Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
678 subscribers
2.81K photos
1.51K videos
1 file
261 links
Download Telegram
🍓Яһалма интеллект Башҡортостан ерҙәрен һынландырған

"Яһалма интеллект беҙҙең иҫтәлекле урындарға: Ирәмәл тауына, Айғыр, Шүлгәнташҡа һәм Мораҙым тарлауығына үҙ күҙҙәре менән ҡараны.
Нишләптер тик ир-егеттәр генә килеп сыҡты",

- тип яҙған БР эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенко сәхифәһендә.

📌Ә һеҙгә нисек?
👏7👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Аҡыл һаҡалға ҡарап йөрөмәй шул...
😁4👍1👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
“Кейеҙҙе биҙәүҙең тағы бер ысулы – буҫтау йәки тығыҙ туҡыманан ҡорама ҡулланыу.
Ҡулдан һуғылған йәки фабрика туҡымаларынан ҡырҡылған һәм бер һыҙатҡа теҙелгән геометрик фигуралар (өсмөйөштәр, ҡыя шаҡмаҡтар) йәки ҡусҡар биҙәктәр кейеҙ өҫтөнә үк, йәки аҙаҡ кейеҙҙе тышлаған туҡыма киҫәгенә ҡуша тегелгән.
...ХХ быуаттың 70-се йылдарына тиклем Ҡурған өлкәһе һәм таулы Башҡортостан ауылдарында туйҙың айырылғыһыҙ бер атрибуты тип иҫәпләнгән серге, сергетыштар был рәүешле биҙәлгән”

,
- тип яҙа Светлана Шитова китабында.

Видеола: "Башҡорт аты" Халыҡ-ара фестивалендә Гран-при яулаусы Лилиә Байморатова (Баймаҡ районынан).

Йәм төркөмө видеоһы.
👍62
БАШҠОРТ ҠЫҘЫ ДАНЛЫ ПРЕМИЯҒА ДӘҒҮӘ ИТӘ

📌“Онегин” IX Милли опера премияһы номинанттар исемлеген иғлан итте. Унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 14 музыкаль театр ингән.

🔥Улар араһында Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы Эльвина Әхмәтханова “Ай тотолған төндә” операһында Шәфәҡ партияһы өсөн “Дебют” номинацияһына дәғүә итә.

Эльвина Әхмәтханова Башҡортостандың Мәсетле районында тыуған, билдәле йырсылар Тәнзилә Үҙәнбаева һәм Флүрә Килдейәрова кластарында уҡыған.

Премия лауреаттары 30 ноябрҙә билдәле буласаҡ, еңеүселәргә Онегиндың бронза һындары бирелә.

Быйыл бөтәһе 122 ғариза ҡаралған.
7👎1🔥1
ТЕЛЕГРАМ ДА ХӘҘЕР БАШҠОРТСА!

📌Телһөйәр ирекмәндәр “Телеграм”ды башҡортсаға тәржемә итә башлаған. Улар был эштә яһалма интеллект мөмкинлектәрен дә ҡуллана!

“Бер нисә ай элек телеграмды башҡорт теленә тәржемә итергә булдыҡ. Башта ауырыраҡ булды, ярҙам итеүселәр әҙ булғанға, эштең 10-15 проценты ғына атҡарылғайны. Яһалма интеллекты ҡулланырға булдыҡ”,

- тип хәбәр итә ирекмәндәр.

Яһалма интеллект ярҙамында тәржемә тиҙ генә атҡарылған.

Был тәжрибәне белгестәр татар коллегаларына ла тәҡдим иткән.

Әлбиттә, яһалма интеллект башҡорт телен камил белмәй, шуға төҙәтәһе урындар бар. Әммә “Яҡшы ниәт – эштең яртыһы”, ти.

📌Дуҫтар, һеҙ ҙә башҡорт теленә тәржемә ителгән ҡушымта менән ҡуллана алаһығыҙ, бының өсөн ошо һылтанма буйынса үтегеҙ: https://news.1rj.ru/str/setlanguage/bashkort-cyrill

📌Ә хаталар тапһағыҙ, ошонда яҙырға була: t.me/translation_bashkort_cyrill
👍7
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
"Ашҡаҙар" радиоһындағы әңгәмәнән өҙөк.
🔥7
САЛАУАТ ЮЛАЕВ ҺӘЙКӘЛЕН ТӨҘӨКЛӘНДЕРЕҮҘЕ НОЯБРҘӘ БАШЛАРҒА УЙЛАЙҘАР

📌Был турала Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың фән, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитеты кәңәшмәһендә Башҡортостандың Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы етәксеһе Салауат Ҡолбәхтин хәбәр итте.

