Башҡорт юлы – Telegram
Башҡорт юлы
431 subscribers
441 photos
363 videos
286 links
Download Telegram
Музей фотолары
👍62
Төнъяҡ Евразия биләмәһендә крест аҫтында торған ярым айҙы Яуыз Ивандың Ҡазанды алғас, ислам дәүләтен еңеүенән һуң, христианствоның өҫтөнлөгө менән аңлатып киләләр. Ә украиндарҙың был яҡтан фекере башҡараҡ икән: Ярым ай - Мария билдәһе, Мариянан Иисус тыуған. Ярым айҙан крестың үҫеп сығыуы был осраҡта аңлайышлыраҡтыр
👍63
Цитата из соседней соцсети
👍18👎1🔥1
Украин юлъяҙмалары
Дауамы.

Ярты көндө музейҙа йөрөнөк. Бында тыныслыҡ. Халыҡ ҡыҙыҡһынып экспонаттарҙы өйрәнә. Автобус-автобус мәктәп балалары йөрөй. Ялан ерҙә клип төшөрәләр. Ғөмүмән, хәҙер Украинаға йөрөү туҡталһа ла, эске туризм эшләй тип аңланым. Был Львивта йөргәндә лә күҙгә ташланды - сувенир кибеттәрендә, ресторандарҙа халыҡ тулы. Бар ерҙә лә украинса һөйләшәләр. Урамдарҙан йөрөгәндә ҡаршыма килгән кешеләр башта минә текәлеп ҡарайҙар, һуңынан янымдан килгән украин егетенә күҙ төшөрәләр ҙә, тыныслап уҙып китәләр. Йыш ҡына мин өндәшмәй ҡалам, урыҫ теле менән асыуҙарын килтермәйем тим. Мине оҙатып йөрөгән егеттең ҡәртнәһе татар булған, ул яңыраҡ ҡына татар телен өйрәнә башлаған, ваҡыт-ваҡыт беҙ ҙә татарсаға күсеп алабыҙ. Ҡайҙан килдегеҙ, тигән һорауға Ҡаҙаҡстандан, тим. Был һуғыш беҙҙең барыбыҙҙы ла украин ҡанына батырҙы, ҡайсан таҙара алырбыҙ?!.

Ярты көндө бүлһәк тә, музейҙың дүрттән бер өлөшөн генә күрә алдыҡ, тимәк, музейҙы тоташ ҡарап сығыу өсөн беҙгә ике көн кәрәк, ваҡыт тар, Киевтың үҙен дә бер аҙ күрәһе килә бит!
Башҡаланың тарихи биналарын тиҙ генә йүгереп сығырға өлгөрҙөк. Мең йыллыҡ тарих бында! Ошо тарих кәрәк бит урыҫ донъяһына!

Дауамы бар.
10👍4👎1
Комитет Башкирского национального движения за рубежом выражает искреннюю поддержку братскому черкасскому народу вспоминая трагическую дату 1864 года!
Российская империя провела множество геноцидов и этнических чисток разных народов которых она поработила. Черкесский народ потерпел такой геноцид 160 лет назад.
Башкирский народ, переживший геноцид 1737 года и Голодомор 1921 года разделяют боль черкесского народа!
Мы с вами братья!
6👍1👎1
Украин юльяҙмалары
Дауамы.

Башҡалалағы икенсе көн тулыһы менән Төнъяҡ Евразиялағы баҫып алынған халыҡтарҙың хоҡуҡтары тураһындағы һөйләшеүҙәр, осрашыуҙар һәм интервьюҙар биреү менән үтте. Украина Парламенты ағзалары, эксперттар, ғалимдәр килгән ине. Парламент комиссияһы башлығы Мария Мезенцева менән осрашыуҙа үҙебеҙҙе, башҡорттарҙы борсоған һорау-теләктәребеҙҙе еткерҙек. Азат милләттәр лигаһы ағзаларын бик йылы ҡаршыланылар, ҡыҙыҡһынып тыңланылар. Эстония сит ил эштәре министрлығындағы осрашыуҙан һуң, был минең юғары кимәлдәге икенсе рәсми осрашыуым булды. Украинаның башкорт милләтен, Бойондороҡһоҙлоғон таныуы нимә бирә, тип һорарға теләүселәргә шуны әйтәһем килә: бындай эштәр тиҙ эшләнмәй, семтем аҙым менән барыла был юл! Әлегә был изге ғәмәл башланып ҡына тора.

