Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
668 subscribers
3.01K photos
1.61K videos
1 file
273 links
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Туңдығыҙмы? Башығыҙға кейегеҙ!☝️
Ә бына был башҡорт аты башына нимә кейгән, беләһегеҙме?


Видео: muradym_horse
9🔥2😁1
Ҡышҡы селлә ❄️
Һыуыҡ бабай бик һирәк тәҙрәләргә биҙәк төшөрә хәҙер.

Фото: Елена Перминова.
91
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🔥"Порт-Артур" - башҡорт халыҡ йыры, ҡыҫҡа көй.

🔹Был йырҙы 1904-1905 йылдарҙа рус-япон һуғышында Порт-Артур ҡәлғәһен һаҡлауҙа ҡатнашҡан башҡорт яугирҙары ижад иткән.

🔹Порт-Артур — Ҡытайҙың Ляодун ярымутрауының иң көньяҡ нөктәһендә урынлашҡан ҡала. Уның үҙ исеме — Люйшюнь.

🔹Йырҙың ике вариантын да тәүге тапҡыр 1938 йылда Ғата Сөләймәнов Баймаҡ районы 2-се Төрөкмән ауылында йәшәгән Ғиниәт Утарбаевтан яҙып алған.

Видео: Хәйҙәр Хәмиҙуллин.
11🔥6👍3👏2
📌 "Юлдаш" радиоһы хеҙмәткәрҙәре Әбйәлил районының Ишбулды ауылында концерт ойошторған һәм хоккей уйнаған.

Ишбулды ауылының тағы бер исеме бар - "Ахай". Шуға ла ауылдың хоккей командаһы тап ошо атаманы йөрөтә икән. Радио хеҙмәткәрҙәре менән сәмле ярыш ауылдың Махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған 9 яугиры иҫтәлегенә арналған.

Дуҫлыҡ еңгән - 5:5.
10👍5
Ҡырт-ҡырт баҫҡан аяҡ тауышы ишетелгәндәй был һүрәттән.

Учалы районының ҡарлы, һыуыҡ һәм ҡояшлы ҡышы❄️

Яңы эш аҙнаһы уңышлы булыуын теләйбеҙ! 🥰
10👍3🔥1
📌 "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе" асыҡ республика конкурсының зона этабы башланды.

Конкурста республикала һәм Рәсәй төбәктәрендә йәшәгән, башҡорт телендә һөйләшкән ғаиләләр ҡатнаша. Улар "Ғаилә ижады", "Ғаилә кәсебе", "Ғаилә традициялары һәм ҡиммәттәре", "МХО геройы ғаиләһе", "Күп балалы башҡорт ғаиләһе" номинациялары буйынса билдәләнә.

Конкурстың әле муниципаль этабы үтте, хәҙер зона этабы һәм республика кимәлендә иң-иңдәрҙе билдәләйһе ҡалды.

📍 Еңеүселәрҙе 1 мартта Стәрлетамаҡта Башҡорт ғаиләһе көнөндә иғлан итәсәктәр.
6💯4👌2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Хәҙерге заман технологиялары ғәжәп инде 🔥
Ә һеҙ кемдәр менән ошолай "фото төшөргә" теләр инегеҙ?


Видео: Айҙар Хәмзин.
💔43❤‍🔥2😭2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
"Ҙур һәм татыу ғаилә" - 2026 йылдың атамаһын башҡортса әйтергә өйрәнегеҙ🔥

Башҡорт телен башлап өйрәнеүселәр өсөн бик ҡыҙыҡлы проект башлағандар - Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы директоры Гөлназ Йосопова ярҙам итә.

💯"Тыңлағыҙ. Хәтерегеҙҙә ҡалдырығыҙ. Яратҡандарығыҙға ебәрегеҙ!"

- ти "Башҡортостан бөгөн" ТГ-каналы.
7💯4🤝1
ФАЙҘАЛЫ ЯЛ - УҒАТАРҘАР ЯРЫШҠАН

Кисә Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында традицион йәйәнән уҡ атыу буйынса "Уғатар" республика фестивале үткән.

Сәмле ярышҡа Әбйәлил, Ауырғазы, Белорет, Бөрйән, Ғафури, Ейәнсура, Бишбүләк, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Өфө райондарынан һәм Белорет, Өфө, Ишембай ҡалаларынан 82 МӘРГӘН йыйылған.

Балалар "Көмбәҙ", "Ҡалҡан", "Тер һыу", Һыбайлы" тигән сәптәргә уҡ атты,

тип хәбәр итә ойоштороусылар. Ярыш бик көсөргәнешле барған.

