ХАЛЫҠ АРБАҺЫ - НАРОДНАЯ ТЕЛЕГА – Telegram
ХАЛЫҠ АРБАҺЫ - НАРОДНАЯ ТЕЛЕГА
330 subscribers
70 photos
34 videos
35 links
Ат тартмаһа - арба бармай!
Download Telegram
Тимерҙе ҡыҙыуында һуҡ тиҙәр – ҡайсаҡта ҡыҙған баштан ҡабул ителгән ҡарарҙар өсөн ҡыҙарырға тура килһә лә. Ҡыҙып-ҡыҙып интернетҡа пост яҙып һалғаны өсөн Айгиз Баймөхәмәтовтың үҙен ҡыҙған табала бейеттеләрме, юҡмы - күптәргә шуныһы ҡыҙыҡ, әммә ул хаҡта беҙгә билдәһеҙ.

Һәр хәлдә ҡул аҫтында эшләгән хеҙмәткәрҙәренең фекере менән ваҡытында ҡыҙыҡһынмаған төп-менеджерҙарына точно ҡыҙарырға тура килгәндер.
Айгиз Баймөхәмәтовтың яҙып юйғандан һуң яңынан яҙған посында билдәләнеүенсә, республикала киң мәғлүмәт саралары өсөн яуаплы ведомство етәксеһе килеп тыуған аңлашмаусанлыҡты аңлатыу эшен башлаған.

Һүҙ көрәштереүсе журналистарға һүҙ уйнатыу менән ҡушылыуҙы ситкә ҡуйып, милли матбуғат темаһына етди ҡараш менән туҡталғанда.

Айгиз Баймөхәмәтов үҙенең икенсе посында яҙған фекерҙе беҙ тулыһынса уртаҡлашабыҙ. Хәҙерге шарттарҙа дәүләт кимәлендә яҡлау булмаһа, милли матбуғат (шулай уҡ милли әҙәбиәт) бөтөнләй йәшәй алмаҫ ине. Хәҙер яңылыҡтар гәзит сыҡҡанды көтөп тормай. Бөтә донъя хәбәрҙәре минутында һәр кемдең кеҫәһендәге гаджетҡа килеп тора. Телевизорҙы гәзиттә баҫылған программа буйынса ҡараған, рецепты журналдан ҡырҡып һаҡлаған заманалар ҙа артта ҡалды. Дөрөҫөн генә әйткәндә, хәҙерге заманда матбуғат баҫмалары дәүләт өсөн һапһыҙ сумаҙан ише - ташлап китергә йәл, ә һөйрәп йөрөтөүе ауыр. Әммә беҙҙә бер генә лә баҫма ябылманы, иҡтисади отошто хәстәрләп, улар ҡушылманы, интернет версияға күсерелмәне. Милли кадрҙарҙы һаҡлау, милли интеллигенцияны үҫтереү, туған тел мөхитен булдырыу маҡсатында, шулай уҡ гәзит-журналдарҙы мәғлүмәт сығанағы ғына түгел, мәҙәниәт - рухиәттең бер өлөшө тип ҡабул итеп, Башҡортостанда элек электән сығып килгән һәр бер гәзит-журнал һаман да донъя күрә.

Шуға ла Айгиз Баймөхәмәтовтың интернетҡа яҙып элгәнен сәйәси юҫыҡҡа бороп баш йә бунт күтәреү тип билдәләү дөрөҫ булмаҫ. Ҡыҙыулыҡ менән, урыҫтар әйтмешләй, өйҙәге ығы-зығыны ситкә сығарыу ғына булды. Һүҙеңде элеп алып, үҙҙәренсә һелкеп һалырға торғандар булыуын хәҙер баш мөхәррир аңлағандыр)

Әйткәндәй, иртәгә Өфөлә Башҡортостан яҙыусылары съезы үтә тинеләр. Үҙе депутат, үҙе баш мөхәррир, үҙе рәйестең кәйефе шунда күренер инде. Башта интернеттан уҡырбыҙ, шунан гәзит-журналдар ҙа яҙып сығыр әле)

https://vk.com/wall25835987_16821
6🔥2😁1💩1
Интернеттағы яңылыҡтар таҫмалары Айгиз Баймөхәмәтовтың Башҡортостан яҙыусылар союзы рәйесе итеп ҡабаттан һайланыуы хаҡында хәбәр итә.

Лариса Абдуллина "Башҡортостандың халыҡ шағиры" тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған.

Ҡотлайбыҙ!
👍6👏3🤮1
Шүлгәнташ мәмерйәһе Бөтә донъя мәҙәни мираҫ исемлегенә индерелде.

