📌Башҡорт әҫәре буйынса ҡаҙаҡса фильм төшөрөлгән
Билдәле яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың повесы буйынса Ҡаҙағстанда төшөрөлгән фильм 5 февралдә прокатҡа сыға. Уны тәүҙә урындағы кинотеатрҙарҙа күрһәтәсәктәр.
- тип һөйләгән Айгиз Ғиззәт улы "Башҡортостан" гәзитенә.
⚡Әйткәндәй, Башҡортостанда ла яҙыусының повестары буйынса фильм төшөрөлдө һәм быйыл премьераһы көтөлә.

"Әлегә фильмды законһыҙ күсермәләр эшләй алмаһындар өсөн, онлайн платформаларға сығармайҙар, ул тик Ҡаҙағстан кинотеатрҙарында ғына күрһәтеләсәк. Уның ҡарауы, Урта Азия илдәренә дубляж эшләп, шул телдәрҙә сығарырға планлаштыралар",
- тип һөйләгән Айгиз Ғиззәт улы "Башҡортостан" гәзитенә.
⚡Әйткәндәй, Башҡортостанда ла яҙыусының повестары буйынса фильм төшөрөлдө һәм быйыл премьераһы көтөлә.
❤12🤝3👍2
❗Үҙебеҙҙеке өсөн тауыш бир!
"Илдең йәш йөҙҙәре" Бөтә Рәсәй конкурсы финалында яҡташыбыҙ Элиза Ниғәмәтуллина ҡатнаша.
🔥 Иртәгә сәғәт 12:30-гә тиклем (Өфө буйынса) өлгөрөргә кәрәк.
📍 Әйҙәгеҙ, үҙебеҙҙең ҡыҙҙы күтәрмәләйек:
vk.ru/poll-2543632_1069003588

Тамашасы һөйөүе бүләгенә тауыш биреү башланған.
🔥 Иртәгә сәғәт 12:30-гә тиклем (Өфө буйынса) өлгөрөргә кәрәк.
📍 Әйҙәгеҙ, үҙебеҙҙең ҡыҙҙы күтәрмәләйек:
vk.ru/poll-2543632_1069003588
❤8🤝2👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Эштән һуң дәрт-дарман биреп һеҙгә🔥
Видео: Салауат Алтынов.
Видео: Салауат Алтынов.
❤9🔥5👏2🎄1
📌 Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән "Йәмәғәт киңлектәре сәғәте"ндә Өфө урамдарын төҙөкләндереү һәм тарихи биналарҙы яңыртыу буйынса кәңәшләшкәндәр.
🔹Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев әйтеүенсә, 2024 йылда баш ҡаланың 450 йыллығына 19 мәҙәни мираҫ объектының йөҙө ремонтланған.
🔹 Былтыр дүрт тарихи бина - Коммунистик урамдағы Тихониндар йорто, Чернышев урамындағы Степанов-Зорин йорто, Ленин урамындағы Шәфҡәт туташтары общинаһы бинаһы һәм Пушкин урамындағы Беренсе губерна музейы төҙөкләндерелгән.
🔹Быйыл Коммунистик урам, 63 адресы буйынса Душиндар йортон һәм Октябрь революцияһы, 13 буйынса урынлашҡан муниципаль объектты тергеҙеү эшен тамамларға ниәтләйҙәр.
- тине Ратмир Мәүлиев.
Шулай уҡ "Таҙа һауа" концепцияһы сиктәрендә Совет, Ленин, Достоевский, Чернышевский һәм Цюрупа урамдарында юлдарҙы төҙөкләндереү дауам итәсәк.
📍 Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был программаның өҙлөкһөҙ дауам итеүе мөһим булыуын һыҙыҡҡа алды.
Ә бына парктарға килгәндә, Рихард Зорге исемендәге сквер һәм Калинин районындағы Хәтер скверы "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" программаһы сиктәрендә тәртипкә килтереләсәк. Шулай уҡ Ленин исемендәге парк, Дзержинский һәм Миҙхәт Шакиров скверҙары, Дим районындағы Баланов ауылындағы урман паркы зонаһын яңыртырға ниәтләйҙәр.

