🔥Башҡорт шәле - Ейәнсура районының рәсми бренды!
📌Ейәнсура районында башҡорт шәленә арналған фестиваль үтте һәм бында үҙенсәлекле башҡорт дебет шәлдәрен һуғыу традициялары күрһәтелде.
💥Иң мөһим ваҡиға: башҡорт дебет шәленә айырым хоҡуҡ тураһында таныҡлыҡ бирелде. Хәҙер башҡорт дебет шәле рәсми рәүештә Ейәнсура районы бренды, тип танылды.
💯Ейәнсураның шәл бәйләүсе, шәл һуғыусы оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙарының иҫ китмәле ҡул эштәрен лайыҡлы баһалау ҙа тип ҡарарға була быны. Ҡотлайбыҙ!🌹
📌Ейәнсура районында башҡорт шәленә арналған фестиваль үтте һәм бында үҙенсәлекле башҡорт дебет шәлдәрен һуғыу традициялары күрһәтелде.
💥Иң мөһим ваҡиға: башҡорт дебет шәленә айырым хоҡуҡ тураһында таныҡлыҡ бирелде. Хәҙер башҡорт дебет шәле рәсми рәүештә Ейәнсура районы бренды, тип танылды.
“Был ваҡиға районыбыҙ йолаларын популярлаштарыуға мөһим аҙым һәм беҙ башҡорт шәле хәҙер рәсми бренд статусы алыуы менән ғорурланабыҙ. Барлыҡ оҫтабикәләрҙе, фестивалдә ҡатнашыусыларҙы һәм был ҡаҙанышҡа мөнәсәбәте булған һәр кемде ҡотлайбыҙ”
, - тип билдәләне фестивалде ойоштороусылар.💯Ейәнсураның шәл бәйләүсе, шәл һуғыусы оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙарының иҫ китмәле ҡул эштәрен лайыҡлы баһалау ҙа тип ҡарарға була быны. Ҡотлайбыҙ!🌹
🔥7👍4❤1👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
❤️🔥"Йатаған" этно-төркөмө "Аҡмулла нәсихәттәре" тигән бит матур яңы клип төшөргән.
Мифтахетдин Аҡмулла шиғырын башҡорт халыҡ көйөнә һалғандар.
Йырҙы "Йатаған"дарҙан тыш, Ғаяз Ялмырҙин, Иҙел Аралбаев, Әлим Ҡәйүмов, Хәсән Усманов, Рәфис Сирусин, Рәдиф Зарипов та башҡарған.
Рәхим итеп тыңлағыҙ! 😍

🔥5❤4👍1👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌Башҡортостандың халыҡ артисы, баянсы Хәлит Фәтихов менән Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, йырсы Искәндәр Ғәзизов:
БАЯН 🆚 ГАРМУН
1 - БАЯН 😘
2 - ГАРМУН 😍
3 - икеһе лә ❤️
Әйткәндәй, бөгөн Гармунсы көнө икән, таныш-белеш гармунсыларыҙға ҡотлауҙар юлларға онотмағыҙ! 😌
БАЯН 🆚 ГАРМУН
1 - БАЯН 😘
2 - ГАРМУН 😍
3 - икеһе лә ❤️
Әйткәндәй, бөгөн Гармунсы көнө икән, таныш-белеш гармунсыларыҙға ҡотлауҙар юлларға онотмағыҙ! 😌
❤9👍2😘2😍1
❤Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле төшөнсәләр - Урал тауҙары һәм әсәйҙәр тураһындағы башҡорт мәҡәлдәренә арналған бик сағыу, үҙенсәлекле календарҙар нәшер телгән.
Көньяҡ Урал тауҙарында һылыу башҡорт ҡыҙҙарын милли кейемдәрҙә сағылдырыусы календарь авторы - Рәис Ғәбитов, ә бына әсәләр тураһындағы башҡорт мәҡәлдәре тупланған калдендарҙы ETHNO FRAMES төркөмөндә табырға була.
2025 йылға календарҙар шәп бит?😍

❤10🔥3👏1
💥Бына һиңә мә!
💯Урыҫ телендә Инзелга булып киткән ауылдың исеме башҡорт телендәге “иген” һәм “йылға” тигән һүҙҙәрҙән ҡушылып яһалған.
✅XVIII быуаттағы документтарҙа Игинзилга тип теркәлгән.
✅Хәҙер иһә, атамаһы урыҫ теленән кире башҡортсаға “Инйылға” тигән вариантта ла килеп ингән.
✅Әммә ауыл халҡы уны Игенйылға тип атауын дауам итә.
📍Ауылда республикала ғына түгел, сит тарафтарҙа ла билдәлелек яулай барған дөйәғош фермаһы ойошторолған.