🔥Еңеүселәр бүләккә Башҡортостандың Спорт министрлығынан йәйә һәм уҡтар алып ҡыуанған. Шулай уҡ "Мәргән уҡсы" ойошмаһы ла ҙур ярҙам күрһәткән.

Афариндар!👍
10👍1🔥1
Бүген кайбер урыннарда бик салкын! По данным метеорологических и чрезвычайных служб, в ночное время температура опустится ниже 30 градусов. Берегите себя! Следите за исправностью отопительных приборов, не перегружайте электросети и одевайтесь теплее, если выходите наулицу!

Уҙған шәмбе Татарстан Рәйесе Рөстәм Минниханов урамға сығырға кәңәш итмәне, үҙе лә сығып торманы ахыры)))

Ә Радий Хәбиров, һәр ваҡыттағыса егеттәрсә, тотҡан да Яңауылға эш сәфәре менән сыҡҡан. Беҙҙә ҡыш бауыры оҙон – Етәксе кешегә һыуыҡ тип көтөп ятырлыҡ түгел шул. Нәҡ шуға ла тормош һәүетемсә генә алға тәгәрәй. Яңауылда  музыка мәктәбе асылған – капиталь ремонттан һуң. Ә район дауаханаһын капиталь төҙөкләндереү дауам итәсәк. Тағы ла Өфөлә Бәҙәр Йосопова исемендәге актерҙар йортон төҙөкләндереү көтөлә – уҙған аҙнала республика етәксеһе уны ла барып ҡараны. Ә бөгөн Затонда яңы мәктәп асылды.Йәнә 2026 йылда күптән көтөлгән проект ғәмәлгә ашырыласаҡ – Өфө циркында ремонт башланасағы тураһында мәғлүмәт бирелде. Ә вуз-ара кампусҡа килгәндә, ул да төҙөлә. Республика етәксеһе төҙөлөштөң һәр этабын контролдә тота. Мировой Башлыҡ!
6👍3🤡2
Хәйерле иртә🦆
"Ҡалала ҡыш",

- ти фоторәссам Людмила Камнева.

Сихри күренеш 🩵
7👍4🤔1
📌Бөгөн ҡурайсы, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Башҡортосан Ҡурайсылар дәүләт ансамбле етәксеһе Азат АЙЫТҠОЛОВ күркәм юбилейын билдәләй.

Ул 1956 йылдың 27 ғинуарында хәҙерге Йылайыр район Юлдыбай ауылында тыуған.

1978 йылдан Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, донъяның 30 илендә гастролдә булған ҡурайсы, бик күп йәштәрҙә башҡорт халҡының уйын ҡоралына ҡарата һөйөү, оҫталыҡ тәрбиәләгән педагог.

💯Азат Миңлеғәли улының Башҡортостанда Ҡурайсылар дәүләт ансамблен булдырыуға һалған көсө баһалап бөткөһөҙ. Тап ул юғары профессионал музыканттарҙы туплаған коллектив булдырыу кәрәклеге тураһында республика етәкселегенә мөрәжәғәт итеп, 2024 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡурайсылар дәүләт ансамбле төҙөлөүе тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.

Азат Миңлеғәли улын күркәм ғүмер байрамы менән ихлас ҡотлайбыҙ. Ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, ижади уңыштар һәм ҡурай моңондай оҙон ғүмер теләйбеҙ!🌸
11👍7
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
"Бәхет - һуңлап килер ҡунаҡ", әммә "көтә белгәндәргә һуң түгел", белегеҙ! 💕

Видео: Илүзә һылыу.
12🔥3💯3
📌Башҡорт әҫәре буйынса ҡаҙаҡса фильм төшөрөлгән

Билдәле яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың повесы буйынса Ҡаҙағстанда төшөрөлгән фильм 5 февралдә прокатҡа сыға. Уны тәүҙә урындағы кинотеатрҙарҙа күрһәтәсәктәр.

"Әлегә фильмды законһыҙ күсермәләр эшләй алмаһындар өсөн, онлайн платформаларға сығармайҙар, ул тик Ҡаҙағстан кинотеатрҙарында ғына күрһәтеләсәк. Уның ҡарауы, Урта Азия илдәренә дубляж эшләп, шул телдәрҙә сығарырға планлаштыралар",

- тип һөйләгән Айгиз Ғиззәт улы "Башҡортостан" гәзитенә.

Әйткәндәй, Башҡортостанда ла яҙыусының повестары буйынса фильм төшөрөлдө һәм быйыл премьераһы көтөлә.
12🤝3👍2