Парижда үткән ЮНЕСКО комитеты ултырышында ҡабул ителгән ҡарар менән Рәсәй мәғлүмәт саралары таныштыра.
Сөнки был ысынлап та оло ваҡиға. Әлегә ЮНЕСКО-ның мәҙәни мираҫ исемлегенә Рәсәйҙән ни бары 33 кенә объект индерелгән. Аңлатма бер - талаптар иҫ китмәле юғары.

Шүлгәнташ мәмерйәһен донъя кимәлендәге һаҡ аҫтына алыу өсөн республикала ҙур эш башҡарылды. Беренсенән, донъяуи белгестәр менән алып барылған тикшеренеүҙәр. Улар мәмерйә торошон яҡшыртыу менән бер рәттән, яңы һүрәттәргә юлығырға ярҙам итте. Мәмерйә диуарҙары туристар төшөргән таптарҙан, элек асылған боронго һүрәттәр һөрөмдән башҡа япмаларҙан таҙартылды(бының өсөн башланғыс авторы Данир Ғәйнуллинға ябырылыусы урындағы "эксперттар" булманы, түгел булды).

Икенсе ҙур проект - ул "Шүлгәнташ" музейы. Иҫләйһегеҙме, урындағы халыҡты был проектҡа ҡаршы ҡуйырға маташыусылар ҙа булғайны - йәнәһе лә боронғолоҡто һаҡлаған урында цивилизация әҫәре булырға тейеш түгел. Әммә бер нәмәгә ҡарамай халыҡ-ара кимәлдәге музей төҙөлдө. Уның менән бергә боронғолоҡ үҙәгенә юл һалынды, юл ыңғайында яңы кемпингтар барлыҡҡа килде, урындағы эшҡыуарҙар өсөн заманса шарттар тыуҙырылды. Бөгөн тап заманса музей иҫәбенә Бөрйән ысын мәғәнәһендә туризм мәккәһенә әйләнде. Тап ошо мәҙәни объект арҡаһында бөгөн Шүлгәнташҡа килеүселәр һаны хиспалы, тәбиғәткә ҙур зыян килтергән ҡырағай туризм юҡҡа сыҡты. Икенсенән, музей мәмерйәнең үҙен кеше ағымынан тотҡарлаусы буферға әйләнде. Сөнки, музей программаһы, унда ҡулланылған заманса алымдар ҡыҙыҡлы, йөкмәткеле, сифатлы. Әгәр элек Шүлгәнташҡа килеүселәр, башҡа тәҡдимдәр булмағас, мотлаҡ мәмерйәне күрергә ашыҡһа, хәҙер күптәр заманса музей менән танышыу менән сикләнә. Был объект үҙенең төп тәғәйенләнешенә ярашлы мәмерйәгә көсөргәнеште кәметте.

Хәҙер, ЮНЕСКО исемлегенә инеү менән, тәүтормош кешеләре төшөргән ҡая һүрәттәре менән данлы музейҙы һаҡлау тағы ла нығыраҡ ҡәтғиләшә. Был дөрөҫ тә - Республика етәкселеге, урындағы белгестәр шул маҡсатҡа ынтылды һәм шуға иреште! Афарин!

Артабан яңы план - ЮНЕСКО-ның беренсел мәҙәни мираҫ исемлегенә - йәғни дәғүәселәр рәтенә Торатау, Ҡуштау, Йөрәктау, тағы ла Воскресенское баҡыр иретеү заводы индерелгән. Бынан тыш бөгөн Башҡортостан - күсмәндәр цивилизацияһы үҙәге булараҡ өйрәнелә. Шишмә районында урынлашҡан боронғо кәшәнәләр биләмәһе тарихына ла ниһайәт лайыҡлы иғтибар бүленә. Боронғолоҡто заманса ҡараш менән баһалау яңы еңеүҙәр алып килһен!
👍7🔥43😁1
Йәнә AY YOLA хаҡында.
Башҡорт мәҙәниәтен, ҡурай моңон, башҡорт халҡының боронғолоҡ паспорты булған "Урал батыр" эпосын ил һәм донъя кимәлендә танытҡан "беҙҙең һомайҙар" туҡтауһыҙ гастролдәр араһында федераль телеканал тапшырыуҙарында, популяр проекттарҙа ҡатнашырға ла өлгөрә.

