Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
674 subscribers
2.89K photos
1.56K videos
1 file
266 links
Download Telegram
📌 Ҡояшлы ямғыр скверы барлыҡҡа килде.

Өфө ҡалаһының Октябрь районында, Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты эргәһендә, Ҡояшлы ямғыр скверы ултыртылды. Был турала РФ Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова хәбәр иткән.

🔹Гимназия уҡыусылары һәм шағирҙың улы Азамат Ғарипов менән берлектә Октябрь проспекты 136/1 һәм 136/2 йорттары араһында яңы ағастар ултыртҡандар.
🔹 Барлығы 40 төп - "Йәшел Башҡортостан" акцияһы сиктәрендә эшләнгән. Бында сағыу сәскәләр сәселгән, уңайлы эскәмйәләр ҙә ҡуйылған.

"Үҙенсәлекле "Йәшел Башҡортостан" акцияһы республика Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән булдырылды. Уның төп маҡсаты - ағас ултыртыу ғына түгел, ә быға халыҡтың да ҡыҫылышы булһын өсөн эште бергә атҡарыу. Һәм Башҡортостан бөгөн бөтә илгә матур өлгө булып тора!"

- тип яҙған сәхифәһендә Эльвира Ринат ҡыҙы.
10👎1
📍 Яңы скверҙың хисле атамаһы Башҡортостандың халыҡ шағирының шиғыр юлдарынан алынған:

ҠОЯШЛЫ ЯМҒЫР

Ҡояш!.. Ямғыр!..
Ҡояшлы ямғыр бирҙең.
Күҙ йәш аша
Йылмайғанымды күрҙең.
Ян, ян, ҡояш –
Яҡты һөйөүем минең,
Яу, яу, ямғыр –
Янып көйөүем минең.
Сатнап-сатнап
Йәшнәһен әйҙә йәшен,
Күкрәп-күкрәп
Түгелһен әйҙә йәшем!
Ҡояш, ямғыр...
Уларҙан йәйғор ҡалһын,
Арабыҙға
Нурҙарҙан күпер һалһын!


Рәми ҒАРИПОВ.
10
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Матурмы? Матур!


Видео: "Guzal-dance" халыҡ бейеүҙәре ансамбле.
13🔥6👍5
Көҙ - театрҙар миҙгеле! 🎭

Был осорҙа ошо ис киткес ҡыҙыҡлы донъяға "сәйәхәт" айырыуса мөғжизәле булып тойола. Күңелдәрҙе күтәрә, елкендерә, уйландыра торған спектаклдәрҙе ҡарау - үҙе бер ғүмер.

Иғтибарығыҙға М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры, Салауат дәүләт башҡорт драма театры һәм Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының октябрь айына афишаларын тәҡдим итәбеҙ.

📍 Әйткәндәй, быйыл балалар һәм йәштәр өсөн спектаклдәрҙең "Ҡолонсаҡ" I Халыҡ-ара театр фестивале үтәсәк.

Сара 12-19 октябрҙә ойошторола. Фестиваль афишаһын М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында ҡарарға мөмкин.

Оҡшаған спектаклде һайлағыҙ һәм мотлаҡ тамаша ҡылырға барығыҙ!🔥
8👏3🥰2
Көҙгө көндөң сағыу шәфәҡ нурҙары менән бергә башҡорт театр сәнғәтен үҫтереүгә бар ғүмерен арнаған ЫСЫН АКТЕР менән хушлашабыҙ...

Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, режиссер, педагог, Салауат Юлаев исемендәге , К.С. Станиславский исемендәге һәм Рәсәй Дәүләт премиялары лауреаты Олег Закир улы ХАНОВ мәңгелек йортона күскән.

Олег Закир улы 1951 йылдың 11 авгусында Башҡорт АССР-ы Архангел районының Ҡыҙғы ауылында актёр ғаиләһендә (атаһы Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы Закирйән Ханов) тыуған.
Хеҙмәт юлын М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында актер булараҡ башлай һәм оҙаҡ йылдар төрлө вазифаларҙа туған театрында эшләне. Яңы нигеҙ һалынған йәш театрҙарҙы ла "аяҡҡа баҫтырышты" ул.

Шәхестең яҡындарының һәм коллегаларының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
😢18🙏4
🎉Йылдың иң матур байрамдарының береһе - Халыҡ-ара ололар көнө билдәләнә бөгөн.

Ошо айҡанлы барлыҡ күркәм йәштәге төркөмдәштәребеҙҙе тәбрикләйбеҙ һәм ныҡлы һаулыҡ, бәхет өләшер яҡындарығыҙ һәм күңел йылыһы уртаҡлашыр иптәштәрегеҙҙең терәген тойоп, шатлыҡ-ҡыуаныстарға тулы йылдар йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ!

