Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
668 subscribers
3.01K photos
1.61K videos
1 file
273 links
Download Telegram
📌 Актерҙар йортон нимә көтә?

Өфөләге Бәҙәр Йосопова исемендәге Актерҙар йортон киләсәктә яңырыу көтә. Был турала Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров белдергән. Ул республиканың Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе Алмас Әмиров менән бергә бинаны ҡарап сыҡҡан.

"Өфөләге Актерҙар йортон ҡала халҡы яҡшы белә - ул баш ҡалабыҙҙың уртаһында урынлашҡан. Эргәлә - театрҙар, университеттар. Студент саҡта беҙ бында йыш йөрөнөк, был урын тураһында хәтирәләр - тик яҡты ғына.
Әммә бина иҫке, уны тәртипкә килтерергә кәрәк.
Ремонт ҡына яһап ҡалмаҫҡа, тип һөйләштек - Актерҙар йортон ысын мәғәнәһендә мәҙәни үҙәккә әйләндерәсәкбеҙ. Алдағы оператив кәңәшмәлә кәрәкле бойороҡтар бирәсәкмен",

- тип яҙған сәхифәһендә Радий Хәбиров.

Шулай уҡ республика етәксеһе Башҡортостандың театр эшмәкәрҙәрен юғары баһалаған, тамашасыларҙың талапсанлығын билдәләгән һәм был мөһим проект мотлаҡ бойомға ашырына ышаныс белдергән. 👍
7👎1🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Туңдығыҙмы? Башығыҙға кейегеҙ!☝️
Ә бына был башҡорт аты башына нимә кейгән, беләһегеҙме?


Видео: muradym_horse
9🔥2😁1
Ҡышҡы селлә ❄️
Һыуыҡ бабай бик һирәк тәҙрәләргә биҙәк төшөрә хәҙер.

Фото: Елена Перминова.
91
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🔥"Порт-Артур" - башҡорт халыҡ йыры, ҡыҫҡа көй.

🔹Был йырҙы 1904-1905 йылдарҙа рус-япон һуғышында Порт-Артур ҡәлғәһен һаҡлауҙа ҡатнашҡан башҡорт яугирҙары ижад иткән.

🔹Порт-Артур — Ҡытайҙың Ляодун ярымутрауының иң көньяҡ нөктәһендә урынлашҡан ҡала. Уның үҙ исеме — Люйшюнь.

🔹Йырҙың ике вариантын да тәүге тапҡыр 1938 йылда Ғата Сөләймәнов Баймаҡ районы 2-се Төрөкмән ауылында йәшәгән Ғиниәт Утарбаевтан яҙып алған.

Видео: Хәйҙәр Хәмиҙуллин.
11🔥6👍3👏2
📌 "Юлдаш" радиоһы хеҙмәткәрҙәре Әбйәлил районының Ишбулды ауылында концерт ойошторған һәм хоккей уйнаған.

Ишбулды ауылының тағы бер исеме бар - "Ахай". Шуға ла ауылдың хоккей командаһы тап ошо атаманы йөрөтә икән. Радио хеҙмәткәрҙәре менән сәмле ярыш ауылдың Махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған 9 яугиры иҫтәлегенә арналған.

Дуҫлыҡ еңгән - 5:5.
10👍5
Ҡырт-ҡырт баҫҡан аяҡ тауышы ишетелгәндәй был һүрәттән.

Учалы районының ҡарлы, һыуыҡ һәм ҡояшлы ҡышы❄️

Яңы эш аҙнаһы уңышлы булыуын теләйбеҙ! 🥰
10👍3🔥1
📌 "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе" асыҡ республика конкурсының зона этабы башланды.

Конкурста республикала һәм Рәсәй төбәктәрендә йәшәгән, башҡорт телендә һөйләшкән ғаиләләр ҡатнаша. Улар "Ғаилә ижады", "Ғаилә кәсебе", "Ғаилә традициялары һәм ҡиммәттәре", "МХО геройы ғаиләһе", "Күп балалы башҡорт ғаиләһе" номинациялары буйынса билдәләнә.