Әлеге ваҡытта проект экспертиза үтә, Главгосэкспертизаның төҙөлөш эштәренә һәм реставрацияның ғилми нигеҙләмәһенә ҡарата һорауҙары юҡ, яҡын арала ҡарар ҡабул ителер, тип көтөлә.

Тергеҙеү эштәре яҡынса 300 миллион һумға барып баҫасаҡ. Был маҡсатҡа Өфө бюджетынан аҡса бүленә.

Яңыртыу эштәре ҡурғанды винтлы свайҙар һәм бетонлау ярҙамында нығытыу, һәйкәлдең нигеҙен төҙөкләндереү, һәйкәлдең үҙенең һәр өлөшөн тергеҙеү һәм эсендәге каркасын тулыһынса алмаштырыуҙы күҙ уңында тота.

Бындай ҡатмарлы эште һәйкәлде урынынан ҡуҙғатмайса атҡарып булмаҫы аңлашыла, шуға уны Нижегородкалағы оҫтахана майҙансығына күсереп төҙөкләндерәсәктәр.

“Мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау буйынса ҡануниәткә ярашлы, реставрация эштәре бер йылдан артырға тейеш түгел, шуға бер йыл үткәс ҡараясаҡбыҙ һәм хәл итәсәкбеҙ. Әле ниәтләнгән эштәргә ҡарап, был (бер йылда өлгөртөү) мөмкин”, - тине Салауат Ҡолбәхтин.
6👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ай, эйелмәй, бөгөлмәй,
Матур баҫа түгелме?
Матур баҫып бейегәндә
Күңел аса түгелме?

Видеола: Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, бейеүсе Йәмилә Бикбаева.😍

Гөлназ Ҡотоева видеоһы.
5👍5
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
“Альфредовна” позывнойлы яҡташыбыҙ ҡайтҡан!

Был хаҡта билдәле шағирә, журналист Лариса Абдуллина хәбәр итте.

Лариса Хашим ҡыҙы “Альфредовна” менән МХО зонаһына эш сәфәренә барғанда танышҡан һәм бер нисә тапҡыр был турала яҙып та сыҡҡайны.

“Башҡортостан” полкында хеҙмәт иткән ҡатындың аш-һыуға оҫталығын, ул бешергән чебуректарҙың телде йоторлоҡ булыуын, яугирҙарыбыҙҙың тамағына яҡшы хәстәрләүен бәйән иткәйне.

Шулай уҡ күптән түгел батыр йөрәкле ханым РФ Оборона министрлығының “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы” тигән миҙалға лайыҡ булған.

Бына, ниһайәт, яҡындарын ҡыуандырып, “Альфредовна” тыуған яҡҡа ҡайтып төшкән.
🙏5❤‍🔥3😍2
ХӘЙЕРЛЕ ИРТӘ!

Көнөгөҙ матур үтһен!
6👍1
САЛАУАТ ЮЛАЕВ ИСЕМЕНДӘГЕ ДӘҮЛӘТ ПРЕМИЯҺЫ ЛАУРЕАТТАРЫ БИЛДӘЛӘНДЕ

📌Башҡортостан Башлығы указына ярашлы, 2024 йылда әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге дәүләт премияһына лайыҡ булдылар:

архитектура өлкәһендә Өфө хосписын төҙөү проекты өсөн “Башкиргражданпроект” проект институты яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт: генераль директор урынбаҫары – баш архитектор Роберт Александров һәм 1-се комплекслы оҫтахананың баш белгесе, етәксеһе Марина Завиская;

сәнғәт өлкәһендә Рәсәй Геройы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәли Шайморатовҡа һәйкәл эшләгән өсөн Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаков;

әҙәбиәт өлкәһендә “Төньяҡ амурҙары” тулы метражлы анимацион фильм төшөргән өсөн “Муха” ЯСЙ-ы директоры Артур Абдрахманов, “Башҡортостан” киностудияһы директоры Юнир Әминев, рәссам-карикатурасы Камил Буҙыҡаев.

