📌Тәрбиәселәргә Башҡортостан Башлығы гранттары тапшырылды
Башҡортостан етәксеһе ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе, иртәгә билдәләнәсәк Тәрбиәсе көнө менән тәбрикләне һәм мәктәпкә тиклемге белем биреү өлкәһендә атҡарылған эштәр тураһында һөйләне.
✅Әйткәндәй, Башҡоростанда 200 меңгә яҡын бала 959 балалар баҡсаһына йөрөй. Киләһе 3 йылда 16 мәктәпкәсә тиклемге учреждение төҙөкләндереләсәк.
✅Шулай уҡ республикабыҙҙа дәүләткә ҡарамаған мәктәпкәсә тиклемге белем биреү өлкәһе лә әүҙем үҫешә. 2025 йылда 1725 "Мәктәпкәсә тиклемге белем биреү сертификаты" бирелгән, һөҙөмтәлә 3 йәшкә тиклемге балалар өсөн 1500-ҙән ашыу өҫтәлмә урын булдырылған.
- тине республика етәксеһе Радий Хәбиров.
Һәр гранттың күләме 575 мең һум тәшкил итә. Ул тәрбиәсе, педагог-психолог, уҡытыусы-логопед, уҡытыусы-дефектолог, музыка етәксеһе һәм физик культура буйынса инструктор булып эшләгән 50 йәш белгескә тапшырылды.
Башҡортостан етәксеһе ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе, иртәгә билдәләнәсәк Тәрбиәсе көнө менән тәбрикләне һәм мәктәпкә тиклемге белем биреү өлкәһендә атҡарылған эштәр тураһында һөйләне.
"Мәктәпкәсә тиклем звеноны әүҙем үҫтерәбеҙ. Һуңғы йылдарҙа 8 меңгә яҡын урынлың 50 балалар баҡсаһы төҙөнөк. Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса балалар баҡсаһын капиталь ремонтлау һәм йыһазландырыу программаһы башланды",- тине Радий Хәбиров.
✅Әйткәндәй, Башҡоростанда 200 меңгә яҡын бала 959 балалар баҡсаһына йөрөй. Киләһе 3 йылда 16 мәктәпкәсә тиклемге учреждение төҙөкләндереләсәк.
✅Шулай уҡ республикабыҙҙа дәүләткә ҡарамаған мәктәпкәсә тиклемге белем биреү өлкәһе лә әүҙем үҫешә. 2025 йылда 1725 "Мәктәпкәсә тиклемге белем биреү сертификаты" бирелгән, һөҙөмтәлә 3 йәшкә тиклемге балалар өсөн 1500-ҙән ашыу өҫтәлмә урын булдырылған.
"Был беҙҙең мәғарифта мөһим звено. Нәҡ балалар баҡсаһында баланың оло тормошҡа юлы, уҡыуы һәм үҫеше башлана. Тәрбиәселәрҙең эше еңел түгел, әммә бик кәрәкле. Хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт",
- тине республика етәксеһе Радий Хәбиров.
❤7👍2👎1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🔰Төшкө аш ашап бөттөгөҙмө? Юрамал аппетитығыҙҙы яңынан асыу өсөн ошо видеоны һалырға булдыҡ әле🤭
🔥Белеүегеҙсә, Әбйәлил районы Буранғол ауылынан булған Лилиә Ханованың башҡорт ауылындағы тормошто сағылдырған матур видеолары менән йыш ҡына уртаҡлашып торабыҙ.
Был юлы ул ҡунаҡ ҡаршыларға әҙерләнгән: өҫтәл уртаһына тәү сиратта бишбармаҡ ҡуйыла, унан икмәк, йыуаса һәм башҡа тәмлекәстәр теҙелә.
💯Әйткәндәй, бишбармаҡ ашап туя башлағас, табаҡты өҫтәлдән алыр алдынан хужабикә "һоғондороу" йолаһын үтәй: табаҡҡа ҡуйылған дөйөм ҡалаҡ менән һәр кемдең ҡалағына бер һоғонорлоҡ итле-майлы-һалмалы өлөш һалып бирә. Уны ныҡ туйған хәлдә лә һоғонорға - ашап ҡуйырға кәрәк.
❓Ә һеҙҙең яҡта ниндәй йолалар, ғәҙәттәр бар?

Әбйәлилдә бишбармаҡты шулай ҙур алдыр йәки табаҡҡа һалып бирәләр икән, һәр кем алына туҫтаҡ ҡуйыла һәм күпме теләйһең, шунда һалып алып ашайһың. Ағас ҡалаҡ менән ашағанда бишбармаҡ тағы ла тәмлерәк тойола.
💯Әйткәндәй, бишбармаҡ ашап туя башлағас, табаҡты өҫтәлдән алыр алдынан хужабикә "һоғондороу" йолаһын үтәй: табаҡҡа ҡуйылған дөйөм ҡалаҡ менән һәр кемдең ҡалағына бер һоғонорлоҡ итле-майлы-һалмалы өлөш һалып бирә. Уны ныҡ туйған хәлдә лә һоғонорға - ашап ҡуйырға кәрәк.
❓Ә һеҙҙең яҡта ниндәй йолалар, ғәҙәттәр бар?
❤11💘1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
❤️🔥АУЫЛ һәм 💘ҠАЛА - ҡайһыһы яҡыныраҡ?
Видео: йырсы IRDAN.
Видео: йырсы IRDAN.
❤🔥7❤4💘3
📌 "Атай ҡаһарманлығы" республика конкурсы еңеүселәре билдәләнгән.
🔹Конкурс 4-се тапҡыр үткәрелә һәм быйыл унда 173 атайҙан ҡатнашҡан. Шуларҙың 34-е еңеүсе тип танылған.
🔹Еңеүселәр араһында балалар тәрбиәләүҙә, йәмғиәт эштәрендә һәм һөнәрендә үрҙәр яулаған ир-егеттәр бар.
💯Был фотола иһә, "Атай ҡаһарманлығы" конкурсы еңеүселәренең береһе
күп балалы ғаилә башлығы, Махсус хәрби операция яугиры Артур Хисмәтуллин. Ул үҙе Баймаҡ районынан, тормош иптәше менән 5 балаға ғүмер биреп, баш ҡалабыҙҙа бик матур тормош ҡороп йәшәйҙәр.

