Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
677 subscribers
2.83K photos
1.53K videos
1 file
262 links
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌Башҡортостандың халыҡ артисы, баянсы Хәлит Фәтихов менән Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, йырсы Искәндәр Ғәзизов:
БАЯН 🆚 ГАРМУН

1 - БАЯН 😘
2 - ГАРМУН 😍
3 - икеһе лә ❤️

Әйткәндәй, бөгөн Гармунсы көнө икән, таныш-белеш гармунсыларыҙға ҡотлауҙар юлларға онотмағыҙ! 😌
9👍2😘2😍1
Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле төшөнсәләр - Урал тауҙары һәм әсәйҙәр тураһындағы башҡорт мәҡәлдәренә арналған бик сағыу, үҙенсәлекле календарҙар нәшер телгән.

Көньяҡ Урал тауҙарында һылыу башҡорт ҡыҙҙарын милли кейемдәрҙә сағылдырыусы календарь авторы - Рәис Ғәбитов, ә бына әсәләр тураһындағы башҡорт мәҡәлдәре тупланған калдендарҙы ETHNO FRAMES төркөмөндә табырға була.

2025 йылға календарҙар шәп бит?😍
10🔥3👏1
💥Бына һиңә мә!

💯Урыҫ телендә Инзелга булып киткән ауылдың исеме башҡорт телендәге “иген” һәм “йылға” тигән һүҙҙәрҙән ҡушылып яһалған.

XVIII быуаттағы документтарҙа Игинзилга тип теркәлгән.

Хәҙер иһә, атамаһы урыҫ теленән кире башҡортсаға “Инйылға” тигән вариантта ла килеп ингән.

Әммә ауыл халҡы уны Игенйылға тип атауын дауам итә.

📍Ауылда республикала ғына түгел, сит тарафтарҙа ла билдәлелек яулай барған дөйәғош фермаһы ойошторолған.
5💯4👍1👌1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә "Рәсәй - Ҡаҙағстан" форумы башланды.

"Бер алманы бишкә бүләйек" нисегерәк яңғырай, ә? 😎

Видео: "Шоңҡар" журналы сәхифәһенән.
5👍5👏4😇1
Әллә нисә быуын йәштәрен йырҙары менән ялҡынландырған "Дәрүшхан" төркөмөнөң беренсе солисы, артабан "Рух" рок-төркөмөнөң йырсыһы Юлай Асҡаров һәм "Дәрүишхан" төркөмөнә нигеҙ һалыусы, гитарасы, музыка авторы Альберт Ғәббәсов "БАШҠОРТ РОК МУЗЫКАҺЫ" феномены хаҡында. Тыңлайбыҙ!

https://vk.com/video70810928_456239078
💯6🔥4👍2
📌Халыҡҡа “Ай ҡыҙы” башҡорт сериалында төп ролде башҡарыусы булараҡ билдәле актриса Эльмира Юлдашева Махсус хәрби операция зонаһына юлланырға ҡарар иткән.

🍀Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләгән актриса киләсәктә алғы һыҙыҡта булырға ниәт иткән.

🍀Ул әлеге көндә БПЛА операторы һөнәрен үҙләштерә.

- Мин Ватанымдың патриоты. Тыуған илебеҙҙе һаҡларға кәрәкме-юҡмы тип икеләнгән ир-егеттәргә өлгө күрһәтергә теләйем. Коллегаларым был ҡарарымды күтәрмәләгәне өсөн шатмын. Мәҙәниәт министрлығы етәкселеге эш урынымды һаҡлай. Әлбиттә, борсолам. Әммә мин көслө кеше, тормошта күпте күргәнмен. Барыһы ла килеп сығыр тип уйлайым. Миңә ярҙам иткән яҡындарыма рәхмәтлемен”, - тип һөйләгән Эльмира ханым “Башинформ” журналистарына.
👍7🤔43👎1👏1
📌📌📌29 ноябрь көнө "Нигеҙ" фильмы йәнә Өфөлә күрһәтеләсәк!

🎬Йәш режиссер Фәрзәнә Утарбаеваның төрлө кинофестивалдәрҙә абруйлы наградалар яулаған ҡыҫҡа метражлы "Нигеҙ" фильмын баш ҡала тамашасыһы ҡарай аласаҡ.

Фильм Галерея-Арт, «Синема Парк» кинотеатрының 9-сы залында күрһәтелә.
(Чернышевский урамы, 75, 3-сө ҡат)

Башлана: 18.00 с.

Инеү бушлай.
🔥85👏3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🔥🔥🔥Элвин Грей “Дәрүиш рухы+” башҡорт рок-концертында сығыш яһаясаҡ!

📌Сара 28 ноябрҙә, Өфө ҡалаһындағы Көрәш һарайында сәғәт киске 6-ла башлана. 12+
8👍4👎4🔥4
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Хәйерле иртә, дуҫтар! 🌞

Видео: Азалия Яхина башҡарыуында "Һаҡмар һылыуы" 😍
🔥85🥰5👍1
🦅Нөгөштә йомағара (канюк мохноногий) осратҡандар. Был һарҙың бер төрө.