Мәҙәни мираҫ объекты булған күп фатирлы йорттарҙың йөҙөн ремонтлау өсөн "Өфө мираҫы" тигән муниципаль программа булдырҙыҡ. Уға ярашлы, эштәрҙең 90 процентын ҡала бюджетынан ҡаплау ҡаралған,
- тине Ратмир Мәүлиев.
Шулай уҡ "Таҙа һауа" концепцияһы сиктәрендә Совет, Ленин, Достоевский, Чернышевский һәм Цюрупа урамдарында юлдарҙы төҙөкләндереү дауам итәсәк.
📍 Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был программаның өҙлөкһөҙ дауам итеүе мөһим булыуын һыҙыҡҡа алды.
Ә бына парктарға килгәндә, Рихард Зорге исемендәге сквер һәм Калинин районындағы Хәтер скверы "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" программаһы сиктәрендә тәртипкә килтереләсәк. Шулай уҡ Ленин исемендәге парк, Дзержинский һәм Миҙхәт Шакиров скверҙары, Дим районындағы Баланов ауылындағы урман паркы зонаһын яңыртырға ниәтләйҙәр.
❤6👍1👎1🔥1
Тауға менеп теләнгән теләк ҡабул була, ти🩵
📍 Ырымбур өлкәһе, Ҡараморонтау һырты
🔹 Боронғо атамаһы - Ҡараморонтау, ә интернет киңлектәрендә уны "Долгие горы" тип беләләр.
🔹 Һырттың иң бейек нөктәһе - 421 метр.
🔹 Ҡараморонтау һыртының бер тауы Ҡоромуйын тип атала. Уны "Нос-гора" Һәм "Курмаин" тип тә йөрөтәләр. Был тау эзбизташ ҡатламдарынан тора.
🔥Әйткәндәй, хәҙер Ырымбур өлкәһенә ингән был тауҙар теҙмәһенә йәштәр матур фотоһүрәттәр артынан бара.
Координаттары: 51.416310, 56.776176
Фото: Евгений Антонов.
❤11💯4👌1
❤5🥰1
🏹71 АЛТЫН МИҘАЛ ЯУЛАҒАН УҠСЫ🔥
Ауырғазы районынан 15 йәшлек Батырхан Ғайсин бөтәһе 71 алтын миҙал яулаған, шуларҙың 2-һен ошо көндәрҙә Ҡаҙағстанда үткән ярышта алған!
🔥Ауырғазы районы Талбазы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Батырхан Ғайсин ике дисциплина - "Пута" һәм "Ҡалҡан" буйынса 1 урын алып, алтын миҙалдар алып ҡайтҡан.
⚡Иглин районынан апайлы-һеңлеле Самира һәм Динара Бәлхейәровалар ҙа һынатмаған: Самира "Ҡалҡан" дисциплинаһында алтын миҙал, "Пута" буйынса бронза, ә Динара "Жамбы" буйынса алтын һәм Урта Азия сәбенә атыу буйынса көмөш миҙалдар яулаған.
Ғорурланабыҙ, афариндар!❤

Ҡаҙағстанда «JAUJUREK мың бала» халыҡ-ара турнирында 150 йәш спортсыны туплаған 10 команда ҡатнашҡан. Башҡортостан данын 3 үҫмер яҡлаған.
🔥Ауырғазы районы Талбазы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Батырхан Ғайсин ике дисциплина - "Пута" һәм "Ҡалҡан" буйынса 1 урын алып, алтын миҙалдар алып ҡайтҡан.
⚡Иглин районынан апайлы-һеңлеле Самира һәм Динара Бәлхейәровалар ҙа һынатмаған: Самира "Ҡалҡан" дисциплинаһында алтын миҙал, "Пута" буйынса бронза, ә Динара "Жамбы" буйынса алтын һәм Урта Азия сәбенә атыу буйынса көмөш миҙалдар яулаған.
Ғорурланабыҙ, афариндар!❤
❤12🔥2👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
❓Балыҡ тураһында йыр бармы башҡорттарҙа?
✅ Әлбиттә!
🔥Йырсы Зәлиә Нурлы башҡарыуында "Суртан балыҡ" башҡорт халыҡ йырын тыңлағыҙ. Тиҙҙән йырсы тәүге шәхси альбомын сығарасаҡ.

