Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
676 subscribers
2.84K photos
1.53K videos
1 file
263 links
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 Дағстан тауҙарында башҡорт бейеүен башҡарғандар

"Аманат" халыҡ бейеүҙәре халыҡ ансамбле Дағстан Республикаһына сәйәхәте барышында Гоор ауылын күрергә барғанда тау башын бер итеп бейеп төшкән.

Әйткәндәй, был коллектив Ҡытай урамдары буйлап та гөрләтеп үткәйне.
🔥93🙏1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бәхил бул, батыр! 💔

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Башҡортостан" Дәүләт концерт залына ҡаһарман яҡташыбыҙ Илдар Суфияровты һуңғы юлға оҙатырға килде. Ул "Башҡортостан" мотоуҡсылар полкының Даян Мурзин исемендәге батальон взводы командирының табутына сәскәләр һалды.

Республика етәксеһе батыр хөрмәтенә бер минутлыҡ тынлыҡтан һуң, яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты. Хушлашыу тантанаһы тамамланғас, яугирҙы Өфө ҡалаһының Көньяҡ зыяратына ерләйҙәр.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, өлкән лейтенант Илдар Суфияров 2024 йылдың апрелендә Шәкирйән Мөхәмәтйәнов һәм Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин ҡаһарманлығын ҡабатлап, Махсус хәрби операция зонаһында батырҙарса һәләк булды. Рәсәй Геройы исеме уға үлгәндән һуң бирелде.
🙏6🔥3🫡31👎1🕊1💔1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Миндек бәйләнегеҙме?🌿

Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә уны «миңлек», «минлек», «япраҡ» та тиҙәр.



Элек ҡышҡылыҡҡа миндек әҙерләр ваҡытты йүкә ағасының сәскә атыуына ҡарап билдәләгәндәр: ҡайын, имән, йүкә ағастарын алырға була.

🍃Ҡайын миндек мускул һәм быуындар ауыртҡанда файҙалы. Тән тиреһен дауалай, тын юлын киңәйтә, үпкәне таҙарта, кәйефте күтәрә.

🍃Имән миндек тән тиреһе артыҡ майлы, аяҡтар тирләп йонсотҡанда кәрәк. Ул ҡан баҫымын төшөрә, стрестан арынырға ярҙам итә.

🍃Йүкә миндек баш ауыртыуын баҫа, бәүел юлдарын дауалай, тынысландыра, һалҡын тейгәндә файҙалы.

🍃Ылыҫлы миндек (пихта, ҡарағас һ.б.) ҡан әйләнешен яҡшырта, һауаны таҙарта, респиратор ауырыуҙарына ҡаршы тора. Уны шулай уҡ радикулит, умыртҡа ауыртҡанда ҡулланалар.

🍃Миләш миндеге энергия бирә. Тик айына 1 тапҡыр ғына, уныһында ла көндөң беренсе яртыһында сабынырға кәңәш ителә.
Мунсала сабынырға яратыусылар төрлө шифалы үләндәрҙе лә ҡушып бәйләй.


Видео: Ғилман Дәүләткилдин.
10
📌Дрондарға ҡаршы система яҡшы эшләй

Бөгөн Украина ҡораллы көстәренең Башҡортостандың сәнәғәт предприятиеларына сираттағы һөжүме кисектерелде – “Газпром нефтихим Салауат”ҡа йүнәлтелгән ике пилотһыҙ осоу аппараты бәреп төшөрөлдө.

Дрондарға ҡаршы система ваҡытында һәм теүәл эшләгән. Иң мөһиме, граждандарҙан береһе лә зыян күрмәгән, объекттарға ла ҡаты теймәгән.

💯Был система предприятиеларҙа актив һәм пассив һаҡлау сараларынан тора:
мөһим объекттар тирәләй махсус һаҡлау ҡоролмалары;
Рәсәй оборона министрлығы менән берлектә эшләнгән һауа хәүефе тураһында хәбәр итеү механизмы;
урындарҙа дрондарҙы юҡ итеүсе махсус командалар эшләй.

💥Әйткәндәй, ваҡ пилотһыҙ осоу аппараттарына ҡаршы көрәшеү еңел түгел, бының өсөн мәргәнлек кәрәк. Әммә беҙҙең подразделениелар үҙ эшен яҡшы башҡара.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров барыһын да шәхси контролгә алған.



