Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Евразия Олимпия комитетын ойоштороу планлаштырыла
Был турала Евразия Халыҡтары Ассамблеяһы Генераль советы һәм ойошманың Башҡортостандағы вәкиллеге йәмәғәт советының киңәйтелгән ултырышында билдәләнде. Эшлекле осрашыу Республика менән идара итеү үҙәгендә үтте. Ассамблея эшмәкәрлегенең тәүмаҡсаты күп яҡлы хеҙмәттәшлек һәм халыҡ дипломатияһын үҫтереп, йәмғиәттә татыулыҡ булдырыу.

Рәсәйҙә икмәккә хаҡ күтәрелмәйәсәк
Ҡайһы бер сығанаҡтар көҙ икмәк 10 процентҡа ҡиммәтләнә тигән мәғлүмәт тарата. Улар быны һумдың арзанайыуы, импорттың кәмеүе һәм эш хаҡының артыуы менән аңлата. Шулай уҡ илдең “Иген килешеүен” өҙөүе менән дә бәйләй. Федераль Ауыл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, икмәктең хаҡы дөйөм инфляцияға бәйле үҙгәрергә мөмкин.

😁2
Быйыл республикала бәлиғ булмағандар ҡатнашлығында 300 авария теркәлгән.
300 бала имгәнгән, дүртәүһенең ғүмере өҙөлгән. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт автоинспекцияһынан ошо турала белдерҙеләр. Юл-транспорт ваҡиғаларының өстән бер өлөшө балаларҙың һаҡһыҙлығы менән бәйле. Башҡортостанда 1 сентябрь алдынан “Иғтибар, балалар!” акцияһы иғлан ителде. Ул балалар ҡатнашлығында юл ҡазаларын иҫкәртеү маҡсатында уҙғарыла. Автоинспекторҙар мәктәптәрҙә уҡыусылар менән осраша, юл ҡағиҙәләренә арналған конкурс һәм викториналар ойошторола. Акция 15 сентябрҙә тамамлана.

👍2
Быйыл республикала 14 кеше бәшмәк ашап ағыуланған
Былтыр зыян күреүселәр 30-ҙан ашыу булған. Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, Салауат районында теркәлгән осраҡ буйынса тикшереү башланған. Өфөнән Лаҡлы ауылындағы туғандарына килгән 5 кеше бәшмәктән ағыуланған. Әле улар дауаханала.

Өфөлә Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл урынлаштырыла
Дәүләт экспертизаһы проектты хупланы. Башҡортостандың беренсе президентына мемориал Ленин исемендәге паркта, ике фонтан араһында була. Мортаза Рәхимов һыны бронзанан ҡойола, бейеклеге 4 метрға яҡын була. Композицияны Миңлеғәли Шайморатовҡа һәйкәлдең авторы - скульптор Салауат Щербаков әҙерләй.

❤3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Бөрйән районындағы иң ҙур түмәр-солоҡ умарталығында булды
Эш сәфәре барышында республика етәксеһе умартасы Вадим Сәйфетдинов менән аралашты. Бөрйән эшҡыуары төбәктә умартасылыҡты үҫтереү менән туғыҙ йылдан ашыу шөғөлләнә. Түмәрҙәренең дөйөм һаны 300-ҙән ашыу. Бынан тыш, умартасы бөрйән бал ҡортоноң инә ҡорттарын алыу өсөн парк булдырған. Быйыл ул бер меңгә яҡын инә ҡорт етештереүгә ирешкән.

👍5
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөләге Аксаков паркы республика көнөнә асыла
Был турала социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә Башҡортостан Башлығы хәбәр итте. Эш араһында Радий Хәбиров паркты төҙөкләндереү барышы менән яҡындан танышҡан һәм яңырыу кисергән парктың күренештәре менән интернетта бүлешкән.
Был турала социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә Башҡортостан Башлығы хәбәр итте. Эш араһында Радий Хәбиров паркты төҙөкләндереү барышы менән яҡындан танышҡан һәм яңырыу кисергән парктың күренештәре менән интернетта бүлешкән.
❤3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә ҡеүәтле «Затон-Көнсығыш» насос станцияһы төҙөлә
Ул 4 миллион квадрат метрҙан ашыу яңы торлаҡтың канализация һыуын ағыҙырға мөмкинлек бирәсәк. Был иң ҙур коммуналь объект, уның менән бергә 28 километр оҙонлоҡтағы таҙартыу ҡоролмаларына тиклем коллектор ҙа төҙөлә.

❤2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө һайлау участкаларының береһендә штаттан тыш хәл осраҡтары буйынса күнекмәләр ойошторолдо
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға һайлау алдынан Өфө һайлау участкаларының береһендә һайлау комиссияһы ағзалары өсөн штаттан тыш хәл осраҡтары буйынса күнекмәләр ойошторолдо.
Уҡыуҙа Ленин районы хакимиәте вәкилдәре, территориаль һайлау комиссияһы ағзалары, Рәсәй эске эштәр министрлығының Өфө буйынса 4-се полиция бүлеге хеҙмәткәрҙәре, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының күҙәтеү бүлеге һәм 2-се янғын-ҡотҡарыу хеҙмәте белгестәре ҡатнашты.

👍3
Республикала мохтаж ғаиләләр өсөн 4 миллион һумға уҡыу кәрәк-яраҡтары тапшырылған
Әйберҙәр “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” акцияһы барышында туплана.Хәйриә сараһы 31 авгусҡа тиклем дауам итә. Унда һәр кем ҡатнаша ала. Тапшырылған канцелярия тауарҙары, портфель һәм мәктәп формаһы өр-яңы булырға тейеш. Әйберҙәр “Ғаилә” үҙәктәрендә йыйыла. Һуңынан аҙ тәьмин ителгән, ишле һәм тулы булмаған ғаиләләрҙә тәрбиләнеүселәргә, шулай уҡ мөмкинлеге сикле балаларға тапшырыла.

