Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
668 subscribers
3.01K photos
1.6K videos
1 file
273 links
Download Telegram
Хәйерле иртә🦆
"Ҡалала ҡыш",

- ти фоторәссам Людмила Камнева.

Сихри күренеш 🩵
7👍4🤔1
📌Бөгөн ҡурайсы, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Башҡортосан Ҡурайсылар дәүләт ансамбле етәксеһе Азат АЙЫТҠОЛОВ күркәм юбилейын билдәләй.

Ул 1956 йылдың 27 ғинуарында хәҙерге Йылайыр район Юлдыбай ауылында тыуған.

1978 йылдан Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, донъяның 30 илендә гастролдә булған ҡурайсы, бик күп йәштәрҙә башҡорт халҡының уйын ҡоралына ҡарата һөйөү, оҫталыҡ тәрбиәләгән педагог.

💯Азат Миңлеғәли улының Башҡортостанда Ҡурайсылар дәүләт ансамблен булдырыуға һалған көсө баһалап бөткөһөҙ. Тап ул юғары профессионал музыканттарҙы туплаған коллектив булдырыу кәрәклеге тураһында республика етәкселегенә мөрәжәғәт итеп, 2024 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡурайсылар дәүләт ансамбле төҙөлөүе тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.

Азат Миңлеғәли улын күркәм ғүмер байрамы менән ихлас ҡотлайбыҙ. Ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, ижади уңыштар һәм ҡурай моңондай оҙон ғүмер теләйбеҙ!🌸
11👍7
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
"Бәхет - һуңлап килер ҡунаҡ", әммә "көтә белгәндәргә һуң түгел", белегеҙ! 💕

Видео: Илүзә һылыу.
12🔥3💯3
📌Башҡорт әҫәре буйынса ҡаҙаҡса фильм төшөрөлгән

Билдәле яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың повесы буйынса Ҡаҙағстанда төшөрөлгән фильм 5 февралдә прокатҡа сыға. Уны тәүҙә урындағы кинотеатрҙарҙа күрһәтәсәктәр.

"Әлегә фильмды законһыҙ күсермәләр эшләй алмаһындар өсөн, онлайн платформаларға сығармайҙар, ул тик Ҡаҙағстан кинотеатрҙарында ғына күрһәтеләсәк. Уның ҡарауы, Урта Азия илдәренә дубляж эшләп, шул телдәрҙә сығарырға планлаштыралар",

- тип һөйләгән Айгиз Ғиззәт улы "Башҡортостан" гәзитенә.

Әйткәндәй, Башҡортостанда ла яҙыусының повестары буйынса фильм төшөрөлдө һәм быйыл премьераһы көтөлә.
12🤝3👍2
Үҙебеҙҙеке өсөн тауыш бир!

"Илдең йәш йөҙҙәре" Бөтә Рәсәй конкурсы финалында яҡташыбыҙ Элиза Ниғәмәтуллина ҡатнаша.

Тамашасы һөйөүе бүләгенә тауыш биреү башланған.


🔥 Иртәгә сәғәт 12:30-гә тиклем (Өфө буйынса) өлгөрөргә кәрәк.

📍 Әйҙәгеҙ, үҙебеҙҙең ҡыҙҙы күтәрмәләйек:
vk.ru/poll-2543632_1069003588
8🤝2👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Эштән һуң дәрт-дарман биреп һеҙгә🔥

Видео:
Салауат Алтынов.
9🔥5👏2🎄1
📌 Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән "Йәмәғәт киңлектәре сәғәте"ндә Өфө урамдарын төҙөкләндереү һәм тарихи биналарҙы яңыртыу буйынса кәңәшләшкәндәр.

🔹Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев әйтеүенсә, 2024 йылда баш ҡаланың 450 йыллығына 19 мәҙәни мираҫ объектының йөҙө ремонтланған.

🔹 Былтыр дүрт тарихи бина - Коммунистик урамдағы Тихониндар йорто, Чернышев урамындағы Степанов-Зорин йорто, Ленин урамындағы Шәфҡәт туташтары общинаһы бинаһы һәм Пушкин урамындағы Беренсе губерна музейы төҙөкләндерелгән.

🔹Быйыл Коммунистик урам, 63 адресы буйынса Душиндар йортон һәм Октябрь революцияһы, 13 буйынса урынлашҡан муниципаль объектты тергеҙеү эшен тамамларға ниәтләйҙәр.

Мәҙәни мираҫ объекты булған күп фатирлы йорттарҙың йөҙөн ремонтлау өсөн "Өфө мираҫы" тигән муниципаль программа булдырҙыҡ. Уға ярашлы, эштәрҙең 90 процентын ҡала бюджетынан ҡаплау ҡаралған,

- тине Ратмир Мәүлиев.

