Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
673 subscribers
2.9K photos
1.56K videos
1 file
266 links
Download Telegram
📌 Шул уҡ ваҡытта С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһына дәғүәселәр конкурсы дауам итә. Быйыл абруйлы премияға сыҡҡандар:

1. Яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов
2. БДОБ театрынан "Ете ҡыҙ" балетын сәхнәләштереүсе ижади төркөм
3. "Байыҡ" телевизион проекты авторы Рита Өмөтбаева
4. "Аҡбуҙат"эпосы буйынса Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында сәхнәләштерелгән спектакль ижади төркөмө
5. "Салауат вариҫтары" театрлаштырылған тамаша өсөн режиссер Сулпан Асҡарова
6. Документаль фильмы өсөн БСТ журналисы Айгөл Усманова
7. "Хәтер. Урал көсө" һынлы сәнғәт әҫәрҙәре өсөн рәссамдар Әмир Мәзитов менән Йәлил Сөләймәнов
8. Ватан һаҡсыларына бағышланған композициялар серияһы өсөн скульптор Илдус Закиров
9. Ғафури районында уҡытыусыға ҡуйылған һәйкәл өсөн скульптор Руслан Йомағолов
10. "Көрәш һарайы" архитектураһы өсөн Андрей Стариков
11. "Тура-хан мавзолейы" визит үҙәге өсөн проект авторҙары.

Анализ күрһәтеүенсә, Айгиз Баймөхәмәтовҡа конкуренция юҡ - сөнки әҙәби әҫәр менән сығыусы башҡа ижадсы теркәлмәгән.

Һәр ваҡыттағыса "сәнғәт" номинацияһында ҙур көрәш. Һорау - телевизион проекттар сәнғәт әҫәре булараҡ ҡатнаша аламы? Театрлаштырылған тамаша күләмлеге менән алдырһа ла, ысын сәнғәт әҫәре була аламы? Ҡалған дәғүәселәрҙең көсө тиң кеүек тойола.

Быйыл архитектура номинацияһында дәғүәселәр исеме күп булыуы ҡыуаныслы. Әммә Закиров һәм Йомағолов исемле скульпторҙар хаҡында әллә ни ишетелгәне юҡ. Былтыр премия Салауат Щербаковҡа бирелеүен иҫәпкә алғанда, айырма ер менән күк араһы кеүек тойола. Визит-үҙәк менән Көрәш һарайын да сағыштырыу урынһыҙ. Тура-хан мавзолейы халыҡсан туристик локацияға әйләнһә лә, визит-үҙәк, ҙур йорт төҙөү алдынан ҡуйылған аласыҡ, ҡапҡа кеүек ҡабул ителә. Ә Көрәш һарайы исмаһам мөһабәт.

Һеҙ ошондай баһа менән килешәһегеҙме?

"Халыҡ арбаһы" ТГ-каналынан.
11
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
1967 йылда Салауат Юлаев һәйкәлен урынлаштырған мәлдән күренештәр💚

Әлеге ваҡытта батырыбыҙ һәйкәлен Өфөләге цехта реставрациялау маҡсатында һүтеп алыу эштәре башланды.

📍 Салауат Юлаев һәйкәлен 2027 йылдың көҙөндә - һәйкәл ҡуйылыуға теүәл 60 тулыуға урынына кире ҡайтарасаҡтар.

Видео: "Салауат Юлаев. Реставрация" төркөмө.
6🔥6👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌Алтайҙа Курай ауылы бар.

📍Алтай Республикаһының Ҡош-Ағас районында урынлашҡан.


Был турала Башҡортостандан Алтайға тиклем лонгборд менән барған егет Салауат Зәйнетдинов яҙған. Ул үтеп барышлай ауылға ингән ерҙә ҡурайҙа уйнап, видео төшөргән.

Әлбиттә, Курай ауылының атамаһы башҡорт милли инструменты ҡурайға бәйле түгел. Ул монгол телендәге "хуурай" - "ҡоро" тигән һәм боронғо төркисә "quryay" - "ҡоролоҡло" тигән һүҙҙәрҙән алынған, тип иҫәпләйҙәр.