Бөгөн Санкт-Петербургта Башҡортостан көндәре башлана
Ҙур сарала Республиканың иҡтисади, инвестиция һәм туристик мөмкинлектәре менән таныштыру була, башҡорт еңел сәнәғәте модаһын, тауарҙар йәрминкәһе һәм “Ҡаҙ һәм бал” гастрофестивале күрһәтелә. Республика Милли халыҡ ҡоралдары оркестры, Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары, Милли симфоник оркестр һәм этно-проекттар ҡатнашлығында “Башҡортостан дуҫтарын йыя” концерты үтә. Байрам барышында Республика туристик-мәғлүмәт үҙәге эшләй.

Республикала ташландыҡ ауыл хужалығы ерҙәре асыҡланған
Ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәте тикшереү уҙғарған. Баҡалы районында 2 мең 600 гектарҙан ашыу майҙандың файҙаланылмауы асыҡланған, тупраҡ бер нисә йыл эшкәртелмәгән. Благовар районында 422 гектар биләмәне ҡарағура баҫҡан, баҫыуға техника инмәгән. Биләмәләрҙе ҡуртымға алыусылар иҫкәртелгән, етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн бер ай ваҡыт бирелгән.

Башҡортостан халҡы тауыш биреү өсөн участканы Дәүләт хеҙмәттәре порталында билдәләй ала
6 сентябргә тиклем электрон ғариза тапшырырға кәрәк. Шәхси кабинетта " Теркәлде" тигән статус алырға кәрәк. Тауыш биреү учаскаһының һайлау округынан ситтә булмауы шарт. 10 сентябрҙә, Берҙәм тауыш биреү көнөндә Башҡортостанда 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары һайлана.

Өфөлә 7 миллиард һумлыҡ логистика үҙәге төҙөү башланды
112 мең квадрат метрлыҡ келәт комплексы Дим районында урынлаша. Ул М-5 федераль трассаһы янында була. Төҙөлөш 3 этапта алып барыла. Яңы объект иҡтисад үҫешенә ҡеүәт бирергә тейеш, продукцияны сауҙа урындарына өҙөклөкһөҙ еткереп тороу бурысы ҡуйыла, ти белгестәр. Логистика үҙәге бюджетҡа ла аҡса килтерәсәк. Йыл һайын 260 миллион һум һалым түләнергә тейеш була.

This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң үҙәк урамдарында транспорт хәрәкәте сикләнә
Баш ҡалала ҙур саралар - урам театрҙары фестивале, «Геройҙар дәүере» Бөтә Рәсәй конкурсы финалы һәм гала-концерты, шулай уҡ полиция патруль-пост хеҙмәтенең 100 йыллығына арналған тантана үткәрелә. Сикләүҙәр ошоға бәйле индерелә.

Башҡортостанда тәүге йыл әйләнәһенә эшләүсе тау саңғыһы трассаһы булдырыла
Ул Учалы районында урынлаша. . Рәсәйҙә бындай трассалар ике урында бар, өсөнсөһө беҙҙең республикала төҙөлә. Эштәр грант аҡсаһына башҡарыла. Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов белдереүенсә, буласаҡ трасса өсөн майҙансыҡ билдәләнгән. Тау итәге яһалма ҡар менән ҡаплана, бында йыл әйләнәһе шөғөлләнеп буласаҡ.

👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда яҡшы табиптарға премия арттырыла
Уны 20 меңдән 50 меңгә тиклем күтәреү ҡарала. Хөкүмәт күрһәтмәһе фекер алышыуға сығарылды. Тәҡдимдәр 29 августа тиклем туплана. Медицина хеҙмәткәрҙәренә дәртләндереү сараһы «Йыл табибы» Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабы һөҙөмтәләре буйынса бирелә.
Уны 20 меңдән 50 меңгә тиклем күтәреү ҡарала. Хөкүмәт күрһәтмәһе фекер алышыуға сығарылды. Тәҡдимдәр 29 августа тиклем туплана. Медицина хеҙмәткәрҙәренә дәртләндереү сараһы «Йыл табибы» Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабы һөҙөмтәләре буйынса бирелә.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
«Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт паркы фототоҙағына ҙубрҙар эләккән
Белорус урмандарынан күсерелгән «ҡырағай һыйырҙар» Башҡортостан тупрағын үҙһенгән. Парк инспекторҙары уларҙың торошон даими күҙәтеп тора, тоҙ килтерә. Зубрҙар шишмә буйында, уйһыу, күләгәле урында төпләнгән. Үҙҙәрен яҡшы тоя,- тип яҙған Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов. Башҡортостанға Белорус урмандарынан 9 зубр килтерелгәйне. Күгәрсен районында уларҙы үрсетеү өсөн махсус шарттар булдырылды.

Санкт- Петербург ҡалаһында Башҡортостан көндәре башланды
Күләмле сара сиктәрендә республиканың иҡтисади, инвестиция, туристик, мәҙәни мөмкинлектәре күрһәтелә. Тәүге көн эшлекле осрашыуҙан башланды. Башҡортостан һәм Санкт-Петербург Сауҙа сәнәғәт палаталары араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙ эшҡыуарҙар ассоциациялары араһында ла бәйләнештәрҙе нығытыу буйынса документҡа ҡул ҡуйылды.