Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
676 subscribers
2.83K photos
1.53K videos
1 file
262 links
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Гөлфиә Мөхәмәтдинова менән килешәһегеҙме?
👍12🔥2
Тормошто яратығыҙ, ниндәй генә хәлдәрҙә лә тыныслыҡ һаҡлағыҙ һәм айыҡ аҡыл менән хәл итегеҙ, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ һәм яҡындарығыҙҙы һөйөндөрөп, һау-сәләмәт йәшәгеҙ!
10🥰3👍1
📌Еҙем — Башҡортостандағы йылға, Ағиҙелдең уң ҡушылдығы.

Елмерҙәк һыртының көнсығыш битләүендә башлана. Белорет районы буйлап төньяҡ-көнсығыштан көньяҡ-көнбайышҡа, Егәҙе йылғаһының тамағынан төньяҡ-көнбайышҡа табан Белорет, Ғафури һәм Архангел райондары буйлап ағып, Ағиҙел йылғаһына (тамағынан 585 км алыҫлыҡта) ҡоя.

Оҙонлоғо 215 км. Башлыса ҡар һыуҙары менән туйына.

Был йылға буйында Ғафури районы биләмәһенә ҡараған Уҡлығая, Мәмбәт, Аҡташ ҡаялары урынлашҡан. Киндерле мәмерйәһе киң билдәле.
👍11
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Көндәрегеҙ нисек үтә?

"Ауылдың бер көнө", - тип яҙған Күгәрсен районы Тәүәкән ауылынан Фирүзә Хөсәйенова-Әбдрәхимова.
8🔥5👍21
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌Башҡорт АССР-ның һәм Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы Зинира Ҡасим ҡыҙы Атнабаеваның исеме мәңгеләштерелде.

📍Актрисаның тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы Өфөлә ул йәшәгән йортҡа таҡтаташ ҡуйылды.

М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актрисаһы, драматург та булараҡ танылған ул. "Өҙөлгән туй" драмаһын хәтерләүселәр барҙыр әле.

✴️Зинира Ҡасим ҡыҙы хәҙерге Тәтешле районы Иҫке Күрҙем ауылында тыуған. Ул Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың бер туған һеңлеһе.
👍16
Инде лә һөйкөмлө ҡул эштәре инде😊

Ә һеҙ ошондай матурлыҡ өсөн генә тәғәйенләнгән әйберҙәр эшләйһегеҙме?

Йомшаҡ скульптуралар авторы: MANOONI.
🥰10👍1
ДОНАТ, ИНФЛЮЕНСЕР - ЫСЫНБАРЛЫҒЫБЫҘ...

📌РФА “Рус теленең орфография һүҙлеге” 350-гә яҡын яңы һүҙ менән тулыландырылған.

“2024 йылда өҫтәлгән һүҙҙәр араһында бөгөнгөбөҙҙө сағылдырған, ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында алдан индерелмәгән һәм төрлө атамаларҙың дөрөҫ яҙылышын күрһәткәндәре бар”, - тип хәбәр ителә.

📌Яңы һүҙҙәр араһында шундайҙары бар:

✴️глэмпинг;
✴️фудшеринг;
✴️богато одаренный;
✴️йоготерапевт;
✴️бирковать;
✴️брендбук;
✴️дрон-камикадзе,
✴️донат;
✴️дипфейк;
✴️аватарка;
✴️инфлюенсер;
✴️антидронный һ.б.


Был һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлайһығыҙмы, ҡулланаһығыҙмы һәм башҡортсаға нисегерәк тәржемә итергә булыр ине?
🔥6😁4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ә һеҙ Тайфун Ҡоролтаевич һорағанды эшләй беләһегеҙме? 😎
😁14
📌Бөгөн кискеһен "Киләсәккә ҡарап" документаль фильмын ҡарағыҙ!

🎬Уны VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы алдынан БСТ каналы төшөргән.

🎬Фильмда республиканың билдәле шәхестәре ҡоролтайҙың башҡорт халҡының артабанғы үҫеш юлында, рухи ҡиммәттәрен һаҡлауҙа, быуындар бәйләнешен нығытыуҙа тотҡан роле тураһында фекер алыша.