❤5💯4👍1👌1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә "Рәсәй - Ҡаҙағстан" форумы башланды.
"Бер алманы бишкә бүләйек" нисегерәк яңғырай, ә? 😎
Видео: "Шоңҡар" журналы сәхифәһенән.
"Бер алманы бишкә бүләйек" нисегерәк яңғырай, ә? 😎
Видео: "Шоңҡар" журналы сәхифәһенән.
❤5👍5👏4😇1
Әллә нисә быуын йәштәрен йырҙары менән ялҡынландырған "Дәрүшхан" төркөмөнөң беренсе солисы, артабан "Рух" рок-төркөмөнөң йырсыһы Юлай Асҡаров һәм "Дәрүишхан" төркөмөнә нигеҙ һалыусы, гитарасы, музыка авторы Альберт Ғәббәсов "БАШҠОРТ РОК МУЗЫКАҺЫ" феномены хаҡында. Тыңлайбыҙ!
https://vk.com/video70810928_456239078
https://vk.com/video70810928_456239078
VK Видео
Video by Timur Valitov
Watch Video by Timur Valitov 22 min 10 s from 25 November 2024 online in HD for free in the VK catalog without signing up! Views: 386. Likes: 29.
💯6🔥4👍2
📌Халыҡҡа “Ай ҡыҙы” башҡорт сериалында төп ролде башҡарыусы булараҡ билдәле актриса Эльмира Юлдашева Махсус хәрби операция зонаһына юлланырға ҡарар иткән.
🍀Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләгән актриса киләсәктә алғы һыҙыҡта булырға ниәт иткән.
🍀Ул әлеге көндә БПЛА операторы һөнәрен үҙләштерә.
🍀Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләгән актриса киләсәктә алғы һыҙыҡта булырға ниәт иткән.
🍀Ул әлеге көндә БПЛА операторы һөнәрен үҙләштерә.
- Мин Ватанымдың патриоты. Тыуған илебеҙҙе һаҡларға кәрәкме-юҡмы тип икеләнгән ир-егеттәргә өлгө күрһәтергә теләйем. Коллегаларым был ҡарарымды күтәрмәләгәне өсөн шатмын. Мәҙәниәт министрлығы етәкселеге эш урынымды һаҡлай. Әлбиттә, борсолам. Әммә мин көслө кеше, тормошта күпте күргәнмен. Барыһы ла килеп сығыр тип уйлайым. Миңә ярҙам иткән яҡындарыма рәхмәтлемен”, - тип һөйләгән Эльмира ханым “Башинформ” журналистарына.👍7🤔4❤3👎1👏1
📌📌📌29 ноябрь көнө "Нигеҙ" фильмы йәнә Өфөлә күрһәтеләсәк!
🎬Йәш режиссер Фәрзәнә Утарбаеваның төрлө кинофестивалдәрҙә абруйлы наградалар яулаған ҡыҫҡа метражлы "Нигеҙ" фильмын баш ҡала тамашасыһы ҡарай аласаҡ.
✅Фильм Галерея-Арт, «Синема Парк» кинотеатрының 9-сы залында күрһәтелә.
(Чернышевский урамы, 75, 3-сө ҡат)
✅Башлана: 18.00 с.
✅Инеү бушлай.