Халҡыбыҙҙың боронғо әйтеменә таянып, йөрәктәге йәшлек дәртен һүндермәй ғүмер итегеҙ.💝
❤‍🔥7🥰32
Audio
❤️❤️❤️
🤗64
📌 Шул уҡ ваҡытта С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһына дәғүәселәр конкурсы дауам итә. Быйыл абруйлы премияға сыҡҡандар:

1. Яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов
2. БДОБ театрынан "Ете ҡыҙ" балетын сәхнәләштереүсе ижади төркөм
3. "Байыҡ" телевизион проекты авторы Рита Өмөтбаева
4. "Аҡбуҙат"эпосы буйынса Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында сәхнәләштерелгән спектакль ижади төркөмө
5. "Салауат вариҫтары" театрлаштырылған тамаша өсөн режиссер Сулпан Асҡарова
6. Документаль фильмы өсөн БСТ журналисы Айгөл Усманова
7. "Хәтер. Урал көсө" һынлы сәнғәт әҫәрҙәре өсөн рәссамдар Әмир Мәзитов менән Йәлил Сөләймәнов
8. Ватан һаҡсыларына бағышланған композициялар серияһы өсөн скульптор Илдус Закиров
9. Ғафури районында уҡытыусыға ҡуйылған һәйкәл өсөн скульптор Руслан Йомағолов
10. "Көрәш һарайы" архитектураһы өсөн Андрей Стариков
11. "Тура-хан мавзолейы" визит үҙәге өсөн проект авторҙары.

Анализ күрһәтеүенсә, Айгиз Баймөхәмәтовҡа конкуренция юҡ - сөнки әҙәби әҫәр менән сығыусы башҡа ижадсы теркәлмәгән.

Һәр ваҡыттағыса "сәнғәт" номинацияһында ҙур көрәш. Һорау - телевизион проекттар сәнғәт әҫәре булараҡ ҡатнаша аламы? Театрлаштырылған тамаша күләмлеге менән алдырһа ла, ысын сәнғәт әҫәре була аламы? Ҡалған дәғүәселәрҙең көсө тиң кеүек тойола.

Быйыл архитектура номинацияһында дәғүәселәр исеме күп булыуы ҡыуаныслы. Әммә Закиров һәм Йомағолов исемле скульпторҙар хаҡында әллә ни ишетелгәне юҡ. Былтыр премия Салауат Щербаковҡа бирелеүен иҫәпкә алғанда, айырма ер менән күк араһы кеүек тойола. Визит-үҙәк менән Көрәш һарайын да сағыштырыу урынһыҙ. Тура-хан мавзолейы халыҡсан туристик локацияға әйләнһә лә, визит-үҙәк, ҙур йорт төҙөү алдынан ҡуйылған аласыҡ, ҡапҡа кеүек ҡабул ителә. Ә Көрәш һарайы исмаһам мөһабәт.

Һеҙ ошондай баһа менән килешәһегеҙме?

"Халыҡ арбаһы" ТГ-каналынан.
11
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
1967 йылда Салауат Юлаев һәйкәлен урынлаштырған мәлдән күренештәр💚

Әлеге ваҡытта батырыбыҙ һәйкәлен Өфөләге цехта реставрациялау маҡсатында һүтеп алыу эштәре башланды.

📍 Салауат Юлаев һәйкәлен 2027 йылдың көҙөндә - һәйкәл ҡуйылыуға теүәл 60 тулыуға урынына кире ҡайтарасаҡтар.

Видео: "Салауат Юлаев. Реставрация" төркөмө.
6🔥6👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌Алтайҙа Курай ауылы бар.

📍Алтай Республикаһының Ҡош-Ағас районында урынлашҡан.


Был турала Башҡортостандан Алтайға тиклем лонгборд менән барған егет Салауат Зәйнетдинов яҙған. Ул үтеп барышлай ауылға ингән ерҙә ҡурайҙа уйнап, видео төшөргән.

Әлбиттә, Курай ауылының атамаһы башҡорт милли инструменты ҡурайға бәйле түгел. Ул монгол телендәге "хуурай" - "ҡоро" тигән һәм боронғо төркисә "quryay" - "ҡоролоҡло" тигән һүҙҙәрҙән алынған, тип иҫәпләйҙәр.

