БСТ | Яңылыҡтар – Telegram
БСТ | Яңылыҡтар
2.25K subscribers
5.35K photos
9.45K videos
1 file
215 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Өфөлә Аксаков исемендәге баҡсала скейт-парк булдырылды

Шулай уҡ инженер коммуникациялары үткәрелгән, киоск, китапхана, сәхнә, амфитеатр урындары билдәләнгән. Был турала социаль селтәрҙә ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев хәбәр итә. Аксаков баҡсаһы реконструкцияға ябылды. Эштәр нояргә тиклем тамамланырға тейеш.
👍2
Өфө халҡын саф һауала кино ҡарарға саҡыралар

Был шәмбе "Кино төнө" Бөтә Рәсәй акцияһы уҙғарыла. Уға Башҡортостан да ҡушыла. Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәле янындағы амфитеатрҙа "Чебурашка" комедияһын, тарихи драма һәм йыһанда төшөрөлгән фильм ҡарарға мөмкин була. Улар бушлай күрһәтелә, сеанс киске сәғәт 8-ҙә башлана.
Башҡортостанда мәктәп ашханаларында Италия аш-һыуы тәҡдим ителә

Рецептарҙың яңыртылыуы тураһында социаль селтәрҙә Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев яҙа. Уҡыусылар "Наполи" тигән фрикаделька, митбол, тауыҡ итенән наггетс, ризотто һәм башҡа ризыҡ менән һыйлана ала. Меню ашханаларҙа файҙаланыу өсөн тәҡдим ителгән.
👍2
Республика халҡы мобиль элемтә станциялары кәрәк булған ауылдарҙы атай ала

Тауыш биреү Дәүләт хеҙмәттәре порталында ойошторолған. Унда 18 йәштән өлкәндәр ҡатнашырға хоҡуҡлы. Исемлеккә 130 ауыл индерелгән. Һөҙөмтәләр буйынса, 117 ауыл һайлана һәм федераль проектҡа индерелә. Тауыш биреү 12 ноябрҙә тамамлана. Шулай уҡ Рәсәй Һанлы үҫеш министрлығына шәхси йәки коллектив хат ебәрергә мөмкин. 26 ноябргә тиклем килгән хаттар иҫәпкә алына.
Республикала күп балалы ғаиләләр йәшәгән райондар аталды

2020 йылда үткәрелгән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда 472 мең балалы ғаилә йәшәй. Уларҙың 59 меңе ишле һанала. Был күрһәткес буйынса беҙҙең республика Волга буйы федераль округында - беренсе, илдә - етенсе урында килә. Иң күп балалы райондар исемлегендә беренсе баҫҡыста Бөрйән тора. Унда һәр өсөнсө ғаиләлә өс йәки унан күберәк бала тәрбиәләнә. Икенсе урында Баймаҡ, өсөнсөлә Хәйбулла һәм Әбйәлил райондары. Быйыл иң күп сабыйҙар Бөрйән, Әбйәлил һәм Архангел райондарында тыуған, тип хәбәр итәләр Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баҡалы районында беренсел ярҙам звеноһы яңырыу кисерә

Ете ауылда быйыл модулле ФАП-тар эш башларға тейеш. Ауыл халҡына заманса, сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн шарттар булдырыла. Баҡалы районынан репортаж.
37👍15
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Евразия Олимпия комитетын ойоштороу планлаштырыла

Был турала Евразия Халыҡтары Ассамблеяһы Генераль советы һәм ойошманың Башҡортостандағы вәкиллеге йәмәғәт советының киңәйтелгән ултырышында билдәләнде. Эшлекле осрашыу Республика менән идара итеү үҙәгендә үтте. Ассамблея эшмәкәрлегенең тәүмаҡсаты күп яҡлы хеҙмәттәшлек һәм халыҡ дипломатияһын үҫтереп, йәмғиәттә татыулыҡ булдырыу.
Рәсәйҙә икмәккә хаҡ күтәрелмәйәсәк

Ҡайһы бер сығанаҡтар көҙ икмәк 10 процентҡа ҡиммәтләнә тигән мәғлүмәт тарата. Улар быны һумдың арзанайыуы, импорттың кәмеүе һәм эш хаҡының артыуы менән аңлата. Шулай уҡ илдең “Иген килешеүен” өҙөүе менән дә бәйләй. Федераль Ауыл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, икмәктең хаҡы дөйөм инфляцияға бәйле үҙгәрергә мөмкин.
😁2
Быйыл республикала бәлиғ булмағандар ҡатнашлығында 300 авария теркәлгән.

300 бала имгәнгән, дүртәүһенең ғүмере өҙөлгән. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт автоинспекцияһынан ошо турала белдерҙеләр. Юл-транспорт ваҡиғаларының өстән бер өлөшө балаларҙың һаҡһыҙлығы менән бәйле. Башҡортостанда 1 сентябрь алдынан “Иғтибар, балалар!” акцияһы иғлан ителде. Ул балалар ҡатнашлығында юл ҡазаларын иҫкәртеү маҡсатында уҙғарыла. Автоинспекторҙар мәктәптәрҙә уҡыусылар менән осраша, юл ҡағиҙәләренә арналған конкурс һәм викториналар ойошторола. Акция 15 сентябрҙә тамамлана.
👍2
Быйыл республикала 14 кеше бәшмәк ашап ағыуланған

Былтыр зыян күреүселәр 30-ҙан ашыу булған. Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, Салауат районында теркәлгән осраҡ буйынса тикшереү башланған. Өфөнән Лаҡлы ауылындағы туғандарына килгән 5 кеше бәшмәктән ағыуланған. Әле улар дауаханала.
👍2
Өфөлә Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл урынлаштырыла

