📌 Мөнир Ҡунафин — Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы!
Ихлас ҡотлау һүҙҙәрен еткерәбеҙ һәм ижади үрҙәр теләйбеҙ!
❓Әйткәндәй, Мөнир Сәхиулла улының ҡайһы әҫәрен тәьҫирләнеп уҡынығыҙ?
Награданы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Армия мәҙәниәте көндәре сиктәрендә тапшырҙы.
Ихлас ҡотлау һүҙҙәрен еткерәбеҙ һәм ижади үрҙәр теләйбеҙ!
❓Әйткәндәй, Мөнир Сәхиулла улының ҡайһы әҫәрен тәьҫирләнеп уҡынығыҙ?
👍9🔥4❤3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 22 августан 27-нә тиклем Башҡортостанда Армия мәҙәниәте көндәре үтте.
💯Проекттың төп маҡсаты Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү, илһөйәрлек тәрбиәләү һәм тарихи дөрөҫлөктө һаҡлау булды.
📍 Бер аҙна дауам иткән фестиваль сиктәрендә бөтәһе 300-ҙән ашыу сара ойошторолған: ҡала-райондарҙа концерттар, спектаклдәр, конкурстар, күргәҙмәләр һ.б. үткән.
🔹Иң яҡшы коллективтар һәм йырсылар Өфө ҡалаһының Совет майҙанында һәм "Торатау" конгресс-холында сығыш яһаны.
🔹22-24 августа "Көҙ романтикаһы" III классик музыка фестивале үтте.
🔹Ә 24 августа "Мираҫ" йыр һәм бейеү ансамбле менән Үҙәк хәрби округының "Батырлыҡ йырҙа, ҡаһарманлыҡ бейеүҙә!" ансамблдәре концерт ҡуйҙы.
🔹25 августа Рәсәй Федерацияһының Оборона министрлығының ижади коллективтары сәхнәлә балҡыны.
🔹Армия мәҙәниәте көндәре "Геройҙар дәүере" IV Бөтә Рәсәй патриотик йыр асыҡ конкурсы менән тамамланды.
✅ Әйткәндәй, быйыл уның еңеүсеһе Санкт-Петербург ҡалаһынан - Лидия Трифонова. "Еңеү алда" йыры өсөн.
Сара Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына, Рәсәйҙәге Ватанды һаҡлаусылар йылы һәм Башҡортостандағы МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылына арналды.
💯Проекттың төп маҡсаты Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү, илһөйәрлек тәрбиәләү һәм тарихи дөрөҫлөктө һаҡлау булды.
📍 Бер аҙна дауам иткән фестиваль сиктәрендә бөтәһе 300-ҙән ашыу сара ойошторолған: ҡала-райондарҙа концерттар, спектаклдәр, конкурстар, күргәҙмәләр һ.б. үткән.
🔹Иң яҡшы коллективтар һәм йырсылар Өфө ҡалаһының Совет майҙанында һәм "Торатау" конгресс-холында сығыш яһаны.
🔹22-24 августа "Көҙ романтикаһы" III классик музыка фестивале үтте.
🔹Ә 24 августа "Мираҫ" йыр һәм бейеү ансамбле менән Үҙәк хәрби округының "Батырлыҡ йырҙа, ҡаһарманлыҡ бейеүҙә!" ансамблдәре концерт ҡуйҙы.
🔹25 августа Рәсәй Федерацияһының Оборона министрлығының ижади коллективтары сәхнәлә балҡыны.
🔹Армия мәҙәниәте көндәре "Геройҙар дәүере" IV Бөтә Рәсәй патриотик йыр асыҡ конкурсы менән тамамланды.
✅ Әйткәндәй, быйыл уның еңеүсеһе Санкт-Петербург ҡалаһынан - Лидия Трифонова. "Еңеү алда" йыры өсөн.
👍7❤3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Төшкө ашҡа туҡтаған мәлдә блогер Рәис Ғәбитов менән бергә Белорет районындағы Еләкташ тауы башына менеп төшөгөҙ 😉😍
❤8😍4👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
💥Әбйәлилдәрсә БУҘА ҡойоу серен асырбыҙ, тигәйнек бит әле?
❓Онотманығыҙмы? Беҙ – юҡ.
⚡Әбйәлилдән бер хужабикә һөйләгәндәрҙән яҙып алынған боронғо ысулды тәҡдим итәбеҙ.
💢Бөтәүләй һолоно таҙартаһың, әфсүген алып ташлайһың. Ҡылсығы бөтһөн тиһәң, килегә һалып төйәһең һәм елгәрәһең. Шул һолоно ҡыҙҙыраһың, элек ҡаҙанда ҡыҙҙыра торғайныҡ. 1 биҙрәнән дә кәм түгел ҡыҙҙырылған һолоно ҡул тирмәнендә тартаһың.
Беҙ боронғо ҙур ағас көбөгә эшләй торғайныҡ, ул 5-6 биҙрәлек булды.
💢Тартылған һолоно көбө (ҙур аҙас һауыт) төбөнә бушатаһың. Өҫтөнә 1 алдыр (тәгәстән ҙур, табаҡтан бәләкәй һауыт) һыйыр йәки кәзәнең эс майын иретеп ҡояһың. Һыҙлығын (шкварки) ҡоймайһың. Болғатмай тораһың.
