Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
668 subscribers
3.01K photos
1.6K videos
1 file
273 links
Download Telegram
"Ҡурыштыра, бөрөштөрә,
Ике ҡулды һуғыштыра",

- йомаҡ ҡойҙоҡ, яуабын тап 😉

Хәйерле иртә! ☀️
10👏42
📌 Хәйбулла шахматсылары - Рәсәйҙә иң яҡшы унау иҫәбендә!

Үткән аҙнала Удмуртияның Дебёсы ҡасабаһында бөтә илдән 350-нән ашыу йәш шахматы йыйылған.
23 төбәктең бәләкәй ҡала һәм ауылдарынан килгәндәр араһында Башҡортостан спортсылары ла булған - Хәйбулла районы Аҡъяр ауылы Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең "Аҡ ладья" клубы командаһы.

🔥Беҙҙең шахматсылар Рәсәйҙең иң көслө 10 шахмат командаһы иҫәбенә ингән.


Афариндар! 👏
👍76🔥2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бала саҡҡа алып ҡайтҡан видео 💟

Видео:
Ильмира Хәйбуллина.
🔥105
📌Милли китапханала "Туғандаш халыҡтар: уртаҡ тарих биттәре" даими китап күргәҙмәһе асылған.

Күргәҙмә күп милләтле Ватаныбыҙҙың Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан туғандаш халыҡтарына арналған. Китаптар, хәрирәләр, тарихи тикшеренеүҙәо һәм документтар яугирҙарҙың ҡаһарманлығын сағылдыра, замандаштарыбыҙға ил азатлығы һәм аяҙ күк йөҙө өсөн йәнен фиҙа ҡылған батырҙар тураһында тәрән уйланырға, белергә ярҙам итә.

Алғы һыҙыҡта ғына түгел, тылда хеҙмәте менән Еңеүҙе яҡынайтыусыларға ла айырым иғтибар бүленгән күргәҙмәлә.
🔥72
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡоролтайға сираттағы мөрәжәғәт менән сығыш яһаясаҡ. Иртәгә. Элгәре йылдарҙағы Мөрәжәғәтнәмәләгә байҡау яһағанда...