Бына шундай өлгөлө атайҙарға лайыҡлы наградаларҙы октябрҙә тапшырырға ниәтләйҙәр.
👍6❤5🥰3👎1💩1
📌 Тәрбиәсе һәм бөтә мәктәпкәсә тиклемге белем биреү хеҙмәткәрҙәре көнө менән!
📍 Ҡыҙыҡлы факттар:
🔹 Был байрам 27 сентябрь билдәләнә, сөнки Рәсәйҙәге 1-се балалар баҡсаһы ошо көндә асыла: 1863 йылда Санкт-Петербург ҡалаһында профессор Люгебилдең ҡатыны тәүге балалар баҡсаһын Васильевский утрауында аса.
🔹Башҡортостанда тәүге балалар баҡсалары 1917 йылғы революциянан һуң асыла башлай.
🔹Өфөлә тәүге балалар баҡсалары 1919 йылда асыла - "1-се Ҡыҙыл Байраҡлы балалар баҡсаһы" Өфөнөң Жданов районында урынлаша, унда Фатима Шакир ҡыҙы Сабитова тәрбиәсе була һәм артабан 17 йыл етәкләй.
🔹Икенсе балалар баҡсаһы К. Маркс урамы
34 адресы буйынса урынлаша - 2-се Өлгөлө балалар баҡсаһы тип атала.
🔹Даими эшләгән беренсе учреждение Өфөлә 1919 йылда асыла - 3-сө балалар баҡсаһы. Баш ҡалаға 8 сәғәткә генә туҡталған сағында был учдердение хеҙмәткәрҙәре менән Н. К. Крупская осрашып өлгөрә.
🔹Бөгөн Башҡоростанда 200 меңгә яҡын бала 959 балалар баҡсаһына йөрөй.
🔹2024 йылдан алып тәрбиәселәргә Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты тапшырыла - күләме 575 мең һум.

❤9👍3🔥3
📌Дәүләт телдәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә гранттар конкурсына ғариза бирегеҙ
29 сентябрҙә Дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары конкурсы башлана.
Конкурста Башҡортостанда һәм унан ситтә теркәлеү үткән (Башҡортостандан ситтә башҡорт телен үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттар менән) коммерция булмаған дәүләт ҡарамағында тормаған ойошмалар ҡатнаша ала.
📍 Ғаризаларҙы 2025 йылдың 28 октябренә сәғәт киске 5-кә тиклем грантыглавы102.рф сайтында тапшырырға кәрәк. Шулай уҡ бында ҡатнашыусыларға талаптар һәм шарттар менән тулыраҡ мәғлүмәт алырға мөмкин.
Тулыраҡ: vk.com/wall-191923773_3569
☎ Өҫтәлмә мәғлүмәт өсөн телефон: 8-967-453-92-59

29 сентябрҙә проекттарҙы гранттарына тәҡдим итеү тәртибен өйрәтәсәктәр.
Тулыраҡ: vk.com/wall-191923773_3569
☎ Өҫтәлмә мәғлүмәт өсөн телефон: 8-967-453-92-59
❤11👍3🔥3
✨Самауырлы Ритайым дуҫтарын йыя✨
Өфөләге Бәҙәр Йосопова исемендәге Актерҙар йортонда "Самауырлы Ритайым" матур сара үткәрергә йыйына.
❓Ҡасан: 15 октябрь , 19:00 сәғәттә
❗Ҡайҙа: Өфө ҡалаһы, Бәҙәр Йосопова исемендәге Актерҙар йорто
✅ Билеттар ошонда:
ufa.qtickets.events/188352-sam...

Ойоштороусылар 15 октябрҙә тәүҙә сәй эсеп, шунан матур башҡортса йырҙарҙы йырлашып, күңел асып ҡайтырға саҡыра.
❓Ҡасан: 15 октябрь , 19:00 сәғәттә
❗Ҡайҙа: Өфө ҡалаһы, Бәҙәр Йосопова исемендәге Актерҙар йорто
✅ Билеттар ошонда:
ufa.qtickets.events/188352-sam...
❤14🔥5👍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ялҡынланып шиғыр һөйләй йәштәр. Ошо телһөйәрлектәрен балаларында ла тәрбиәләй алһындар, тип теләйбеҙ. ❤️🔥
Видео: интернеттан.
Видео: интернеттан.
❤17🔥8👍3