Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
676 subscribers
2.83K photos
1.53K videos
1 file
262 links
Download Telegram
🔥КӨНЬЯҠ УРАЛ ҺУҠМАҒЫ КАЛЕНДАРЫ - 2025🔥

🏔Көньяҡ Урал һуҡмағының 2025 йылға календары эшләнгән, тип хәбәр иткәйнек инде. Бына шуның презентацияһы Өфөләге “Арт-Квадрат”та урынлашҡан “Фабрика” универмагында үткән.

🏔Календарҙа Көньяҡ Урал һуҡмағына нигеҙ һалыусы Рәис Ғәбитов, фотограф Айбулат Аҡбутин һәм ҺЫЛЫУҠАЙ-BASHBEAUTY студияһы башҡорт һылыуҙарының 3 йыллыҡ эш һөҙөмтәһе сағылған.

🏔Ҡыҙҙар Ирәмәл тауында, Ирәкташта, Яҡтыкүл курорты һәм күлендә, Шүлгәнташ мәмерйәһендә фотоға төшкән. Бының өсөн уларға милли кейемдәрҙә тауҙарға артылырға, шарлауыҡтарҙы үтергә, мәмерйә төпкөлдәренә инергә тура килгән һәм меңәрләгән фотолар араһынан ни бары 13-ө генә һайлап алынған.

📌Беләһегеҙме?

Көньяҡ Урал һуҡмағы – Силәбе өлкәһе һәм Башҡортостандың таулы райондары буйлап үткән 700 километрлыҡ туристик маршрут.

Ул Яҡтыкүлдән башланып, Абҙаҡ курорты, Белорет һәм Златоуст ҡалалары, “Ирәмәл” тәбиғәт паркы, “Егәлге” һәм “Йөрәккүл” милли парктары аша үтеп, “Тағанай” милли паркына етә һәм Түргеяҡ күлендә тамамлана.

Был юлды 10 көн дә 6 сәғәт эсендә үтеп, рәсми рекорд ҡуйылған.

Фото һәм видео: "Көньяҡ Урал һуҡмағы" төркөмөнән.
👍9🔥2💯1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🐿Был тейенде "Өфө муйынсағы"нда осратырға була, тип яҙалар.
Ә һеҙ был маршрут буйынса саф һауала йөрөргә сыҡҡанығыҙ бармы?
Кәңәш итәһегеҙме?
13👍1🔥1👌1
Йәнә бер тапҡыр "Дәрүиш рухы+" концертын хәтерҙәргә төшөрөп алайыҡ әле, тик был юлы - сәхнә артынан.

"Вәлитов TV"ның сираттағы сығарылышы бик күп ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап эҙләшә, ҡарайбыҙ😉

https://vk.com/video70810928_456239083
👍11
📌ӨФӨ ҠАЛАҺЫНЫҢ 48-СЕ БАШҠОРТ ЛИЦЕЙЫНА НОҒМАН МУСИН ИСЕМЕ БИРЕЛДЕ!

Башҡортостан Хөкүмәте Яҙыусылар союзының тәҡдимен хуплап, халыҡ яҙыусыһының исеме менән баш ҡалабыҙҙың 48-се һанлы башҡорт лицейын атаны.
Һүрәт: "Ағиҙел" журналы төркөмөнән.
👍14🔥6👏41
Изге йома көнөндә ошоға бер аҙым яһағыҙ!
🔥9💯4👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөгөн!
"Бишбармаҡ" шоуҙың яңы сығарылыштың ҡунағы - Айтуған Фәттәхов
🔥7👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
💯Өфөлә "Кәсептәр аҙналығы" үтә. Башҡортостандан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән БАШЭКСПО бинаһында 200 оҫта йыйылған.

Күргәҙмә иртәнгегә тиклем эшләй. Барып күрергә, үҙегеҙгә һәм яҡындарығыҙға үҙенсәлекле бүләктәр һатып алырға мөмкин.

Күргәҙмә тураһында Артур Иҙелбаевтың видеоһы.
9👍2
Салауат ҡалаһында ҡуйылған Яңы йыл шыршыһының сағыулығы! Хатта шәп инде!🎄🎄🎄
9🔥3🎄2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районы Ураҙбай ауылындағы ғәжәйеп тәбиғәт күренешен яҡынданыраҡ төшөргәндәр.
🔥7👍2🥰2🤔2
Бына шундай йәштәребеҙ бар беҙҙең!😎

Әбйәлилдән "ҡымыҙ бароны" тигән даны сыҡҡан йәш эшҡыуар Айтуған Фәттәхов менән ҡыҙыҡлы, фәһемле һәм бик кәрәкле һөйләшеү булған "Бишбармаҡ-шоу" студияһында.