Иң хәтерҙә ҡалғаны беренсеһе булды. 2018 йылда Радий Хәбиров төбәк етәкселәре өсөн төп сәйәси ваҡиға булып торған сараның форматын тулыһынса үҙгәртте. Сара Ҡоролтайҙың ултырыш залында түгел, ә конгресс-холда ойошторолдо. Мөрәжәғәтнамәне депутаттар һәм Башҡортостан Хөкүмәте корпусы ғынатүгел, ябай ауыл хеҙмәтсәндәре, мәҙәниәт, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәре һәм башҡалар тыңланы. Сығышындағы төп фекер - берҙәмлеккә саҡырыу ине. Ул ошо фекерен сарала ҡатнашҡан ябай республика кешеләренә булған мөнәсәбәте аша тотош Башҡортостан халҡына еткерҙе. Ә инде Мөрәжәғәтнамәне тыңларға Мортаза Рәхимов һәм Рөстәм Хәмитовтың саҡырылыуы, уларға айырым рәхмәт һүҙҙәре еткерелеүе – сәйәси элитаға төбәлде. Юғары даирәләрҙе лә берҙәмлеккә саҡырҙы.
Ул сығышын өр-яңы слоган «БЕҘ ЯҠШЫРАҠ БУЛДЫРАБЫҘ!» тигән һүҙҙәр менән тамамланы. Киләһе йылдарҙағы Мөрәжәғәтнәмәләр һәм уларҙың һөҙөмтәһе, ғөмүмән, артта ҡалған йылдарҙағы үҙгәрештәр (бик оҙаҡ торғонлоҡ таң һуң!) быны дәлилләне. Әлбиттә, 2018 йылды шул уҡ 2020 һәм 2021 йылдар менән сағыштырып булмай. Ул ваҡытта грандиоз пландарға ҡайһы бер төҙәтмәләрҙекоронавирус пандемияһы индерҙе. Республика Етәксеһе  кеше ғүмәреҙәрен һаҡлау, ковид госпиталдәр төҙөүҙө өҫтөнлөклө план итеп билдәләне. Пандемияны үткәреп бер аҙ тын алыуға яңы һынау килде. 2022йылдан бөтә көс махсус хәрби операция бурыстарын үтәүгә йүнәлтелде. Ә шулайҙа...
Ә шулайҙа дөйөм үҫеш, республиканы яңы кимәлгә сығарыу йәһәтенән бик күп эштәр атҡарылды. Мөрәжәғәтнамә сиктәрендә белдерелгән ҙәр ғәмәлгә ашты. Беренсе Мөрәжәғәтнамәлә иҫке мәктәптәрҙе яңыртыу хаҡында һүҙ әйтелде – тейешле кимәлдә эште ойоштороу һөҙөмтәһендә Башҡортостан федераль бюджеттан мәктәптәрҙе капиталь төҙөкләндереү өсөн иң күп сумма алған республика. Шуға өҫтәп өр-яңы ҙур мәктәптәр ҙә сафҡа инде. Мөрәжәғәтнамә сиктәрендә беренсел медицинаны яңыртыу бурысын да ҡуйҙы Радий Хәбиров. Был пункка ла тулыһынса үтәлде тигән билдә ҡуйырға мөмкин. 2019 йылдан алып Башҡортостанда өр-яңы 600 ФАП асылды. Иҫке поликлиникаларында төҙөкләндерелде, яңылары ла төҙөлдө. Тап Мөрәжәғәтнамә сиктәрендә Башҡортостан Башлығы республика кардиология үҙәгенең яңы хирургия корпусын төҙөйбөҙ тине, төбәк өсөн бик мөһим Балалар онкологияһы үҙегән булдырыу тураһында белдерҙе – улар бер-нисә йыл эсендә сафҡа инде, бөгөн улар тулы ҡеүәттә эшләй. Йәнә Совет
майҙанын реконструкциялау, унда Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыласағын белдерҙе. Вәғәҙә үтәлде. Өфөләр Совет майҙанының элекке торошон – парковка урыны булыуын шул арала онотто ла шикелле)....

Һәм һәр йылда
Республика етәксеһенең Мөрәжәғәтнамәһендә тыңларға ололап һәм ҙурлап республиканың ябай кешеләре – механизатор, фермер,волонтер, уҡытыусы, табиптар, СВО-ла ҡатнашыусылар, уларҙың яҡындары һәм әртистәр саҡырылды. Әйткәндәй,  2019 йылда Халыҡ-ара конкурс еңеүселәре, башҡорт мәҙәниәтен киң аренаға танытыусы лари булараҡ «Арғымаҡ» төркөмө саҡырылған. Ә быйыл «Ай Йолалар» булырмы икән? Ни тиһәң дә улар точно Яҡшыраҡ булдырҙы 😊

Радий Хәбировтың сираттағы Мөрәжәғәтнамәһе иртәгә. Ҡарарбыҙ, уныһына ла байҡау яһарбыҙ.

ХАЛЫҠ АРБАҺЫ
5💯3👎2🤝2😁1🤡1
Башҡортостанға төшкән метеорит ҡайҙа һаҡланыуын беләһегеҙме? 🌠

☄️1990 йылдың 17 майында Стәрлетамаҡ ҡалаһынан 20 км алыҫлыҡта урынлашҡан Октябрьский ауылы эргәһендә 300 килограмдан ашыу ауырлыҡтағы метеорит төшә.

Был урында диаметры 10 метр, тәрәнлеге 4 метрлыҡ соҡор барлыҡҡа килә. Хәҙер унда яуым-төшөмдән күл йыйылған. Уны уратып иген сәсәләр.


☄️Метеорит Ҡыҙ йондоҙлоғонан осоп килгән. Уға "Стерлитамакский №180" тигән атама бирелгән.

Метеорит камасит һәм тэнит (метеорит тимере), шрейберзит, рабдит, добреелит, троилит һәм башҡа матдәләрҙән тора.

📍 Ул Өфөләге Р. Ғ. Кузеев исемендәге Этнологик тикшеренеүҙәр институтының Археология һәм этнография музейында һаҡлана.

Фото: интернеттан.
6🔥4👍3🕊1
⚡️Башҡортостан Башлығының Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһе башланды.

