Һин. Шиғыр. Донъя. – Telegram
Һин. Шиғыр. Донъя.
674 subscribers
1.4K photos
162 videos
2 files
1.29K links
Шиғырҙар һәм тәҡдимдәр: @shigridonjabot

Беҙ ВК-ла https://vk.com/shigridonja
Download Telegram
☀️🌈🌧
Ҡояш!.. Ямғыр!..
Ҡояшлы ямғыр бирҙең.
Күҙ йәш аша
Йылмайғанымды күрҙең.
Ян, ян ҡояш -
Яҡты һөйөүем минең,
Яу, яу, ямғыр -
Янып көйөүем минең.
Сатнап-сатнап
Йәшнәһен әйҙә йәшен,
Күкрәп-күкрәп
Түгелһен әйҙә йәшем!
Ҡояш, ямғыр...
Уларҙан йәйғор ҡалһын,
Арабыҙға
Нурҙарҙан күпер һалһын!

#РәмиҒарипов

t.me/shigridonja
ТӘҮГЕ ҺӨЙӨҮ🔥

Зәңгәр яҙҙың тәүге күкрәүендәй,
Күкрәнең дә йәшлек күгемдә,
Йылы ямғырҙан һуң балҡып сыҡҡан
Йәйғор булып ҡалдың күңелдә.

Тик был яҡты, иң саф йәйғор нуры
Таянманы ике йылғаға:
Миңә һин бер серле әкиәт тә,
Моңло йыр ҙа кеүек йырларға.

Мин аҡылдан яҙып һөйҙөм һине,
Һөйә алмам шулай ғүмерҙә -
Көс ташыуҙан ҡулдарыма минең
Эш етмәҫтәй ине был ерҙә!..

Бәлки, мәңге юҡһынырмын һине,
Бәлки, башҡа берәү тиң булыр?..
Ә шулай ҙа һинең яҡты исемең
Йөрәгемдә утлы миң булыр.

#РәмиҒарипов

t.me/shigridonja
👨‍⚕👩‍⚕🧑‍⚕
Һүҙ - бәләкәй, батырлыҡ - ҙур,
Шуға тыйнаҡ була батыр.

#РәшитНазар

t.me/shigridonja
😔🙏😌
Шундай мәлдәр була, мәлдәр була, -
Таңға, яҙға, гөлгә ҡарамай,
Емерелеп төшә күҙгә ҡаштар,
Шишмәләргә ауған ҡаялай.

Шундай мәлдәр була, мәлдәр була,
Бөтәһе лә ят та сит кеүек,
Йөрәгеңде тот та юл ситенә,
Юл ситенә ат та кит кеүек.

Ҡалҡаһың да шул саҡ, дуҫым минең,
Юлдарымда - белеп күрәһең, -
Шишмәләрҙе таштан таҙартаһың,
Йөрәгемде табып бирәһең.

#РәшитНазар

t.me/shigridonja
😊🎶
Сикәләрең ал таң төҫө,
Балҡып яна күҙҙәрең...
Һин йылмайҙың миңә,
Ә мин хыялыйҙай
Хистәремде йырға теҙләнем.

#ИсламҠормашев

t.me/shigridonja
МИНЕҢ ҠОЯШ☀️❄️

Һыуыҡ йәйҙә өшөгәндә
Йылытты Һинең ҡояш.
Ҡояш, ҡояш юғары ла
Яндыра, ҡайнар булғас.
Алыҫтағы яҡтыраҡ та,
Йылыһы үтә һүрән.
Гүйә, һинең булмышыңды
Мин бынан үтә күрәм.
Һыуыҡ йәйҙә өшөгәндә,
Йылытаһың, тартмайһың.
Һыуыҡ йәйҙең үҙе кеүек,
Йәнәшәмдә атлайһың.
Һыуыҡ йәйҙең үҙе кеүек
Алыҫая бараһың.
Юҡһа, үҙең үлсәп ҡара
Ҡояш, Айҙың араһын.
Һыуыҡ йәйҙә өшөгәндә,
Эҙләп йылыныр сара,
Йәнем ут күбәләгеләй
Усаҡҡа инеп бара.

#ГөлназҠотоева

t.me/shigridonja
🪕🦋🎸
Бәхет йыры иң бөйөк йыр,
Ул йөрәкте ялмап ала.
Яҙғы йәшел ташҡын ғына
Болон, ҡырҙы баҫып шулай тулҡынлана.

Бәхет йыры иң бөйөк йыр,
Ул йөрәктән урғып таша,
Яҙғы тәүге япраҡтар тик
Хуш еҫ бөркөп шулай дәртле шыбырлаша...

#РәшитНазар

t.me/shigridonja
☀️🙂🐳
Йомартлыҡты тойҙоҡ еребеҙҙән,
Тынғаны юҡ ҡояш шәфәғәттән.
Яҡшылыҡтар күпме бүләк итһәк,
Шул миҡдарҙа ҡайта тәбиғәттән.

