Өфө ҡалаһы, Ағиҙел яры, 1967 йыл.
Иванов Дмитрий Александрович архивынан алынған фотоларҙы "История Уфы и Башкортостана/Ваши фотографии" төркөмө урынлаштырған.

🔥9❤3👍2
❓НИ ӨСӨН ТӨШКӨ АШ МӨҺИМ?
🍵Бөгөн төшкө аш ашауҙың мөһимлеге хаҡында бер-ике кәлимә яҙып, дөрөҫ туҡланыу буйынса белгестәр кәңәшен еткермәксе булдыҡ.
📌Төшкө аш беҙҙең организм өсөн бик кәрәкле: нәҡ сәғәт көндөҙгө 12-нән 3-кә тиклем ейгән ризығыбыҙ микроэлементтарға тарҡала һәм организмдың матдәләр алмашыныу процесы эшләп китә. Ошо ваҡытта һеҙ калорийҙарҙың тәүлек нормаһының яртыһынан күберәген ашарға тейешһегеҙ. Сөнки көн дауамында ул күп көс талап иткән эшмәкәрлеккә сарыф ителәсәк.
🚫Көндөҙ ашауҙан баш тартҡан осраҡта, организм май запастарын тупларға керешә. Көндөҙ етешле кимәлдә ашамаған кеше кискегә ныҡ асығыу тоя һәм был төнгөлөккә ҡарай күп итеп ашаныуға килтерә. Һөҙөмтәлә, тулы ашҡаҙан менән йоҡо ла насар була.
🚫Оҙаҡ ашамай йөрөү ҙә зыянлы – организм быны аслыҡ тип ҡабул итеп, йәнә май “йыя” башлауы ихтимал.
💚Көндөҙ ашауҙың файҙаһы:
✅Организм аҙыҡтан файҙалы матдәләр ала, эшкә һәләтлелек арта;
✅Киске ашта артыҡ ашамаясаҡһығыҙ;
✅Метаболизм яҡшыра;
✅Көс-ҡеүәт өҫтәлә;
✅Буй-һын зифалана.
🍎Дөрөҫ туҡланғанда төшкөгә нимә ашарға?
Һәр нәмәлә сама белеп, туҡланырға кәрәк.
🍏Углеводтар.
Төшкө ашта тиҡ ҡатмарлы углеводтар ғына ашау файҙалы, улар яҡшыраҡ үҙләштерелә һәм организмды оҙаҡҡа туҡландыра. Былар: ҡарабойҙай, дөгө, яҫы борсаҡ (чечевица), борай (полба), бойҙайҙың ҡаты сорттарынан макарондар һ.б. Уларҙағы күҙәнәклек эсәктәргә ыңғай тәьҫир итә һәм токсиндарҙы сығара.
🍏Аҡһымдар.
Төшкө ашҡа мотлаҡ аҡһым ашарға кәрәк. Ул һимеҙ булмаған ит, балыҡ, ҡош итендә күп була. Тауыҡ йәки күркә ите бик яҡшы. Ит ашамайһығыҙ икән, һөт аҙыҡтарына алмаштырырға була. Мәҫәлән, бешерелгән йомортҡаға эремсек һәм кипкән емеш-еләк, сәтләүектәр ҡушып ашарға була.
Төшкө аш мәлендә 150 грамм аҡһым ашау кәңәш ителә.
🍏Майҙар.
Файҙалы майҙар күләме көндәлек нормағыҙға тап килергә тейеш. Улар үҫемлек майҙарында, сәтләүектәрҙә, диңгеҙ балығында, йомартҡала була. Шулай уҡ авокадо үҫемлек майы сығанағы булып тора, уны төрлө ризыҡтарҙы әҙерләгәндә ҡушып ебәрергә мөмкин.
🍏Витаминдар:
Һаулыҡ өсөн витаминдар бик мөһим. Улар йәшелсә-емештә бик күп, шуға төшкө ашҡа салаттар әҙерләп ашау кәрәк, йәшелсәне быҡтырырға йәки һыуҙа бешерергә була. Ә емештәрҙе татлы-баллы тәмлекәстәр, кәнфит-печеньелар урынына ашағыҙ.
🍎Дөйөм кәңәштәр:
✅Төрлөләндереп туҡланыу өсөн алдан бер нисә төр меню төҙөп алығыҙ.
✅Ашарҙан ярты сәғәт алда мотлаҡ 1 стакан һыу эсегеҙ. Был аппетитты баҫа һәм организмдағы процестарҙы эшләтеп ебәрергә ярҙам итә.
✅Көн һайын бер үк ваҡытта ашарға тырышығыҙ.
✅Төшкө ашты көндөҙгө 3-4-кә тиклем ашарға кәрәк.

