Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
675 subscribers
2.84K photos
1.54K videos
1 file
263 links
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Әбйәлилдәр бына шулай кәбән ҡоя икән. Быйыл ямғырлы йыл булғас, бесән етерлектер һәр ерҙә.

Ауыл хәбәрҙәре менән бүлешеп алайыҡ әле.

Әбйәлил яғында хәҙер йылҡы үрсетергә өҫтөнлөк бирә башлағандар, ти. Һыйыр ағын Магнитогорск, Белорет ҡалаларына алып барып һаталар икән.

Ә һеҙҙең яҡтарҙа малды күп тоталармы? Бесәнде күп әҙерләйһегеҙме? Яҙығыҙ!

Видео: Лилиә Ханова.
10🔥2
📌Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында яңы мемориал ҡуйыла.

Яңы объект "Төньяҡ-көнсығыш" биҫтәһе паркында урынлашасаҡ. Әле унда хәрби техника ултыртылған, тиҙҙән Махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған район яугирҙарына арналған мемориал эшләнә һәм аллея ултыртыла.

Был мөһим урын 10 октябрҙә - Республика көнө һәм Хәйбулла районының 95 йыллығына арналған байрам сиктәрендә асыласаҡ, тип хәбәр итәләр район хакимиәтенән.
9🔥3👍1👎1🥰1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт һылыуҙары 🔥

Видео: Шәүрә Әбделкәримова.
9🔥4
📌Ҡыҙыл Китапҡа индерелгән торнаны аяныс хәлдә тапҡандар.

Ошо көндәрҙә генә Башҡортостанда торналар һанайҙар, тип бик матур яңылыҡ менән уртаҡлашҡайыҡ.

Бөгөн бына шундай күңелһеҙ хәбәр килде: Иглин районы Асҡаныш ауылында бер ҡатын ихата алдында хәлһеҙләнгән һоро торнаны тапҡан. Ҡоштоң суҡышына автомобиль тығыҙлағысы кейҙерелгән булған.

Шунда уҡ "Пин и Пуф" ҡырағай хайуандарҙы реабилитациялау үҙәгенә хәбәр итеп, торнаны белгестәр ҡулына тапшырғандар. Әммә ҡотҡара алмағандар. Уны хәҙер Башҡорт аграр университетына тапшырасаҡтар.

Һоро торна Рәсәйҙең бик күп төбәктәрендә Ҡыҙыл Китапҡа индерелгән, шул иҫәптән Башҡортостанда ла.
😭72🤯1😱1
📌 27 сентябрҙә сәғәт иртәнге 11-ҙә М. Ғафуриҙың йорт-музейында башҡорт халыҡ милли кейемдәрен һәм биҙәүестәрен тегеү буйынса Зәлиә Ишморатова оҫталыҡ дәресе үткәрә.

Оҫтабикә уҡа иҙеү эшләү серҙәре менән бүлешмәксе.


Үҙең менән энә, инглиз булавкалары, ҡайсы, линейка, 30х40 үлсәмендәге картон алып килергә кәрәк.

📍 Адресы: Өфө ҡалаһы, Гоголь урамы, 28/1.
☎️Белешмәләр өсөн телефон: +7(347) 272-65-65, +7 965 656-15-65
💰Хаҡы: 500 һум.
7🔥2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Донъя чемпионын аэропорттан ҡаршы алғандар.

Беларусь Республикаһында үткән кикбоксинг буйынса WKF Донъя кубогында Рәсәй йыйылма командаһы составында ҡатнашыусы Башҡортостан спортсылары еңеү яулаған.

📍 Улар икеһе лә Өфө ҡалаһынан:
🥈Айгиз Шәймөхәмәтов - көмөш миҙалға,
🥇Валерий Евграфов - алтын миҙалға лайыҡ булған.

Айгиз сығышы менән Әлшәй районы егете, ул 11 тапҡыр Башҡортостан чемпионы, 3 тапҡыр Рәсәй чемпионы, Рәсәйҙең спорт мастеры.
Евгений - 5 тапҡыр Рәсәй чемпионы, Рәсәй спорт мастеры, хәҙер Донъя кубогына эйә спортсы.

Ҡотлайбыҙ, ғорурланабыҙ! 🔥
14🔥4👍2
Айға үрләп, нурҙа уйнап,
Күкрәгемде нурланым.
— Ит ғәфү әй, ай, тинем мин,
Нурҙарыңды урланым.

— Һис зарар юҡ, ал, тине ай,
Ал да сәс нур халҡыңа;
Мин дә бит төн хаҡына
Алдым ҡояштың нурҙарын.

Шәйехзада БАБИЧ.

