Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
675 subscribers
2.84K photos
1.54K videos
1 file
263 links
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Донъя чемпионын аэропорттан ҡаршы алғандар.

Беларусь Республикаһында үткән кикбоксинг буйынса WKF Донъя кубогында Рәсәй йыйылма командаһы составында ҡатнашыусы Башҡортостан спортсылары еңеү яулаған.

📍 Улар икеһе лә Өфө ҡалаһынан:
🥈Айгиз Шәймөхәмәтов - көмөш миҙалға,
🥇Валерий Евграфов - алтын миҙалға лайыҡ булған.

Айгиз сығышы менән Әлшәй районы егете, ул 11 тапҡыр Башҡортостан чемпионы, 3 тапҡыр Рәсәй чемпионы, Рәсәйҙең спорт мастеры.
Евгений - 5 тапҡыр Рәсәй чемпионы, Рәсәй спорт мастеры, хәҙер Донъя кубогына эйә спортсы.

Ҡотлайбыҙ, ғорурланабыҙ! 🔥
14🔥4👍2
Айға үрләп, нурҙа уйнап,
Күкрәгемде нурланым.
— Ит ғәфү әй, ай, тинем мин,
Нурҙарыңды урланым.

— Һис зарар юҡ, ал, тине ай,
Ал да сәс нур халҡыңа;
Мин дә бит төн хаҡына
Алдым ҡояштың нурҙарын.

Шәйехзада БАБИЧ.

Фото: Людмила Камнева.
9🔥2❤‍🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Һүҙҙәр бында артыҡ🔥🔥🔥
8❤‍🔥3🔥3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Тирмәнең уң яғына, шаршау артына күҙ һалһаҡ🧡
🔥83
📌 Өфөлә хәрбиҙәр менән эшләүсе психологтар белемдәрен камиллаштыра.

Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте министрлығы "Һуғыш травмаһы һәм травманан һуң стреслы төшөнкөлөк" программаһын булдырған. 23-27 сентябрҙә республиканың төрлө ужреждениеларынан уҡырға йыйылғандар.

Дәрестәрҙе федераль белгестәр, хәрби психологтар Татьяна Белкина һәм Юлия Дорожинская үткәрә.

📍 Әйтергә кәрәк, Республика йәштәр психологик үҙәге күптән киң ярҙам күрһәтә.

Ундағы белгестәр 2 меңдән ашыу шәхси консультация һәм 600 күмәк сара үткәргән.
7000-дән ашыу яугир һәм уларҙың яҡындары психологик ярҙам алған.
6👍1🔥1
📌 Салауат Юлаев һәйкәлен һүтеп ала башлайҙар.

🔹Ошо көндәрҙә һәйкәлде реставрациялау өсөн әҙерлек эштәренең бер өлөшө - һәйкәл урынлашҡан майҙанды кәртәләп алыу, баҫмалар ҡуйыу, тикшереү, төҙөүселәр ҡаласығы эшләү, ауыр техника үтерлек юл һалыу тамамланған.

📍 Хәҙер һәйкәлде һүтеп алыу эштәренә тотоналар, был октябрь аҙағына тиклем атҡарылырға тейеш.

- Һәйкәл өлөшләп һүтеләсәк: тәүҙә барлыҡ эленмәле элементтар - ҡылыс, ҡамсы һ.б. алына. Шунан һыбайлы фигураһы, урта өлөшө һүтелә. Иң аҙаҡта, тарихи фотоларҙа күрһәтелгән кеүек, аҫҡы өлөшөн беренғай һүтеп алабыҙ,

- ти рәссам-реставратор Михаил Татарников.

🔹Һәйкәл эргәһенә кран ҡуйыласаҡ һәм белгестәр барлыҡ эштәрҙе айырыуса һаҡлыҡ менән атҡарасаҡтар. Реставрация эштәре Өфөләге махсус цехта башҡарыла.

🔹Рәсәй сәнғәт академияһы фонды академигы, Рәсәйҙең атҡаҙанған архитекторы Александр Мирианашвили әйтеүенсә, белгестәр 9 метрлыҡ шурф ҡаҙып, ҡоролманың төбөнә тиклем төшөп тикшергән.
- Бетон һәм тупраҡ ниндәй хәлдә булыуын ҡараныҡ. Бик яҡшы. Нигеҙ ике өлөштән тора, аҫҡы яғы ер аҫтына төшөп китә, ә өҫкө яғы таш менән көпләнгән. Өҫкө өлөшөн яңынан ҡойорға тура килер ул,

- ти архитектор.

🔰Әйткәндәй, Салауат Юлаев һәйкәленең нигеҙе тирәһендә әле ҡаҙыныу эштәре бара - бында археологтар эшләй. Сөнки һәйкәл икенсе федераль кимәлдә әһәмиәтле объект - Өфө-IV ҡаласығы өҫтөндә урынлашҡан.

🔹Ғалимдар әйтеүенсә, был ерҙә боронғо кешеләрҙең торлаҡ йорттары булған. Иртә тимер быуат, урта быуат һәм һуңыраҡ дәүерҙәргә ҡараған әйберҙәр табылған.

Археолог, тарих фәндәре кандидаты, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ хеҙмәткәре Николай Щербаков киләһе йылдың авгусына тиклем археологик күҙәтеү алып барасаҡбыҙ, ти. Әле ул студенттар менән ҡаҙыныу эштәрен атҡара.