Дошмандар илебеҙ тылына мәкерле һөжүм итеп, халыҡты ҡурҡытырға һәм ғауға ҡуптарырға маташыуы көн кеүек асыҡ. Бындай мәлдә тыныслыҡ һаҡлау мөһим.
7👍3
🌸Зауыҡлы һауыт-һаба...
ҡәҙерләп тотонған сервиз һәр хужабикәлә барҙыр.


Хөрмәтле ҡунаҡтар йыйылғанда өҫтәлгә сығарып ҡуйып, кире йыйналғандары ла, бүләк итеүселәрҙең күңел йылыһын һәм иҫтәлектәр һаҡлаусылары ла, көн дә күтәренке кәйеф биреп тороусылары ла, ә олпатыраҡ йәштәгеләрҙә хатта йортҡа ингән бер кешенең күҙен ҡыҙҙырып, ялтырап ултырғандары ла юҡ түгелдер.

Бөгөн һауыт-һабаның ниндәйе генә юҡ шул! Хатта пластмасса һәм ҡағыҙҙан да эшләп сығаралар. Шулай ҙа ваҡыт менән һыналғандарына - керамика һәм фарфорҙан яһалған әйберҙәргә бер ни етмәй, улар һәр саҡ модала.🔥

Шуға иғтибарығыҙҙы үҙебеҙҙең башҡорт һылыуы тәҡдим иткән зауыҡлы һауыт-һабаға йүнәлтмәксебеҙ.

Өҫтәлегеҙҙе йәмләр, бүләккә алһағыҙ – яҡынығыҙҙы һөйөндөрөр әйберҙәр бында тупланған.

Түбәндәге һылтанма буйынса ТГ-каналға үтеп ҡарарға мөмкин: t.me/nest4home
8
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Һәр бала үҙ туған телендә бишек йыры тыңлап үҫһен! 🥰

Был видеола Сабина Кучаева "Сәңгелдәк йыры"н башҡара.

Видео: интернеттан.
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
11👍4
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Изге йома мөбәрәк булһын!
Еңел эш һәм уҡыу көнө теләйбеҙ🥰
13💘1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌Бөгөн иртән Өфөнөң Шәфиев урамындағы 218-се балалар баҡсаһына мышы ҡунаҡҡа килгән.

Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан белдереүҙәренсә, октябрь аҙағына тиклем мышыларҙың кеше йәшәгән ергә, трассаға йышыраҡ сығыуы күҙәтелеүе ихтимал. Был уларҙың ҡарығыу осоро менән бәйле, тип хәбәр итә "Юлдаш" радиоһы.

Мышыға яҡын бармағыҙ һәм ҡыуырға тырышмағыҙ. Ашығыс телефон номерына шылтыратып, белгестәрҙе саҡырығыҙ.
👍53👀2
“Беҙ янығыҙҙа. Беҙ бергә. Беҙ рәхмәтлебеҙ”,

- тип яҙған сәхифәһендә Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты мөфтөйө Айнур Бирғәлин.

“САВАБ” мәрхәмәтлек фонды менән берлектә ойошма Махсус хәрби операцияла яугирҙарыбыҙ ғүмерен ҡотҡарыусыларға ярҙам күрһәткән – ялан госпитале табиптарына кәрәкле техника бүләк иткән.

Күп функциялы ҡорамал, монитор һәм кәрәкле техниканан торған комплектты МХО-ла һеҙмәт иткән медицина хеҙмәткәрҙәренең ҡатыны Рүнизә ханым мөрәжәғәтенән һуң йыйғандар.

“Был ябай техника ғына түгел, был беҙҙең иғтибар, хәстәрлек, рәхмәтебеҙ. Ихлас ышанам: һаҡлаусы, ҡотҡарыусы һәм хеҙмәт итеүселәр тураһында хәстәрлек күреү – ул имандың сағылышы”,

- ти Айнур хәҙрәт һәм иң изге теләктәрен еткергән.
6👍3👎1
📌 Урал батырға һәйкәл асылды!

Бөгөн Учалы ҡалаһында башҡорт халыҡ эпосы геройы Урал батырға арналған һәйкәл тантаналы рәүештә асылды.

Уның авторы - Фәнил Фәтҡулла улы Мөслимов.
👍76🔥4