Конкурстың әле муниципаль этабы үтте, хәҙер зона этабы һәм республика кимәлендә иң-иңдәрҙе билдәләйһе ҡалды.

📍 Еңеүселәрҙе 1 мартта Стәрлетамаҡта Башҡорт ғаиләһе көнөндә иғлан итәсәктәр.
6💯4👌2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Хәҙерге заман технологиялары ғәжәп инде 🔥
Ә һеҙ кемдәр менән ошолай "фото төшөргә" теләр инегеҙ?


Видео: Айҙар Хәмзин.
💔43❤‍🔥2😭2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
"Ҙур һәм татыу ғаилә" - 2026 йылдың атамаһын башҡортса әйтергә өйрәнегеҙ🔥

Башҡорт телен башлап өйрәнеүселәр өсөн бик ҡыҙыҡлы проект башлағандар - Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы директоры Гөлназ Йосопова ярҙам итә.

💯"Тыңлағыҙ. Хәтерегеҙҙә ҡалдырығыҙ. Яратҡандарығыҙға ебәрегеҙ!"

- ти "Башҡортостан бөгөн" ТГ-каналы.
7💯4🤝1
ФАЙҘАЛЫ ЯЛ - УҒАТАРҘАР ЯРЫШҠАН

Кисә Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында традицион йәйәнән уҡ атыу буйынса "Уғатар" республика фестивале үткән.

Сәмле ярышҡа Әбйәлил, Ауырғазы, Белорет, Бөрйән, Ғафури, Ейәнсура, Бишбүләк, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Өфө райондарынан һәм Белорет, Өфө, Ишембай ҡалаларынан 82 МӘРГӘН йыйылған.

Балалар "Көмбәҙ", "Ҡалҡан", "Тер һыу", Һыбайлы" тигән сәптәргә уҡ атты,

тип хәбәр итә ойоштороусылар. Ярыш бик көсөргәнешле барған.

🔥Еңеүселәр бүләккә Башҡортостандың Спорт министрлығынан йәйә һәм уҡтар алып ҡыуанған. Шулай уҡ "Мәргән уҡсы" ойошмаһы ла ҙур ярҙам күрһәткән.

Афариндар!👍
10👍1🔥1
Бүген кайбер урыннарда бик салкын! По данным метеорологических и чрезвычайных служб, в ночное время температура опустится ниже 30 градусов. Берегите себя! Следите за исправностью отопительных приборов, не перегружайте электросети и одевайтесь теплее, если выходите наулицу!

Уҙған шәмбе Татарстан Рәйесе Рөстәм Минниханов урамға сығырға кәңәш итмәне, үҙе лә сығып торманы ахыры)))

Ә Радий Хәбиров, һәр ваҡыттағыса егеттәрсә, тотҡан да Яңауылға эш сәфәре менән сыҡҡан. Беҙҙә ҡыш бауыры оҙон – Етәксе кешегә һыуыҡ тип көтөп ятырлыҡ түгел шул. Нәҡ шуға ла тормош һәүетемсә генә алға тәгәрәй. Яңауылда  музыка мәктәбе асылған – капиталь ремонттан һуң. Ә район дауаханаһын капиталь төҙөкләндереү дауам итәсәк. Тағы ла Өфөлә Бәҙәр Йосопова исемендәге актерҙар йортон төҙөкләндереү көтөлә – уҙған аҙнала республика етәксеһе уны ла барып ҡараны. Ә бөгөн Затонда яңы мәктәп асылды.Йәнә 2026 йылда күптән көтөлгән проект ғәмәлгә ашырыласаҡ – Өфө циркында ремонт башланасағы тураһында мәғлүмәт бирелде. Ә вуз-ара кампусҡа килгәндә, ул да төҙөлә. Республика етәксеһе төҙөлөштөң һәр этабын контролдә тота. Мировой Башлыҡ!
6👍3🤡2
Хәйерле иртә🦆
"Ҡалала ҡыш",

- ти фоторәссам Людмила Камнева.

Сихри күренеш 🩵
7👍4🤔1