Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
669 subscribers
3.02K photos
1.61K videos
1 file
273 links
Download Telegram
Матур ял көнө теләйбеҙ! 💟

Лаҡлы мәмерйәһе - Башҡортостандың Салауат районында урынлашҡан. Был атамаһы ошондай уҡ атамалы ауыл эргәһендә булыуына бәйле.

Электән мәмерйәне Ташҡыуыш тип йөрөткәндәр. Ул Сүлмәктауҙа урынлашҡан.


🔹Беренсе тапҡыр Ташҡыуыш (Лаҡлы) мәмерйәһе тураһында сәйәхәтсе П.С. Паллас 1770 йылда яҙа. 1889 йылда академик Ф.Н. Чернышёв тасуирлай, ә 1914 йылда С.И. Руденко тикшерә.

🔹Ташҡыуыштың оҙонлоғо 321 м, киңлеге уртаса 19,5 м, бейеклеге - 5 м.

🔹Мәмерйәнең ауыҙы Лаҡлы йылғаһы кимәленән 34 м өҫтә урынлашҡан.

Фото: Булат.
6👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ауылдағы бер көн 😍

📍 Белорет районының һыуыҡ ҡышы.

Видео: Ләйсән Билалова.
9🤩1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 Өфөлә #ӨЙҘӘ (#ДОМА) фестивале үтте.
Унда Башҡортостан студенттары - республикала һәм унан ситтә белем алған йәштәр йыйылды.

Улар белемдәрен камиллаштырҙы, республикала эш биреүселәр менән осрашып һөйләште, бындағы үҫеш мөмкинлектәре менән танышты.

Сарала, йылдағыса, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Ул йәштәр алдында сығыш яһап, киләсәк ышаныслы ҡулдарҙа булыуына инаныуын белдерҙе.
9👍3👎2🥰2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ҡараңғы булһа ла, күңелдә яҡты был күренештән 🥰

Ҡышҡы киске ауыл ❄️

Видео:
Салауат Юнысов.
10👍4
Хәйерле шаҡай иртәһе! 🩵

2026 йылдың беренсе айы шулай тиҙ арала үтеп тә китте, шаҡай - буранлы февраль айы дилбегәне үҙ ҡулына алды.
Яҡшылыҡтар менән генә килһен яңы ай! 🫶


📍 Белорет районы, Абарашбаш тауы.

🗻Абарашбаш - Әүәләк һыртының иң юғары нөктәһе - 1292 метр.
9
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бөрйән егеттәре бармы бында? 🔥

Видео:
Айгиз Әхмәтов.
❤‍🔥76🔥5
...Оло хистәр, ҡайнар кисерештәр
Ҡуҙғытмай ул дәһшәт даръялай,—
Ер тәнендә тере бер тамырҙай,
Таналығым йәшәй донъяла...

Ҡәҙим АРАЛБАЙ.
(шиғырҙан өҙөк).

📍Фотола: Хәйбулла районы, Таналыҡ йылғаһы.
7🥰3🤝1
ТАҢ АТА

Таң ата, таң ата,
Ниндәй шәп тамаша.
Уйнаған нурҙарҙан
Күҙҙәрем ҡамаша.
Таң ата, таң ата
Күк тауҙар яғынан:
Ал таңдар атҡанда
Мин һине һағынам.
Әле лә иҫемдә
Томанлы бер иртә.
Хәтерҙән ебәрмәй,
Үткәнгә гел илтә.
Йәшендең томанда —
Шул яҡта күҙҙәрем.
Өмөттәр ҡалдырып,
Юғалды эҙҙәрең.
Томандар таралды
Күк тауҙар һыртына.
Мин барам һаман да
Эҙҙәрең артынан.

Рәмил ҠОЛДӘҮЛӘТ.

💙Хәйерле иртә! Шаҡайҙың тәүге эш аҙнаһы уңышлы үтһен!
9❤‍🔥2🥰1
📌 Бөрйән районы Ғәҙелгәрәй ауылында "Самауырым - еҙ аяҡ, тирә-яғы сынаяҡ" исемле самауыр байрамы үтте, тип хәбәр итә "Таң" гәзите.

"Айыҡ ауыл" республика конкурсы сиктәрендә ойошторолған сарала төрлө ауылдарҙан 12 команда ҡатнашҡан.


Һабантуйҙа кеүек гөрләп торған был көндә ауыл урамы - самауырҙарҙың ниндәйе генә юҡ, өҫтәлдәр милли аш-һыуҙан һығылып тора, йыр һәм таҡмаҡ әйтеүселәр ҙә табылған.

Еңеүселәрҙе билдәләүе бик еңелдән булмай - бөтәһе лә лайыҡлы.

🏆Ҡыпсаҡ ауыл хакимиәтенең "Ҡыпсаҡ ҡыҙҙары" командаһы - Гран-при.

🥇Ғәҙелгәрәй ағинәйҙәренең "Сәйхурҙар" командаһы;
🥈 Исламбайҙан "Исламбай һылыуҙары", Кейекбайҙан "Йырлы самауыр" командалары;
🥉"Байназар самауырҙары", "Ҡәйнәләр самауыры"(Мәндәғол), "Самауырлы тимербикәләр" (Тимер) командалары.
10🔥2😇1