Ләйсән Үтәшева менән әңгәмә йөкмәткеле, мәғәнәле килеп сыҡҡан. Башҡорт менән башҡорттоң русса булһа ла "бер телдә аралашыуы" тип атар инек.

https://vkvideo.ru/video-51744148_456239460?t=21s
6👏4
Аҫылташ тураһында бер ике кәлимә

Был форум башҡорт йәштәре өсөн бынан тиҫтә йылдар самаһы элек барлыҡҡа килгәйне. Уның башланғысында тороусылар – Йәш яҡташтар ойошмаһы, тағы ла Лүциә Юлыева (хәҙер Башҡортостан Башлығы гранттары фонды етәксеһе), Даян Солтанғужин (табип-онколог, хәҙер Силәбе өлкәһендә үҙ һөнәре буйынса эшләй).

Уларҙың төп маҡсаты – алдынғы ҡарашлы башҡорт йәштәре өсөн мәҙәни һәм белем биреүсе майҙан ойоштороу. Был сараны үҙенсәлекле лифт тип тә атайҙар. Сөнки, күп һанлы башҡорт йәштәре араһынан иң-иңдәр барлана. Сара башта Баймаҡ районында үтә, артабан Йылайырға күсә. Ысынлап та, ул башҡорт йәштәре көтөп алған бренд сараға әйләнә. Көндөҙ йәштәр, әйтәйек, эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәре менән таныша, төрлө спикерҙар сығышын тыңлай, грант өсөн проекттар яҙырға өйрәнә, бер-береһе менән аралаша, кисен дискотека, костер - егеттәр ҡыҙҙар менән таныша. Барыһы ла йәштәрсә.

Кисә-бөгөн ҡуйыртылған аңлашмаусанлыҡ нимәлә? «Аҫылташ» форумы быйыл «Берҙәмлек өсөн» тип исемләнгән йәштәр фестивале сиктәрендә үткәрелгән. Ә фестивалдең исеме үк асылы тураһында әйтеп тора - патриотик сарала СВО темаһына ҡағылмай үтеү мөмкинме бөгөн – юҡ. Йәнә музыкаль сығыштарға дәғүә белдерелә - моғайын, ике сараның мәҙәни программаһы уртаҡ булғандыр тип фараз ҡылырға ҡала. Ундай осраҡта урыҫ йырҙарына ла, башҡортса, татарсаға ла урын бар.

Шуға юҡ урында провакацияларға бирелеү урынһыҙ. Был теманы беренсе сиратта сит илдә йәшәгән (ә уның бысраҡ ҡулы оҙон - Бөрйәндә беҙҙең башҡорт йәштәренең башына етеүен хәтергә төшөрәйек) «әлеге лә баяғы теге башҡорт күтәрә». Сираттағы ҡымгырыс артында кем торғанын уйлаһаң, бер яҡтан йәштәр сараларын әлдә бергә үткәргәндәр, юҡһа саф башҡорт сараһына үҙ илселәрен ебәреп, башҡа провокациялар ойоштороуҙары ла бар ине. Шуға чаттан чатҡа уның постарын һелтәргә ашыҡмағыҙсы, йәмәғәт.

Һығымта ла эшләргә кәрәк.
Әгәр ҙә «Аҫылташ» үҙен үҙ-аллы абруйлы проект булараҡ танытҡан икән, тимәк уны башҡа саралар менән ҡушырға кәрәк тугелдер. Шул уҡ ваҡытта бер йәмғиәттә йәшәп, унан ситтә ҡалып булмай тигәндән, бөгөнгө «Аҫылташ» кисәгеһенән айырмалы патриотик теманы үҙе лә урап үтергә тейеш түгел. Бөгөн төп фекер, айырыуса, йәштәр менән аралашҡанда - ул берҙәмлек!

Икенсенән, ниндәй милләттән булыуҙарына ҡарамаҫтан, республика халҡын берләштереүсе үҙебеҙҙең тректар етерлек. Быны ла инҡар итмәйек. Әйтәйек, «Шайморатов генерал» йыры. Әйтәйек, башҡорт мәҙәните үҫешенә баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индергән Рәсүл Ҡарабулатов менән Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Денис Ғәниевтың «Батырҙар» йыры. Әйтәйек, донъя чарттарын яулаған «Һомай». Рухты күтәреүсе, патриотик тойғоларҙы уятыусы ҡиммәттәр һәр кемдеке, хатта һәр төбәктеке үҙенсә шул.
🔥5💯2👎1
Рәсәй мәғариф министрлығының 704-се бойороғо нимә хаҡында. Борсолорға урын бармы?

2025 йылдың 1 сентябренән Рәсәй Федерацияһы мәғариф министрлығының Башланғыс дөйөм белем биреү, төп дөйөм белем биреү һәм урта дөйөм белем биреү федераль белем биреү программаларына ҡағылышлы ҡайһы бер бойороҡтарына үҙгәрештәр индереү тураһында 704-се бойороғо үҙ көсөнә инәсәк тип көтөлә.