🎬Экран әҫәрендә БСТ телеканалы архивында тупланған бай видеоматериал файҙаланылған.

🎬Фильмдың сценарий авторы - Гөлдәриә Йосопова, ҡуйыусы режиссеры - Светлана Громова, операторы - Илшат Дәүләтбирҙин.
🔥84
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🌐"Бөтә донъя башҡорттары, берләшегеҙ!"

Махсус хәрби операция яугиры, Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Динәхмәтов VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы уңайынан халҡыбыҙға мөрәжәғәт итеп, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың шиғри оранын еткерә.
👍127
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌"Befree" магазиндарында Башҡортостан символдары төшөрөлгән футболкалар һатыуға сығарылған.

Был - "КОД:Мәҙәни" конкурсы һөҙөмтәһе. Унда илдең төрлө төбәктәренән дизайнерҙар ҡатнашҡан һәм тыуған төйәктәренән илһам алып ижад иткән эштәрен ебәргән.

Еңеүсе 12 ҡала араһында Өфө лә бар: дизайнер Мария Чинёнованың эшен юғары баһаланған.
Ул футболкаға ҡурай тажы, Торатау, һыуһар, сулпылар һәм орнамент төшөргән.
👍7❤‍🔥2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡыҙыҡлы башҡорт теле. Рөстәм Абдразаҡов "ҡуҙғалаҡ" һүҙенең килеп сығышы хаҡында.
👍8🔥31
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Яңы йыл кәйефегеҙ юҡмы? Башҡорт дәүләт филармонияһына барығыҙ! Ә әлегә коллектив төшөргән видеоны ҡарай тороғоҙ 😉🎄🎄🎄
11
ЯТА ЛА ЯТА

Баймаҡтар һәр бер һөйләмгә
Һүҙ өҫтәргә ярата.
Кеше атлап барһа, әйтә,
Ул атлап бара ята.

Ауырыған ҡайһы берәү
Балнисҡа инеп ята.
Күрер өсөн ауылдашы
Алдан уҡ килеп ята.

Телевизор ҡарап ятам,
Бесәй эргәлә ята.
Тәҙрәгә күҙемде һалһам –
Балалар йөрөп ята.

Беҙҙең сыбар тауыҡ көн дә
Күкәй һалырға ята.
Ә күршенең өлкән улы
Кәләш алырға ята.

Күрше инде әйтеп һалды,
Балам ауырып ята,
Әлегә уҡыуға бармай,
Тик өйҙә йөрөп ята.

Танышым осрап, һораны:
Йә, дуҫ, ни хәлдә ятаң?
Мин әйттем: Хоҙайға шөкөр,
Әлегә һәйбәт ятам.

Килә ята, бара ята,
Ятмаһа ла гел ята.
Бындай һүҙҙәр әйтелә бит
Баймаҡтарға ҡарата.

“Ята”, тигән һүҙ, күрәһең,
Берәй шөғөл аңлата.
Баймаҡ халҡы тора-ята
Шулай көн итеп ята.

Борис ХӘЙРЕТДИНОВ.

Һүрәт: интернеттан, ҡыҙыҡ өсөн үҙгәртелде😉
9🔥4👍2
Рәсәй Банкының рәсми сайтында 1000 һумлыҡ ҡағыҙ аҡсаға төшөрөләсәк символды һайлау дауам итә.

Әлеге ваҡытта:
1 урында “Метеор” тиҙ йөрөшлө пассажирҙар теплоходы ( 108 299 тауыш)

2 урында Өфөләге Салауат Юлаев һәйкәле (88 719 тауыш)

3 урында Волга йылғаһы аша Һарытау күпере (31 172 тауыш)

Үҙегеҙ теләгән символ өсөн тауыш биреүҙең иң ҡулай ысулы – электрон почтаны файҙаланыу.

📌Тауыш биреү тамамланырға 2 көн генә бар, өлгөрөп ҡалығыҙ!
💯63🔥3