#ҠәҙимАралбай

t.me/shigridonja
🧊🤷‍♂🔥
Әллә нисек булды беҙҙең һөйөү,
бөталмаҫлыҡ мәңге төшөнөп.
Үҙем һөйҙөм, үҙем күралманым,
үҙем яндым, үҙем өшөнөм.

Кисерелде күпме ауыр көндәр,
ярай әле йөрәк һаман ныҡ.
Яҡшылыҡты һаҡлай белә йөрәк,
онотола бара яманлыҡ.

Яҡшылыҡты һаҡлай белә йөрәк,
яҡшылыҡта сере йәшәүҙең.
Яманлығың менән мин ҡартайҙым,
яҡшылығың менән йәшәрҙем.

Әйт бер генә тағы, тик бер генә
яғымлы һүҙ —
янып, ут йотоп
йөрөгән ерҙән тороп йүгерермен
бөтә рәнйеүҙәрҙе онотоп.

#РафаэльСафин

t.me/shigridonja
УЙҘАРЫМ🪕

Ярты төндә уянып,
Йоҡлай алмай уйланып,
Уйлап ятҡан уйҙарҙы-
Таралышҡан ҡуйҙарҙы-
Ҡалай итеп йыяйым,
Ҡалай итеп тыяйым?

Далалағы ҡамғаҡтай,
Әкиәттәге йомғаҡтай,
Тотоп тыйып булмаҫтай,
Ташлап ҡуйып булмаҫтай,
Ағым  мәллә уйҙарым,
Һағым мәллә уйҙарым? 

Заманаһы- заманға,
Яҡшылығы-яманға,
Дөрөҫлөгө- ялғанға-
Барыһы бергә ялғанған!..
Ҡалай итеп һүтәйем,
Был сыуалған йомғаҡты?
Ҡалай ҡыуып етәйем
Дауыл ҡыуған ҡамғаҡты?

Йөрәгемдең ҡағышы,
Йөрәгемдең һағышы-
Етмеш ете яу күргән,
Етмеш ете дау күргән
Халҡым ғына шул минең,
Ялҡын ғынам шул минең!

Бөгөнгөһөн уйлайым,
Иртәгеһен буйлайым,
Иртәгеһе- ишәккә, тип
Ҡулым һелтәп ҡуймайым,
Ҡулын һелтәп ҡуйыр ирҙе
Ишәктер, тип уйлайым.

Ай Уралым,Уралым-
Ил һаҡлаған ҡоралым!
Ятып ҡалған төнөң бар,
Балҡып янған көнөң бар,
Мең йыл йәйгән түлең бар,
Түл йәйҙергән телең бар,
Телде һаҡлар халҡың бар,
Илде туплар хаҡың бар!..

#РәмиҒарипов

t.me/shigridonja
🌈💝
Иңбашыңа төлкө яға түгел,
Йәйғор ғына яға һалырмын.
Ҡара төндәй толомоңа һинең
Йондоҙ шәлен таңдың ябырмын.

Ҡолаҡтарың аҫыл алҡа көтһә,
Айҙы алҡа итеп тағырмын.
Тик көтмә һин минән ер бүләге,
Бөтәһен дә күктән табырмын...

Ер бүләге һиңә үҙем генә,
Ер бүләге һиңә - йөрәгем!

#РәмиҒарипов

t.me/shigridonja
“ХӘЛЕҢ НИСЕК?" 🤷‍♀

"Xəлең нисек?”
Ошо ике һүҙгә
Һалдың икән ниндәй мәғәнә?
Әллә тойғоларым ихтирамы өсөн
Түләйһеңме икән иғәнә?
Ә мин бына әллә ниҙәр көтәм,
Өмөт итәм яуап хисенә.
Ошо һүҙҙәр миңә ҡанат ҡуя,
Ошо һүҙҙәр миңә көс бирә.
Иҫкә алған, уйҙарында бармын,
Ул битараф түгел хәлемә.
Тик уйҙарҙы төйнәр мәлдәрем юҡ,
Ошо миҙгелдәрем йәл миңә.
"Нисек хәлең?”
Ошо һүҙҙәрҙән һуң
Ҡабынһа ла йәндә мең осҡон,
Аҡыл тыя:
"Һeҙ бит бергә түгел!
Йөрәгең дә уны онотһон!”
“Xəлең нисек?”
“Нисек хәлең?” - тиһең,
Нисек итеп яуап бирергә?
Елкәндәрҙән мин аркандар иштем,
Уны нисек ҡабат кирергә?

#ЛарисаАбдуллина

t.me/shigridonja
Димитра Милан ижады
🎶🎶🎶
Таң алдында гармун моңо…
Хыялый итер кеүек.
Үтеп барған йәшлегемә
Ҡабаттан илтер кеүек.

Таң алдында гармун моңо…
Йөрәгем эрер кеүек.
Миңә яҙмаған йәремде
Алыр ҙа килер кеүек.

