Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
679 subscribers
2.81K photos
1.52K videos
1 file
262 links
Download Telegram
Хәйерле көн

📍 Белорет районы, Уралтау һырты.

Фото: Елена Перминова
10👍5🔥2
БАРЫУ

Китеп бара...
Ҡайтып бара...
Бара кеше.
Барыуҙарҙан бер кинәнес
Таба кеше.
Алып йөрөр аяҡтары
Иҫән саҡта
Барып ҡайтыуҙан ғибәрәт
Барлыҡ эше.

Кемдер бара бөйөк эштәр
Атҡарырға.
Кемдер бара хәл белергә,
Былай ғына.
Барыһы ла бер үк юлда
Йөрөһә лә,
Алда торған уй-ниәттәр
Айырыла.

Барып етеп, яуланыла
Ҡуйған маҡсат.
Маҡсаттарға барған саҡта
Арымау шарт.
Һәр саҡ көтмәй барған ерҙә
Уңыш, еңеү,
Барыуҙарың бушҡа булып
Ҡуя ҡайсаҡ.

Барып, кемдер
Бәхет һарайҙары һала.
Һарай һалғас инде, шунда
Тороп ҡала.
Бара-бара кемдер
Бәхетенән яҙа,
Эҙләгәне уның булған
Икән янда.

Барыбыҙ ҙа ер йөҙөндә -
Барыусылар.
Бара-бара эҙләгәнде
Табыусылар.
Тик булмаһын
Барыр юлында аҙашып,
Төңөлөп, яҡты өмөттән
Яҙыусылар.

Теләһәк, теләмәһәк тә
Беҙ барабыҙ.
Бармайынса һис кенә лә
Юҡ сарабыҙ.
Аҙымлап үтер ерҙә
Булмағанды
Саҡрымдар аръяғында
Беҙ табабыҙ.

Көтөр кешеләр барында
Барайыҡ беҙ.
Барған ерҙә дуҫ-туғандар
Табайыҡ беҙ.
Юл сыҡҡанда
Фатихалар алайыҡ та,
Ер аҫтында юлдар юғын
Аңлайыҡ беҙ.

Мәхрүм итмәй
Һағынып көтөп алыусыны,
Һаҡла, Хоҙай, юлда китеп
Барыусыны.
Ҡабат ҡайтып күреү насип
Булһын һәр саҡ
Хәйерле юл теләп өйҙә ҡалыусыны.

Миләүшә ҠЫҘРАСОВА.
👍83🔥3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Яратҡан ағасыңа айыу арҡаһын ышҡып китһә, тиҙ генә ҡасыу яғын ҡарамай булмай икән 🤭

"Башҡортостан" милли паркында булған был хәл. Айыу тейеп киткән ағасҡа мышылар килә һәм йыртҡыстың еҫен һиҙеп, мыштым ғына ары китә.

Парк хеҙмәткәрҙәре яҙыуынса, йыртҡыс шулай "билдә һалған", был урынды башҡа хайуандар урабыраҡ үтергә тырыша. Урман хужаһына тап булып ҡуйыуҙан ҡурҡалар.
9👍3🔥2😱1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
... Башҡортостан,
Баш осомда ҡояш,
Көйрәйемсе эңер еткәнсе.
Ғүмер тигәндәрең бигерәк ҡыҫҡа,
Һөйәйемсе янып бөткәнсе.💚

Тимер ЙОСОПОВ.

Видео: Адель Ибатуллина.
10🔥3👏1
📌 УРАЛ БАТЫРҒА ҺӘЙКӘЛ ҠУЙЫЛА

Учалы ҡалаһының үҙәгендә башҡорт халыҡ эпосы геройы Урал батырҙы һынландырған тәүге ҙур һәйкәл ҡуйыла. Әле уны урынлаштырыу буйынса эштәр бара.

💯Был ҡала хакимиәтенең 2024 йылда "Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы муниципаль берәмеге" конкурсында еңеүенә бәйле. Һәйкәлдең авторы - рәссам һәм скульптор Фәнил Мөслимов.

"Һәйкәл, һис шикһеҙ, ҡаланы биҙәп кенә ҡалмаҫ, ә тарихы "Урал батыр" эпосына тығыҙ бәйләнгән районыбыҙҙың брендына да әүерелер",

- ти был хаҡта Учалы районы хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов.

Фото: Илнур Ирәмәл.
🔥147👏1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Кем был яҡтарҙы таный?

Яҙығыҙ, видео республикабыҙҙың ҡайһы төбәгендә төшөрөлгән, ниҙәр кадрға эләккән 📝
👍95🥰1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Кеше эҙләй үҙен оҙаҡ...

Башҡорт йәштәре хозур тәбиғәте без ҡосағында моңланып ултыра.


Видео: Нәркәс Хәмитова.
12🔥5🥰1
🌧️"Көн яманы китер, әҙәм яманы китмәҫ",

ти халҡыбыҙ.
Ямғырҙарға бошонмайыҡ, үтер💟
11🥰3
Ғафури районы Красноусол ауылына бал ауыҙ итергә һәм, әлбиттә, һатып алырға барығыҙ 🍯🐝
11🥰2👏2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ел дә ҡурай моңон уйнай кеүек...