Ҡотлайбыҙ! 🌹
🔥4👏2🤮1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
"Әгәр ғаиләлә бер генә милли ҡомартҡыбыҙ һаҡлана икән, шуны заманса кейем менән зауыҡлы ғына итеп кейеп йөрөргә өйрәтергә, шул миҫалды күрһәтергә кәрәк йәштәргә", - ти Салауат районы Комсомол ауылынан башҡорт милли кейемдәре оҫтаһы Гөлдәр Шәбиева.

Уның ауылында" Һомай" атамалы йорт-музейы бар.

Бында теләгән һәр кем килеп, башҡорт йортоноң биҙәлеше, ҡаралтылар, милли кейемдәр менән таныша, кейеп фотоға төшә ала.

Видео: Азат Ғәлиуллин.
5👍3
БАШҠОРТ ИЛЕ

Ҡайҙа - аҙан, һыуҙа - һаҙан,
Усаҡтарҙа ҡайнай ҡаҙан -
Шунда - башҡорт.
Йөҙө - нурлы, иле - муллы,
Табынында бисмиллалы
Һыйлы аш-ҡот.
Иманым тип, ил-ғәмем тип
Ҡанын ҡойған, йәнен ҡыйған -
Аҙаны шул,
Йәйрәп ятҡан тау-далаһын
Иңләп аҡҡан йылғаларҙың
Һаҙаны мул.
Ни мосафир изге уйҙан
Тупһабыҙҙан аша уҙһа -
Ҡаҙан әҙер,
Бабаларҙан шул рәүештә
Йәшәргә тип, эшләргә тип
Ҡалған нәҙер.
Донъяларҙа беҙ юғалған
Ҡәүем түгел, әүен түгел -
Кәмһенмәйбеҙ,
Сит малына, байлығына,
Әллә кемдең ер-һыуына
Ымһынмайбыҙ.
Шөкөр, тибеҙ: тулы - ҡаҙан,
Һыуҙа - һаҙан, моңло - аҙан,
Ныҡлы биле;
Иман сәсһен, дуҫ күбәйтһен,
Торған ерен ожмах итһен
Башҡорт иле.

Гүзәл СИТДИҠОВА.
6
БӨГӨН БАШҠОРТ ТЕЛЕНӘН ОНЛАЙН-ОЛИМПИАДА БАШЛАНДЫ!

Ҡатнашып өлгөрөүселәр бармы?

Һөҙөмтәләрегеҙ менән бүлешергә онотмағыҙ!😉

📌Теркәлеүгә бәйле ҡыйынлыҡтар килеп тыуған осраҡта:

браузерҙың кэшын таҙартығыҙ;

олимпиаданың сайты асылған битте яңыртып асығыҙ, тип кәңәш итә ойоштороусылар.

Олимпиаданың сайты: basholimpiada.ru.

Әгәр ҙә тағы ҡыйынлыҡтар килеп тыуһа, ошо телефон һандарын йыя алаһығыҙ: 8 (347) 246-58-24

Уңыштар!
🔥5
“Йүрүҙән” гәзите төркөмөндә яңы онлайн фотоконкурс иғлан ителгән.

Ул Ололар көнөнә арналған. Конкурс шарттары менән гәзиттең "Бәйләнештә"ге төркөмөндә ентекләберәк танышырға мөмкин.

Ә беҙ ҡатнашыусыларҙың береһе, Нәфиә Ҡәйепованың ғаилә фотоһына күҙебеҙ төшөп, һеҙҙең менән дә уртаҡлашмаҡсы булдыҡ. 🥰

Шундай һөймәлекле балалар һәм өлгө күрһәтерҙәй өләсәй-олатай бар икән был ғаиләлә, күҙ теймәһен!
6👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
БАРАҺЫҒЫҘМЫ?

Башҡортостандың Ҡурайсылар дәүләт ансамбле беренсе концертына саҡыра.

Иртәгә, сәғәт киске 7-лә "Башҡортостан Дәүләт концерт залында.
🔥10
Көҙ төҫөнә мансылған Ҡуштауыбыҙға һоҡланып бөтөрлөк түгел!

Был матурлыҡты Альбина Исмәғилева төшөрөп алған.
5🥰2