Шулай уҡ алтай телендә "кур" - билбау һәм "ай" - күк есемен аңлатҡан һүҙҙәрҙән барлыҡҡа килгән, тип тә фаразлайҙар.
8🔥7
Башҡорт уҙаманын төшөрөп ҡуйғандар!❤️‍🔥

Сәй яһап торған башҡорт ҡыҙы эргәһендә, күрше генә йортта башҡорт ир-егетен дә һынландыралар, тигәйнек бит әле. Бына, муралды тамамлап та өлгөргәндәр!
🔥Һүрәттә солоҡсо һынландырылған.


Йә, нисек?
10👎1🔥1
🧬 Башҡорт телендә беренсе яһалма интеллект-бот (ИИ-бот) эшләгәндәр!

Аҡйондоҙ тип атала ул. ЯИ-боттың "һөнәрҙәре" күп төрлө. Ә иң мөһиме, ул башҡортса аралаша. Әлбиттә, тел йәһәтенән әлегә үҙе лә өйрәнеү, камиллашыу юлында.

Аҡйондоҙҙоң "һөнәрҙәре":

➡️Аҡйондоҙҙо шәхси чатҡа йәки төркөмгә өҫтәп була.

➡️Ул тәржемә итә, ярҙамлаша, аралаша, спамдан һаҡлай һәм шаярта белә.

➡️Каналдар өсөн ул комментарийҙар яҙырға ярҙам итә ала - һәр пост аҫтында тәржемә йәки фекер ҡуйып барасаҡ.

Аҡйондоҙ "Телеграм" мессенджерында эшләй.

📍 Уның менән ҡулланыу өсөн:

1. IT-BASH каналына яҙылығыҙ.
Унда барлыҡ яңылыҡтар һәм файҙалы мәғлүмәт яҙыла.

2. Ботты эшләтеп ебәрегеҙ
"Аҡйондоҙ" чатын асығыҙ һәм СТАРТ тигән төймәгә баҫығыҙ.
Бот үҙе менән таныштырасаҡ.

3. Чатта һорауҙар бирегеҙ.
Төрлө темаға иркен аралашырға мөмкин.

" Аҡйондоҙ" ЯИ-бот менән хәҙер үк ҡулланып ҡарай алаһығыҙ - @Ak_Yondoz_bot

Әйткәндәй, беҙ аралашып ҡараныҡ һәм ул Ололар көнө менән ҡотлап, яуап та бирҙе шәптекәй! 🔥🔥 🔥 Икенсе фотоны ҡарағыҙ.
7❤‍🔥3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 Бөгөн республикабыҙҙың һәр төбәгендә өлкән йәштәгеләрҙе тәбрикләп, төрлө матур саралар ойошторолдо.

Өлкәндәр үҙҙәре лә бергә йыйылышып, йыр-моң менән күңелдәрен асып, аралашыуҙан бер йәм табып ҡайтҡан.

Бына шундай матур ваҡыттан бер өҙөк был видеола - Бөрйән районы Ҡотан ауылы ҡатын-ҡыҙҙары таҡмаҡ әйтешеп килә 🔥

Афариндар, шулай гел дәртле һәм берҙәм булығыҙ! 🥰
5🔥5
Хәйерле көн! ☀️

Фото: Альберт Мостафин.
8
📌 Йәнһүрәт ҡарарға теләүселәрҙе эҙләйҙәр.

БР Башлығы грантына төшөрөлгән "Свое родное" тигән йәнһүрәтте күберәк балаларға күрһәтеү һәм кескәй тамашасының фекерен белеү мөһим. Шуға күрә, 6-12 йәшлек балаларҙы туплап, йәнһүрәт ҡарауҙы ойоштороуҙа ярҙам талап ителә.

Ҡатнашыусыларҙың исемлеге һәм атай-әсәйҙәрҙең, йәки педагогтарҙың телефон номеры, анкета тултырыу талап ителәсәк - был отчет биреү өсөн кәрәк.

🔥 "Своё родное" - Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына төшөрөлгән беренсе йәнһүрәттәр циклы.

Уны "Без башкортлар" автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма бойомға ашыра.