Ошо приказ тирәләй тыуған һорауҙарға аңлатма.
Беренсенән, Рәсәй Мәғариф министрлығының үрҙә телгә алынған 704 –се бойороғо менән яңыртылған уҡыу пландары варианттары раҫлана. Йәғни, предметтар буйынса аҙналыҡ уҡытыу сәғәттәре билдәләнә. Был приказ туған телдәргә генә ҡағылмай.
Шулай итеп, ошо документҡа ярашлы мәктәптәрҙә туған телде өйрәнеүгә:
1-се класта - 1 сәғәт, 2-3-сө класттарҙа 2-шәр сәғәт, 4-се класта – 1 сәғәт, 5-тән 8-се классҡа тиклем – 2-шәр сәғәт, 9-сы класта – 1 сәғәт билдәләнгән.
10-11 синыфтар өсөн уҡыу пландары үҙгәрмәй.

Ҡайҙа йығылырымды белһәм, алдан һалам түшәп ҡуйыр инем, ти башҡорт мәҡәле. Телдәрҙе уҡытыу буйынса ФГОСҡа үҙгәрештәр даими индерелеү сәбәпле һәм йәмәғәтселек был һорауҙарға битараф булмауын иҫәпкә алып Башҡортостан мәғариф министрлығы был теманы даими контролдә тота.
Республикала туған телдәрҙе уҡытыу сәғәттәре кәмемәһен өсөн әле 2022 йылда беҙҙең министрлыҡ вәкилдәре Рәсәй мәғариф министралығы менән берлектә кәңәшмәләр үткәрә. Был кәңәшмәләрҙә уҡытыусылар ҙа йәмәғәт эшмәкәрҙәре лә ҡатнаша. Федераль закондар, норматив документтар рөхсәт иткән ысулдар ҡулланылып, туған телдәр дәрестәрен ҡыҫҡартыуға юл ҡуйылмай, киреһенсә, уларҙы дәрестәрҙе арттырыу мөмкинлектәре өйрәнелә.

Һөҙөмтәлә башҡорт телен туған тел, дәүләт теле булараҡ тейешле кимәлдә уҡытылыу ойошторола. Йыл һайын республика мәғариф министрлығы коллегияһы ҡарары менән модификацияланған уҡыу пландары раҫлана һәм мәктәптәргә тәҡдим ителә. Модификацияланған уҡыу пландарында өҫтөнлөк – берҙәм дәүләт имтиханы булараҡ һайланған төп предметтарға һәм туған телдәргә бирелә.

Дәлилдәр бар. Республикала 2019 йылдан алып 5-көнлөк уҡытыу системаһына күсеүгә ҡарамаҫтан, туған телдәрҙе уҡытыу сәғәттәре элекке кимәлдә һаҡланып ҡалына. Туған телдәрен өйрәнеүсе уҡыусылар һаны ла арта. 2024-2025 уҡыу йылында Башҡортостан уҡыусыларының 91,1 проценты башҡорт телен туған тел һәм дәүләт теле булараҡ өйрәнгән.
💯6👍4👏1😁1
18 июлдә үткән Татарстан Дәүләт Советы ултырышына бер ҡараш.

Күршеләр унда Рәсәй мәғариф министрлығының 704-се бойороғона ҡарата үҙ фекерен белдерә. Бик әүҙем таратылған видеоны анализлап ҡараһаҡ - фекер белдереү аныҡ сценарий буйынса ойошторолғаны асыҡ күренеп тора. Яҙма бик эмоциональ килеп сыҡҡан, сөнки ул эш араһында түгел, тап берәүҙе лә битараф ҡалдырмау ниәте менән махсус рәүештә төшөрөлгән. Шулай итеп ныҡлап иғтибарлап ҡараһаң, видео, монтаж ҡағиҙәләрен саҡ ҡына булһа ла аңлаусылар - Станславский кеүек "ышанмайым" тип әйтерҙәр.

Сығыш яһаусылар эре пландар менән төшөрөлгән, тағы ла республика лидерҙарының эмоцияларын сағылдырған махсус кадрҙар ҡулланылған - иғтибар иттегеҙме? Ә Дәүләт Советы ултырышын күрһәткән дөйөм пландар бөтөнләй юҡ. Унда башҡа депутаттар әллә булманыламы икән әллә)))

Шулай итеп, видеояҙмала татар депутаттары федераль министрлыҡ приказына ярашлы 1 класс уҡысылары өсөн туған тел дәресе кәмеүгә ярһып-ярһып ризаһыҙлыҡ белдерә. Ярай, был дәғүә менән килештек тә икән ти.