Дауамы бар.
👍13👎1
Украин юлъяҙмалары
Дауамы

Ресторандарҙа ризыҡтағы ит тураһында белешергә теләһәң, оло ихтирам менән ярҙам итергә алыналар. Сусҡа ите һалмағыҙ, тиһәң, шулай итәләр ҙә. Ирекһеҙҙән Ҡазан иҫкә төшә. Ҡайсандыр элекке ир менән (ә ул вегетариан) итһеҙ начос һораныҡ. Тегеләр тауыҡ ите менән әҙерләгән булып сыҡты. Яңыны әҙерләүҙе һорағас, алып киттеләр ҙә, араһынан итен йыйып алып, яңынан сығарғандар ине. Кешенең теләге, һорауы шулай кире ҡағыла шул. Кешене һанға һуҡмайҙар. Америка булмаһын, европа булмаһын, бына Украина ла үҙен күрһәтте- алға киткән дәүләттәрҙә дәүләттең дә, кешеләрҙең дә бер береһенә хөрмәт менән ҡарауы күҙгә ташлана. Беҙҙә лә Кешегә мөнәсәбәт үҙгәрергә тейеш. Ирекле Башҡортостанда кешегә һәм уның һорау-теләктәренә мөнәсәбәт бөтөнләй башҡа булырға тейеш! Бер кеше лә башҡаларҙан кәм дә, артыҡ та түгел.

Дауамы бар.
👍9👎1
В башкирском сообществе на Reddit уже 500 подписчиков! Большая часть присоединившихся к башкирскому сообществу наши европейские друзья. Многие из них выражают поддержку движению Башкортостана за независимость, многие солидарны с нами. Модераторы башкирского сообщества приглашают вас вступить в сообщество r/Bashkortostan на Reddit. Общими усилиями мы донесём до мира правду о Башкортостане и башкирском народе, общими усилиями мы сделаем башкирское сообщество популярным. Мы используем английский и башкирский язык.

www.reddit.com/r/Bashkortostan — Присоединяйтесь к башкирскому сообществу!
👍10👎1
🇺🇦 Прибывшие в Киев для участия в международной конференции по правам колонизированных народов члены Лиги Свободных Наций провели встречи с председателем специальной парламентской комиссии Верховной Рады Украины Марией Мезенцевой и ее командой. Представители национально-освободительных движений поделились своим видением ситуации на местах и перспектив развития, а глава комиссии проинформировала о планах украинского Парламента и его международных усилиях по поддержке стремлений народов к свободе и независимости.

⚔️ Лига Свободных Наций | Youtube | Twitter
👍7👎1
Украин юлъяҙмалары
Дауамы.

Ауыл-ҡалалар аша үткәндә юлдарҙың тигеҙлегенә, пөхтәлеккә ихтибар итәм. Ишек алдары, ҡапҡа төптәре шау сәскәлә - иристар, пиондар, розалар, тағын әллә күпме мин исемдәрен белмәгән гөл-сәскә! Ихаталар төҙөк, буялған. Беҙҙең башҡорт-татар ауылдарындағы кеүек халыҡ тырышып донъя көтә. Баҫыуҙары сәселгән. Баҡсалары уталған. Төнъяҡ Евразияның урыҫ региондарындағы кеүек ташландыҡ хисе, бөлгөнлөк күренешен осратманым. Киев, Львив кеүек ҙур ҡалалар ғына түгел, юлда осраған бәләкәйрәк ҡала - ауылдарҙа ла тәртип һәм матурлыҡ.
Илдәренең көнсығышында барған һуғыш күҙгә күренмәһә лә, ул һәр йортҡа, һәр ихатаға ҡагылған. Һәр зыяратта дәүләт флагы елберҙәп, һуғыш ҡаһарманы ерләнгәнен күрһәтә. Урамдарҙа аяҡһыҙ яки ҡулһыҙ йәш ирҙәрҙе осратҡанда,был кешенең урыҫ баҫып алыусыларының ҡорбаны икәнен аңлайһың.
Бында олоһо кесеһе армияға ярҙам итергә тырыша. Аталары һуғышта булған балалар аҡса йыя. Львив уртаһындағы майҙанда оло йәштәгеләр төркөмөнөң халыҡ йырҙарын йырлауына шаһит булдым. Улар ҙа көстәренән килгәнсә окуппацион армияға каршы көрәшеүселәргә ярҙам итергә тырыша.