Видео: Арыҫлан Оморҙаҡов.
12👍3💘3
📌 6 сентябрҙә Баймаҡ районы Граф күле буйында "Башҡорт аты" Халыҡ-ара фестивале үтә.

Быйыл унда Рәсәй, Беларусь, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Әзербайжан һәм Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән абруйлы ҡунаҡтар ҡатнаша. Былтыр 11 мең кеше ҡатнашһа, быйыл ҡунаҡтар һаны 15 меңдән артыр тип көтөлә.


Сараның программаһы:

🔶Йылҡы ите һәм ҡымыҙ етештереүселәрҙең күргәҙмә-йәрминкәһе.
🔹Йәрминкәлә «Хәләл» стандарты буйынса сертификатҡа эйә республика етештереүселәре ҡатнаша.
🔹«Оҫталар ҡалаһы» халыҡ кәсептәре һәм һөнәрҙәре күргәҙмәһе ойошторола.

🔶Эшлекле программа:
«Башҡорт аты» фестивале барышында республикала ат спортын, туризмды һәм йылҡысылыҡты үҫтереүҙең төп мәсьәләләренә арналған семинарҙар, пленар ултырыштар була:
🔹Ат спорты һәм туризм: Башҡортостандың ҡеүәтен асабыҙ.
🔹Ат спорты төрҙәре – традицияларҙан хәҙерге заманға тиклем.
🔹Продуктив йылҡысылыҡ үҫешенең хәҙерге тенденциялары.
🔹Башҡортостандың ат индустрияһын үҫтереү: төбәккә инвестициялар, традициялар һәм яңы мөмкинлектәр.
💯Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығындағы «Башҡортостанда йылҡысылыҡты үҫтереү: төбәккә инвестициялар, традициялар һәм яңы мөмкинлектәр» пленар ултырышында республикала йылҡысылыҡ тармағы үҫешенең төп факторҙары ҡарала. Ултырышта алдынғы йылҡысылыҡ продукцияһын етештереүселәр ҡатнаша.

🔶«Башҡорт аты» фестивале ҡунаҡтарын театрлаштырылған сағыу тамаша һәм концерт программаһы көтә.

🔶Спорт блогы:
🔹Милли көрәш, мас-рестлинг һәм самбо буйынса республика турнирҙары.
🔹Арҡан тартышыу буйынса төбәк-ара турнир.
🔹«Бәйге» халыҡ-ара фестивале.
🔹«Ирәндек мәргәне» асыҡ республика турниры.
🔹Эльбрус Ниғмәтуллин командаһы ойошторған «Урал батыр» халыҡ-ара бәһлеүәндәр турниры.
🔹ГТО нормаларын тапшырыу майҙансығы.
🔹«Тай-тулаҡ», «Ауҙарыш», «Ылаҡ» ярыштары.
🔹Алты төр ат сабышы. Төп бүләк – автомобиль.
🔹Фестивалдең иң мауыҡтырғыс өлөшө – аттар парады.

❤️Бик бай программалы һәм сағыу байрам булмаҡсы. Баймаҡ алыҫ тип тормағыҙ, мотлаҡ барығыҙ!
8🔥4👏1
Forwarded from БашФонд
💎Дуҫтар, конкурс!

Белеүегеҙсә, 8 сентябрь президент тарафынан Рәсәй халыҡтары телдәре көнө тип иғлан ителде. Шул уңайҙан конкурс иғлан итәбеҙ. Унда мәктәпкә тиклемге йәштәге балалар ҡатнаша ала.

Конкурста ҡатнашыу өсөн:

🎬башҡорт теленә бағышланған шиғыр һөйләп видеояҙма төшөрөргә.
📩 уны "яңылыҡ ебәрергә" ("предложить новость" тигән урын аша Бәйләнештәге төркөмгә - БАШҠОРТ ТЕЛЕН ҺАҠЛАУ ҺӘМ ҮҪТЕРЕҮ ОЙОШМАҺЫ ебәрергә кәрәк.
📝 ҡатнашыусының исем-шәрифен, ҡайҙан булыуын һәм йәшен, шулай уҡ шиғырҙың атамаһын һәм авторын яҙырға онотмағыҙ!

Еңеүселәрҙе 8 сентябрҙә иғлан итәсәкбеҙ. Уларҙы Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ "Урал батыр" йәш сәсәндәр конкурсының 2024 йылдағы еңеүсеһе Регина Ғәлиева билдәләйәсәк.

Еңеүселәр (1, 2, 3 урын) дипломдар, башҡорт телендә өҫтәл уйындары, Башҡортостан картаһының пазлдары һәм башҡа бүләктәр менән бүләкләнәсәк. Махсус буләктәр ҙә ҡаралған.

Һорауҙарығыҙ булһа, төркөмгә яҙығыҙ.

Уңыштар!

#Башфонд #Башҡорттеле #Рәсәйхалыҡтарытелдәрекөнө
7👍5🥰4