Күрше төбәк депутаттарының икенсе дәғүәһе приказда "туған тел" предметы атамаһын "Рәсәй халҡы теле" атамаһы тип үҙгәртеүҙәренә. Ни өсөн был йәһәттән төбәктәр фекерен белешмәйҙәр!!!! тигән һорау ҡуя улар.

Шуныһы ҡыҙыҡ - 21 июлдә тағы бер Татарстан депутаты - Дәүләт Думаһының милләт эштәре буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Илдар Ғилмутдинов үҙенең телеграм каналында "Рәсәй мәғариф министрлығының приказына ярашлы туған тел предметы атамаһы үҙгәрешһеҙ ҡала тип яҙа һәм 2025 йылдың 18 июнендә донъя күргән документҡа һылтана. Предметтың атамаһын үҙгәртеүгә ҡарата Дәүләт Думаһында 28 майҙа уҡ эшсе төркөм ултырышы үтеүен, һөҙөмтәлә төбәктәр министрлыҡтары, депутаттар фекерҙәре иҫәпкә алыныуын белдерә.

Документ 18 июндә донъя күрә (өҫтәүенә тейешле төҙәтмәләр менән), теүәл бер ай үткәс тауыш ҡуптарыу аптыратмаймы. Бөйөк Туҡайҙың һүҙҙәре иҫкә төшөп, ғәҙәттә, былтыр ҡыҫтырғанға - быйыл ҡысҡырмайҙар ҙа инде тип әйтке килә.

Әтнәкәһе барҙыр, булғандыр күрәһең. Ә бит туған телдәр темаһы менән булыу - ут менән уйнауға тиң...

Был темаға ҡабаттан әйләнеп ҡайтыуға килгәндә, ҡайһы бер каналдар яҙыуынса, Татарстан Республикаһы Рәйесе Рәсәй Президенты кәңәшсеһе Елена Ямпольскаянан ғәфү үтенгән.
👍4🤡2💩1
Балтика үҙе "Башбир"ҙе.

Бынан ике ай самаһы элек башҡорт йәмәғәтселеге республика магазиндарында һатылған һыра атамаһына ҡарата дәғүә белдергәйне. Этикеткала Торатау, милли кейемдә ҡурайсы төшөрөлгән, ә спиртлы эсемлектең атамаһы "Башбир".

Һүҙ уйнатыу икәне аңлашыла. Ә шулай ҙа атама ике төрлө уҡыла. Әйтәйек, рустар уны башкирское пиво тип аңлаһа, башҡорттар өсөн эскелеккә баш бирергә саҡырыу кеүек яңғырай.

Шулай итеп, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы был мәсьәләгә иғтибар йүнәлтә. Кире фекерҙәрҙе иҫәпкә алып, Башҡортостандың сауҙа министрлығы компания етәкселегенә рәсми мөрәжәғәт ебәргән. Аныҡ һөҙөмтә бар - һыра сығарыусы танылған предприятие етәкселеге был сауҙа брендынан баш тартыуын һәм Башҡортостан ҡулланыусылары өсөн яңы локаль марка эшләйәсәген белдергән.

Магазиндарҙа ул һыра һаман һатыла бит тип тауышты ҡабат күтәрергә ашығыусыларға. Яуап хатта ошоғаса етештерелгән әҙер продукция сентябрь аҙағына тиклем һатылып бөтәсәге тураһында ла иҫкәртелгән.

Төрлө аңлашмаусанлыҡтар тормошта тыуып ҡына тора - мотлаҡ яр һалып ҡысҡырырға түгел - һорауҙарҙы эшлекле юл менән дә хәл итеп була икән дә...
👍72👏1
В зоне специальной военной операции принято, чтобы у всех были позывные. Это вопрос безопасности, управления войсками, это сложившаяся военная традиция. Кого только нет в войсках – Туман, Шаман, Башкир, Татарин, Бес, Тор, Африка, Бродяга, Зверь, Медведь, Колибри, Волга, Двина…

Как оказалось, когда я езжу на передовую, у меня тоже есть позывные. В разное время меня называли Шеф, Хоккеист, Ағай. А сегодня мои парни дали мне позывной Тимер. В переводе с башкирского – железный.

Я горжусь этим. И до конца своей жизни буду Тимером. Железо – это материал не только жесткий. Он сильный и не подвергается ненужным перегибам. Я постараюсь быть таким. Честно говоря, я всю свою жизнь старался жить так, чтобы ни под какими обстоятельствами, управленческими, олигархическими – любыми, никогда не прогибаться. Так и буду жить дальше.

Плюс – Тимером зовут моего любимого младшего сына. А я его никогда не подведу.

