Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
678 subscribers
2.83K photos
1.53K videos
1 file
262 links
Download Telegram
Берәү килеп миңә әгәр әйтһә,
"Атай - инәйеңдәр иҫән"-тиеп.
Бер минутҡа ҡабат күрер өсөн,
Ҡайтыр инем сабып - югереп.
Һөйләр инем барлыҡ шатлығымды,
Һөйөр инем үбеп биттәренән.
Йөрөр инем ялан тәпәй баҫып,
Бала саҡтың яҡты эҙҙәренән.
Тик булмай шул ....
Мәңгелеккә инде,
Улар йылдар аша йырағая.
Төштәремдә генә инәй һөйә,
Атай миңә ҡарап йылмая.
Берәү килеп миңә әгәр әйтһә:
"Ҙур бүләгең нимә уларға"?
Ҙур бүләгем доғаларым аша,
Инһен тиеп улар ожмахҡа.
Фәниә Сыңғыҙова(Мөхәмәтшина)
3
Бөгөн беренсегә мәктәпкә барыусыларҙың араһында әртис балалары ла күп икән. Кемдәрҙе танынығыҙ?
9💘2👎1
Йәйҙең йәмле мәлдәрен һағына башламанығыҙмы әле?


Уңышлы көндәр!

Фото: Елена Перминова.
10
📌 "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосының мәғәнәләре тураһында ғалим Зәкирйән Әминевтың "Киске Өфө" гәзитендә баҫылған интервьюһын ҡуйғас, ҡайһы берҙәр бик аңлап етмәнек тигәйне.

Шуға ғалимдың "Ватандаш" журналында рус телендә баҫыла башлаған мәҡәләһен тәҡдим итәбеҙ.
"Урал батыр" эпосында нимәләр тураһында һүҙ бара?


Мәҡәләне ошо һылтанма буйынса үтеп уҡығыҙ. Дауамы буласаҡ. https://vatandash.ru/articles/filosofiya-/2025-08-26/o-chem-povestvuet-epos-ural-batyr-4361742
10
Башҡорттар Пекинда башҡорт мәҙәниәтен күрһәтә!

Арыҫлан Оморҙаҡов видеоһы.
16👏2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Алиса Жумағәлиеваның яңы йыры. Зумерҙар белмәй, әммә өлкәнерәктәр хәтерләй Сәғиҙулланың был йырын, эйеме?
🔥126
Хәйерле көн!
Был ғүмер юлын Ҡояш кеүек яҡты нур ҡалдырып үтергә булһын!
7
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌Бөгөн сәсәниә, фольклорсы, Башҡортостан Республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Асия Солтан ҡыҙы Ғәйнуллина үҙенең күркәм ғүмер байрамын билдәләй. Ҡотлайбыҙ!

Ул 1955 йылдың 3 сентябрендә Хәйбулла районының Бәләкәй Арыҫланғол ауылында тыуған. Оҙаҡ йылдар Сибай ҡалаһында эшләй һәм йәшәй.

Асия Солтан ҡыҙын беҙ тәүгеләрҙән булып башҡорт милли кейемдәрен тергеҙеүсе, халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадына иғтибарҙы һәм сәсәнлек мәктәбен үҫтереүгә тос өлөш индереүсе тип беләбеҙ.

2017 йылда күп йыллыҡ уңышлы хеҙмәте өсөн ул «Традицион халыҡ мәҙәниәте» номинацияһында Рәсәй Федерацияһының «Рәсәй күңеле» премияһына лайыҡ булды.

📽Видео: Асия Ғәйнуллина һөйләүендә "Аҡһаҡ ҡола" башҡорт халыҡ эпосының бер вариантын тыңларға тәҡдим итәбеҙ.
10