📍Федераль кимәлдә әһәмиәтле ҡомартҡы - Салауат Юлаев һәйкәле төҙөкләндерелеп, 2027 йылдың көҙөнә кире үҙ урынына ҡайтарыласаҡ!
8💔21👍1🔥1
🍁Ямғырлы көҙгө көндә Башҡортостандың Иглин районы Сыуаш-Ҡыбау ауылы тирә-яғына күҙ һалығыҙ. Көҙгө урмандың ниндәй генә төҫө юҡ!
Хатта бер нисә генә ағас ултырып ҡалған "утрауҙар" ҙа балҡып ултыра, шулай бит?

Фото: Геннадий Бердников
11
📌Яратып тыңлаған "Юлдаш" радиоһын 25 йыллыҡ юбилейы менән ҡотлайбыҙ!

Башҡорт телендә һөйләгән радиобыҙ 2000 йылдың 25 сентябрендә ойошторолған. Ул FM йышлығына тәүлек әйләнәһенә эшләй. Хәҙерге көндә интернет ярҙамында Ер шарының бар өлөшөндә лә тыңлап була.

📍 "Юлдаш" радиоһы коллективын һәм ветерандарын ошо күркәм байрам айҡанлы Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡотлаған:
"Сирек быуат эсендә "Юлдаш" объектив һәм оператив мәғлүмәт каналына әүерелде, республика медиа киңлегендә, уның йәмәғәт тормошонда лайыҡлы урын алды.
Көндәлек тура эфирҙарығыҙ, дөрөҫ яңылыҡтарығыҙ, фәһемле тапшырыуҙарығыҙ, тыңлаусыларығыҙ менән ихлас аралашыуығыҙ менән һеҙ туған телебеҙҙең сафлығын һаҡлауға, күп милләтле мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереүгә, илһөйәрлек тойғоһон нығытыуға үҙ өлөшөгөҙҙө индерәһегеҙ",

- тиелгән ҡотлау адресында.

🎉Беҙ ҙә был ҡотлау һүҙҙәренә ҡушылабыҙ һәм алһыҙ-ялһыҙ башҡорт телен, мәҙәниәтен, сәнғәтен һәм журналистикаһын төрлө яҡлап үҫтереүгә көс һалған, фиҙаҡәр хеҙмәт иткән юлдаштарға яңы ижади үрҙәр, матур хәбәрҙәр, моңло йырҙар, рәхмәтле тыңлаусылар, именлек һәм бәхет теләйбеҙ!💚

📍 Әйткәндәй, "Юлдаш" радиоһының юбилей сараһы бөгөн "Өфө-Арена" боҙ һарайында үтә. Кем бара?
14👏2👍1🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Матур йәштәребеҙҙән матур йыр 😍

Видео: Сыңғыҙ Ғәлимов.
13👏4🔥2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌Башҡортостан юлдаш телевидениеһының "Башҡорттар" тапшырыуының сираттағы сығарылышында халҡыбыҙҙы бар донъяға танытҡан "AY YOLA" төркөмө йырҙарының һүҙҙәре авторы Диана Килдина менән әңгәмәне тыңлағыҙ.

Видео: "Башкорттар-БСТ" төркөмөнән.
9👍1🔥1
ҠОМАРТҠЫ
 
Өләсәй теккән камзулдың
Сит-ситтәре тәңкәле.
Баҫам инде сылтыратып,
Бейеп кенә китмәле.
 
Күҙ теймәһен тигән булып
Ҡусҡар менән биҙәгән.
Донъяның бар гүзәллеген
Һыйҙырғанын һиҙмәгән, -
 
Сылтырап тора тәңкәләр
Шау-шау ҡына көмөштән.
Өләсәйем теләгәндер:
«Мәхрүм булма өлөштән!»
 
Аҡыҡ, яҡут, мәрйендәрҙе
Теҙгән генә самалап.
Самала тора донъяның
Мәғәнәһе, тип, балам.
 
Төҫөн дә бит һайлай белгән,
Күҙ иркәләр бер серен,
Һыйһын донъя эстәренә
Тигәндер ейәнсәрен.
 
Өләсәйем йыбанмаған,
Теккәндер төн ултырып.
Шатлыҡ нурын, изгелектәр
Сиккәндер һырып-һырып.
 
Бәләкәй саҡта кейелгән
Күлдәктәр күптән туҙған.
Тик әсәм ошо камзулды
Ҡәҙерләп һалып ҡуйған.
 
Яҡтырыр инеме йөҙөм
Шул кейемдән был сама?
Ҡыҙым булһа, кейер тиеп
Ҡулдарым һыйпай ҙаһа, -
 
Өмөт теккән өләсәйем,
әйтер һүҙен ҡалдырған,
әйтер һүҙен әйтәйем, тип,
Беләккәйен талдырған, -
 
Өләсәйем теккән камзул –
Сит-ситтәре тәңкәле.
Сыңы ҡолаҡта сыңлаһын,
әйтер һүҙең әйт әле?

Гөлназ ҠОТОЕВА.

📸Фотола: филология фәндәре докторы, Әбйәлил районы Ҡусҡар ауылы ҡыҙы Сәриә Фазулла ҡыҙы Миржанова.
8🔥1😍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Өфөлә «Ҡурсаҡ-фест» Беренсе Халыҡ-ара ҡурсаҡ театрҙары фестивале башланды.

Сара Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең ҡурсаҡ театрҙарын берләштерҙе. Был турала тулыраҡ мәғлүмәтте БЮТ "Яңылыҡтар" тапшырыуы сюжетында ҡарағыҙ.
9👍1👏1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Хәйерле кис, барығыҙға ла!🥰

Видео: Илгиз Муллағәләмов һәм Илүзә һылыу.
11👏5