Всем – с уважением!
7👎4
Күптәр үҙен социаль селтәрҙәрҙә "Башҡорт хужабикәһе" итеп танытҡан Миләүшәне әрләй, тәнҡитләй, хурлай (үҙҙәре ҡарай😉), уға алмашҡа башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарын шул тиклем итәғәтле, тыйнаҡ, оҫта итеп танытҡан шәп блогерҙар күп. Ябай башҡорт ауылындағы тормошто шул тиклем ысын, тәмле, зауыҡлы итеп сағылдырған ошо блогер менән һеҙ танышмы?
https://vk.com/wall-230251780_7216
3
Быйыл яҙ Баймаҡ районы эшҡыуары башҡорт атына арналған гимн яҙыу конкурсын иғлан иткәйне. Киң мәғлүмәт сараларынан билдәле булыуынса, ижади бәйгелә ҡатнашыусылар күп була. Рәмил Туйсин менән Фирүзә Абдуллина ижад иткән йыр еңеүсе тип таныла. Быйыл "Башҡорт аты" фестивалендә уның презентацияһы үтә.

Башҡорт тоҡомло аттарҙы данлауҙы, һаҡлауҙы, һанлауҙы онотоп, уларҙы һуғымға һәм һатыуға тотоноуға күсеп бөткәйне халҡыбыҙ. Шул арала атҡа эйәр ҙә һала белмәгән нисә быуын ир-егеттәр үҫте инде. Гимн конкурсы иғлан итеү башҡорт атын яңынан бренд итеп күтәреүгә бәйле - республикала Хәбиров башланғысы менән "Башҡорт аты" фестивале үткәрелә башланы. Ул Баймаҡ районының иң сағыу сараһына әүерелде, халҡыбыҙҙа яңынан атҡа иғтибар, ихтирамды арттырҙы. Республикала махсус институт барлыҡҡа килде, башҡорт тоҡомло аттарҙың генофондын өйрәнеү буйынса фәнни эштәр тергеҙелде, федераль кимәлдә рәсми бренд теркәлде һәм башҡалар, һәм башҡаһы.

Ниңә һүҙҙе гимндан башланыҡмы? Был өҫтән күтәрелгән башланғыстарҙы ябай халыҡ тарафынан ҡеүәтләп алыу күрһәткесе - был беренсенән. Икенсенән, тырнаҡ аҫтынан кер эҙләүсе интернет-ресурс "хәбәрғәйбәтселәренә" яуап. Юғиһә, фестиваль үтеү менән уны хурлап яҙалар тип, ни рифма, ни мәғәнәһе булмаған шиғыр ишаратын таратып маташалар.

Власте тәнҡитләргә була, әммә ыңғай һөҙөмтә биргән күренештәрҙе инҡар итеү, кире ҡағыу - ул профессионаллек күрһәткесе түгел.

Әйткәндәй, 12 сентябрь Башҡортостанда милли кейем көнө. Бер нисә йыл эсендә этномода тигән күренеште пропагандалап ебәргән, ҡул эше оҫталары етештергән әйберҙәргә һорау барлыҡҡа килтергән был байрамды ла халыҡ күтәреп алды. Шуға алдаҡ, аноним ижадсылар теләктәре булһа йәнә шиғыр ишараттарын яҙа торһон, беҙ глобалләшеү шарттарында үҙ йола, ғәҙәттәребеҙҙе һаҡлау, пропагандалау өсөн тыуҙырылған шарттарҙың мәнфәғәтен күрәйек.
8🔥2👏2💯2👎1
Милли кейем көнө менән, йәмәғәт!
6
Тимур Валитовтың сираттағы тапшырыуын "ниңә тағы шул һатлыҡйәндәрҙе телгә алырға?" тип ҡабул иттем. Саманан тыш ҙур иғтибар бүләбеҙ түгелме ҡандарына милләтселек, аҡсағоллоҡ сире һеңгән ана шул ҡасҡындарға?

Башҡортостан тик башҡорттар өсөн тигән Ғәббәсов та*, Ҡуштауҙы мотлаҡ эшкәртергә тип  иң көсөргәнешле мәлдә ҡырмыҫҡа иләүенә таяҡ тыҡҡан Мырҙағолов та*, улым гей тип маҡтанған Айгөл Ғимранова ла* беҙҙең кимәл түгел. Улар аҡсаға намыҫтарын да, халҡын да һаттылар.

