This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы @kurultaibashkir Башҡортостан халыҡтары милли кейеме көнө уңайынан «Милли кейем - милләт асылы» тигән үҙенсәлекле флешмоб иғлан итә.
✅ Билдәле булыуынса, байрам 12 сентябрҙә үтәсәк.
📍 Уның шарттары ябай:
1.Милли кейемдә йәки уның элементтарын ҡулланып, үҙегеҙ йәшәгән төбәкте билдәләгән урында фото төшөгөҙ;
2.Был фото менән социаль селтәрҙә бүлешегеҙ һәм #НациональныйКостюм2025 #МиллиКейем2025 хештегтарын ҡулланығыҙ.
Ҡушылығыҙ!

❤6🔥3👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
💘Бар тәбиғәт серләшә Дим өҫтөндә...
Видео: Алиса Йомағәлиева.
Видео: Алиса Йомағәлиева.
❤7🥰3👏1
📌Көҙҙөң беренсе айы донъя тарихында иң ҡайғылы һәм иң шатлыҡлы көндәре менән билдәле.
Ҡайғылы, сөнки 1939 йылдың 1 сентябрендә иң ҡанҡойошло һуғыш - Икенсе донъя һуғышы башлана.
Шатлыҡлы, сөнки бынан нәҡ 80 йыл элек 2 сентябрҙә, 6 йыл да 1 көн дауам итеп, был афәт туҡтатыла.
Советтар Союзында Икенсе донъя һуғышы тамамланыуҙы 3 сентябрҙә билдәләйҙәр. Тәүге ике йылда был ял көнө була.

❤6👏3💔1
Берәү килеп миңә әгәр әйтһә,
"Атай - инәйеңдәр иҫән"-тиеп.
Бер минутҡа ҡабат күрер өсөн,
Ҡайтыр инем сабып - югереп.
Һөйләр инем барлыҡ шатлығымды,
Һөйөр инем үбеп биттәренән.
Йөрөр инем ялан тәпәй баҫып,
Бала саҡтың яҡты эҙҙәренән.
Тик булмай шул ....
Мәңгелеккә инде,
Улар йылдар аша йырағая.
Төштәремдә генә инәй һөйә,
Атай миңә ҡарап йылмая.
Берәү килеп миңә әгәр әйтһә:
"Ҙур бүләгең нимә уларға"?
Ҙур бүләгем доғаларым аша,
Инһен тиеп улар ожмахҡа.
Фәниә Сыңғыҙова(Мөхәмәтшина)
"Атай - инәйеңдәр иҫән"-тиеп.
Бер минутҡа ҡабат күрер өсөн,
Ҡайтыр инем сабып - югереп.
Һөйләр инем барлыҡ шатлығымды,
Һөйөр инем үбеп биттәренән.
Йөрөр инем ялан тәпәй баҫып,
Бала саҡтың яҡты эҙҙәренән.
Тик булмай шул ....
Мәңгелеккә инде,
Улар йылдар аша йырағая.
Төштәремдә генә инәй һөйә,
Атай миңә ҡарап йылмая.
Берәү килеп миңә әгәр әйтһә:
"Ҙур бүләгең нимә уларға"?
Ҙур бүләгем доғаларым аша,
Инһен тиеп улар ожмахҡа.
Фәниә Сыңғыҙова(Мөхәмәтшина)
❤3
Бөгөн беренсегә мәктәпкә барыусыларҙың араһында әртис балалары ла күп икән. Кемдәрҙе танынығыҙ?
❤9💘2👎1
Йәйҙең йәмле мәлдәрен һағына башламанығыҙмы әле?☘
Уңышлы көндәр!
Фото: Елена Перминова.
❤10
📌 "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосының мәғәнәләре тураһында ғалим Зәкирйән Әминевтың "Киске Өфө" гәзитендә баҫылған интервьюһын ҡуйғас, ҡайһы берҙәр бик аңлап етмәнек тигәйне.
Шуға ғалимдың "Ватандаш" журналында рус телендә баҫыла башлаған мәҡәләһен тәҡдим итәбеҙ.
Мәҡәләне ошо һылтанма буйынса үтеп уҡығыҙ. Дауамы буласаҡ. https://vatandash.ru/articles/filosofiya-/2025-08-26/o-chem-povestvuet-epos-ural-batyr-4361742
Шуға ғалимдың "Ватандаш" журналында рус телендә баҫыла башлаған мәҡәләһен тәҡдим итәбеҙ.
"Урал батыр" эпосында нимәләр тураһында һүҙ бара?
Мәҡәләне ошо һылтанма буйынса үтеп уҡығыҙ. Дауамы буласаҡ. https://vatandash.ru/articles/filosofiya-/2025-08-26/o-chem-povestvuet-epos-ural-batyr-4361742
❤10