🔥8❤5👏3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🔥🔥🔥Элвин Грей “Дәрүиш рухы+” башҡорт рок-концертында сығыш яһаясаҡ!
📌Сара 28 ноябрҙә, Өфө ҡалаһындағы Көрәш һарайында сәғәт киске 6-ла башлана. 12+
📌Сара 28 ноябрҙә, Өфө ҡалаһындағы Көрәш һарайында сәғәт киске 6-ла башлана. 12+
❤8👍4👎4🔥4
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Хәйерле иртә, дуҫтар! 🌞
Видео: Азалия Яхина башҡарыуында "Һаҡмар һылыуы" 😍
Видео: Азалия Яхина башҡарыуында "Һаҡмар һылыуы" 😍
🔥8❤5🥰5👍1
🦅Нөгөштә йомағара (канюк мохноногий) осратҡандар. Был һарҙың бер төрө.
✅Йыртҡыс ҡош һауала оҙаҡ ҡына өйөрөлөп йөрөп яратҡан аҙығын - сысҡандарҙы һағалай ала икән.
✅Тәүлегенә 30-лап ваҡ кимереүсене ашай.
✅Ҡара йыланды ла тоторға мөмкин, әммә уның ағыуына ҡаршы иммунитетты юҡ һәм йылан тешләһә, йомағара һәләк була.
Фото: Башҡортостан милли паркы төркөмөнән.

👍8❤2🔥2
📌Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугир Азамат Суфиянов Әбйәлил ауылындағы
"Ҡояшҡай" балалар баҡсаһына өлкәндәр
төркөмөндә тәрбиәләнеүселәр өсөн 25 пар һәм тәрбиәселәргә 2 пар саңғы бүләк иткән.
Бәләкәй төркөм бүлмәһенә яугир ярҙамында телевизор алынған.
"Ҡояшҡай"ҙа тәрбиәләнеүселәр, уларҙың ата-әсәләре һәм баҡса хеҙмәткәрҙәре герой яугирға оло рәхмәттәрен еткерә.
Сығанаҡ: "Осҡон" Әбйәлил районы гәзите.

👍8❤6🔥2
🔥“Дәрүиш рухы+” концертына барырға теләүселәрҙең барыһына ла урындар етә!🔥
📌Иртәгә, 28 ноябрҙә, Өфөлә яңы асылған Көрәш һарайында үтәсәк рок-концертҡа килегеҙ, тип саҡыра ойоштороусылар.
✅Тамаша залы 3000 урынлыҡ, бында ултырып ҡарау өсөн дә, бейергә лә урын етерлек.
✅Концертта “Дәрүишхан”, “Рух” рок-төркөмдәре, Ҡаҙағстандан “Олотау” этно-рок-төркөмө, Башҡортостандың халыҡ артисы Elvin Grey, «Ҡышҡы йәйғор», «Ҡараташ», «Проект 102», «Бүреләр», «Бишбармаҡ» һәм башҡа бик күп артистар сығыш яһаясаҡ.
📍Адресы: Өфө ҡалаһы, М. Гәрәев урамы, 5.
✅Инеү: БУШЛАЙ.
✅Башлана: 18.00 12+
📌Иртәгә, 28 ноябрҙә, Өфөлә яңы асылған Көрәш һарайында үтәсәк рок-концертҡа килегеҙ, тип саҡыра ойоштороусылар.
✅Тамаша залы 3000 урынлыҡ, бында ултырып ҡарау өсөн дә, бейергә лә урын етерлек.
“Беҙҙең концерт – яҡындарығыҙ менән күңелле ял итергә яҡшы сәбәп. Рәхәтләнеп байрам кәйефен тойоп, тере музыка тыңлап ҡайтыу өсөн дуҫтарығыҙҙы ла алып килегеҙ!” – тип яҙған ойоштороусылар.✅Концертта “Дәрүишхан”, “Рух” рок-төркөмдәре, Ҡаҙағстандан “Олотау” этно-рок-төркөмө, Башҡортостандың халыҡ артисы Elvin Grey, «Ҡышҡы йәйғор», «Ҡараташ», «Проект 102», «Бүреләр», «Бишбармаҡ» һәм башҡа бик күп артистар сығыш яһаясаҡ.
📍Адресы: Өфө ҡалаһы, М. Гәрәев урамы, 5.
✅Инеү: БУШЛАЙ.
✅Башлана: 18.00 12+
🔥7👏4❤2🥰2