Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
678 subscribers
2.82K photos
1.52K videos
1 file
262 links
Download Telegram
Был фильмдарҙы күргәнегеҙ бармы?

Үҙегеҙ яратып ҡараған башҡорт фильмдарын комментарийҙарҙа яҙығыҙ 😉
👍197❤‍🔥3
Томан төшкән тауҙарға... 💘
9
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Мәктәпкә барырға әҙерһегеҙме?

"Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалының төркөмөндә бына шундай ҡыҫҡа ғына ҡыҙыҡ видео һалғанлар.
👏74
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 Замана Хужа Насретдины ишәктән төшһә лә, тәбиғәтенән йыраҡ китә алмаған шул.
Бында соҡорҙо кире күмеүе еңелерәк тойола 🤭

Видео: интернеттан.
😁75
📌 "ФормАрт-2025" конкурсының иң яҡшы муралы өсөн халыҡ тауыш бирә башланы

🔹Башҡортостан рәссамы Кирилл Ильиндың Ағиҙел ҡалаһында төшөрөлгән "Һыбайлылар" тигән муралы Волга буйы федераль округында иң яҡшыһы исеменә дәғүә итә.

🔹Мурал туғыҙ ҡатлы йорттоң бер яҡ диуарына төшөрөлгән һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына арналған.

🔹Дивизия ғәскәрҙәре генерал-майор Миңлеғәли Шайморатов етәкселегендә хәрәкәт итә.

🔹Әйткәндәй, был дивизияла хеҙмәт иткән Абдулла Фәйзрахман улы Шаһиев һуғыштан һуң Ағиҙел ҡалаһында йәшәй.

📍 Тауыш биреү өсөн:
Бушлай номерға шылтыратығыҙ: 8 (800) 301-50-23
Ошо муралды һайлау өсөн 1 һанына баҫығыҙ
Тауыш биреүегеҙҙе раҫлағыҙ.

📍 Тауыш биреү 15 сентябргә тиклем дауам итә, унда һәр кем ҡатнаша ала.
4🔥3👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🔥Йәйҙең һуңғы эш аҙнаһы ямғырҙар менән тамамланыуға бик бойоҡмайбыҙ, йәштәр ижадынан дәрт алабыҙ 😉

Видео: #HANQYZY "Ирек" тигән композицияһы менән😎
7👍7💘5
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйерле көн!

📍Силәбе өлкәһенең Минйәр ҡалаһы 7 тау араһында урынлашҡан.

Ҡаланың атамаһы "мең яры" йәки "меңдәр" тигән башҡорт һүҙҙәренә бәйле булыуы ихтимал, тип фаразлайҙар.

Видео: Илдар Шакиров
8💘2🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌Сибай ҡалаһынан йәш спортсыбыҙ Зарина Исламова Бангкок ҡалаһында кисә үткән муай-тай (тайский бокс) буйынса профессиональ алышта Sanehjan исемле Таиланд спортсыһына ҡаршы сыҡты һәм еңеү яуланы!

Ҡыҙ рингка башҡорт бүреге һәм селтәр кейеп күтәрелде:

“Мин Башҡортостандан булыуым менән ғорурланам һәм бар донъя ихтирамға һәм һоҡланыуға лайыҡлы үҙ йолаларыбыҙ, кейемебеҙ һәм мәҙәниәтебеҙ барлығын белеүен теләйем”,

- ти Зарина.

Афарин!🔥🔥🔥

Видео: “Подслушано Сибай” төркөмөнән.
❤‍🔥106👍2🔥1