- Бәхетлеһеңме? - тиҙәр,
- Утым да бар, ҡуҙым да.
Донъяларым гөрләп тора,
Улым да бар, ҡыҙым да...
- Бәхетлеһеңме? - тиҙәр,
- Көсөм дә бар, кәрем дә бар...
Ҡуша ғына олоғаябыҙ,
Йәнем тартҡан йәрем бар.
Яҡты ҡояш нурҙарында
Йылт-йылт килә еләндәр.
Яҡты киләсәккә ҡарай
Йылғыр елә ейәндәр...
Тимер ЙОСОПОВ,
Башҡортостандың халыҡ шағиры.
- Утым да бар, ҡуҙым да.
Донъяларым гөрләп тора,
Улым да бар, ҡыҙым да...
- Бәхетлеһеңме? - тиҙәр,
- Көсөм дә бар, кәрем дә бар...
Ҡуша ғына олоғаябыҙ,
Йәнем тартҡан йәрем бар.
Яҡты ҡояш нурҙарында
Йылт-йылт килә еләндәр.
Яҡты киләсәккә ҡарай
Йылғыр елә ейәндәр...
Тимер ЙОСОПОВ,
Башҡортостандың халыҡ шағиры.
❤9
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
❓Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров кемдең һәйкәле янында, кем белә?
❤6👌3💯3💩1
Сөмбөлә байрамы менән! ☀️
🌾Бөгөн Сөмбөлә - көҙгө көн менән төндөң тигеҙләшеүе һәм уңыш байрамы билдәләнә. Был байрам 22-25 сентябрь көндәренә тура килә.
🌾"Сөнбөлә" тигән һүҙ ғәрәп теленән "башаҡ" тип тәржемә ителә, "сөмбөлә" тип уҡыла икән.
✅ Хәҙерге ваҡытта башҡорттарҙа һәм күп халыҡтарҙа көҙгө көн менән төндөң тигеҙләшеүе фольклор байрамы булараҡ ҡына ҡалған.
Ә бына Японияла Хиган тип атала һәм милли байрам булып тора.

❤7👍1🎉1
📌 Башҡортостан Яҙыусылар союзы бинаһы 1909 йылда төҙөлгән, Поликарповтар йорто булған. 1982 йылдан унда ижади ойошма урынлашҡан.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса тарихи бинаның реконструкцияһы быйыл тамамланды.
❓Бөгөн унда ниҙәр бар - БР Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов менән бергә Вәлитов-TV экскурсия яһаған.

Telegram
Валитов TV
Друзья, более 40 лет назад Мидхат Шакиров своим указом подарил собственный угол Союзу писателей Республики Башкортостан. В последующем, на протяжении более четырех десятков лет здание находилось в своем первоначальном виде.
Благодаря решению Главы Башкортостана…
Благодаря решению Главы Башкортостана…
❤6👍3👏1
📌 Видео менән эшләүселәр өсөн һөйөнөслө хәбәр: Мовавика ватан видеоредакторы хәҙер башҡорт телен дә белә!
Рәсәйҙең "Мовавика Видео" видеоредакторы автомат рәүештә субтитрҙар яһау функцияһын яһалма интеллект ярҙамында янырткан. Шуға хәҙер программа башҡорт, татар, урыҫ, белорус һәм тағы ла 80-дән ашыу телде аңлай. Уның ярҙамында видеолағы тауышты текстҡа әйләндереп, автомат рәүештә субтитрҙар эшләргә мөмкин.
Хәҙер башҡортса видеолағы һәр һүҙҙе тыңлап, текст йыйып ултырырға кәрәкмәй. Әҙер субтитрҙы кәрәк саҡта төҙәтергә була.

Был эште күпкә еңеләйтә.
Хәҙер башҡортса видеолағы һәр һүҙҙе тыңлап, текст йыйып ултырырға кәрәкмәй. Әҙер субтитрҙы кәрәк саҡта төҙәтергә була.
❤7🔥2🥰2👍1
📌 Баш ҡалала яңы мурал - бинаға төшөрөлгән һүрәт эшләп яталар, ти. Был турала ufa_tyt ТГ-каналында хәбәр иткәндәр.
📍 Уны Октябрь проспекты, 16/2 адресы буйынса урынлашҡан бинаға төшөрәләр.
Сәй яһап торған башҡорт ҡыҙы һынландырылыуы асыҡ күренә 🔥
Фото: ufa_tyt

