Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
679 subscribers
2.81K photos
1.52K videos
1 file
262 links
Download Telegram
📌Бөгөн Башҡортостан тәбиғәтен һәм башҡорттарҙың көнкүрешен тәүгеләрҙән булып мәңгеләштереүсе рәссамдарҙың береһе – Василий Степанович Сыромятников тыуған көн.

Василий Степанович хәҙерге Миәкә районы Елдәр ауылында 1885 йылдың 14 авгусында донъяға килгән.


🔹Беҙ уны “Башҡорт ҡатын-ҡыҙы”, “Ҡатын-ҡыҙҙар яғындағы ҡунаҡтар” “Башҡорт ҡыҙы байрам кейемендә”, “Баймаҡ алтын-баҡыр заводы” һ.б. картиналары буйынса беләбеҙ.

🔹Шулай уҡ рәссам Өфө күренештәрен дә бик матур төшөргән, башҡорт халыҡ ижады буйынса зарисовкалар яһаған.

📍Василий Сыромятниковтың “Ҡатын-ҡыҙҙар яғындағы ҡунаҡтар” картинаһы 1928 йылда АҠШ-тың Калифорния штатындағы Сан-Диего ҡалаһында үткән күргәҙмәлә ҡуйыла һәм бик оло ҡыҙыҡһыныу уята.

🔹Василий Сыромятников 1979 йылда Өфө ҡалаһында вафат була.
10👍1🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Был йәйе лә үтте, бөттө инде.
"Китмә" тиеүҙәрҙән ни сара?
🥹

Видео: Әнүзә Ғиззәтуллина.
11👍3🔥2
Изге йома мөбәрәк булһын!☀️
📍 Көн уңышлы үтһен өсөн 5 ябай кәңәш:

🔹 Өҫтөнлөктәрҙе билдәләү: Эйзенхауэр матрицаһын ҡулланып, эштәрҙе кисекмәҫтән атҡарыла торған, мөһим һәм бик мөһим булмаған категорияларға бүлеп сығығыҙ. Иғтибарҙы иң тәүҙә иң мөһимдәренә бүлергә кәрәк.

🔹Иғтибарҙы ситкә ебәргән факторҙарҙан ҡотолоғоҙ: социаль селтәрҙәрҙе ҡулланыу, почтаны тикшереү, коллегалар менән гәпләшеүҙе сикләгеҙ.

🔹Тәнәфестәрҙе йыш яһағыҙ: Pomodoro техникаһын ҡулланығыҙ (25 минут эшләргә +ҡыҫҡа ғына ял итергә). Был эштән ялҡмаҫҡа, арымаҫҡа ярҙам итә һәм иғтибарҙы туплай.

🔹Эш урынын дөрөҫ ойоштороу ҙа мөһим икән: өҫтәлдә артыҡ әйберҙәр булмаһын, эш ҡағыҙҙарында тәртип һәм һәр нәмәнең үҙ урыны булһын. Был кәрәк саҡта уларҙы тиҙ генә табырға, тимәк ваҡытты бушҡа үткәрмәҫкә ярҙам итер.

🔹Ваҡыт менән идара итеү: аныҡ маҡсаттар ҡуйығыҙ, эштәр теҙмәһен төҙөгөҙ һәм уларҙың үтәлешен контролдә тотоғоҙ. Ауыр эштәрҙе бәләкәйерәк маҡсаттарға бүлеп атҡарып, бушты бушҡа уҙғарыуҙан ҡотолоғоҙ.

📍 Иң мөһиме, тормошоғоҙҙо үҙгәртеү өсөн дүшәмбене көтмәгеҙ!

Фото: "Этник биҙәүестәр" төркөмөнән.
8
📌БР Милли музейында "Ер хәтере. Урал көсө" күргәҙмәһе асылған.

Бында Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамдары Әмир Мәзитов менән Йәлил Сөләймәнов, Башҡортостан рәссамдары берлеге ағзаларының ижад емештәре күрһәтелгән.

Башҡорт халҡының рухи һәм матди ҡиммәттәренә, донъяға ҡарашына нигеҙләнеп төшөрөлгән үҙенсәлекле һүрәттәрҙе мотлаҡ барып күрегеҙ.


📍 Күргәҙмә 2025 йылдың 14 сентябренә тиклем эшләй.
7👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
🥰Әбйәлил районы Ишкелде ауылынан Илзирә Шаһивәлиева "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосынан өҙөктө яттан һөйләй. Татлы телле бәләкәскә 3 йәш.

Видео: "Аманат" журналы төркөмөнән.
12🔥1👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ғабдулла бабай менән Мәфтүхә инәйҙең мөхәббәт тарихы ❤️

Күршеләр / Соседи (Фәнил һәм Сәлимә Ҡарасуриндар) төшөргән видеоны ҡарап, күңелдәрегеҙҙе асып алығыҙ, төшкө аштарығыҙ тәмле булһын!
8😁5👏1
📌Бөгөн, 15 августа, Рәсәй Федерацияһы Геройы, генерал-майор, легендар 112-се Башҡорт атлы дивизияһы командиры Миңлеғәли Шайморатов тыуған.

💯Ошо уңайҙан уның иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәл-бюстарҙы тәҡдим итәбеҙ.
1. Өфө ҡалаһы, Совет майҙаны
2. Өфө ҡалаһы, "Еңеү" паркы
3. Ҡырмыҫҡалы районы, Шайморат ауылы
4. Луганск Халыҡ Республикаһы
5. БР Милли музейы
6. Рәсәй Эске эштәр министрлығы Эске ғәскәрҙәренең махсус тәғәйенләнешле 29-сы отряды территорияһы (Өфө ҡалаһы, Затон биҫтәһе).

Башҡорт халҡының ҡаһарман улына тағы ҡайҙа һәйкәлдәр ҡуйылғанын беләһегеҙ? Яҙығыҙ!
8🔥4💩3👎2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🌾 Ейәнсура баҫыуҙарынан килгән видео 🌾

Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, игендең тулайым йыйымы 860 мең тоннанан артҡан.
Иң оло ризыҡ - икмәктән өҙөлмәҫбеҙ.
7😁1💘1