Фото: Людмила Камнева.
9🔥2❤‍🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Һүҙҙәр бында артыҡ🔥🔥🔥
8❤‍🔥3🔥3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Тирмәнең уң яғына, шаршау артына күҙ һалһаҡ🧡
🔥83
📌 Өфөлә хәрбиҙәр менән эшләүсе психологтар белемдәрен камиллаштыра.

Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте министрлығы "Һуғыш травмаһы һәм травманан һуң стреслы төшөнкөлөк" программаһын булдырған. 23-27 сентябрҙә республиканың төрлө ужреждениеларынан уҡырға йыйылғандар.

Дәрестәрҙе федераль белгестәр, хәрби психологтар Татьяна Белкина һәм Юлия Дорожинская үткәрә.

📍 Әйтергә кәрәк, Республика йәштәр психологик үҙәге күптән киң ярҙам күрһәтә.

Ундағы белгестәр 2 меңдән ашыу шәхси консультация һәм 600 күмәк сара үткәргән.
7000-дән ашыу яугир һәм уларҙың яҡындары психологик ярҙам алған.
6👍1🔥1
📌 Салауат Юлаев һәйкәлен һүтеп ала башлайҙар.

🔹Ошо көндәрҙә һәйкәлде реставрациялау өсөн әҙерлек эштәренең бер өлөшө - һәйкәл урынлашҡан майҙанды кәртәләп алыу, баҫмалар ҡуйыу, тикшереү, төҙөүселәр ҡаласығы эшләү, ауыр техника үтерлек юл һалыу тамамланған.

📍 Хәҙер һәйкәлде һүтеп алыу эштәренә тотоналар, был октябрь аҙағына тиклем атҡарылырға тейеш.

- Һәйкәл өлөшләп һүтеләсәк: тәүҙә барлыҡ эленмәле элементтар - ҡылыс, ҡамсы һ.б. алына. Шунан һыбайлы фигураһы, урта өлөшө һүтелә. Иң аҙаҡта, тарихи фотоларҙа күрһәтелгән кеүек, аҫҡы өлөшөн беренғай һүтеп алабыҙ,

- ти рәссам-реставратор Михаил Татарников.

🔹Һәйкәл эргәһенә кран ҡуйыласаҡ һәм белгестәр барлыҡ эштәрҙе айырыуса һаҡлыҡ менән атҡарасаҡтар. Реставрация эштәре Өфөләге махсус цехта башҡарыла.

🔹Рәсәй сәнғәт академияһы фонды академигы, Рәсәйҙең атҡаҙанған архитекторы Александр Мирианашвили әйтеүенсә, белгестәр 9 метрлыҡ шурф ҡаҙып, ҡоролманың төбөнә тиклем төшөп тикшергән.
- Бетон һәм тупраҡ ниндәй хәлдә булыуын ҡараныҡ. Бик яҡшы. Нигеҙ ике өлөштән тора, аҫҡы яғы ер аҫтына төшөп китә, ә өҫкө яғы таш менән көпләнгән. Өҫкө өлөшөн яңынан ҡойорға тура килер ул,

- ти архитектор.

🔰Әйткәндәй, Салауат Юлаев һәйкәленең нигеҙе тирәһендә әле ҡаҙыныу эштәре бара - бында археологтар эшләй. Сөнки һәйкәл икенсе федераль кимәлдә әһәмиәтле объект - Өфө-IV ҡаласығы өҫтөндә урынлашҡан.

🔹Ғалимдар әйтеүенсә, был ерҙә боронғо кешеләрҙең торлаҡ йорттары булған. Иртә тимер быуат, урта быуат һәм һуңыраҡ дәүерҙәргә ҡараған әйберҙәр табылған.

Археолог, тарих фәндәре кандидаты, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ хеҙмәткәре Николай Щербаков киләһе йылдың авгусына тиклем археологик күҙәтеү алып барасаҡбыҙ, ти. Әле ул студенттар менән ҡаҙыныу эштәрен атҡара.


📍Федераль кимәлдә әһәмиәтле ҡомартҡы - Салауат Юлаев һәйкәле төҙөкләндерелеп, 2027 йылдың көҙөнә кире үҙ урынына ҡайтарыласаҡ!
8💔21👍1🔥1
🍁Ямғырлы көҙгө көндә Башҡортостандың Иглин районы Сыуаш-Ҡыбау ауылы тирә-яғына күҙ һалығыҙ. Көҙгө урмандың ниндәй генә төҫө юҡ!
Хатта бер нисә генә ағас ултырып ҡалған "утрауҙар" ҙа балҡып ултыра, шулай бит?

Фото: Геннадий Бердников
11