"Быйылғы йылға төп бурысты өс һүҙ менән билдәләй алам – БАРЫҺЫ ЛА ЕҢЕҮ ӨСӨН!"

- тине Радий Хәбиров.

💯
"Бер нәмә лә үтмәй, бер нәмә лә тиҙ генә төҙәлмәй. Бер нәмә лә элеккесә булмаясаҡ. Беҙ ҡаршылыҡ күрһәтеүҙең тик Рәсәй яугирҙарының көсө, ныҡлығы һәм ҡаһарманлығы ғына беҙҙе һәм киләсәк быуындарыбыҙҙы тыныс һәм хәүефһеҙ тормош менән тәьмин итәсәк. Шуға күрә беҙгә хәҙер ЕҢЕҮ ӨСӨН бар көсөбөҙҙө һалырға кәрәк. Шундай ауыр ҡаршы тороуҙа еңер өсөн йәмғиәтебеҙҙең тулыһынса бергә тупланыуы кәрәк. Барыһының да һәм һәр беребеҙҙең дә берләшеүе",
- тине сығышында республика етәксеһе.
7💯3👎2🤝2
Радий Хәбиров «Талҡаҫ» шифаханаһында МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн дауалау һәм реабилитациялау үҙәген асырға ҡушты.
5❤‍🔥4👌3🤡2🤝1
📌Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттарына Мөрәжәғәте тамамланды.

Ул бер сәғәттән ашыу барҙы һәм күбеһенсә Еңеүгә өлөш индереү темаһына бағышланды.

🔹Төп бурыс - Барыһы ла еңеү өсөн - тип билдәләнде.
🔹 Шундай ауыр ҡаршылыҡтарҙы еңеү өсөн йәмғиәтебеҙҙең мобилизацияланыуы кәрәк.
🔹 Башҡортостан ике йыл эсендә МХО зонаһына 10 меңдән ашыу дрон ебәргән. Апрелдән тәьмин ителеш 50 процентҡа артасаҡ. Беҙҙең инженерҙар "Ҡыш бабай" тип атаған ауыр дрон әле яугирҙарға ярҙам итә.
🔹 "Талҡаҫ" шифаханаһына инвестор табылды, Радий Хәбиров бында МХО яугирҙарын дауалау һәм реабилитациялау үҙәге асырға тәҡдим итте.
🔹 Оборона министрлығы яңы ғәскәр төрө - пилотһыҙ системалар ғәскәрен булдырҙы.
🔹 Муниципалитеттарҙа МХО-нан ҡайтҡандарҙы эшкә урынлаштырыу йүнәлешендә эште көсәйтергә.
🔹 Республика һуғыш ветерандары клиник госпиталенә табип-хирург Михаил Каменев исемен бирергә.
🔹 Хәбәрһеҙ юғалған яугирҙарҙы эҙләү буйынса даими эшләүсе төркөм ойошторорға.
🔹 Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығына һаҡлаулы объекттар исемлеген киңәйтергә, унда йылылыҡ һәм энергия менән тәьмин итеүсе объекттарҙы ла индерергә.
🔹 Республика Хөкүмәте предприятиеларҙың уңышлы эшләгән хеҙмәт коллективтарына генерал Шайморатов орденын тапшырыу буйынса тәҡдимдәр индерергә тейеш.
🔹 «Бөтәһе лә фронт өсөн, бөтәһе лә Еңеү өсөн» тиеү башҡа мөһим социаль бурыстарҙы икенсе планға күсереүҙе аңлатмай. Бер үк ваҡытта ике бурысты – махсус хәрби операцияға һөҙөмтәле ярҙам һәм республиканың үҫешен хәл итеү – беҙҙең идара итеү командаһының ысын оҫталығын күрһәтәсәк.

