Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
679 subscribers
2.82K photos
1.52K videos
1 file
262 links
Download Telegram
Ҡолсоғаҙыташҡа менһәң, тирә-яҡҡа бына шундай иҫ киткес хозур күренеш асыла.

📸Иғтибарығыҙға Әлиә Дашкинаның фотоларын тәҡдим итәбеҙ.
❤‍🔥10
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🔥🔥🔥

Илгиз Муллағәләмов видеоһы.
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
👍41
Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы!

Фәрзәнә Утарбаева «Нигеҙ» фильмы менән Силәбелә үткән «Эфир74» Бөтә Рәсәй кеше һәм тәбиғәт хаҡындағы фильмдар фестивалендә ҡатнашҡан.

Ярышҡа бөтәһе 83 илдән 1200-ҙән ашыу эш ҡабул ителгән. Уларҙың 25-е шорт-листҡа үткән.

🔥Башҡорт режиссеры Фәрзәнә Утарбаеваның эше «Ҡыҫҡа метражлы фильм» номинацияһында еңеүсе тип табылған.

Видео: Ф. Утарбаева. Фильм буйынса эш барышынан күренештәр.
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
🔥10👏2❤‍🔥1👍1
🔥БАШҠОРТ АТЫ - ЕҢЕҮСЕ!

📌Бәхетленең байрамы бер көндә ти, Башҡортостандың милли ғорурлығы - башҡорт аты тағы бер еңеүгә өлгәште.

Мәскәүҙә үткән "Атлы Рәсәй 2024" Халыҡ-ара конкурсында Алан ҡушаматлы башҡорт тоҡомло айғыр үҙенең йәш категорияһында һәм Рәсәйҙең абориген тоҡомло аттары араһында абсолют еңеүсе тип табылды.

🏆Был еңеү - ат хужаһы Альбина Ғәлимованың тырыш хеҙмәт емеше.

Бындай матур аттарҙы ҡарау, тәрбиәләү һәм конкурстарға әҙерләү еңелдәрҙән түгел, быны тик үҙ эшенә мөкиббән китеп ғашиҡ булғандар ғына атҡарып сыға алалыр. Ҡотлайбыҙ!🌹
🔥11🥰2👏2❤‍🔥1
БАРАҺЫҒЫҘМЫ
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
6
🌙ЙӘМӘҒӘТ МЕНӘН НАМАҘ УҠЫРҒА, ВӘҒӘЗ ТЫҢЛАРҒА ҠУШЫЛАҺЫҒЫҘМЫ БӨГӨН?

📍Ҡайһы бер мәсеттәрҙә бөгөн сәғәт төшкө икенсе яртыла башланасаҡ йома вәғәздәренең темаларын иғтибарығыҙға тәҡдим итәбеҙ.

“Мәҙинә” мәсете (Фронт бригадалары ур, 10, корпус 25), Ғабдулғәлим хәҙрәт “Хаҡ хакимлыҡ Аллаһтыҡы” темаһына һөйләй;

“Мөнирә” мәсете (Күл аръяғы ур, 2), Морат хәҙрәт “Хәҙерге йәмғиәттә Исламға саҡырыу” темаһына һөйләй;

“Авдон” мәсете (Урман паркы ур, 5), Инзел хәҙрәт Хәйруллин “Әл-Көрси” аятын аңлатыу” темаһына һөйләй;

Благовещен, “Нурмөхәммәт” мәсете (Седов ур, 117), Артур хәҙрәт “Иман терәктәре” темаһына һөйләй;

Миловка, “Иман нуры” мәсете (2-се Мәктәп тыҡрығы, 1б), Иршат хәҙрәт “Өлкәндәргә ҡарата ихтирам” темаһына һөйләй;

Булгаков ауылы мәсете (Халтурин ур., 22) Нурмөхәмәт хәҙрәт “Тел гонаһтары” темаһына һөйләй;

Шаҡша мәсете (Гвардия ур, 54а), Ислам колледжы шәкерте “Хоҙайҙан ҡурҡыу” темаһына һөйләй.

Һүрәт: "Башҡорт телендә открыткалар"ҙан.
👍6
📍ФРАНЦИЯЛА БАШҠОРТ ЭТНО-АУЫЛЫН БУЛДЫРҒАН ДЖОНАТАН

Башҡорт тамырлы француз Джонатан Czödör Ишмөхәмәтовтың ата-бабалары Учалы районы Һөйөндөк ауылынан булған.