Шулай итеп, был тапшырыуға иғтибар итергә сәбәп - әлеге лә баяғы Интернет селтәре аша таралған яңы фейк булды. Һуңғы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайындағы Башҡортостан Башлығының сығышын тиҫкәрегә ауҙарып яңы видео тауышландырғандар был юлы. Был йәһәттән Украинаның махсус хеҙмәттәренә тәү сиратта әлеге лә баяғы беҙҙең һатлыҡйәндәр ярҙам итеүе ап-асыҡ. Украиндарҙың Оборона министры исеменән саф башҡортса мөрәжәғәт тә яҙҙылар, әсирлеккә эләккән Башҡортостан һалдаттарынан Украина армияһы өсөн айырым берләшмә төҙөү идеяһын да ҡыбырлатып ҡаранылар - көсәнеүҙәре файҙаһыҙға. Шулай ҙа улар алдарына алғандан туҡтамай - сит илдән ятып беҙҙең республикаға ҡарата мәғлүмәти атака ойоштороуҙарын дауам итәләр. Яуыз ниәттәренә аңын-тоңон төшөнмәгән үҫмерҙәр ҡабыуы ҡурҡыта. Шуға ни тиклем ғәрлек булмаһын - ошондай һатлыҡйәндәребеҙ бар тип танырға һәм башҡаларға ла уларҙы танытырға тура килә шул.

*Иноагент тип иғлан ителгәндәрҙең исемдәре
5💩4💯2
Forwarded from Валитов TV
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Друзья, как вы уже понимаете, сегодня наша республика подвергается мощнейшей информационной атаке из-за рубежа. В этом фильме мы постараемся раскрыть кто это делает и какие цели они преследуют.
🔥5💩21
Ялған мәғлүмәт таратҡан өсөн Пруфы интернет-баҫмаһы административ яуаплылыҡҡа тарттырылған. Улар Өфөләге заводтарҙың береһенә пилотһыҙ осоу аппараттары төшә, урында шартлау тауыштары яңғырай тигән мәғлүмәт тарата. Оператив ойошторолған тикшереү һөҙөмтәһендә был мәғлүмәт раҫланмай. Фейк өсөн штраф күләме 2 млн һум тип билдәләнгән.
8
Ваҡлыҡтарҙан өҫтөн була белгән шәхес. Легенда. Дәүер. Оҙаҡ ваҡыт тыуған республикаһынан ситтә йәшәп, ижад итергә тура килһә лә, уны тамашасы бер ваҡытта ла онотманы. Шуға ла байтаҡ йылдар үткәс, тыуған театрына йәнә ҡайтып эшләй башлауы шул тиклем тәбиғи ҡабул ителде, хас та ул бер ҡайҙа ла китмәгән.
Ул шым ғына ҡайтты ла, шым ғына гөрләтеп эшләне лә шым ғына ҡабат сығып китте. Шауламаны, яр һалманы. Бер ҡасан да исем-шәриф, дан-шөһрәт тип тә даулашманы. Аҡса, грант тип тартҡылашманы, ҡояш аҫтында йылы, яҡты урын эҙләмәне. Был көслөләр, аҡыллылар ҡылығы, ысын шәхестәр өлөшө.

Олег Ханов вафат. Йәне йәннәттә булһын...
🙏73
Шул уҡ ваҡытта С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһына дәғүәселәр конкурсы дауам итә. Быйыл абруйлы премияға сыҡҡандар:

1. Яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов
2. БДОБ театрынан "Ете ҡыҙ" балетын сәхнәләштереүсе ижади төркөм
3. "Байыҡ" телевизион проекты авторы Рита Өмөтбаева
4. "Аҡбуҙат"эпосы буйынса Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында сәхнәләштерелгән спектакль ижади төркөмө
5. "Салауат вариҫтары" театрлаштырылған тамаша өсөн режиссер Сулпан Асҡарова
6. Документаль фильмы өсөн БСТ журналисы Айгөл Усманова
7. "Хәтер. Урал көсө" һынлы сәнғәт әҫәрҙәре өсөн рәссамдар Әмир Мәзитов менән Йәлил Сөләймәнов
8. Ватан һаҡсыларына бағышланған композициялар серияһы өсөн скульптор Илдус Закиров
9. Ғафури районында уҡытыусыға ҡуйылған һәйкәл өсөн скульптор Руслан Йомағолов
10. " Көрәш һарайы" архитектураһы өсөн Андрей Стариков
11. "Тура-хан мавзолейы" визит үҙәге өсөн проект авторҙары.

Анализ күрһәтеүенсә, Айгиз Баймөхәмәтовҡа конкуренция юҡ - сөнки әҙәби әҫәр менән сығыусы башҡа ижадсы теркәлмәгән.

