Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
676 subscribers
2.85K photos
1.54K videos
1 file
263 links
Download Telegram
📌 Тәрбиәсе һәм бөтә мәктәпкәсә тиклемге белем биреү хеҙмәткәрҙәре көнө менән!

📍 Ҡыҙыҡлы факттар:

🔹 Был байрам 27 сентябрь билдәләнә, сөнки Рәсәйҙәге 1-се балалар баҡсаһы ошо көндә асыла: 1863 йылда Санкт-Петербург ҡалаһында профессор Люгебилдең ҡатыны тәүге балалар баҡсаһын Васильевский утрауында аса.

🔹Башҡортостанда тәүге балалар баҡсалары 1917 йылғы революциянан һуң асыла башлай.

🔹Өфөлә тәүге балалар баҡсалары 1919 йылда асыла - "1-се Ҡыҙыл Байраҡлы балалар баҡсаһы" Өфөнөң Жданов районында урынлаша, унда Фатима Шакир ҡыҙы Сабитова тәрбиәсе була һәм артабан 17 йыл етәкләй.

🔹Икенсе балалар баҡсаһы К. Маркс урамы
34 адресы буйынса урынлаша - 2-се Өлгөлө балалар баҡсаһы тип атала.

🔹Даими эшләгән беренсе учреждение Өфөлә 1919 йылда асыла - 3-сө балалар баҡсаһы. Баш ҡалаға 8 сәғәткә генә туҡталған сағында был учдердение хеҙмәткәрҙәре менән Н. К. Крупская осрашып өлгөрә.

🔹Бөгөн Башҡоростанда 200 меңгә яҡын бала 959 балалар баҡсаһына йөрөй.

🔹2024 йылдан алып тәрбиәселәргә Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты тапшырыла - күләме 575 мең һум.
9👍3🔥3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Баймырҙиндарҙан көҙгө йыр 🍂
12👏4💘2
📌Дәүләт телдәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә гранттар конкурсына ғариза бирегеҙ

29 сентябрҙә Дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары конкурсы башлана.

Конкурста Башҡортостанда һәм унан ситтә теркәлеү үткән (Башҡортостандан ситтә башҡорт телен үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттар менән) коммерция булмаған дәүләт ҡарамағында тормаған ойошмалар ҡатнаша ала.

📍 Ғаризаларҙы 2025 йылдың 28 октябренә сәғәт киске 5-кә тиклем грантыглавы102.рф сайтында тапшырырға кәрәк. Шулай уҡ бында ҡатнашыусыларға талаптар һәм шарттар менән тулыраҡ мәғлүмәт алырға мөмкин.

29 сентябрҙә проекттарҙы гранттарына тәҡдим итеү тәртибен өйрәтәсәктәр.

Тулыраҡ: vk.com/wall-191923773_3569

Өҫтәлмә мәғлүмәт өсөн телефон: 8-967-453-92-59
11👍3🔥3
Самауырлы Ритайым дуҫтарын йыя

Өфөләге Бәҙәр Йосопова исемендәге Актерҙар йортонда "Самауырлы Ритайым" матур сара үткәрергә йыйына.

Ойоштороусылар 15 октябрҙә тәүҙә сәй эсеп, шунан матур башҡортса йырҙарҙы йырлашып, күңел асып ҡайтырға саҡыра.

Ҡасан: 15 октябрь , 19:00 сәғәттә
Ҡайҙа: Өфө ҡалаһы, Бәҙәр Йосопова исемендәге Актерҙар йорто

Билеттар ошонда:

ufa.qtickets.events/188352-sam...
14🔥5👍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ялҡынланып шиғыр һөйләй йәштәр. Ошо телһөйәрлектәрен балаларында ла тәрбиәләй алһындар, тип теләйбеҙ. ❤️‍🔥

Видео: интернеттан.
17🔥8👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
🐝 Солоҡ балын нисек алғандарын күргәнегеҙ бармы? 🍯

Рәис Ғәбитовтың Бөрйәндә төшөргән видеоһын ҡарағыҙ.


📍 Әйткәндәй, солоҡсолоҡ Башҡортостанда ғына һаҡланып ҡалған боронғо кәсеп.

Ҡайһы бер солоҡ ағастары быуындан-быуынға тапшырылып килгән, уларҙа һәр ғаиләнең үҙ тамғаһы соҡоп яҙылған булған.

Башҡорт бал ҡорттары етерлек бал йыйып ҡалһа, сатлама һыуыҡтарға ла бирешмәй солоҡта ҡышлап сыға.

Солоҡ балын кәрәҙе менән бергә алып ашайҙар. Уның файҙаһы бик күп.
13
Хәйерле көн, матур ялдар теләйбеҙ 🍂

📍 Учалыла алтын көҙ 🔥

Фото: Илгиз Тайыпов
11🔥3