💢Өлкән ҡаҙанға һыу ҡойоп ҡайнатаһың. Элек арыш оно һала торғайнылар, аҙаҡ ул булманы. Шуға юғары сортлы ондо ҡайнап торған һыуға өҫтәп, болғата-болғата бешерәһең. Ҡуйы булырға тейеш. Бер-ике ҡаҙан он ҡайнатып, көбөгә һоло һәм ирегән май өҫтөнә ҡояһың.
💢Бер юлы айырым тағы ла һыу ҡайнатып торорға кәрәк һәм көбөгә өҫтәргә. Шунан барыһын да бергә болғатып, көбөнөң ауыҙын ябып, 1 көнгә ҡуяһың.
✅Буҙаны һөҙгәндә асалы ағас, ике төрлө – эре һәм ваҡ иләк, бер нисә табаҡ кәрәк.
💢Болғатҡас, тәүҙә эрерәк иләктән төшөрә башлайһың, түбен табаҡҡа һалып тораһың. Иләккә баҫып һығаһың. Түбен ҡул менән йомарлап-йомарлап ныҡлап һығырға кәрәк.
✅Түбен ташламайһың, ҡайнаған һыуға һалып, тағы бер ҡат һөҙөп алырға була. Быныһын буҙаға өҫтәп ҡойорға ла, айырым эсергә лә мөмкин.
Уңайлыҡ өсөн буҙаны икенсе берәй ҙур һауытҡа һөҙөп, аҙаҡ кире көбөгә ҡойоп алырға була.
✅Ошолай әҙерләнгән буҙа 2-3 көндә күперә, күпереге эсемлек бөткәнсе бөтмәй, һыуы өҫкә ҡалҡмай. Ташмаһын өсөн ҡарап торорға кәрәк, бер өлөшөн икенсе һауытҡа ҡойоп алып, һыуығыраҡ ергә ҡуйып торорға ла ярай. Ә тиҙерәк әсеһен тиһәң, йылыға индереп ҡуяһың.
💯Шәкәр, сүпрә, әсетке ҡушмайҙар.
📽Видео: Республика халыҡ ижады үҙәгенең Әбйәлил районы Мораҡай ауылынан Ғәлиә Кинйәбаеваның буҙа ҡойоуын сағылдырған видеоһы.
Ул да беҙ тасуирлаған ысул менән эшләй, бәлки, ҡайһы бер ғәмәлдәре генә айырылалыр.
БУҘАҒЫҘ ТӘМЛЕ БУЛҺЫН!💛

💯Икенсе көнөнә болғатаһың һәм һөҙөргә әҙерләнәһең.
✅Буҙаны һөҙгәндә асалы ағас, ике төрлө – эре һәм ваҡ иләк, бер нисә табаҡ кәрәк.
💢Болғатҡас, тәүҙә эрерәк иләктән төшөрә башлайһың, түбен табаҡҡа һалып тораһың. Иләккә баҫып һығаһың. Түбен ҡул менән йомарлап-йомарлап ныҡлап һығырға кәрәк.
✅Түбен ташламайһың, ҡайнаған һыуға һалып, тағы бер ҡат һөҙөп алырға була. Быныһын буҙаға өҫтәп ҡойорға ла, айырым эсергә лә мөмкин.
Уңайлыҡ өсөн буҙаны икенсе берәй ҙур һауытҡа һөҙөп, аҙаҡ кире көбөгә ҡойоп алырға була.
❗Һөҙөп бөткәс, буҙаның ҡуйылығын самалайһың. Ныҡ ҡуйы булһа – оҙаҡ әсемәй, шыйыҡ булһа – тәме булмай һәм әсе була. Ҡуйы булһа ҡайнап торған һыу өҫтәйһең.
✅Ошолай әҙерләнгән буҙа 2-3 көндә күперә, күпереге эсемлек бөткәнсе бөтмәй, һыуы өҫкә ҡалҡмай. Ташмаһын өсөн ҡарап торорға кәрәк, бер өлөшөн икенсе һауытҡа ҡойоп алып, һыуығыраҡ ергә ҡуйып торорға ла ярай. Ә тиҙерәк әсеһен тиһәң, йылыға индереп ҡуяһың.
💯Шәкәр, сүпрә, әсетке ҡушмайҙар.
📽Видео: Республика халыҡ ижады үҙәгенең Әбйәлил районы Мораҡай ауылынан Ғәлиә Кинйәбаеваның буҙа ҡойоуын сағылдырған видеоһы.
Ул да беҙ тасуирлаған ысул менән эшләй, бәлки, ҡайһы бер ғәмәлдәре генә айырылалыр.
БУҘАҒЫҘ ТӘМЛЕ БУЛҺЫН!💛
❤8👍3🔥3😍2
❓Был фильмдарҙы күргәнегеҙ бармы?
Үҙегеҙ яратып ҡараған башҡорт фильмдарын комментарийҙарҙа яҙығыҙ 😉
👍19❤7❤🔥3