Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
679 subscribers
2.82K photos
1.52K videos
1 file
262 links
Download Telegram
Яхъя ауылы күренештәре. Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Салауат районына ҡарай.

Был төҫлө фотоларҙы 1910 йылда С. М. Прокудин-Горский төшөргән.

Яхъя ауылын күргән-белгән төркөмдәштәр бармы?

Сағыштырыу өсөн фотолар менән бүлешегеҙ!
👍7
Хәйерле иртә! 🌞

Һүрәт өсөн Башҡорт телендә открыткаларға рәхмәт😊
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
5👍2🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
🔥Йәш йырсы Скани (Искәндәр) башҡарыуында "Умырзая" йыры. Оҡшаймы?
👍15🔥6🙏1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
БӨРКӨТ

Тыуған яғым – мәғрүр тауҙар,
Таш ҡалҡандар төбәге.
Сал тауҙарҙың иңрәүенән
Ай, өҙөлә үҙәгем.
Бөтөрҙөкмө бөркөттәрҙе? –
Шуға ҡайнай һарыуым.
Уҡты күктәргә күтәргән
Ҡайҙа бөркөт ҡаурыйы?
Ҡайҙа ҡыйыу бөркөтсөләр
Бүрегә һунар ҡорған?
Нимә уйлап, кемдең ҡулы
Бөркөттөң йәнен ҡыйған?
Тауҙарымдың йәме ине
Саңҡ-саңҡ иткән бөркөтө.
Бөркөт түгел, рухыбыҙҙы
Ебәрҙекме өркөтөп?
Оран сөйөр ғорур ҡошто
Һаҡлай алманыҡ ниңә?
...Бөркөт саңҡыуын һағынып,
Сал Урал тауы иңрәй...

Фәнүзә ЗӨЛҠӘРНӘЕВА-НӘБИУЛЛИНА.
🔥10
"Толпар аҡбуҙ ат – пар ҡанатлы ат,
Осоп кил яныма, баҫ hин ҡаршыма.
Мине алып бар Ҡафтау артына,
Алтын hарайҙағы Һылыу янына"


Аҡбуҙатлы булығыҙ!
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
11🔥1
🗻СИНИЕ СКАЛЫ - ҠОЛСОҒАҘЫТАШ

Бына ниндәй матур атамалы ҡая ташы бар Белорет районында.

📍Тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына күренгән ҡаяташ ҡояш ҡалҡҡан мәлдә үҙенсәлекле күгелйем төҫкә мансыла.

Бына шуға ла уны урыҫсалап "Синие скалы" тип атағандар.

Әммә уның атамаһы ҡая эргәһендә ағып ятҡан йылғанан алынған.

📌Башҡортса Википедияла "Ҡолсоғаҙы" атамаһы тураһында бына шундай аңлатма бирелә:

Ҡолсоғаҙы һүҙе тураһында, имеш, башҡортсанан спящая красавица (йоҡоло һылыуҡай) тип тәржемә ителә, тигән матур легенда уйлап сығарғандар, ул яҙманан-яҙмаға күсеп йөрөй, мәгәр был ысынбарлыҡтан бик алыҫ икәне күренеп тора.

Ғаҙы һүҙе - боронғо башҡорт телендә йылға тигәнде аңлатҡан. Тәүге өлөшө ҡолсо һүҙенән дә, ҡулса һүҙенән дә булыуы ихтимал".
5
Ҡолсоғаҙыташҡа менһәң, тирә-яҡҡа бына шундай иҫ киткес хозур күренеш асыла.

📸Иғтибарығыҙға Әлиә Дашкинаның фотоларын тәҡдим итәбеҙ.
❤‍🔥10
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🔥🔥🔥

Илгиз Муллағәләмов видеоһы.
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
👍41
Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы!

Фәрзәнә Утарбаева «Нигеҙ» фильмы менән Силәбелә үткән «Эфир74» Бөтә Рәсәй кеше һәм тәбиғәт хаҡындағы фильмдар фестивалендә ҡатнашҡан.

Ярышҡа бөтәһе 83 илдән 1200-ҙән ашыу эш ҡабул ителгән. Уларҙың 25-е шорт-листҡа үткән.

🔥Башҡорт режиссеры Фәрзәнә Утарбаеваның эше «Ҡыҫҡа метражлы фильм» номинацияһында еңеүсе тип табылған.

Видео: Ф. Утарбаева. Фильм буйынса эш барышынан күренештәр.
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
🔥10👏2❤‍🔥1👍1
🔥БАШҠОРТ АТЫ - ЕҢЕҮСЕ!

📌Бәхетленең байрамы бер көндә ти, Башҡортостандың милли ғорурлығы - башҡорт аты тағы бер еңеүгә өлгәште.

Мәскәүҙә үткән "Атлы Рәсәй 2024" Халыҡ-ара конкурсында Алан ҡушаматлы башҡорт тоҡомло айғыр үҙенең йәш категорияһында һәм Рәсәйҙең абориген тоҡомло аттары араһында абсолют еңеүсе тип табылды.

🏆Был еңеү - ат хужаһы Альбина Ғәлимованың тырыш хеҙмәт емеше.

Бындай матур аттарҙы ҡарау, тәрбиәләү һәм конкурстарға әҙерләү еңелдәрҙән түгел, быны тик үҙ эшенә мөкиббән китеп ғашиҡ булғандар ғына атҡарып сыға алалыр. Ҡотлайбыҙ!🌹
🔥11🥰2👏2❤‍🔥1
БАРАҺЫҒЫҘМЫ
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
6