Йыртҡыс ҡош һауала оҙаҡ ҡына өйөрөлөп йөрөп яратҡан аҙығын - сысҡандарҙы һағалай ала икән.

Тәүлегенә 30-лап ваҡ кимереүсене ашай.

Ҡара йыланды ла тоторға мөмкин, әммә уның ағыуына ҡаршы иммунитетты юҡ һәм йылан тешләһә, йомағара һәләк була.

Фото: Башҡортостан милли паркы төркөмөнән.
👍82🔥2
📌Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугир Азамат Суфиянов Әбйәлил ауылындағы
"Ҡояшҡай" балалар баҡсаһына өлкәндәр
төркөмөндә тәрбиәләнеүселәр өсөн 25 пар һәм тәрбиәселәргә 2 пар саңғы бүләк иткән.

Бәләкәй төркөм бүлмәһенә яугир ярҙамында телевизор алынған.

"Ҡояшҡай"ҙа тәрбиәләнеүселәр, уларҙың ата-әсәләре һәм баҡса хеҙмәткәрҙәре герой яугирға оло рәхмәттәрен еткерә.

Сығанаҡ: "Осҡон" Әбйәлил районы гәзите.
👍86🔥2
🔥“Дәрүиш рухы+” концертына барырға теләүселәрҙең барыһына ла урындар етә!🔥

📌Иртәгә, 28 ноябрҙә, Өфөлә яңы асылған Көрәш һарайында үтәсәк рок-концертҡа килегеҙ, тип саҡыра ойоштороусылар.

Тамаша залы 3000 урынлыҡ, бында ултырып ҡарау өсөн дә, бейергә лә урын етерлек.

“Беҙҙең концерт – яҡындарығыҙ менән күңелле ял итергә яҡшы сәбәп. Рәхәтләнеп байрам кәйефен тойоп, тере музыка тыңлап ҡайтыу өсөн дуҫтарығыҙҙы ла алып килегеҙ!” – тип яҙған ойоштороусылар.

Концертта “Дәрүишхан”, “Рух” рок-төркөмдәре, Ҡаҙағстандан “Олотау” этно-рок-төркөмө, Башҡортостандың халыҡ артисы Elvin Grey, «Ҡышҡы йәйғор», «Ҡараташ», «Проект 102», «Бүреләр», «Бишбармаҡ» һәм башҡа бик күп артистар сығыш яһаясаҡ.

📍Адресы: Өфө ҡалаһы, М. Гәрәев урамы, 5.
Инеү: БУШЛАЙ.
Башлана: 18.00 12+
🔥7👏42🥰2
Белорет ҡалаһы һәм Еләкташ тауы 💙

Фото: Елена Перминова
🔥125👍4
📌ДОНЪЯЛА
Яһалма интеллект ҡурҡыныс газ еҫен "һиҙә" ала

📣Вирджиния университеты тикшеренеүселәре яһалма интеллект нигеҙендә төҙөгән ҡорамал һауала азот диоксидының (NO₂) күләме күтәрелеүен билдәләй.

NO₂ төп сығанағы - автомобилдәр һәм сәнәғәт предприятиелары. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ярашлы, һауа бысраныуы, шул иҫәптән азот диоксиды менән дә, йыл һайын 4,2 млн ғүмерҙе ҡыя.

📌Нисек эшләй?

Яһалма "танау" ҡыуышлығында графен - 1 атом ҡалынлығындағы материалдың сифаттарын ҡулланыусы бик күп сенсорҙар урынлашҡан. NO₂ молекулалары менән бәйләнешкә ингәндә графен үҙенең үткәреүсәнлеген үҙгәртә һәм шул рәүешле сигнал ебәрә. Яһалма интеллект был импульстарҙы эшкәртә лә, газ сыҡҡан урынды теүәл билдәләй.

"Беҙҙең яһалма интеллект нигеҙендәге система даими рәүештә һауаны күҙәтеп, сәнәғәт зоналарын, ҡалаларҙы, һәм хатта айырым тораҡ йорттарҙы хәүефһеҙерәк итә ала. Был тирә-яҡ мөхиткә һәм кеше һаулығына зыян килтереүҙе кисектерергә ярҙам итәсәк ҙур аҙым",

- тип иҫәпләй технологияны уйлап табыусыларҙың береһе Бёнджун Пэ.

Әлегә төп иғтибар азот диоксидын табыуға йүнәлтелһә лә, киләсәктә башҡа төр зыянлы газдарзы билдәләй аласаҡ был яһалма интеллект.

Асыштың кешелек өсөн әһәмиәте бик ҙур тип билдәләнә.
👍4🔥4👏4
❗️Йоҡлар алдынан шәп яңылыҡ❗️

Тәмле төштәр🌛
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
👍6🔥64👏2