Дәүләт экспертизаһы проектты хупланы. Башҡортостандың беренсе президентына мемориал Ленин исемендәге паркта, ике фонтан араһында була. Мортаза Рәхимов һыны бронзанан ҡойола, бейеклеге 4 метрға яҡын була. Композицияны Миңлеғәли Шайморатовҡа һәйкәлдең авторы - скульптор Салауат Щербаков әҙерләй.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Бөрйән районындағы иң ҙур түмәр-солоҡ умарталығында булды

Эш сәфәре барышында республика етәксеһе умартасы Вадим Сәйфетдинов менән аралашты. Бөрйән эшҡыуары төбәктә умартасылыҡты үҫтереү менән туғыҙ йылдан ашыу шөғөлләнә. Түмәрҙәренең дөйөм һаны 300-ҙән ашыу. Бынан тыш, умартасы бөрйән бал ҡортоноң инә ҡорттарын алыу өсөн парк булдырған. Быйыл ул бер меңгә яҡын инә ҡорт етештереүгә ирешкән.
👍5
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөләге Аксаков паркы республика көнөнә асыла

Был турала социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә Башҡортостан Башлығы хәбәр итте. Эш араһында Радий Хәбиров паркты төҙөкләндереү барышы менән яҡындан танышҡан һәм яңырыу кисергән парктың күренештәре менән интернетта бүлешкән.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә ҡеүәтле «Затон-Көнсығыш» насос станцияһы төҙөлә

Ул 4 миллион квадрат метрҙан ашыу яңы торлаҡтың канализация һыуын ағыҙырға мөмкинлек бирәсәк. Был иң ҙур коммуналь объект, уның менән бергә 28 километр оҙонлоҡтағы таҙартыу ҡоролмаларына тиклем коллектор ҙа төҙөлә.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө һайлау участкаларының береһендә штаттан тыш хәл осраҡтары буйынса күнекмәләр ойошторолдо

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға һайлау алдынан Өфө һайлау участкаларының береһендә һайлау комиссияһы ағзалары өсөн штаттан тыш хәл осраҡтары буйынса күнекмәләр ойошторолдо.
Уҡыуҙа Ленин районы хакимиәте вәкилдәре, территориаль һайлау комиссияһы ағзалары, Рәсәй эске эштәр министрлығының Өфө буйынса 4-се полиция бүлеге хеҙмәткәрҙәре, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының күҙәтеү бүлеге һәм 2-се янғын-ҡотҡарыу хеҙмәте белгестәре ҡатнашты.
👍3
Республикала грипҡа ҡаршы прививка кампанияһы башланды

Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, медицина учреждениеларына илдә етештерелгән “Совигрипп” һәм “Ультрикс Квадри” вакцинаһы таратылған. Быйыл 2 миллиондан ашыу кешегә прививка яһау ҡарала. Был халыҡтың 60 проценты.
Республикала мохтаж ғаиләләр өсөн 4 миллион һумға уҡыу кәрәк-яраҡтары тапшырылған

Әйберҙәр “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” акцияһы барышында туплана.Хәйриә сараһы 31 авгусҡа тиклем дауам итә. Унда һәр кем ҡатнаша ала. Тапшырылған канцелярия тауарҙары, портфель һәм мәктәп формаһы өр-яңы булырға тейеш. Әйберҙәр “Ғаилә” үҙәктәрендә йыйыла. Һуңынан аҙ тәьмин ителгән, ишле һәм тулы булмаған ғаиләләрҙә тәрбиләнеүселәргә, шулай уҡ мөмкинлеге сикле балаларға тапшырыла.
Бөгөн Санкт-Петербургта Башҡортостан көндәре башлана

Ҙур сарала Республиканың иҡтисади, инвестиция һәм туристик мөмкинлектәре менән таныштыру була, башҡорт еңел сәнәғәте модаһын, тауарҙар йәрминкәһе һәм “Ҡаҙ һәм бал” гастрофестивале күрһәтелә. Республика Милли халыҡ ҡоралдары оркестры, Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары, Милли симфоник оркестр һәм этно-проекттар ҡатнашлығында “Башҡортостан дуҫтарын йыя” концерты үтә. Байрам барышында Республика туристик-мәғлүмәт үҙәге эшләй.
👍3
Башҡортостанда мәктәп автопаркы яңыртылды

Мәғариф учреждениеларына тағы бер партия техника оҙатылды. Был турала социаль селтәрҙә Радий Хәбиров хәбәр итә. Башҡортостанда мең ярым мәктәп транспорты бар. Улар 50 мең баланы йөрөтә. Уҡыусылар шулай уҡ экскурсия һәм ярыштарға автобуста бара.
Республикала ташландыҡ ауыл хужалығы ерҙәре асыҡланған

Ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәте тикшереү уҙғарған. Баҡалы районында 2 мең 600 гектарҙан ашыу майҙандың файҙаланылмауы асыҡланған, тупраҡ бер нисә йыл эшкәртелмәгән. Благовар районында 422 гектар биләмәне ҡарағура баҫҡан, баҫыуға техника инмәгән. Биләмәләрҙе ҡуртымға алыусылар иҫкәртелгән, етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн бер ай ваҡыт бирелгән.
Башҡортостан халҡы тауыш биреү өсөн участканы Дәүләт хеҙмәттәре порталында билдәләй ала

6 сентябргә тиклем электрон ғариза тапшырырға кәрәк. Шәхси кабинетта " Теркәлде" тигән статус алырға кәрәк. Тауыш биреү учаскаһының һайлау округынан ситтә булмауы шарт. 10 сентябрҙә, Берҙәм тауыш биреү көнөндә Башҡортостанда 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары һайлана.