Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
676 subscribers
2.83K photos
1.53K videos
1 file
262 links
Download Telegram
📌 Белорет ҡалаһында "Башҡорт йорто" шәхси музейы асылған.

Уны эшҡыуар Резеда Сәйҙәрова асҡан.

🏛️Музей башҡорт ауыл өйөндәге көнкүреште сағылдыра. Унда башҡорт милли кейеме, бишек, фотоһүрәттәр, китап, балаҫ, һауыт-һаба һәм бик күп башҡа әйберҙәр тупланған. Ҡомартҡыларҙың ҡайһыныһы өләсәйҙәрҙән ҡалған, туғандар биргән, ҡайһыларын Белорет районы һәм Резеда Рифғәт ҡыҙының тыуған ауылы Ҡобағоштан (Учалы районы) йыйылған.

🏛️Коллекция даими тулыландырылып тора, теген машиналары күргәҙмәһе лә буласаҡ тиҙҙән.
Әле бер нисәүһен музейға тапшырғандар.

🏛️Музейҙы барыһына ла бушлай килеп ҡарарға мөмкин. Бында мәктәп уҡыусыларын экскурсияға йөрөтөргә һәм ҡул эштәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрергә ниәтләйҙәр.

"Резеда Рифғәт ҡыҙына ҡала һәм районда тормошонда әүҙем ҡатнашыуы, шәфҡәтле проекттары һәм милли мәҙәни ҡиммәттәрҙе һаҡлауы өсөн рәхмәтемде белдерәм. Илһам, уңыштар, бөтә ниәттәрен тормошҡа ашырыуҙың теләйем",

- тип яҙа сәхифәһендә Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта.

📍Музей адресы: Белорет ҡалаһы, Точисский урамы, 23, 3-сө ҡат.

☎️Ҡомартҡылар тапшырыу йәки экскурсияға яҙылыу өсөн телефон: 89063763187, 89033511817.
👍123
Forwarded from Яҡты-media
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
17 быуатта барлыҡҡа килгән башҡорт аты тураһында беренсе мультфильм сыҡты.

Балаларҙы экрандарға саҡырығыҙ, төп батыр - бәләкәй Салауат, ул ҡанатлы ат Аҡбуҙат тураһында легенда һәм ни өсөн уны башҡорт тоҡомло аттарҙың башлап ебәреүсеһе тип әйтәләр. Ролик урындағы тоҡомдо өйрәнеү буйынса ғилми-тикшеренеү институтында эшләнгән, унда "Ҡанатлы аттар" - белем биреүсе мультсериалдың беренсе өлөшө генә, тип вәғәҙә итәләр.

⭐️ Яҡты-mediaға яҙыл
👍10
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Гөлфиә Мөхәмәтдинова менән килешәһегеҙме?
👍12🔥2
Тормошто яратығыҙ, ниндәй генә хәлдәрҙә лә тыныслыҡ һаҡлағыҙ һәм айыҡ аҡыл менән хәл итегеҙ, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ һәм яҡындарығыҙҙы һөйөндөрөп, һау-сәләмәт йәшәгеҙ!
10🥰3👍1
📌Еҙем — Башҡортостандағы йылға, Ағиҙелдең уң ҡушылдығы.

Елмерҙәк һыртының көнсығыш битләүендә башлана. Белорет районы буйлап төньяҡ-көнсығыштан көньяҡ-көнбайышҡа, Егәҙе йылғаһының тамағынан төньяҡ-көнбайышҡа табан Белорет, Ғафури һәм Архангел райондары буйлап ағып, Ағиҙел йылғаһына (тамағынан 585 км алыҫлыҡта) ҡоя.

Оҙонлоғо 215 км. Башлыса ҡар һыуҙары менән туйына.

Был йылға буйында Ғафури районы биләмәһенә ҡараған Уҡлығая, Мәмбәт, Аҡташ ҡаялары урынлашҡан. Киндерле мәмерйәһе киң билдәле.
👍11
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Көндәрегеҙ нисек үтә?

"Ауылдың бер көнө", - тип яҙған Күгәрсен районы Тәүәкән ауылынан Фирүзә Хөсәйенова-Әбдрәхимова.
8🔥5👍21
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌Башҡорт АССР-ның һәм Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы Зинира Ҡасим ҡыҙы Атнабаеваның исеме мәңгеләштерелде.

📍Актрисаның тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы Өфөлә ул йәшәгән йортҡа таҡтаташ ҡуйылды.

М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актрисаһы, драматург та булараҡ танылған ул. "Өҙөлгән туй" драмаһын хәтерләүселәр барҙыр әле.

✴️Зинира Ҡасим ҡыҙы хәҙерге Тәтешле районы Иҫке Күрҙем ауылында тыуған. Ул Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың бер туған һеңлеһе.
👍16
Инде лә һөйкөмлө ҡул эштәре инде😊

Ә һеҙ ошондай матурлыҡ өсөн генә тәғәйенләнгән әйберҙәр эшләйһегеҙме?

Йомшаҡ скульптуралар авторы: MANOONI.
🥰10👍1
ДОНАТ, ИНФЛЮЕНСЕР - ЫСЫНБАРЛЫҒЫБЫҘ...

📌РФА “Рус теленең орфография һүҙлеге” 350-гә яҡын яңы һүҙ менән тулыландырылған.

“2024 йылда өҫтәлгән һүҙҙәр араһында бөгөнгөбөҙҙө сағылдырған, ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында алдан индерелмәгән һәм төрлө атамаларҙың дөрөҫ яҙылышын күрһәткәндәре бар”, - тип хәбәр ителә.

📌Яңы һүҙҙәр араһында шундайҙары бар:

✴️глэмпинг;
✴️фудшеринг;
✴️богато одаренный;
✴️йоготерапевт;
✴️бирковать;
✴️брендбук;
✴️дрон-камикадзе,
✴️донат;
✴️дипфейк;
✴️аватарка;
✴️инфлюенсер;
✴️антидронный һ.б.


Был һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлайһығыҙмы, ҡулланаһығыҙмы һәм башҡортсаға нисегерәк тәржемә итергә булыр ине?
🔥6😁4