"Президентыбыҙ Өфөлә булғанда Башҡортостан тураһында былай тигәйне: башҡорттар Рус дәүләтенә үҙ ирке менән ҡушылғандан алып, шулай уҡ үҙ теләге менән Ватаныбыҙҙың сиктәрен һаҡлау миссияһын иңенә алды. Владимир Владимирович фекеренсә, Башҡортостан һәр ваҡыт Рәсәй тормошонда, тарихында һәм яҙмышында мөһим роль уйнаған.
Терәк төбәктәрҙең береһенең Башлығы булараҡ, Башҡортостан Рәсәй менән берлектә ошо ҡатмарлы осорҙо лайыҡлы үтһен өсөн бөтә көсөмдө һәм тәжрибәмде һаласаҡмын. Бының өсөн беҙ һеҙҙең менән артабан да ЕҢЕҮ ӨСӨН барыһын да эшләйәсәкбеҙ!"

- тине Радий Хәбиров сығышын йомғаҡлап.
4👍4💯4🤡2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
🔥Баязит Тайыпов менән яҡынданыраҡ танышырға була хәҙер.
Нисекме?
Өфө театрҙарының береһенә барып!

Билдәле йырсы Дамир Тайыповтың улы Баязит хәҙер спектаклдә уйнай.
Малай М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында ҡуйылған "Ал яулыҡлы тирәккәйем" драмаһында Самат ролен башҡара.

Беренсе тапҡыр сәхнәгә сығыуын атаһы төшөрөп һалған. Бик оҫта ғына уйнап, бүләктәр алып ҡайтҡан Баязит.

Ҡотлайбыҙ, афарин! 👏 👏 👏

Видео:
Дамир Тайыпов.
10❤‍🔥3👍3🔥2
🌸Ҡарағыҙ әле, йәмәғәт, сәғәттәре ниндәй матур!

Был сәғәт Белорет ҡалаһындағы Я. Хамматов исемендәге Башҡорт гимназияһының башҡорт теле кабинетында тора.

📍Гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сәриә Ҡаһарманова кабинетты биҙәү эшен дауам итеүҙәре тураһында хәбәр иткән.

"Үткәндә бер коллега: «Һеҙгә бында орнаментлы сәғәт етмәй», - тигәйне. Ысынлап та, бахыр ғына булып, хан заманындағы алһыу сәғәт тора ине.
Шул хаҡта балаларға һөйләнем микән, әммә мин төрлө юлдарын уйлағансы, әсәйҙәрҙең береһе Өфөләге оҫтанан эшләтеп, ОЗОН аша килтереп еткереү яйын да ҡараған. Бына, элеп тә ҡуйҙыҡ. Матур бит",

- тип ҡыуанысы менән уртаҡлашҡан педагог һәм атай-әсәйҙәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткергән.

Ысынлап та, фотола бүлмә тотош күренмәһә лә, уның зауыҡ менән биҙәлеүе һиҙелеп тора.
Балаларға башҡорт теле аша мәҙәниәтебеҙгә, тарихыбыҙға һөйөү тәрбиәләү өсөн бар күңелен һалып эшләгән уҡытыусыға һәм атай-әсәйҙәргә - афарин!🥰
👍147🤝3😁1🤗1
5👍4🔥3😎1
Иртәгә "Толоп-фест". Өфөлә. Сәғәт 11-ҙә. Бараһығыҙмы?
Anonymous Poll
36%
Эйе😍
59%
Юҡ
5%
Үҙегеҙҙең вариант, яҙ 🙃
2
Матур ял көнө теләйбеҙ! 💟

Лаҡлы мәмерйәһе - Башҡортостандың Салауат районында урынлашҡан. Был атамаһы ошондай уҡ атамалы ауыл эргәһендә булыуына бәйле.

Электән мәмерйәне Ташҡыуыш тип йөрөткәндәр. Ул Сүлмәктауҙа урынлашҡан.


🔹Беренсе тапҡыр Ташҡыуыш (Лаҡлы) мәмерйәһе тураһында сәйәхәтсе П.С. Паллас 1770 йылда яҙа. 1889 йылда академик Ф.Н. Чернышёв тасуирлай, ә 1914 йылда С.И. Руденко тикшерә.

🔹Ташҡыуыштың оҙонлоғо 321 м, киңлеге уртаса 19,5 м, бейеклеге - 5 м.

🔹Мәмерйәнең ауыҙы Лаҡлы йылғаһы кимәленән 34 м өҫтә урынлашҡан.

Фото: Булат.
5👍1