Һәр ваҡыттағыса "сәнғәт" номинацияһында ҙур көрәш. Һорау - телевизион проекттар сәнғәт әҫәре булараҡ ҡатнаша аламы? Театрлаштырылған тамаша күләмлеге менән алдырһа ла, ысын сәнғәт әҫәре була аламы? Ҡалған дәғүәселәрҙең көсө тиң кеүек тойола.

Быйыл архитектура номинацияһында дәғүәселәр исеме күп булыуы ҡыуаныслы. Әммә Закиров һәм Йомағолов исемле скульпторҙар хаҡында әллә ни ишетелгәне юҡ. Былтыр премия Салауат Щербаковҡа бирелеүен иҫәпкә алғанда, айырма ер менән күк араһы кеүек тойола. Визит-үҙәк менән Көрәш һарайын да сағыштырыу урынһыҙ. Тура-хан мавзолейы халыҡсан туристик локацияға әйләнһә лә, визит-үҙәк, ҙур йорт төҙөү алдынан ҡуйылған аласыҡ, ҡапҡа кеүек ҡабул ителә. Ә Көрәш һарайы исмаһам мөһабәт.

Һеҙ ошондай баһа менән килешәһегеҙме?
7🤔4
Бөгөн Салауат Юлаев һәйкәлен һүтеү башланды. Реставрациялау эше Өфөлә махсус цехта үткәрелә. Милли батырыбыҙ һәйкәле үҙ урынына 2027 йылда ҡайтарыласаҡ. Тап 27-се йылда С. Юлаевҡа ҡуйылған монументҡа 60 йыл тула.
3👍3
Радий Хәбиров республика политологтары менән осрашҡан. Фекер алышыуҙа Башҡортостан Башлығы көн ҡаҙағындағы һорауҙарға ҡарата шәхси фекерҙәре менән уртаҡлаша. Төп һығымталар:

1. Ни өсөн Хәбиров Башспирт етәксеһе Рәиф Әбдрәхимовты яҡлап сыға? Сөнки ул бер-ниндәй ҙә енәйәт ҡылмай. Ойошманың унан алдағы етәксеһе раҫланған аренда килешеүен өҙмәй. Сөнки, алдан уҡ ҡатмарлы шарттар менән төҙөлгән килешеүҙән баш тартыу предприятиены күп миллионлы сығымдарға алып килер ине. Бөгөн еңел юлды һайлап - Башспиртты һатып, проблемаларҙан ҡотолорға мөмкин. Әммә был дөрөҫ аҙым түгел, продукция һатыу һәм акциздар иҫәбенә был ойошма республикаға ярайһы ҙур килем килтерә.
2. Башкиравтодор ойошмаһына конкурс идарасыһын индереүҙе республика башлығы рейдерлыҡ тип баһалай. Етәкселек был ғәмәлгә ҡаршы тора алған, һөҙөмтәлә, конкурс идарасыһы ҡыуып сығарыла, Башкиравтодор ойошмаһы республика ҡарамағында ҡала. Артабан уны сәләмәтләндереү бурысы тора.
3. Бөтә ошо һәм мәғлүмәти киңлектәге күп һанлы баҫымдар, тәү сиратта, республика етәксеһенә ҡарата төрлө көстәр тарафынан алып барылған ҡаршылыҡтар. Бында урындағы оппозиция ла, сит илгә ҡасып киткәндәр ҙә, республиканы "бай тәғәм" тип ҡарап, үҙҙәренең иҡтисади ҡыҙыҡһыныуҙарын хәстәрләгән көстәр ҙә күҙ уңында тотола.
4. Һаҡсыл иҡтисад. Әле бик ябай булмаған заман. МХО шарттарында һалдаттар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам беренсе урында. Бының өсөн республика бюджетынан ҙур сығымдар талап ителә. Бына шуға ла социаль йөкләмәләрҙе үтәү тулыһынса һаҡланасаҡ, ә күләмле саралар, ҙур сығымлы командировкалар кәметеләсәк . Әммә социаль объекттар поликлиника, ФАПтар төҙөү, мәктәптәрҙе төҙөкләндереү туҡтатылмаясак. Шулай ҙа, һаҡсыл иҡтисад тураһында һүҙ алыу был билде ҡыҫынҡырарға кәрәклеге тураһында ишара. Зато честно.
7👍3👎1🤔1
Рәсәйҙең дилбегәһе уға быуаттар киҫелешендә, тотороҡло илде ауҙарып, уны тарҡатыу, көсһөҙләндереү осоронда элгә. Үҙе инанған принциптарға тоғро ҡалған –донъяның иң көслө дәүләте булараҡ Рәсәйҙең абруйын тиңдәр араһында тиң итеп һаҡлаған көслө ПРЕЗИДЕНТ.
Бөгөн уның тыуған көнө.
6🤮1💯1