Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
679 subscribers
2.82K photos
1.52K videos
1 file
262 links
Download Telegram
📌 Бөгөн Донъя ерле халыҡтарының халыҡ-ара көнө билдәләнә.

Был иҫтәлекле датаны 1994 йылда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы булдырған.


📚Ҡыҙыҡлы мәғлүмәт:

🔹Донъяла ерле халыҡтар иҫәбенә ингән 476 миллион кеше 90 илдә йәшәй;

🔹Рәсәйҙә 100-гә яҡын ерле халыҡ йәшәй;

🔹2021 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, илебеҙҙә иң күп һанлы халыҡтар алтау: урыҫ, татар, чечен, башҡорт, сыуаш, авар;

🔹Башҡорттар һәм татарҙар бик күптән миллиондан ашыу, ә бына аварҙар был күрһәткес буйынса исемлеккә яңыраҡ ингән;

🔹Рәсәйҙә ерле аҙ һанлы халыҡтар исемлегендә 52 этнос бар;

🔹Рәсәйҙә иң аҙ һанлы халыҡтар 2: Красноярск крайының Турухан районында йәшәүсе югтар - 7 кеше, һәм Ҡырым менән Төньяҡ Аҙау буйында йәшәүсе грек-урумдар - 12 кеше.

Фото: Людмила Камнева.
9🔥2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Балалар менән ҡара!

"Балалар" проектының яңы йәнһүрәте "Сама бел!" тип атала.
8👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ямғырҙарҙан алда өлгөрөп ҡалдығыҙмы? Бесән яҡшы үҫкәнме, етерлекме?

Видео: Нияз Абдуллин.
7👍1
🐞Ҡамҡаның атамалары шул тиклем төрлө һәм ҡыҙыҡлы икән, шуға һеҙҙең яуаптарҙы бер урынға йыйырға булдыҡ. Бәлки, тағы ла берәй ҡыҙыҡлы ғына атаманы иҫкә төшөрөп яҙыусылар булыр.

🔸Күсмә-күс - Миәкә районында,
🔸Ҡояш апай, осмалаҡ - Әбйәлил районында,
🔸Күс апай - Стәрлебаш, Ғафури, Ишембай райондарында,
🔸Осорой - Ҡыйғы һәм Мәсетле районында,
🔸Тәтәй ҡош - Илеш районында,
🔸Фатыйма - Татарстандың Әтнә районында,
🔸Алма түтә - Һамар башҡорттары,
🔸Тити тавык - Миәкә татарҙары,
🔸Диңгәсәй - Бөрйән районында,
🔸Ос һыйырым - Балаҡатай районында,
🔸Осойором - Дыуан районында,
🔸Осҡалаҡ - Белорет районы, Ноҡат ауылында,
🔸Күскәнтәй - Хәйбулла районында,

🔹Күсемкүс,
🔹Тәти кашык,
🔹Өсйөҙөк,
🔹Күсмә апай - ҡайһы яҡта икәнен яҙмағандар, әммә ҡамҡаны ошолай ҙа атап йөрөтәләр.

Бала саҡтың иң күңелле мәлен хәтергә төшөрә ул ҡамҡа. 🐞❤️
8👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
"ИЗИ төркөмөнән һуғыш темаһына попурри",

тип яҙған авторҙар һәм был клипты Бөйөк Ватан һуғышы менән Махсус хәрби операция яугирҙарына арнағандар.

Sound producer: баян, вокал: Илшат Абдрахманов
Ҡурай, вокал: Илшат Мәҡсүтов
Вокал: Зинера Әхмәтова
Клипмейкер: @rustemkhan.shaidullin
7
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ауылда моң 🪗

Видео: Кәрим Моратов.
7💘1
Хәйерле көн ☀️
6💘3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Копатыч башҡорт балы тураһында бына нисек йырлаған! 🔥

AY YOLA төркөмөнөң киң билдәлелек яулаған "Һомай" йыры "Смешарики" йәнһүрәте өсөн бына шулай үҙгәртелеберәк алынған.
10
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
БАШҠОРТ АТЫ

Дала күрке ҡылғандарҙы ярып,
Йылға ярҙарынан уң яҡлап.
Батырҙарҙың тоғро пар ҡанаты,
Башҡорт аты саба уйнаҡлап.
Сысҡан һыртлы, һиҙгер ҡолаҡ,
Саҡма тояҡ, ҡыҫҡа тороҡло
Ебәк ялын елгә елберләтеп,
Текә сәсеп килә ҡойроҡто.
Нисә быуат ошо аттар менән,
Кеше яҙмыштары бәйләнгән?
Оло яуҙар, утлы юлдар үтеп,
Бер бөтөнгә улар әйләгән.
Ажғыр бурандар ҙа өркөтмәгән,
Кәртә була алмаған уларға.
Ҡырыҫ тәбиғәткә яраҡлашып,
Тоғро ҡалған ғорур Уралға.
Йәшәйештең ерҙә үҙ ҡануны,
Һынауҙары ғәҙел, ҡаты ла.
Ер йөҙөндә башҡорт бөтмәниһә,
Мәңге йәшәр башҡорт аты ла...

Мөхәмәтйәр МӘҒӘСҮМОВ.
13👍1
Яңы аҙна уңышлы үтһен!

📍 "Башҡортостан" милли паркы.
Фото: Марина Әхмәҙуллина.
10
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ауылда ямғыр, тигән Алита һылыу.
Ямғырлы көндәрҙең дә үҙ матурлығы бар, шулай бит?
10👍2😍2🔥1