙЫЛДАР. АЛТЫН ҠУЛДАР" - "Юлдаш" радиоһының 25 йыллығына арналған Конкурс. Ғаризалар 2025 йылдың 30 июленә тиклем ҡабул ителә. Тулыраҡ: vk.com/wall-218323322_1786

🔹"ҺӨНӘРҘӘГЕ ТАРИХ" балалар һүрәттәре республика конкурсы (Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың һөнәрҙәренә арналған). Ғаризалар 2025 йылдың 12 сентябренә тиклем ҡабул ителә. Тулыраҡ: vk.com/wall-218323322_1781

Ҡатнашығыҙ, уңыштар теләйбеҙ! 💚
9🥰3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
💚Шиғриәт минуттары: Салауат Юлаевтың "Тыуған илем" шиғырын М. Ғафури исемендәге БАДТ актёры Илгиз Таһиров уҡый.
💘8👍62
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
"Башҡорттар бәләкәй эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән",

- ти тарих фәндәре докторы, профессор Нәзир Мырҙабай улы Ҡолбахтин.

Тарихсы менән халҡыбыҙҙың үткәндәренә "сәйәхәт"те дауам итәбеҙ.
5👍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт ҡыҙы ❤️

📍 Әбйәлил районы Күсем ауылы эргәһендәге "Башҡорт этнотирмәһе"ндә төшөрөлгән.

Бында самауырлы башҡорт сәйен тәмләргә, милли кейемдәрҙә матур фото-видео төшөргә, хужаларҙың мал-тыуарын күрергә, күңел менән рәхәтләнеп ял итергә мөмкин, тиелгән.


Видео: Гөлнара Байрамғолова.
18
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🐝Бал ҡорттары тураһында ҡыҙыҡлы факттар:

🟡Бал ҡортоноң күҙе бишәү - башының ике яғында ҡатмарлы күҙҙәр һәм маңлайында өс ябай күҙ.

🟡Бал ҡорто ғаиләһендә 70 меңгә яҡын ҡорт булыуы ихтимал, әммә балды шуларҙың 40 процент тирәһе генә йыя.

🟡Кеше бер ҡалаҡ бал ашаһын өсөн 200 бал ҡорто бер көн буйы алһыҙ-ялһыҙ эшләргә тейеш.

🟡1 килограмм бал йыйыр өсөн бал ҡортона 10 миллион тирәһе сәскә кәрәк.

🟡Бал ҡорто еңелсә генә осҡанда 60 км/сәғ тиҙлек менән, ә "тейәнеп" алғанында 25 км/сәғ тиҙлектә оса.

🟡Бал ҡорто уртаса секундына 250 тапҡыр ҡанат ҡаға һәм артҡа оса белә.

🟡Бал ҡорттары һыуһыҙ тора алмай икән. Уларға көнөнә 2 стакан тирәһе һыу кәрәк.

🎬Видео: Гөлнәзирә Зәйнуллина. Меңйетәр бал ҡорттары йыйған шифалы ризыҡ.
👍75
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Кем белә, был мозаика ҡайҙа урынлашҡан?

Комментарийҙарҙа яҙығыҙ 😉
6🔥5
Кесе йома хәйерле булһын 😇

📍 Көнгөртуй шишмәһе, Ишембай районы.

🔹Көнгөртуй шишмәһе - Ҡуҡрауыҡтың һул яҡ ҡушылдығы.
🔹Был текә ярлы үҙән бөтәһе 12 метрға тиклем бейеклектәге төрлө шарлауыҡтарҙан тора.
🔹Үҙәндең оҙонлоғо 300 метр, киңлеге 3-6 метр тирәһе.
🔹Был үҙенсәлекле тәбиғәт күренештәре бынан 570 миллиондан ашыу йыл элек формалашҡан.


Көнгөртуй шарлауығы Ҡуҡрауыҡ шарлауығынан бик алыҫ түгел. Юл күрһәткестәр буйынса барып табырға мөмкин.


Фото: Василий Быстрицкий
6👍2🙏2👏1