Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
668 subscribers
3.01K photos
1.6K videos
1 file
273 links
Download Telegram
Башҡортостанға төшкән метеорит ҡайҙа һаҡланыуын беләһегеҙме? 🌠

☄️1990 йылдың 17 майында Стәрлетамаҡ ҡалаһынан 20 км алыҫлыҡта урынлашҡан Октябрьский ауылы эргәһендә 300 килограмдан ашыу ауырлыҡтағы метеорит төшә.

Был урында диаметры 10 метр, тәрәнлеге 4 метрлыҡ соҡор барлыҡҡа килә. Хәҙер унда яуым-төшөмдән күл йыйылған. Уны уратып иген сәсәләр.


☄️Метеорит Ҡыҙ йондоҙлоғонан осоп килгән. Уға "Стерлитамакский №180" тигән атама бирелгән.

Метеорит камасит һәм тэнит (метеорит тимере), шрейберзит, рабдит, добреелит, троилит һәм башҡа матдәләрҙән тора.

📍 Ул Өфөләге Р. Ғ. Кузеев исемендәге Этнологик тикшеренеүҙәр институтының Археология һәм этнография музейында һаҡлана.

Фото: интернеттан.
6🔥4👍3🕊1
⚡️Башҡортостан Башлығының Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһе башланды.

"Быйылғы йылға төп бурысты өс һүҙ менән билдәләй алам – БАРЫҺЫ ЛА ЕҢЕҮ ӨСӨН!"

- тине Радий Хәбиров.

💯
"Бер нәмә лә үтмәй, бер нәмә лә тиҙ генә төҙәлмәй. Бер нәмә лә элеккесә булмаясаҡ. Беҙ ҡаршылыҡ күрһәтеүҙең тик Рәсәй яугирҙарының көсө, ныҡлығы һәм ҡаһарманлығы ғына беҙҙе һәм киләсәк быуындарыбыҙҙы тыныс һәм хәүефһеҙ тормош менән тәьмин итәсәк. Шуға күрә беҙгә хәҙер ЕҢЕҮ ӨСӨН бар көсөбөҙҙө һалырға кәрәк. Шундай ауыр ҡаршы тороуҙа еңер өсөн йәмғиәтебеҙҙең тулыһынса бергә тупланыуы кәрәк. Барыһының да һәм һәр беребеҙҙең дә берләшеүе",
- тине сығышында республика етәксеһе.
7💯3👎2🤝2
Радий Хәбиров «Талҡаҫ» шифаханаһында МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн дауалау һәм реабилитациялау үҙәген асырға ҡушты.
5❤‍🔥4👌3🤡2🤝1
📌Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттарына Мөрәжәғәте тамамланды.

Ул бер сәғәттән ашыу барҙы һәм күбеһенсә Еңеүгә өлөш индереү темаһына бағышланды.

🔹Төп бурыс - Барыһы ла еңеү өсөн - тип билдәләнде.
🔹 Шундай ауыр ҡаршылыҡтарҙы еңеү өсөн йәмғиәтебеҙҙең мобилизацияланыуы кәрәк.
🔹 Башҡортостан ике йыл эсендә МХО зонаһына 10 меңдән ашыу дрон ебәргән. Апрелдән тәьмин ителеш 50 процентҡа артасаҡ. Беҙҙең инженерҙар "Ҡыш бабай" тип атаған ауыр дрон әле яугирҙарға ярҙам итә.
🔹 "Талҡаҫ" шифаханаһына инвестор табылды, Радий Хәбиров бында МХО яугирҙарын дауалау һәм реабилитациялау үҙәге асырға тәҡдим итте.
🔹 Оборона министрлығы яңы ғәскәр төрө - пилотһыҙ системалар ғәскәрен булдырҙы.
🔹 Муниципалитеттарҙа МХО-нан ҡайтҡандарҙы эшкә урынлаштырыу йүнәлешендә эште көсәйтергә.
🔹 Республика һуғыш ветерандары клиник госпиталенә табип-хирург Михаил Каменев исемен бирергә.
🔹 Хәбәрһеҙ юғалған яугирҙарҙы эҙләү буйынса даими эшләүсе төркөм ойошторорға.
🔹 Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығына һаҡлаулы объекттар исемлеген киңәйтергә, унда йылылыҡ һәм энергия менән тәьмин итеүсе объекттарҙы ла индерергә.
🔹 Республика Хөкүмәте предприятиеларҙың уңышлы эшләгән хеҙмәт коллективтарына генерал Шайморатов орденын тапшырыу буйынса тәҡдимдәр индерергә тейеш.
🔹 «Бөтәһе лә фронт өсөн, бөтәһе лә Еңеү өсөн» тиеү башҡа мөһим социаль бурыстарҙы икенсе планға күсереүҙе аңлатмай. Бер үк ваҡытта ике бурысты – махсус хәрби операцияға һөҙөмтәле ярҙам һәм республиканың үҫешен хәл итеү – беҙҙең идара итеү командаһының ысын оҫталығын күрһәтәсәк.

