Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
679 subscribers
2.81K photos
1.52K videos
1 file
262 links
Download Telegram
📌БР Милли музейында "Ер хәтере. Урал көсө" күргәҙмәһе асылған.

Бында Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамдары Әмир Мәзитов менән Йәлил Сөләймәнов, Башҡортостан рәссамдары берлеге ағзаларының ижад емештәре күрһәтелгән.

Башҡорт халҡының рухи һәм матди ҡиммәттәренә, донъяға ҡарашына нигеҙләнеп төшөрөлгән үҙенсәлекле һүрәттәрҙе мотлаҡ барып күрегеҙ.


📍 Күргәҙмә 2025 йылдың 14 сентябренә тиклем эшләй.
7👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
🥰Әбйәлил районы Ишкелде ауылынан Илзирә Шаһивәлиева "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосынан өҙөктө яттан һөйләй. Татлы телле бәләкәскә 3 йәш.

Видео: "Аманат" журналы төркөмөнән.
12🔥1👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ғабдулла бабай менән Мәфтүхә инәйҙең мөхәббәт тарихы ❤️

Күршеләр / Соседи (Фәнил һәм Сәлимә Ҡарасуриндар) төшөргән видеоны ҡарап, күңелдәрегеҙҙе асып алығыҙ, төшкө аштарығыҙ тәмле булһын!
8😁5👏1
📌Бөгөн, 15 августа, Рәсәй Федерацияһы Геройы, генерал-майор, легендар 112-се Башҡорт атлы дивизияһы командиры Миңлеғәли Шайморатов тыуған.

💯Ошо уңайҙан уның иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәл-бюстарҙы тәҡдим итәбеҙ.
1. Өфө ҡалаһы, Совет майҙаны
2. Өфө ҡалаһы, "Еңеү" паркы
3. Ҡырмыҫҡалы районы, Шайморат ауылы
4. Луганск Халыҡ Республикаһы
5. БР Милли музейы
6. Рәсәй Эске эштәр министрлығы Эске ғәскәрҙәренең махсус тәғәйенләнешле 29-сы отряды территорияһы (Өфө ҡалаһы, Затон биҫтәһе).

Башҡорт халҡының ҡаһарман улына тағы ҡайҙа һәйкәлдәр ҡуйылғанын беләһегеҙ? Яҙығыҙ!
8🔥4💩3👎2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🌾 Ейәнсура баҫыуҙарынан килгән видео 🌾

Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, игендең тулайым йыйымы 860 мең тоннанан артҡан.
Иң оло ризыҡ - икмәктән өҙөлмәҫбеҙ.
7😁1💘1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Матур ялдар теләп ҡалабыҙ 🩷

Видео: Динара Ғәлләмова.
12💘2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Рәхмәт, Башҡортостан! 💚🤍💙


"Алтын ҡурай" этносменаһы әүҙемселәре - Силәбе өлкәһенән Өфөгә бер көнлөк сәйәхәткә килеп, онотолмаҫ тәьҫораттар алып ҡайтҡан балалар һәм уларҙың етәкселәре шулай ти.

🔸Улар "Китап" магазинында һәм "Аманат" журналында ҡунаҡта булған, "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосын уҡығандар.

🔸Ҡомартҡыларға бай БР Милли музейында башҡорт халҡының көнкүреше, тарихы менән яҡындан танышҡандар, ҡубыҙ һәм ҡурай моңдарын тыңлағандар, Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатовҡа арналған залда илһөйәрлек тәрбиәһе алғандар.

🔸Ә бына Археология һәм этнография музейында мамонт һөйәктәре, сармат алтыны, ысын метеорит күреп хайран ҡалып сыҡҡан балалар.

🔸Башҡортостандың Милли архивында булып, боронғо документтарҙы тергеҙеү эше менән дә танышып өлгөргәндәр, шәжәрә тураһында ла оҫталыҡ дәресе үткәндәр.

"Өфө беҙҙе мәҙәниәткә һөйөү һәм тарихҡа хөрмәт менән ҡаршы алды. Илһамланып, яңы белемдәр менән ҡайттыҡ",

- ти "Алтын ҡурай" коммерция булмаған ойошма етәксеһе Раушания Нишанова.

Дуҫтар, ә һеҙҙең йәйге каникулдар нисек үтә?
7👍7
Көнбағыштар башын эйгән, тимәк, йәйҙең дә көндәре һанаулы 🌻
5🔥4💘3💔1