❤6🍓1
🔥КӨНЬЯҠ УРАЛ ҺУҠМАҒЫ КАЛЕНДАРЫ - 2025🔥
🏔Көньяҡ Урал һуҡмағының 2025 йылға календары эшләнгән, тип хәбәр иткәйнек инде. Бына шуның презентацияһы Өфөләге “Арт-Квадрат”та урынлашҡан “Фабрика” универмагында үткән.
🏔Календарҙа Көньяҡ Урал һуҡмағына нигеҙ һалыусы Рәис Ғәбитов, фотограф Айбулат Аҡбутин һәм ҺЫЛЫУҠАЙ-BASHBEAUTY студияһы башҡорт һылыуҙарының 3 йыллыҡ эш һөҙөмтәһе сағылған.
🏔Ҡыҙҙар Ирәмәл тауында, Ирәкташта, Яҡтыкүл курорты һәм күлендә, Шүлгәнташ мәмерйәһендә фотоға төшкән. Бының өсөн уларға милли кейемдәрҙә тауҙарға артылырға, шарлауыҡтарҙы үтергә, мәмерйә төпкөлдәренә инергә тура килгән һәм меңәрләгән фотолар араһынан ни бары 13-ө генә һайлап алынған.
📌Беләһегеҙме?
✅Көньяҡ Урал һуҡмағы – Силәбе өлкәһе һәм Башҡортостандың таулы райондары буйлап үткән 700 километрлыҡ туристик маршрут.
✅Ул Яҡтыкүлдән башланып, Абҙаҡ курорты, Белорет һәм Златоуст ҡалалары, “Ирәмәл” тәбиғәт паркы, “Егәлге” һәм “Йөрәккүл” милли парктары аша үтеп, “Тағанай” милли паркына етә һәм Түргеяҡ күлендә тамамлана.
✅Был юлды 10 көн дә 6 сәғәт эсендә үтеп, рәсми рекорд ҡуйылған.
Фото һәм видео: "Көньяҡ Урал һуҡмағы" төркөмөнән.

👍9🔥2💯1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🐿Был тейенде "Өфө муйынсағы"нда осратырға була, тип яҙалар.
Ә һеҙ был маршрут буйынса саф һауала йөрөргә сыҡҡанығыҙ бармы?
❓Кәңәш итәһегеҙме?

❤13👍1🔥1👌1
Йәнә бер тапҡыр "Дәрүиш рухы+" концертын хәтерҙәргә төшөрөп алайыҡ әле, тик был юлы - сәхнә артынан.
"Вәлитов TV"ның сираттағы сығарылышы бик күп ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап эҙләшә, ҡарайбыҙ😉
https://vk.com/video70810928_456239083

VK Видео
Video by Timur Valitov
Watch Video by Timur Valitov 20 min 30 s from 5 December 2024 online in HD for free in the VK catalog without signing up! Views: 41. Likes: 6.
👍11
Forwarded from БИШБАРМАҠ ШОУ
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөгөн!
"Бишбармаҡ" шоуҙың яңы сығарылыштың ҡунағы - Айтуған Фәттәхов

🔥7👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
💯Өфөлә "Кәсептәр аҙналығы" үтә. Башҡортостандан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән БАШЭКСПО бинаһында 200 оҫта йыйылған.
✅Күргәҙмә иртәнгегә тиклем эшләй. Барып күрергә, үҙегеҙгә һәм яҡындарығыҙға үҙенсәлекле бүләктәр һатып алырға мөмкин.
Күргәҙмә тураһында Артур Иҙелбаевтың видеоһы.