Шулай уҡ алтай телендә "кур" - билбау һәм "ай" - күк есемен аңлатҡан һүҙҙәрҙән барлыҡҡа килгән, тип тә фаразлайҙар.
8🔥7
Башҡорт уҙаманын төшөрөп ҡуйғандар!❤️‍🔥

Сәй яһап торған башҡорт ҡыҙы эргәһендә, күрше генә йортта башҡорт ир-егетен дә һынландыралар, тигәйнек бит әле. Бына, муралды тамамлап та өлгөргәндәр!
🔥Һүрәттә солоҡсо һынландырылған.


Йә, нисек?
10👎1🔥1
🧬 Башҡорт телендә беренсе яһалма интеллект-бот (ИИ-бот) эшләгәндәр!

Аҡйондоҙ тип атала ул. ЯИ-боттың "һөнәрҙәре" күп төрлө. Ә иң мөһиме, ул башҡортса аралаша. Әлбиттә, тел йәһәтенән әлегә үҙе лә өйрәнеү, камиллашыу юлында.

Аҡйондоҙҙоң "һөнәрҙәре":

➡️Аҡйондоҙҙо шәхси чатҡа йәки төркөмгә өҫтәп була.

➡️Ул тәржемә итә, ярҙамлаша, аралаша, спамдан һаҡлай һәм шаярта белә.

➡️Каналдар өсөн ул комментарийҙар яҙырға ярҙам итә ала - һәр пост аҫтында тәржемә йәки фекер ҡуйып барасаҡ.

Аҡйондоҙ "Телеграм" мессенджерында эшләй.

📍 Уның менән ҡулланыу өсөн:

1. IT-BASH каналына яҙылығыҙ.
Унда барлыҡ яңылыҡтар һәм файҙалы мәғлүмәт яҙыла.

2. Ботты эшләтеп ебәрегеҙ
"Аҡйондоҙ" чатын асығыҙ һәм СТАРТ тигән төймәгә баҫығыҙ.
Бот үҙе менән таныштырасаҡ.

3. Чатта һорауҙар бирегеҙ.
Төрлө темаға иркен аралашырға мөмкин.

" Аҡйондоҙ" ЯИ-бот менән хәҙер үк ҡулланып ҡарай алаһығыҙ - @Ak_Yondoz_bot

Әйткәндәй, беҙ аралашып ҡараныҡ һәм ул Ололар көнө менән ҡотлап, яуап та бирҙе шәптекәй! 🔥🔥 🔥 Икенсе фотоны ҡарағыҙ.
7❤‍🔥3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 Бөгөн республикабыҙҙың һәр төбәгендә өлкән йәштәгеләрҙе тәбрикләп, төрлө матур саралар ойошторолдо.

Өлкәндәр үҙҙәре лә бергә йыйылышып, йыр-моң менән күңелдәрен асып, аралашыуҙан бер йәм табып ҡайтҡан.

Бына шундай матур ваҡыттан бер өҙөк был видеола - Бөрйән районы Ҡотан ауылы ҡатын-ҡыҙҙары таҡмаҡ әйтешеп килә 🔥

Афариндар, шулай гел дәртле һәм берҙәм булығыҙ! 🥰
5🔥5
Хәйерле көн! ☀️

Фото: Альберт Мостафин.
8
📌 Йәнһүрәт ҡарарға теләүселәрҙе эҙләйҙәр.

БР Башлығы грантына төшөрөлгән "Свое родное" тигән йәнһүрәтте күберәк балаларға күрһәтеү һәм кескәй тамашасының фекерен белеү мөһим. Шуға күрә, 6-12 йәшлек балаларҙы туплап, йәнһүрәт ҡарауҙы ойоштороуҙа ярҙам талап ителә.

Ҡатнашыусыларҙың исемлеге һәм атай-әсәйҙәрҙең, йәки педагогтарҙың телефон номеры, анкета тултырыу талап ителәсәк - был отчет биреү өсөн кәрәк.

🔥 "Своё родное" - Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына төшөрөлгән беренсе йәнһүрәттәр циклы.

Уны "Без башкортлар" автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма бойомға ашыра.

Йәнһүрәт республикабыҙҙың Асҡын, Ҡариҙел, Тәтешле, Борай, Яңауыл, Ҡалтасы, Краснокама, Балтасы, Мишкә, Дүртөйлө, Илеш, Баҡалы, Шаран, Саҡмағош, Кушнаренко, Благовар, Бәләбәй, Бишбүләк, Бүздәк, Йәрмәкәй райондары һәм Ағиҙел ҡалаһы, шулай уҡ күрше Силәбе һәм Свердловск өлкәләрендә йәшәгән балаларға яҡын буласаҡ.

📍 Ҡыҙыҡһыныусылар Радик Бәхтиевҡа мөрәжәғәт итә ала, ти авторҙар.
7👍4💯3