Таң алдында гармун моңо…
Йондоҙҙар тыңлай кеүек.
Ә ай, бахыр, мине аңлап,
Һығылып илай кеүек…

#РифМифтахов

t.me/shigridonja
👩‍👦🏇🌅
Әсәй, мине таңда уят әле,
Уятҡандай малай сағымда.
Сөйҙә торған эйәремде алып,
Ат көтөргә китәм тағы ла.

Саптар атым минең уҡтай осор,
Һалҡынса ел бәрелер йөҙөмә,
Күкрәгемә яңы ғәйрәт тулыр,
Ысыҡ ҡойолор даға эҙенә.

Далалағы алһыу таң атыуын
Тағы килә минең күрәһем.
Уйнаҡлашып йөрөгән тайҡайҙарҙың
Ялҡайҙарын килә үрәһем.

Таң атҡанда миңә әкиәт һөйләр
Тын күлдәрҙең зифа ҡамышы.
Хәтфә ергә ятып, бер тыңлармын
Һабан турғайының тауышын.

Ялан яңғыратып, йәш тай кешнәр,
Тәү ҡат уға эйәр һалғанда...
Әсәй, мине таңда уят әле,
Дала өҫтөн томан алғанда.

#РауилБикбаев

t.me/shigridonja
🦠👨‍🔬
Юҡ, мин һинең менән иҫәп өҙмәм,
Килешмәҫкә килдем мин һиңә,
Йә һин мине юҡ итерһең ерҙән,
Йә баш эйерһең үҙең һин миңә!

#РәмиҒарипов

t.me/shigridonja
ЯҘҒЫ ХӘТИРӘ👫

Иҫкә төштө.
Ә һин иҫләйһеңме
Баҫҡыстарҙан йүгереп төшкәнде?
Сирендәрҙең зәңгәр арбауына

Әллә ниндәй серҙәр өҫтәлде.
Йәлләмәйсә өҙгән тәлгәштәргә
Ысыҡ түгел,
Минең йәшем тамды.

Йәшлек таңы кеүек күкрәгән дә
Биләп алған шул сирендәр аңды.
Ағиҙелдең буйы суҡ сирен, ти,
Тәлгәш өҙөр яҙҙар артта ҡалған.

Ә шулай ҙа...
Кемдер хәтерендә
Зәңгәр наҙҙың хәтирәһе һаман.

#ГөлназҠотоева

t.me/shigridonja
УРМАН ҠЫҘЫ🧝‍♀

Ниңә, ниңә һинең шаян күҙҙәр
Күҙҙәремә былай бағалар?
Ниндәй көстәр, һөйлә, ниндәй көстәр
Керпек остарыңдан тамалар?

Ҡайсаҡ күҙҙәреңдән көстәр алып,
Бөйөклөккә табан ашам мин,
Ә ҡайсаҡта башым түбән эйәм,
Әй Әминәм, һинән ҡасам мин.

Һин кем, әйтсе, һинең шаян күҙҙәр
Ниңә, әйтсе, былай бағалар?
Ниндәй көстәр, һөйлә, әй аппағым.
Керпек остарыңдан тамалар?

#ҺаҙыйТаҡташ

t.me/shigridonja
МИН ҠЫУАНАМ😀🙏

Мин ҡыуанам: тыуғаныма,
Ысыҡҡа бит йыуғаныма,
Торғаныма, ятҡаныма,
Яңынан таң атҡанына.
Мин ҡыуанам: ел иҫкәнгә,
Ағастар һәм гөл үҫкәнгә,
Һандуғасты тыңлауыма,
Ерҙә моңдар тынмауына.
Мин ҡыуанам: тыуған ергә,
Йәндәй күргән Тыуған илгә,
Уның бөтмәҫ ҡеүәтенә,
Иң-иң изге ниәтенә.
Мин ҡыуанам: кешеләргә –
Ер йәшәтер ишеләргә.
Оло һуғыш юҡлығына,
Халыҡтарҙың ныҡлығына.

#ИрекКинйәбулатов

t.me/shigridonja
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
☝️☝️☝️
Көнләшмәсе бик һаҡ кешеләргә,
Улар тыныс, ғәмһеҙ йәшәһә.
Булмаймы һуң күкрәү-тетрәнеүҙәр,
Йәшлегеңдә йәшен йәшнәһә.
Абынмаҫҡа аяҡ аҫтын ғына
Ҡарап баҫҡан йондоҙ күрәме?
Бер хыялһыҙ, йондоҙ күрмәү йәшәү
Кешегә һуң бәхет бирәме?
Йәшәмәгән генә яңылышмаҫ,
Юҡ-бар уйҙар башҡа тулмаһын.
Хаталар ҙа булыр тормошоңда,
Тик тормошоң хата булмаһын.

#РәмиҒарипов

Илгиз Таһиров уҡый

t.me/shigridonja