Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
679 subscribers
2.82K photos
1.52K videos
1 file
262 links
Download Telegram
📌 21 октябрь - Милли бейеү көнөндә Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамблдәренең халыҡ-ара конкурсы үтә.

Әле 15 сентябргә тиклем ғаризалар ҡабул ителә.

🔹Конкурста бейеү ансамблдәре йәш буйынса 3 категорияла баһалана:
• 10-14 йәш (үҫмерҙәр төркөмө)
• 14-17 йәш (өлкәндәр төркөмө)
• 22 йәшкә тиклем (ҡатнаш төркөм)

🔹Шарттар:
• Коллективта кәмендә 7 кеше
• 2 халыҡ-сәхнә бейеүе
• Сығыш 5 минутҡа тиклем

🔹Ҡатнашыу өсөн:
• gaskarov.konkurs@yandex.ru адресына ғариза ебәрергә
• Сығышты видеоға төшөрөп беркетергә
#конкурсфайзигаскарова тип социаль селтәрҙә билдәләргә

📍 Конкурс: Өфө ҡалаһында, Ф. Ғәскәров ансамбленең концерт залында үтәсәк (З. Вәлиди ур., 34)

📞 Бәйләнеш:
• Телефон: +7 (347) 246-60-39
• Email: gaskarov.konkurs@yandex.ru
6
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Йәм 💘

Видео: Юлай Ҡасимов.
12💘2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Зәйнетдиндән дә яңы клип көтәбеҙ, ахыры🔥
👍112
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙе йәйге каникулдарға үҙегеҙҙә алып алаһығыҙмы?

Улар һеҙгә йорт-ҡура тирәһендә ярҙамлашамы?

💯Был көнүҙәк һорауҙарға туғыҙ тиҫтәгә яҡын йәшәгән Альмира инәй үҙ фекерҙәре менән бүлешә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ул Хәйбулла районы Ғәлиәхмәт ауылында йәшәй, Сажиҙә Игебаеваның өләсәһе.
11
Тормошоғоҙ гөл-сәскәләрҙәй һоҡланғыс булһын! Хәйерле көн, төркөмдәштәр! 🏵️


📍 Учалы районы, Миндәк йылғаһы буйы.

Яҙғыһын Миндәк йылғаһы баҫҡан туғайҙарҙа бына ошондай мөғжизә күҙәтергә була икән!


🌼Дымлы ерҙәрҙә һаҙ томбойоғо, ә русса калужница сәскә ата.

🌼Миндәк йылғаһы - Урал йылғаһының уң яҡ ҡушылдығы.

🌼Ә бына Миндәк йылғаһының үҙенең ҡушылдыҡтары дүртеһе лә һул яҡтан - Маҙар, Табылғашты, Рәзтәк, Ҡыраҡа, Әгәр йылғалары.

Фото: А. Клековкин.
11🙏2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы проекты буйынса Венер Фәйзуллин Өфө халҡының башҡорт телен белеү кимәлен тикшерә.

Видеороликтар Башҡортостан гранты ярҙамында "Башҡортса интернет-серфинг" проекты сиктәрендә төшөрөлгән.

Видео: Башфонд.
11😐1
Дуҫтар, ошо һүрәткә матур шиғри юлдар табырға ярҙам итегеҙ!

Фото: Людмила Камнева.
13💘4👏2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ҡояш артынан ☀️

Видео: интернеттан.
10🥰4💘3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
"Ҡымыҙҙың файҙаһы күп",

- ти Учалы районы Яңы Байрамғол ауылының ҡымыҙ етештереүселәре.

🔹Сажиҙә Шәрипова хужалығын яйлап үрсетә. Уға был эштә 2021 йылда республикала үткән "Агростартап" программаһы ярҙам итә - 2,8 миллион һум аҡса бүләләр.

🔹Эшлекле ҡатын бының ярҙамында Әбйәлил районынан бейәләр һатып алып, хеҙмәткәрҙәренең эш шарттарын яҡшыртып, ең һыҙғанып эшләп китәләр.

🔹Бөгөн улар көнөнә 250 литр ҡымыҙ етештерә һәм райондаштарын, башҡа яҡтарҙан таныш-тоноштарын тәьмин итә. Күмәртәләп һатып алыусылар ҙа бар.

Ә һеҙ ҡымыҙ яратаһығыҙмы?
10💯3👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Самауыр сәйе былай ҙа тәмле инде, шулай ҙа ошо рәүешле әфлисун, лимон һәм хуш еҫле япраҡтар һалып ҡайнатырға ла була икән 🔥

Аҙағынан таҙартып йыуыуы нисектер инде 😊
7🔥6
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Хәйерле көн ☀️

"Бөрйән районының томанлы иртәһендә йырламай булдыра алманым",

- тип яҙа йырсы Тимур Ямалов.
17💘2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Иҙел Нурғәлин яңы йыр яҙҙыра 🔥
Уның ниндәй йырҙарын оҡшатып тыңлайһығыҙ?
19
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡурмас ҡыҙҙырып, кетерләтеп кенә ашағығыҙ килеп китер әле, был видеоны күргәс 😋

Лилиә Хановаға ошолай күңелгә ятышлы ғына итеп видеолар төшөрөүе өсөн рәхмәт!
9🔥3💘2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 "Башҡортостан геройҙары" программаһында ҡатнашыусы Азамат Шаһисолтанов Шишмә районындағы "Турахан" визит-үҙәген барып күргәндән һуң фекерҙәре менән уртаҡлашҡан.

Видео: "Башҡортостан геройҙары" төркөмөнән.
12💘2