"Президентыбыҙ Өфөлә булғанда Башҡортостан тураһында былай тигәйне: башҡорттар Рус дәүләтенә үҙ ирке менән ҡушылғандан алып, шулай уҡ үҙ теләге менән Ватаныбыҙҙың сиктәрен һаҡлау миссияһын иңенә алды. Владимир Владимирович фекеренсә, Башҡортостан һәр ваҡыт Рәсәй тормошонда, тарихында һәм яҙмышында мөһим роль уйнаған.
Терәк төбәктәрҙең береһенең Башлығы булараҡ, Башҡортостан Рәсәй менән берлектә ошо ҡатмарлы осорҙо лайыҡлы үтһен өсөн бөтә көсөмдө һәм тәжрибәмде һаласаҡмын. Бының өсөн беҙ һеҙҙең менән артабан да ЕҢЕҮ ӨСӨН барыһын да эшләйәсәкбеҙ!"

- тине Радий Хәбиров сығышын йомғаҡлап.
4👍4💯4🤡2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
🔥Баязит Тайыпов менән яҡынданыраҡ танышырға була хәҙер.
Нисекме?
Өфө театрҙарының береһенә барып!

Билдәле йырсы Дамир Тайыповтың улы Баязит хәҙер спектаклдә уйнай.
Малай М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында ҡуйылған "Ал яулыҡлы тирәккәйем" драмаһында Самат ролен башҡара.

Беренсе тапҡыр сәхнәгә сығыуын атаһы төшөрөп һалған. Бик оҫта ғына уйнап, бүләктәр алып ҡайтҡан Баязит.

Ҡотлайбыҙ, афарин! 👏 👏 👏

Видео:
Дамир Тайыпов.
10❤‍🔥3👍3🔥2
🌸Ҡарағыҙ әле, йәмәғәт, сәғәттәре ниндәй матур!

Был сәғәт Белорет ҡалаһындағы Я. Хамматов исемендәге Башҡорт гимназияһының башҡорт теле кабинетында тора.

📍Гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сәриә Ҡаһарманова кабинетты биҙәү эшен дауам итеүҙәре тураһында хәбәр иткән.

"Үткәндә бер коллега: «Һеҙгә бында орнаментлы сәғәт етмәй», - тигәйне. Ысынлап та, бахыр ғына булып, хан заманындағы алһыу сәғәт тора ине.
Шул хаҡта балаларға һөйләнем микән, әммә мин төрлө юлдарын уйлағансы, әсәйҙәрҙең береһе Өфөләге оҫтанан эшләтеп, ОЗОН аша килтереп еткереү яйын да ҡараған. Бына, элеп тә ҡуйҙыҡ. Матур бит",

- тип ҡыуанысы менән уртаҡлашҡан педагог һәм атай-әсәйҙәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткергән.

Ысынлап та, фотола бүлмә тотош күренмәһә лә, уның зауыҡ менән биҙәлеүе һиҙелеп тора.
Балаларға башҡорт теле аша мәҙәниәтебеҙгә, тарихыбыҙға һөйөү тәрбиәләү өсөн бар күңелен һалып эшләгән уҡытыусыға һәм атай-әсәйҙәргә - афарин!🥰
👍147🤝3😁1🤗1
5👍4🔥3😎1
Иртәгә "Толоп-фест". Өфөлә. Сәғәт 11-ҙә. Бараһығыҙмы?
Anonymous Poll
36%
Эйе😍
59%
Юҡ
5%
Үҙегеҙҙең вариант, яҙ 🙃
2
Матур ял көнө теләйбеҙ! 💟

Лаҡлы мәмерйәһе - Башҡортостандың Салауат районында урынлашҡан. Был атамаһы ошондай уҡ атамалы ауыл эргәһендә булыуына бәйле.

Электән мәмерйәне Ташҡыуыш тип йөрөткәндәр. Ул Сүлмәктауҙа урынлашҡан.


🔹Беренсе тапҡыр Ташҡыуыш (Лаҡлы) мәмерйәһе тураһында сәйәхәтсе П.С. Паллас 1770 йылда яҙа. 1889 йылда академик Ф.Н. Чернышёв тасуирлай, ә 1914 йылда С.И. Руденко тикшерә.

🔹Ташҡыуыштың оҙонлоғо 321 м, киңлеге уртаса 19,5 м, бейеклеге - 5 м.

🔹Мәмерйәнең ауыҙы Лаҡлы йылғаһы кимәленән 34 м өҫтә урынлашҡан.

Фото: Булат.
3👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ауылдағы бер көн 😍

📍 Белорет районының һыуыҡ ҡышы.

Видео: Ләйсән Билалова.
7🤩1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 Өфөлә #ӨЙҘӘ (#ДОМА) фестивале үтте.
Унда Башҡортостан студенттары - республикала һәм унан ситтә белем алған йәштәр йыйылды.

Улар белемдәрен камиллаштырҙы, республикала эш биреүселәр менән осрашып һөйләште, бындағы үҫеш мөмкинлектәре менән танышты.

Сарала, йылдағыса, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Ул йәштәр алдында сығыш яһап, киләсәк ышаныслы ҡулдарҙа булыуына инаныуын белдерҙе.
5👍2👎1🥰1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ҡараңғы булһа ла, күңелдә яҡты был күренештән 🥰

Ҡышҡы киске ауыл ❄️

Видео:
Салауат Юнысов.
3👍2