Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
679 subscribers
2.82K photos
1.52K videos
1 file
262 links
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
🎭Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры әкиәт донъяһына ишектәр аса!

Августа уҡ театр эшләй башлай, ә инде сентябрь айында рәсми рәүештә 94-се ижад миҙгелен асасаҡ.

Был мөғжизәле донъяның серҙәрен һеҙгә лә бер аҙ асып, ылыҡтырмаҡсы булдыҡ әле 😉

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында балаларҙы һәм уларҙың атай-әсәйҙәрен, барлыҡ өлкәндәрҙе көтөп ҡалалар! 🧡
8👍3🔥1
📌 Август - абитуриенттар өсөн иң тулҡынландырғыс мәл.
Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарына быйыл 206 584 кеше ғариза биргән, ти. Былтырғыға ҡарағанда дүрттән бер өлөшкә күберәк булып сыҡҡан.

🔹Әле республика вуздары уҡырға ҡабул итеү тураһында тәүге приказдарҙы баҫып сығара башлаған. Бөгөнгө көнгә ҡарата мәғлүмәттәргә ярашлы, 10,6 мең кеше беренсе курсҡа уҡырға алынған, бөтәһе 15 523 бюджет урыны бар.

🔹Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың балаларына айырым иғтибар бүленә: 69 яугир һәм 545 бала уҡырға ингән.

"Был беҙҙең өсөн бик мөһим күрһәткес - Өфөнөң юғары уҡыу йорттары йәштәребеҙ ҡарашында ылыҡтырғысыраҡ була бара. Уларҙа уҡыу - престижлы.

Быны вуздарҙың етәкселеге һәм коллективы, республиканың идарасы командаһы, алдынғы предприятиеларыбыҙ күп көс һалған ҙур системалы эштең һөҙөмтәһе тип иҫәпләйем. Башҡортостандың дүрт вузы "Приоритет 2030" стратегик академия лидерлығы программаһында ҡатнаша. "Йәштәр һәм балалар" милли проекты буйынса илдәге иң яҡшы кампустарҙың береһен төҙөүҙе дауам итәбеҙ. Былар барыһы ла һәм башҡа бик күп нәмәләр - йәштәребеҙ үҙебеҙҙә ҡалып белем алһын, башҡа төбәктәрҙән талантлы йәштәр беҙгә килһен өсөн эшләнә",

- тип яҙған сәхифәһендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.

💯Ул шулай уҡ уҡырға ҡабул ителеү тураһында хәбәр көткәндәргә уңыштар, студенттарға яҡшы уҡыу йылы теләгән. Беҙ ҙә был һүҙҙәргә ҡушылабыҙ һәм йәштәребеҙгә маҡсаттарына ирешеүҙәрен, оҡшаған һөнәр буйынса кәрәкле юғары уҡыу йортона инеп, киләсәктә республикабыҙ һәм халҡыбыҙ мәнфәғәтенә хеҙмәт итер белгестәр булыуҙарын теләйбеҙ! 😇
7👍2🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🤖Яһалма интеллект башҡорттарҙы ошолай күрә икән. Кем унан һорап эшләгәндер был клипты, белмәйбеҙ. Әммә бик ҡыҙыҡ килеп сыҡҡан, шулай бит?
7👍4👾3💘2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бөгөнгө көндә тағы бер ҡыуаныслы хәбәр: Иҙел Нурғәлиндың "ысын итальян дуҫы" барлыҡҡа килгән! 😃
Ә ҡайһылай өҙҙөрә һуң! 🔥
9🔥5💘2🙏1👌1
📌 Бөгөн Донъя ерле халыҡтарының халыҡ-ара көнө билдәләнә.

Был иҫтәлекле датаны 1994 йылда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы булдырған.


📚Ҡыҙыҡлы мәғлүмәт:

🔹Донъяла ерле халыҡтар иҫәбенә ингән 476 миллион кеше 90 илдә йәшәй;

🔹Рәсәйҙә 100-гә яҡын ерле халыҡ йәшәй;

🔹2021 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, илебеҙҙә иң күп һанлы халыҡтар алтау: урыҫ, татар, чечен, башҡорт, сыуаш, авар;

🔹Башҡорттар һәм татарҙар бик күптән миллиондан ашыу, ә бына аварҙар был күрһәткес буйынса исемлеккә яңыраҡ ингән;

🔹Рәсәйҙә ерле аҙ һанлы халыҡтар исемлегендә 52 этнос бар;

🔹Рәсәйҙә иң аҙ һанлы халыҡтар 2: Красноярск крайының Турухан районында йәшәүсе югтар - 7 кеше, һәм Ҡырым менән Төньяҡ Аҙау буйында йәшәүсе грек-урумдар - 12 кеше.

Фото: Людмила Камнева.
9🔥2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Балалар менән ҡара!

"Балалар" проектының яңы йәнһүрәте "Сама бел!" тип атала.
8👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ямғырҙарҙан алда өлгөрөп ҡалдығыҙмы? Бесән яҡшы үҫкәнме, етерлекме?

Видео: Нияз Абдуллин.
7👍1
🐞Ҡамҡаның атамалары шул тиклем төрлө һәм ҡыҙыҡлы икән, шуға һеҙҙең яуаптарҙы бер урынға йыйырға булдыҡ. Бәлки, тағы ла берәй ҡыҙыҡлы ғына атаманы иҫкә төшөрөп яҙыусылар булыр.

🔸Күсмә-күс - Миәкә районында,
🔸Ҡояш апай, осмалаҡ - Әбйәлил районында,
🔸Күс апай - Стәрлебаш, Ғафури, Ишембай райондарында,
🔸Осорой - Ҡыйғы һәм Мәсетле районында,
🔸Тәтәй ҡош - Илеш районында,
🔸Фатыйма - Татарстандың Әтнә районында,
🔸Алма түтә - Һамар башҡорттары,
🔸Тити тавык - Миәкә татарҙары,
🔸Диңгәсәй - Бөрйән районында,
🔸Ос һыйырым - Балаҡатай районында,
🔸Осойором - Дыуан районында,
🔸Осҡалаҡ - Белорет районы, Ноҡат ауылында,
🔸Күскәнтәй - Хәйбулла районында,

🔹Күсемкүс,
🔹Тәти кашык,
🔹Өсйөҙөк,
🔹Күсмә апай - ҡайһы яҡта икәнен яҙмағандар, әммә ҡамҡаны ошолай ҙа атап йөрөтәләр.

Бала саҡтың иң күңелле мәлен хәтергә төшөрә ул ҡамҡа. 🐞❤️
8👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
"ИЗИ төркөмөнән һуғыш темаһына попурри",

тип яҙған авторҙар һәм был клипты Бөйөк Ватан һуғышы менән Махсус хәрби операция яугирҙарына арнағандар.

Sound producer: баян, вокал: Илшат Абдрахманов
Ҡурай, вокал: Илшат Мәҡсүтов
Вокал: Зинера Әхмәтова
Клипмейкер: @rustemkhan.shaidullin
7
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ауылда моң 🪗

Видео: Кәрим Моратов.
7💘1
Хәйерле көн ☀️
6💘3