Йәнһүрәт республикабыҙҙың Асҡын, Ҡариҙел, Тәтешле, Борай, Яңауыл, Ҡалтасы, Краснокама, Балтасы, Мишкә, Дүртөйлө, Илеш, Баҡалы, Шаран, Саҡмағош, Кушнаренко, Благовар, Бәләбәй, Бишбүләк, Бүздәк, Йәрмәкәй райондары һәм Ағиҙел ҡалаһы, шулай уҡ күрше Силәбе һәм Свердловск өлкәләрендә йәшәгән балаларға яҡын буласаҡ.

📍 Ҡыҙыҡһыныусылар Радик Бәхтиевҡа мөрәжәғәт итә ала, ти авторҙар.
7👍4💯3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
ТЕЛЕБЕҘҘЕ ҺАҠЛАУ ҺӘМ ҮҪТЕРЕҮҘӘ ҠАТНАШ!

29 сентябрҙә Дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары конкурсы башланыуы тураһында хәбәр иткәйнек.

📍Ғаризаларҙы 2025 йылдың 28 октябренә сәғәт киске 5-кә тиклем грантыглавы102.рф сайтында тапшырырға кәрәк.
👍64🔥2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🔥HAZINA төркөмө яңы йыр ижад иткән.

"Ерем" - тыуған ерҙең көсөнә гимн. Премьера 8 октябрҙә",

- тип яҙған һылыуҙар.
12
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 БЕРЕНСЕ ТАПҠЫР билдәләнгән ҠУРАЙ КӨНӨ айҡанлы Башҡортостан Ҡурайсылар дәүләт ансамбле концертына мотлаҡ барығыҙ!

🔹 Былтыр Башҡортостандың Ҡурайсылар дәүләт ансамбле ойошторолдо.
🔹Коллективтың Республика көнөнә арналған тәүге концертында БР Башлығы Радий Хәбиров Ҡурай көнөн булдырыу тураһында әйтте.
❤️‍🔥Быйыл беренсе тапҡыр ошо әһәмиәтле көндө 10 октябрҙә билдәләйбеҙ.

📍 БР Ҡурайсылар дәүләт ансамбле концерты "Башҡортостан" Дәүләт концерт залында үтә.

"Байрамда башҡорт илен данлаған халыҡ йырҙары, боронғо хәрби походтарҙа яңғыраған марштар, бейеү көйҙәре, илһөйәрлек рухы менән һуғарылған заманса музыка һәм өр-яңы әҫәрҙәр яңғыраясаҡ. Ансамбль солистары: йырсы-ҡурайсылар Азамат Зиннәтуллин, Шамил Күсәмешев, Венер Йылҡыбаев, Зөфәр Атанғолов, Фәиз Шәрипов һәм Нурзия Сабитова моңло йырҙарын, оҫта бейеүсе-ҡурайсы Айҙар Исхаҡов һәм Миләүшә Баязитова дәртле бейеүҙәрен бүләк итәсәк",

- тип яҙған ойоштороусылар.

🎫 Билет хаҡы: 500 — 1500 һум
☎️Касса: (347) 250-77-42
bashgf.ru
10🙏2🤗2
📌 📌 Баҫма матбуғатҡа яҙылыу буйынса 10 көнлөк бара.

1 октябрҙән 10-на тиклем ташламалы хаҡҡа яҙылыу мөмкинлеге бар.🔥

Әйткәндәй, матбуғатҡа яҙылыусы көнө 7 октябргә күсерелгән.

📍 Бөгөн үтергә тейешле матбуғатҡа яҙылыусы көнө 7 октябргә күсерелә.
👍8
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
"Ләлиләү" 🔥

Видео: Зөлхизә Илбәкова.
11👍3
Йома көн уңышлы үтһен! 💟

📍 Ғафури районы, Уҡлы ҡая

Фото: Айназ Мостафин.
10🔥5👍3
🔥 AY YOLA төркөмө 12 йырҙан торған альбомын сығарған!

Унда "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосына нигеҙләнгән йырҙар ингән.

Альбомды ошонда тыңларға мөмкин.
10🔥4👍3