❤9👍2
Салауат ҡалаһында ҡуйылған Яңы йыл шыршыһының сағыулығы! Хатта шәп инде!🎄🎄🎄
❤9🔥3🎄2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районы Ураҙбай ауылындағы ғәжәйеп тәбиғәт күренешен яҡынданыраҡ төшөргәндәр.
🔥7👍2🥰2🤔2
Бына шундай йәштәребеҙ бар беҙҙең!😎
Әбйәлилдән "ҡымыҙ бароны" тигән даны сыҡҡан йәш эшҡыуар Айтуған Фәттәхов менән ҡыҙыҡлы, фәһемле һәм бик кәрәкле һөйләшеү булған "Бишбармаҡ-шоу" студияһында.
Ҡарағыҙ, тыңлағыҙ һәм үҙегеҙ ҙә берәй өлкәлә "барон" булып китергә дәртләнерһегеҙ, тип ышанабыҙ!
https://vk.com/video-38277591_456239457

Бишбармаҡ шоу - Айтуған Фәттәхов
Беҙҙең команда: Урал Кәримов - Алып барыусы Илһам Ишкинин - Алып барыусы Наиль Тимербаев - Режиссер ,монтаж Рөстәм Әхмәтов - Оператор Сыңғыҙ Ғиләжев - Оператор Кәрим Хөснуллин - Администратор Рөстәм Аҙнабаев - Дизайн Әлфирә Сәғитова - Мөхәррир
🔥14❤3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
🥧БӘЛЕШ 🥧
📌Ҡамыр өсөн:
✅ 100гр аҡ май
✅ 1 йомортҡа
✅ 3-4 аш ҡалағы ҡаймаҡ
✅ 1/4 стакан һөт
✅ Семтем сода
✅ 1 балғалаҡ шәкәр
✅ 1/2 балғалаҡ тоҙ
✅ ~400-500 гр он
📌Эслеккә:
✅ картуф
✅ Ҙур ғына баш һуған
✅ Ит
✅ Самалап тоҙ, борос
✅ Аҡ май - ныҡ юғары процентлы булмаһа, 90 гр тирәһе
🥧Ҡамырҙы баҫырға
🥧Эслек өсөн картуф, ит һәм һуғанды ваҡ ҡына шаҡмаҡтарға турарға һәм тоҙ, борос ҡушып болғатырға
🥧Бәлеш эшләйбеҙ:
✅ Ҡамырҙы ике өлөшкә бүләбеҙ, күберәгенән бәлештең төбөн йәйәбеҙ, майланған табаға һалабыҙ. Өҫтөн биҙәү өсөн әҙерәк ҡамыр ҡалдырырға онотмағыҙ.
✅Эслекте һалабыҙ һәм бәлештең ситен бөрөп сығабыҙ.
✅Бәлештең ауыҙын ҡапларға ҡалдырылған ҡамырҙы икегә бүлеп, береһен шул көйө, икенсеһен видеола күрһәтелгәнсә ҡырҡып, матурлап эшләйбеҙ.
✅Уртаһында тишек ҡалдырабыҙ һәм шуның аша 100 мл һурпа йәки һыу ҡоябыҙ. Шунан тә ҡамыр киҫәгенән Видеола күрһәтелгәнсә рауза сәскәһе яһап, ҡаплап ҡуябыҙ.
✅ Алдан 180-190° градусҡа тиклем әсетелгән мейестә ~1,5-2,5 сәғәт бешерергә. Төрлө мейестә төрлөсә ваҡытта бешә.
✅ Бәлеш бешергә 20-30 минут ҡалғас, уны мейестән сығарып, уртаһын алып тороп, ~150 мл һурпа йәки һыу ҡойоғоҙ, был осраҡта бәлеш һутлы килеп сығасаҡ.
✅ Шунан тышын яҡшылап майлап, фольга менән ҡапларға һәм яңынан мейескә ҡуйырға, бешеп сыҡҡанын көтөргә.
АШТАРЫҒЫҘ ТӘМЛЕ БУЛҺЫН! 🥧💕

🔥10👍2❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌Киләһе аҙнала Өфөлә VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үтә.
Ҡор 12-14 декабрҙә ойошторола. Форумда республиканан, Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән 500-ҙән ашыу делегаттың ҡатнашыуы көтөлә.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының съезына әҙерлек барышында республика райондарында һәм ҡалаларында 318 делегат һайланған. Рәсәй төбәктәрендә илдең 34 төбәгенән 171 делегат билдәләнгән. Сит ил делегациялары Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә эшләгән йәмәғәт ойошмалары әүҙемселәренән тора: съезға 12 илдән 38 ватандашыбыҙҙың килеүе көтөлә.

❤8👍3