Беҙ ҙә төшкө сәйҙәрегеҙ тәмле булһын, тип теләйбеҙ! 🥰
Фото: ufa_tyt
❤9🥰2👍1🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌Кисә Башҡортостандың йәш яҡташтар берлеге баш ҡалала төрлө райондарҙан килеп белем алған йәштәр араһында “Көҙгө квест” ойошторған.
🏆Һөҙөмтәлә урындар шулай билдәләнгән:
🥇1 урын – “Ыста” командаһы, ул Мәсетле, Дыуан, Архангел, Баймаҡ районы йәштәрен берләштергән.
🥈2 урын – “Аҡбуҙат” командаһы, Бөрйән районы йәштәре.
🥉3 урын – “Әбйәлил йондоҙҙары” командаһы.
Сара аҙағында барыһы ла тәмле туңдырма менән һыйланған.
Видео: Бөрйән районы йәштәренең “Аҡбуҙат” командаһы
Йәштәр командаларға бүленеп, төрлө заданиелар үтәгән, уйнаған һәм ваҡыттарын бик күңелле үткәргән.
🏆Һөҙөмтәлә урындар шулай билдәләнгән:
🥇1 урын – “Ыста” командаһы, ул Мәсетле, Дыуан, Архангел, Баймаҡ районы йәштәрен берләштергән.
🥈2 урын – “Аҡбуҙат” командаһы, Бөрйән районы йәштәре.
🥉3 урын – “Әбйәлил йондоҙҙары” командаһы.
Сара аҙағында барыһы ла тәмле туңдырма менән һыйланған.
Видео: Бөрйән районы йәштәренең “Аҡбуҙат” командаһы
❤5🔥4🥰3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Татлы телле ҡыҙыҡай һүрәтте шәп төшөрә, шулай бит? 🥰
Видео: Азамат Мөхәмәтйәнов.
Видео: Азамат Мөхәмәтйәнов.
❤14👏3
Хәйерле көн! ☀️
Бөгөн бына шундай бик матур фото табып алдыҡ интернет селтәренән. Әсәй ҡанаты аҫтында кемгә лә шулай рәхәт инде ул 🥰
Фото: Әлфиә Хамматова.

Яҡындарығыҙҙың ҡәҙерен белегеҙ😇
Фото: Әлфиә Хамматова.
🔥4❤3🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Әбйәлилдәр бына шулай кәбән ҡоя икән. Быйыл ямғырлы йыл булғас, бесән етерлектер һәр ерҙә.
Әбйәлил яғында хәҙер йылҡы үрсетергә өҫтөнлөк бирә башлағандар, ти. Һыйыр ағын Магнитогорск, Белорет ҡалаларына алып барып һаталар икән.
❓Ә һеҙҙең яҡтарҙа малды күп тоталармы? Бесәнде күп әҙерләйһегеҙме? Яҙығыҙ!
Видео: Лилиә Ханова.
Ауыл хәбәрҙәре менән бүлешеп алайыҡ әле.
Әбйәлил яғында хәҙер йылҡы үрсетергә өҫтөнлөк бирә башлағандар, ти. Һыйыр ағын Магнитогорск, Белорет ҡалаларына алып барып һаталар икән.
❓Ә һеҙҙең яҡтарҙа малды күп тоталармы? Бесәнде күп әҙерләйһегеҙме? Яҙығыҙ!
Видео: Лилиә Ханова.
❤10🔥2
📌Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында яңы мемориал ҡуйыла.
Яңы объект "Төньяҡ-көнсығыш" биҫтәһе паркында урынлашасаҡ. Әле унда хәрби техника ултыртылған, тиҙҙән Махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған район яугирҙарына арналған мемориал эшләнә һәм аллея ултыртыла.
✅ Был мөһим урын 10 октябрҙә - Республика көнө һәм Хәйбулла районының 95 йыллығына арналған байрам сиктәрендә асыласаҡ, тип хәбәр итәләр район хакимиәтенән.

❤9🔥3👍1👎1🥰1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт һылыуҙары 🔥
Видео: Шәүрә Әбделкәримова.
Видео: Шәүрә Әбделкәримова.
❤9🔥4
📌Ҡыҙыл Китапҡа индерелгән торнаны аяныс хәлдә тапҡандар.
Ошо көндәрҙә генә Башҡортостанда торналар һанайҙар, тип бик матур яңылыҡ менән уртаҡлашҡайыҡ.
❗Бөгөн бына шундай күңелһеҙ хәбәр килде: Иглин районы Асҡаныш ауылында бер ҡатын ихата алдында хәлһеҙләнгән һоро торнаны тапҡан. Ҡоштоң суҡышына автомобиль тығыҙлағысы кейҙерелгән булған.
Шунда уҡ "Пин и Пуф" ҡырағай хайуандарҙы реабилитациялау үҙәгенә хәбәр итеп, торнаны белгестәр ҡулына тапшырғандар. Әммә ҡотҡара алмағандар. Уны хәҙер Башҡорт аграр университетына тапшырасаҡтар.

Һоро торна Рәсәйҙең бик күп төбәктәрендә Ҡыҙыл Китапҡа индерелгән, шул иҫәптән Башҡортостанда ла.
😭7❤2🤯1😱1
📌 27 сентябрҙә сәғәт иртәнге 11-ҙә М. Ғафуриҙың йорт-музейында башҡорт халыҡ милли кейемдәрен һәм биҙәүестәрен тегеү буйынса Зәлиә Ишморатова оҫталыҡ дәресе үткәрә.
Үҙең менән энә, инглиз булавкалары, ҡайсы, линейка, 30х40 үлсәмендәге картон алып килергә кәрәк.
📍 Адресы: Өфө ҡалаһы, Гоголь урамы, 28/1.
☎️Белешмәләр өсөн телефон: +7(347) 272-65-65, +7 965 656-15-65
💰Хаҡы: 500 һум.
Оҫтабикә уҡа иҙеү эшләү серҙәре менән бүлешмәксе.

❤7🔥2👍1