1917 йылғы Башҡорт милли хәрәкәтендә большевиктарға ҡаршы йөрөгән ағалы-ҡустылы Әхтәм һәм Мирт Ишмөхәмәтовтар сит илгә сығып китергә мәжбүр булған, ә иң кеселәре коммунистар яғына сығып, тыуған илдә ҡалған.

Ишмөхәмәтовтар 1923 йылда Францияға килеп төпләнә. Икенсе донъя һуғышы осоронда Әхтәм нацистик Германияға ҡаршылыҡ күрһәтеүселәр рәтендә һуғыша. Ә Мирт, СССР тарҡалғас, 1992 йылда тыуған яҡтарына ҡайтып, ҡустыһын эҙләп таба. Әммә уны яҙмыш тағы ситкә ташлай – Ҡаҙағстанға сығып китә.

📌Джонатан – Әхтәмдең бүләһе, ул бөгөн туған халҡының боронғо йолаларын ҡәҙерләп һаҡлай: Франциялағы Moncaup коммунаһында башҡорт этно-ауылын һалып, шунда ғаиләһе менән йәшәй.

Был туристар өсөн генә ойошторолған утар түгел, башҡорт рухлы ғаилә хужалыҡтарында йылҡы, кәзә, һарыҡ көтә.

🔥Джонатан «Batyriyya» тигән мәктәп тә асҡан, унда теләгән һәр кемгә боронғо башҡорт хәрби көрәше – “ҡара ҡаплан” нигеҙҙәрен төшөндөрә.

📸Тәүге 2 фотола Джонатан ғаиләһе менән, этно-ауылдан күренештәр.

📸Ә 3-сө фотола: Джонатан Ишмөхәмәтов ҡатыны Джулия, үгәй улы Робин, улы Арслан, ҡыҙы Тина һәм үгәй ҡыҙы Нойа менән.
❤‍🔥7🔥1👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
🔥Күптән көтөлгән премьера!

Ниһайәт, Радик Юлъяҡшин (Элвин Грей) башҡарыуында "Тыуған яҡ" йыры сыҡты!

Оҡшаймы?
❤‍🔥10👎5🔥4🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
🔥Айнур Асҡаровтың “Еңмеш” фильмын Һиндостанда күрһәтәсәктәр, ти бит әле.

Башҡорт режиссерының фильмын Һиндостандың Тривандрум ҡалаһында күрһәтәсәктәр, бында “Рус йөрәге тураһында һүҙ” халыҡ-ара фестивале бара.

🍀Хатта Һиндостанда ҡарағастары ни, беҙ ҙә йома кисен ошо күңелгә ятышлы ғына фильм менән биҙәйек әле (тағы бер ҡабат ҡарағыҙ😉).
👍8🔥52
Ял көнө шатлыҡ-ҡыуаныстар, яҡындар менән күңелле минуттарҙан торһон!💝

Һүрәт: Башҡорт телендә открыткалар.
🔥5
🔥4👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Был кем, танынығыҙмы?

Кискәрәк яуабын яҙып һаласаҡбыҙ😎
6
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
БАШҠОРТСА ЯҢЫ ФИЛЬМ!🔥

🎬"Бетеү" фильмы яҡташ яугирҙарыбыҙ менән ысын булған хәлдәргә нигеҙләнеп, Ишембай районында төшөрөлгән.

📽Бер бөртөк ейәнен Махсус хәрби операцияға ебәрергә ҡаршы килгән героиня унан ғаилә ҡомартҡыһы - бетеүҙе тартып алып ҡала, тик был йәш егетте туҡтатмай. Уға ҡурҡыныс янауын аңлағас, өләсәһе бетеүҙе гуманитар ярҙам менән биреп ебәрергә теләй ҙә бит, әммә был еңел булмай сыға.

📍Ролдәрҙә: Илсөйәр Ғәзетдинова, Илнур Атетәров, Айзилә Төркмәнова, Тәнзилә Хисаметдинова, Яҡуп Шәрипов, Рәсил Сынбулатов, Илдар Сәхәпов, Гөлнара Йәрмиева, Айгөл Зөбәйҙуллина, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина һ.б.

Сценарий — Анна Мырҙабулатова
Режиссёр — Руслан Юлтаев
Оператор — Артём Наговицын
Ҡуйыусы рәссам — Айгөл Байрамғолова
Композитор — Урал Иҙелбаев
👍5👏2