Шулай уҡ "Таҙа һауа" концепцияһы сиктәрендә Совет, Ленин, Достоевский, Чернышевский һәм Цюрупа урамдарында юлдарҙы төҙөкләндереү дауам итәсәк.

📍 Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был программаның өҙлөкһөҙ дауам итеүе мөһим булыуын һыҙыҡҡа алды.

Ә бына парктарға килгәндә, Рихард Зорге исемендәге сквер һәм Калинин районындағы Хәтер скверы "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" программаһы сиктәрендә тәртипкә килтереләсәк. Шулай уҡ Ленин исемендәге парк, Дзержинский һәм Миҙхәт Шакиров скверҙары, Дим районындағы Баланов ауылындағы урман паркы зонаһын яңыртырға ниәтләйҙәр.
6👍1👎1🔥1
Тауға менеп теләнгән теләк ҡабул була, ти🩵


📍 Ырымбур өлкәһе, Ҡараморонтау һырты

🔹 Боронғо атамаһы - Ҡараморонтау, ә интернет киңлектәрендә уны "Долгие горы" тип беләләр.
🔹 Һырттың иң бейек нөктәһе - 421 метр.
🔹 Ҡараморонтау һыртының бер тауы Ҡоромуйын тип атала. Уны "Нос-гора" Һәм "Курмаин" тип тә йөрөтәләр. Был тау эзбизташ ҡатламдарынан тора.

🔥Әйткәндәй, хәҙер Ырымбур өлкәһенә ингән был тауҙар теҙмәһенә йәштәр матур фотоһүрәттәр артынан бара.

Координаттары: 51.416310, 56.776176

Фото: Евгений Антонов.
11💯4👌1
🏹71 АЛТЫН МИҘАЛ ЯУЛАҒАН УҠСЫ🔥

Ауырғазы районынан 15 йәшлек Батырхан Ғайсин бөтәһе 71 алтын миҙал яулаған, шуларҙың 2-һен ошо көндәрҙә Ҡаҙағстанда үткән ярышта алған!

Ҡаҙағстанда «JAUJUREK мың бала» халыҡ-ара турнирында 150 йәш спортсыны туплаған 10 команда ҡатнашҡан. Башҡортостан данын 3 үҫмер яҡлаған.


🔥Ауырғазы районы Талбазы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Батырхан Ғайсин ике дисциплина - "Пута" һәм "Ҡалҡан" буйынса 1 урын алып, алтын миҙалдар алып ҡайтҡан.

Иглин районынан апайлы-һеңлеле Самира һәм Динара Бәлхейәровалар ҙа һынатмаған: Самира "Ҡалҡан" дисциплинаһында алтын миҙал, "Пута" буйынса бронза, ә Динара "Жамбы" буйынса алтын һәм Урта Азия сәбенә атыу буйынса көмөш миҙалдар яулаған.

Ғорурланабыҙ, афариндар!
12🔥2👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Балыҡ тураһында йыр бармы башҡорттарҙа?
Әлбиттә!

🔥Йырсы Зәлиә Нурлы башҡарыуында "Суртан балыҡ" башҡорт халыҡ йырын тыңлағыҙ. Тиҙҙән йырсы тәүге шәхси альбомын сығарасаҡ.
12🔥10
📌 Был матур башҡорт ғаиләһе - Эльвира һәм Юнир Һағынбаевтарҙыҡы.

Йырсы һәм ҡурайсы Юнир Һағынбаев сығышы менән Баймаҡ районы Буранбай ауылынан, ә уның тормош иптәше Эльвира - уҡытыусы, Иҫке Сибай ауылы ҡыҙы.
Һағынбаевтар Байрас һәм Ғайсар исемле ике ул үҫтерәләр.
👍13🔥62🤔1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Төҫкә ошолай булғанмы икән Аҡмулла?

Видео: Заһир Ишкинин.
13🔥11👍7😭1
"Ҡурыштыра, бөрөштөрә,
Ике ҡулды һуғыштыра",

- йомаҡ ҡойҙоҡ, яуабын тап 😉

Хәйерле иртә! ☀️
10👏42
📌 Хәйбулла шахматсылары - Рәсәйҙә иң яҡшы унау иҫәбендә!

Үткән аҙнала Удмуртияның Дебёсы ҡасабаһында бөтә илдән 350-нән ашыу йәш шахматы йыйылған.
23 төбәктең бәләкәй ҡала һәм ауылдарынан килгәндәр араһында Башҡортостан спортсылары ла булған - Хәйбулла районы Аҡъяр ауылы Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең "Аҡ ладья" клубы командаһы.

🔥Беҙҙең шахматсылар Рәсәйҙең иң көслө 10 шахмат командаһы иҫәбенә ингән.


Афариндар! 👏
👍76🔥2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бала саҡҡа алып ҡайтҡан видео 💟

Видео:
Ильмира Хәйбуллина.
🔥105