❤12🔥10
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
❓Төҫкә ошолай булғанмы икән Аҡмулла?
Видео: Заһир Ишкинин.
Видео: Заһир Ишкинин.
❤13🔥11👍7😭1
📌 Хәйбулла шахматсылары - Рәсәйҙә иң яҡшы унау иҫәбендә!
Үткән аҙнала Удмуртияның Дебёсы ҡасабаһында бөтә илдән 350-нән ашыу йәш шахматы йыйылған.
23 төбәктең бәләкәй ҡала һәм ауылдарынан килгәндәр араһында Башҡортостан спортсылары ла булған - Хәйбулла районы Аҡъяр ауылы Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең "Аҡ ладья" клубы командаһы.
Афариндар! 👏

🔥Беҙҙең шахматсылар Рәсәйҙең иң көслө 10 шахмат командаһы иҫәбенә ингән.
Афариндар! 👏
👍7❤6🔥2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бала саҡҡа алып ҡайтҡан видео 💟
Видео: Ильмира Хәйбуллина.
Видео: Ильмира Хәйбуллина.
🔥10❤5
📌Милли китапханала "Туғандаш халыҡтар: уртаҡ тарих биттәре" даими китап күргәҙмәһе асылған.
Күргәҙмә күп милләтле Ватаныбыҙҙың Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан туғандаш халыҡтарына арналған. Китаптар, хәрирәләр, тарихи тикшеренеүҙәо һәм документтар яугирҙарҙың ҡаһарманлығын сағылдыра, замандаштарыбыҙға ил азатлығы һәм аяҙ күк йөҙө өсөн йәнен фиҙа ҡылған батырҙар тураһында тәрән уйланырға, белергә ярҙам итә.
Алғы һыҙыҡта ғына түгел, тылда хеҙмәте менән Еңеүҙе яҡынайтыусыларға ла айырым иғтибар бүленгән күргәҙмәлә.

