Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
679 subscribers
2.82K photos
1.52K videos
1 file
262 links
Download Telegram
📌 Башҡортостанда уҙған Армия мәҙәниәте көндәре сиктәрендә Республика Хәрби Дан музейында “Рәсәй. Донбасс. МХО” экспозицияһы асылған.

Тантаналы сарала Рәсәй Оборона министрлығының Мәҙәниәт департаментының мәҙәни программалар бүлеге начальнигы Ольга Фаллер, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, махсус хәрби операция ветерандары ҡатнашҡан.

🔥Күргәҙмәлә үҙенсәлекле ҡомартҡы бар - беҙҙең яугирҙар тарафынан ҡыйратылған НАТО техникаһының һыуытыу системаһы торбаһынан эшләнгән ҡурай.

Унда Иршат Ғәниев “Маршрут” башҡорт халыҡ көйөн уйнап ишеттергән.


💯Был металл ҡурайҙы алғы һыҙыҡтан алып ҡайтып, музейға тапшырыусы Йылыйыр районынан Венер Яҡупов менән Өфөнән Алексей Рябоконь да күргәҙмәне асыу тантанаһында ҡатнашҡан.

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.
6🔥3👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Матур ялдар теләйбеҙ! 🧡

Йәйҙең хозурлығын тойоп ҡалырға ашығығыҙ 😉
8💘4👍1🔥1👏1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
ЯҢЫ КӨН☀️

Яңы көнгә яңы өмөт биреп
Балҡып килеп сыҡты ҡояшым,
“Аллаға шөкөр!”- тип көн башлайым –
Булып торһон көнөм, эш, ашым.

Ниндәй зәңгәр күктәр! Үлән йәшел!
Һандуғастар һайрай ярышып…
Ҡаймаҡ кеүек һауа! Донъя гүзәл!
Эх, йәшәргә әле ҡарышып!

Сиргә, ғәйбәттәргә, көнсөллөккә
Итеп тормам инде иғтибар,
Ана ниндәй матур көнөм тыуҙы,
Яңы көнгә яңы өмөт бар!

Эй, Хоҙайым, рәхмәт, миңә тағын
Бүләк иттең яңы бер көндө,
Шөкөр итеп тамамларға яҙһын,
Тарихыма яҙып бөгөндө.

Фирүзә АБДУЛЛИНА.
12👏1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бала саҡтың иң тәмле ризығы 😍
12🥰3👍1💘1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Кисәге Әбйәлил районында йәштәр үҙ теләктәре менән ритайым ойошторған.

Сара район үҙәге - Асҡар ауылында, "Ҡурай" паркында үткән. Дәртле-моңло башҡорт көйҙәренә баҫырға теләүселәр бик йыйылған.

"Быйылғы йәйҙең иң ҙур һәм күңелгә ятышлы күренеше булды был. Ойоштороусыларға һәм ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт. Һеҙ традицияларыбыҙ йәштәр йөрәгендә йәшәүен раҫланығыҙ",

- тип яҙған сараны баһалап, район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Руслан Хәлилов.
11
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Үҙебеҙҙең һылыуҙарға милли кейемдең шул тиклем килешеүе! 😍

Видео: Гөлназ Максименко.
7🔥6👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌"ЕЛ АША" БАШҠОРТ УЙЫНЫ

Азалия Хәмитова үҙенең "Ел аша" ("Сквозь ветер"-Among the wind) тигән яңы уйыны прототибын халыҡ иғтибарына тәҡдим иткән. 🌬️

🌬️Ҡыҙ баштан алып аҙағына тиклем барыһын да үҙе уйлап тапҡан: идея, уйындың сценарийы, һүрәттәр, программа коды - барыһын да үҙе эшләгән.

🌬️Проект уйынсыны Башҡортостан легендалары һәм мифтары донъяһына сумдыра. Унда башҡорт милли кейемдәре, көнкүреш япраҡтары, биҙәктәре урын алған.

🌬️Уйындың төп горойы - Суфия исемле ҡыҙ, ул ел рухына бәләкәй бетеү тапшырыу өсөн тауҙарға сәйәхәткә сыға.

❇️Азалия был пикселле уйын үҙе яратҡан мәҙәниәт тураһында кешеләргә һөйләү ысулы, тип иҫәпләй.
13🔥6👍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌AY YOLA төркөмө яңы йырын яҙҙыра башлаған!

Руслан Шәйхетдинов студияла төркөмдөң яңы йыр яҙҙыра башлауы һәм бының өсөн ҡумыҙ кәрәк булыуы тураһында әйткән.

Шулай уҡ AY YOLA дүртенсе клибын әҙерләй. Был хаҡта режиссер Баяр Барадиев үҙенең сәхифәһендә яҙған.

Көтәбеҙ, уңыштар! ❤️‍🔥
13👏2👍1
"Тәбиғәтте яратмаған кешеләр тормошто ла яратмай, сөнки ҡояшҡа, зәңгәр күккә, йыһандың иҫ киткес матурлығына битараф булып, тормошто яратыу мөмкин түгел".

Леонид Андреев, рус яҙыусыһы.

📍 Белорет районы, Еләкташ тауы.

Фото: Наил Шакиров.
10👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 «Буранбай» — башҡорт халҡының киң билдәле тарихи йырҙарының береһе.

Йырҙың һүҙҙәрен беренсе тапҡыр 1894 йылда этнографы, фольклорсы Сергей Рыбаков Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Этҡол ауылында (хәҙерге Баймаҡ районы 2-се Этҡол ауылы) Толомғужа Ғөбәйҙуллиндан яҙып ала.

Был йырҙың башҡа варианттары ла төрлө кешеләр тарафынан яҙып алынған.


Видео: Арыҫлан Оморҙаҡов.
11❤‍🔥4👏1