Дауамы бар.
👍10
Украин юльяҙмалары
Дауамы

Был юлдарҙы кире ҡайтыу юлында Варшава автобусында яҙам. Юлдаштарым барыһы ла төрлө йәштәге украин ҡатын-ҡыҙҙары. Арабыҙҙа бер нисә ир-ат бар - уларҙы сик сыҡҡанда Украин сик һаҡсылары ныҡлап тикшерҙе.

Тәҙрәнең теге яғында Башҡортостаным тәбиғәтен ҡабатлаған йәшеллек, эшкәртелгән-сәселгән баҫыуҙар. Тирә яғымда тормоштары һуғыш арҡаһында аҫты - өҫкә килгән ябай ҡатындар. Янымда туҡтауһыҙ бомбаға тотолған Херсон өлкәһенән эвакуацияланған апай.
Халыҡ ихлас, ҡыҙыҡһыныусан, аралашыусан, изге күңелле. Һис арттырыуһыҙ - Украинала уҙҙырған 7 көн эсендә бер генә тапкыр ҙа ҡаты бәрелгән, дорфа яуап биргәндәрен ишетмәнем дә, күрмәнем дә. Минең үҙемә лә, бер береһе менән дә бик ипле аралаштылар. Совет заманында уҡ урыҫ милләтенән һәм теленән азат булған Львив өлкәһе тураһында айырым һөйләмәй булмай. Урыҫтарҙы яратмайҙар, тип, беҙ үҙебеҙҙе имперецтар менән бер тигеҙ ҡуймаҡсыбыҙ. Был төптө дөрөҫ түгел. Был яҡ патриоттарын урыҫтар нисек кенә нацист йәки фашист итмәксе булһалар ҙа, килеп сыҡмаясаҡ - тарих киреһен иҫбатлай: төрлө милләт вәкилдәре был ерҙәрҙе тыуған төйәге иткән. Боронғо әрмән храмында доға ҡылыусылар беҙ күреп өйрәнгән халыҡҡа һис оҡшамаған, киреһенсә, мин уларҙы украиндар, тип уйлаған инем, әрмәндәр булып сыҡты. Храм ихатаһында әрмән хәрефтәре менән яҙылған ҡыпсаҡ телендә таштаҡта бар. Әрмән урамын, ресторанын осраттыҡ. Әлеге Әрмән урамын тураға киҫеп, Серб, Яһүд урамдары үтә. Боронғо йорттарҙың диуарҙарында идишта яҙылған яҙыуҙар һаҡланған. Башҡа милләттәр менән иңгә-иң йәшәргә һәм үҙ милләтеңдең патриоты булырға мөмкин бит! Мөмкин!
Урыҫса белмәйем, тиһәләр ҙә, тырышып, аңлашырға тотоналар.
Халыҡта пессимизм да тойола - ике йылдан ашыу барған һуғыш, әйткәнемсә, һәр ихатаға, һәр ғәйләгә ҡағылған, үкенескә ҡаршы, аҙағы күренмәй. "матур итеп йәшәргә бөтә мөмкинлек бар, минең әлегә гәйләм дә юҡ, теләгем булһа ла, ҡурҡам, һуғышҡа алһалар, барыһы ҡаласаҡ. Бер ҙә үләһе килмәй" тине такси йөрөтөүсе. "бөгөнгө көн менән генә йәшәйбеҙ" тигән һүҙҙәрҙе йыш ишеттем Украинала. Һуғышҡа оҙатыуҙан тыш, "прилет" булыуы мөмкин. Йыш ҡына "нишләйһең, күршенән уңманыҡ" тиҙәр.

Урамдарҙан йөрөгәндә кешеләрҙең йөҙҙәренә, күҙҙәренә ҡарайым - матур халыҡ, һоҡланырлыҡ йәштәр. Сәскә тотҡан парҙар артыҡ күп, күҙгә ташлана. Әллә миңә, Американан килгән кешегә шулай тойоламы, тим, яҙ бит, сәскәле осор, тинеләр.
Украинаның шау сәскәлә сағы. Бер яғы ҡанһырап торһа ла, сәскәлә

Аҙағы.
👍105👎2
9👍2