🔥7❤2
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡоролтайға сираттағы мөрәжәғәт менән сығыш яһаясаҡ. Иртәгә. Элгәре йылдарҙағы Мөрәжәғәтнәмәләгә байҡау яһағанда...
Иң хәтерҙә ҡалғаны беренсеһе булды. 2018 йылда Радий Хәбиров төбәк етәкселәре өсөн төп сәйәси ваҡиға булып торған сараның форматын тулыһынса үҙгәртте. Сара Ҡоролтайҙың ултырыш залында түгел, ә конгресс-холда ойошторолдо. Мөрәжәғәтнамәне депутаттар һәм Башҡортостан Хөкүмәте корпусы ғынатүгел, ябай ауыл хеҙмәтсәндәре, мәҙәниәт, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәре һәм башҡалар тыңланы. Сығышындағы төп фекер - берҙәмлеккә саҡырыу ине. Ул ошо фекерен сарала ҡатнашҡан ябай республика кешеләренә булған мөнәсәбәте аша тотош Башҡортостан халҡына еткерҙе. Ә инде Мөрәжәғәтнамәне тыңларға Мортаза Рәхимов һәм Рөстәм Хәмитовтың саҡырылыуы, уларға айырым рәхмәт һүҙҙәре еткерелеүе – сәйәси элитаға төбәлде. Юғары даирәләрҙе лә берҙәмлеккә саҡырҙы.
Ул сығышын өр-яңы слоган «БЕҘ ЯҠШЫРАҠ БУЛДЫРАБЫҘ!» тигән һүҙҙәр менән тамамланы. Киләһе йылдарҙағы Мөрәжәғәтнәмәләр һәм уларҙың һөҙөмтәһе, ғөмүмән, артта ҡалған йылдарҙағы үҙгәрештәр (бик оҙаҡ торғонлоҡ таң һуң!) быны дәлилләне. Әлбиттә, 2018 йылды шул уҡ 2020 һәм 2021 йылдар менән сағыштырып булмай. Ул ваҡытта грандиоз пландарға ҡайһы бер төҙәтмәләрҙекоронавирус пандемияһы индерҙе. Республика Етәксеһе кеше ғүмәреҙәрен һаҡлау, ковид госпиталдәр төҙөүҙө өҫтөнлөклө план итеп билдәләне. Пандемияны үткәреп бер аҙ тын алыуға яңы һынау килде. 2022йылдан бөтә көс махсус хәрби операция бурыстарын үтәүгә йүнәлтелде. Ә шулайҙа...
Ә шулайҙа дөйөм үҫеш, республиканы яңы кимәлгә сығарыу йәһәтенән бик күп эштәр атҡарылды. Мөрәжәғәтнамә сиктәрендә белдерелгән ҙәр ғәмәлгә ашты. Беренсе Мөрәжәғәтнамәлә иҫке мәктәптәрҙе яңыртыу хаҡында һүҙ әйтелде – тейешле кимәлдә эште ойоштороу һөҙөмтәһендә Башҡортостан федераль бюджеттан мәктәптәрҙе капиталь төҙөкләндереү өсөн иң күп сумма алған республика. Шуға өҫтәп өр-яңы ҙур мәктәптәр ҙә сафҡа инде. Мөрәжәғәтнамә сиктәрендә беренсел медицинаны яңыртыу бурысын да ҡуйҙы Радий Хәбиров. Был пункка ла тулыһынса үтәлде тигән билдә ҡуйырға мөмкин. 2019 йылдан алып Башҡортостанда өр-яңы 600 ФАП асылды. Иҫке поликлиникаларында төҙөкләндерелде, яңылары ла төҙөлдө. Тап Мөрәжәғәтнамә сиктәрендә Башҡортостан Башлығы республика кардиология үҙәгенең яңы хирургия корпусын төҙөйбөҙ тине, төбәк өсөн бик мөһим Балалар онкологияһы үҙегән булдырыу тураһында белдерҙе – улар бер-нисә йыл эсендә сафҡа инде, бөгөн улар тулы ҡеүәттә эшләй. Йәнә Совет
майҙанын реконструкциялау, унда Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыласағын белдерҙе. Вәғәҙә үтәлде. Өфөләр Совет майҙанының элекке торошон – парковка урыны булыуын шул арала онотто ла шикелле)....
Һәм һәр йылда
Республика етәксеһенең Мөрәжәғәтнамәһендә тыңларға ололап һәм ҙурлап республиканың ябай кешеләре – механизатор, фермер,волонтер, уҡытыусы, табиптар, СВО-ла ҡатнашыусылар, уларҙың яҡындары һәм әртистәр саҡырылды. Әйткәндәй, 2019 йылда Халыҡ-ара конкурс еңеүселәре, башҡорт мәҙәниәтен киң аренаға танытыусы лари булараҡ «Арғымаҡ» төркөмө саҡырылған. Ә быйыл «Ай Йолалар» булырмы икән? Ни тиһәң дә улар точно Яҡшыраҡ булдырҙы 😊
Радий Хәбировтың сираттағы Мөрәжәғәтнамәһе иртәгә. Ҡарарбыҙ, уныһына ла байҡау яһарбыҙ.
ХАЛЫҠ АРБАҺЫ

❤5💯3👎2🤝2😁1🤡1
Башҡортостанға төшкән метеорит ҡайҙа һаҡланыуын беләһегеҙме? 🌠
☄️1990 йылдың 17 майында Стәрлетамаҡ ҡалаһынан 20 км алыҫлыҡта урынлашҡан Октябрьский ауылы эргәһендә 300 килограмдан ашыу ауырлыҡтағы метеорит төшә.
☄️Метеорит Ҡыҙ йондоҙлоғонан осоп килгән. Уға "Стерлитамакский №180" тигән атама бирелгән.
Метеорит камасит һәм тэнит (метеорит тимере), шрейберзит, рабдит, добреелит, троилит һәм башҡа матдәләрҙән тора.
📍 Ул Өфөләге Р. Ғ. Кузеев исемендәге Этнологик тикшеренеүҙәр институтының Археология һәм этнография музейында һаҡлана.
Фото: интернеттан.

Был урында диаметры 10 метр, тәрәнлеге 4 метрлыҡ соҡор барлыҡҡа килә. Хәҙер унда яуым-төшөмдән күл йыйылған. Уны уратып иген сәсәләр.

❤6🔥4👍3🕊1