Ҡарағыҙ, тыңлағыҙ һәм үҙегеҙ ҙә берәй өлкәлә "барон" булып китергә дәртләнерһегеҙ, тип ышанабыҙ!
https://vk.com/video-38277591_456239457
🔥143
Хәйерле иртә! Башҡортостанда көндәр һыуына, тип хәбәр итәләр. Кейенеп йөрөгөҙ, һау-сәләмәт булығыҙ! 💕
🔥7🥰3👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
🥧БӘЛЕШ 🥧

📌Ҡамыр өсөн:
100гр аҡ май
1 йомортҡа
3-4 аш ҡалағы ҡаймаҡ
1/4 стакан һөт
Семтем сода
1 балғалаҡ шәкәр
1/2 балғалаҡ тоҙ
~400-500 гр он

📌Эслеккә:
картуф
Ҙур ғына баш һуған
Ит
Самалап тоҙ, борос
Аҡ май - ныҡ юғары процентлы булмаһа, 90 гр тирәһе

🥧Ҡамырҙы баҫырға
🥧Эслек өсөн картуф, ит һәм һуғанды ваҡ ҡына шаҡмаҡтарға турарға һәм тоҙ, борос ҡушып болғатырға

🥧Бәлеш эшләйбеҙ:
Ҡамырҙы ике өлөшкә бүләбеҙ, күберәгенән бәлештең төбөн йәйәбеҙ, майланған табаға һалабыҙ. Өҫтөн биҙәү өсөн әҙерәк ҡамыр ҡалдырырға онотмағыҙ.
Эслекте һалабыҙ һәм бәлештең ситен бөрөп сығабыҙ.
Бәлештең ауыҙын ҡапларға ҡалдырылған ҡамырҙы икегә бүлеп, береһен шул көйө, икенсеһен видеола күрһәтелгәнсә ҡырҡып, матурлап эшләйбеҙ.
Уртаһында тишек ҡалдырабыҙ һәм шуның аша 100 мл һурпа йәки һыу ҡоябыҙ. Шунан тә ҡамыр киҫәгенән Видеола күрһәтелгәнсә рауза сәскәһе яһап, ҡаплап ҡуябыҙ.
Алдан 180-190° градусҡа тиклем әсетелгән мейестә ~1,5-2,5 сәғәт бешерергә. Төрлө мейестә төрлөсә ваҡытта бешә.
Бәлеш бешергә 20-30 минут ҡалғас, уны мейестән сығарып, уртаһын алып тороп, ~150 мл һурпа йәки һыу ҡойоғоҙ, был осраҡта бәлеш һутлы килеп сығасаҡ.
Шунан тышын яҡшылап майлап, фольга менән ҡапларға һәм яңынан мейескә ҡуйырға, бешеп сыҡҡанын көтөргә.

АШТАРЫҒЫҘ ТӘМЛЕ БУЛҺЫН! 🥧💕
🔥10👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌Киләһе аҙнала Өфөлә VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үтә.

Ҡор 12-14 декабрҙә ойошторола. Форумда республиканан, Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән 500-ҙән ашыу делегаттың ҡатнашыуы көтөлә.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының съезына әҙерлек барышында республика райондарында һәм ҡалаларында 318 делегат һайланған. Рәсәй төбәктәрендә илдең 34 төбәгенән 171 делегат билдәләнгән. Сит ил делегациялары Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә эшләгән йәмәғәт ойошмалары әүҙемселәренән тора: съезға 12 илдән 38 ватандашыбыҙҙың килеүе көтөлә.
8👍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрына ҡуян килеп киткән 😌
8👍3🔥2
📌 Белорет ҡалаһында "Башҡорт йорто" шәхси музейы асылған.

Уны эшҡыуар Резеда Сәйҙәрова асҡан.

🏛️Музей башҡорт ауыл өйөндәге көнкүреште сағылдыра. Унда башҡорт милли кейеме, бишек, фотоһүрәттәр, китап, балаҫ, һауыт-һаба һәм бик күп башҡа әйберҙәр тупланған. Ҡомартҡыларҙың ҡайһыныһы өләсәйҙәрҙән ҡалған, туғандар биргән, ҡайһыларын Белорет районы һәм Резеда Рифғәт ҡыҙының тыуған ауылы Ҡобағоштан (Учалы районы) йыйылған.

🏛️Коллекция даими тулыландырылып тора, теген машиналары күргәҙмәһе лә буласаҡ тиҙҙән.
Әле бер нисәүһен музейға тапшырғандар.

🏛️Музейҙы барыһына ла бушлай килеп ҡарарға мөмкин. Бында мәктәп уҡыусыларын экскурсияға йөрөтөргә һәм ҡул эштәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрергә ниәтләйҙәр.

"Резеда Рифғәт ҡыҙына ҡала һәм районда тормошонда әүҙем ҡатнашыуы, шәфҡәтле проекттары һәм милли мәҙәни ҡиммәттәрҙе һаҡлауы өсөн рәхмәтемде белдерәм. Илһам, уңыштар, бөтә ниәттәрен тормошҡа ашырыуҙың теләйем",

- тип яҙа сәхифәһендә Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта.

📍Музей адресы: Белорет ҡалаһы, Точисский урамы, 23, 3-сө ҡат.

☎️Ҡомартҡылар тапшырыу йәки экскурсияға яҙылыу өсөн телефон: 89063763187, 89033511817.
👍123