Республикала мохтаж ғаиләләр өсөн 4 миллион һумға уҡыу кәрәк-яраҡтары тапшырылған
Әйберҙәр “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” акцияһы барышында туплана.Хәйриә сараһы 31 авгусҡа тиклем дауам итә. Унда һәр кем ҡатнаша ала. Тапшырылған канцелярия тауарҙары, портфель һәм мәктәп формаһы өр-яңы булырға тейеш. Әйберҙәр “Ғаилә” үҙәктәрендә йыйыла. Һуңынан аҙ тәьмин ителгән, ишле һәм тулы булмаған ғаиләләрҙә тәрбиләнеүселәргә, шулай уҡ мөмкинлеге сикле балаларға тапшырыла.

Бөгөн Санкт-Петербургта Башҡортостан көндәре башлана
Ҙур сарала Республиканың иҡтисади, инвестиция һәм туристик мөмкинлектәре менән таныштыру була, башҡорт еңел сәнәғәте модаһын, тауарҙар йәрминкәһе һәм “Ҡаҙ һәм бал” гастрофестивале күрһәтелә. Республика Милли халыҡ ҡоралдары оркестры, Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары, Милли симфоник оркестр һәм этно-проекттар ҡатнашлығында “Башҡортостан дуҫтарын йыя” концерты үтә. Байрам барышында Республика туристик-мәғлүмәт үҙәге эшләй.

👍3
Республикала ташландыҡ ауыл хужалығы ерҙәре асыҡланған
Ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәте тикшереү уҙғарған. Баҡалы районында 2 мең 600 гектарҙан ашыу майҙандың файҙаланылмауы асыҡланған, тупраҡ бер нисә йыл эшкәртелмәгән. Благовар районында 422 гектар биләмәне ҡарағура баҫҡан, баҫыуға техника инмәгән. Биләмәләрҙе ҡуртымға алыусылар иҫкәртелгән, етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн бер ай ваҡыт бирелгән.

Башҡортостан халҡы тауыш биреү өсөн участканы Дәүләт хеҙмәттәре порталында билдәләй ала
6 сентябргә тиклем электрон ғариза тапшырырға кәрәк. Шәхси кабинетта " Теркәлде" тигән статус алырға кәрәк. Тауыш биреү учаскаһының һайлау округынан ситтә булмауы шарт. 10 сентябрҙә, Берҙәм тауыш биреү көнөндә Башҡортостанда 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары һайлана.

Өфөлә 7 миллиард һумлыҡ логистика үҙәге төҙөү башланды
112 мең квадрат метрлыҡ келәт комплексы Дим районында урынлаша. Ул М-5 федераль трассаһы янында була. Төҙөлөш 3 этапта алып барыла. Яңы объект иҡтисад үҫешенә ҡеүәт бирергә тейеш, продукцияны сауҙа урындарына өҙөклөкһөҙ еткереп тороу бурысы ҡуйыла, ти белгестәр. Логистика үҙәге бюджетҡа ла аҡса килтерәсәк. Йыл һайын 260 миллион һум һалым түләнергә тейеш була.

This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң үҙәк урамдарында транспорт хәрәкәте сикләнә
Баш ҡалала ҙур саралар - урам театрҙары фестивале, «Геройҙар дәүере» Бөтә Рәсәй конкурсы финалы һәм гала-концерты, шулай уҡ полиция патруль-пост хеҙмәтенең 100 йыллығына арналған тантана үткәрелә. Сикләүҙәр ошоға бәйле индерелә.

Башҡортостанда тәүге йыл әйләнәһенә эшләүсе тау саңғыһы трассаһы булдырыла
Ул Учалы районында урынлаша. . Рәсәйҙә бындай трассалар ике урында бар, өсөнсөһө беҙҙең республикала төҙөлә. Эштәр грант аҡсаһына башҡарыла. Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов белдереүенсә, буласаҡ трасса өсөн майҙансыҡ билдәләнгән. Тау итәге яһалма ҡар менән ҡаплана, бында йыл әйләнәһе шөғөлләнеп буласаҡ.

👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда яҡшы табиптарға премия арттырыла
Уны 20 меңдән 50 меңгә тиклем күтәреү ҡарала. Хөкүмәт күрһәтмәһе фекер алышыуға сығарылды. Тәҡдимдәр 29 августа тиклем туплана. Медицина хеҙмәткәрҙәренә дәртләндереү сараһы «Йыл табибы» Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабы һөҙөмтәләре буйынса бирелә.
Уны 20 меңдән 50 меңгә тиклем күтәреү ҡарала. Хөкүмәт күрһәтмәһе фекер алышыуға сығарылды. Тәҡдимдәр 29 августа тиклем туплана. Медицина хеҙмәткәрҙәренә дәртләндереү сараһы «Йыл табибы» Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабы һөҙөмтәләре буйынса бирелә.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
«Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт паркы фототоҙағына ҙубрҙар эләккән
Белорус урмандарынан күсерелгән «ҡырағай һыйырҙар» Башҡортостан тупрағын үҙһенгән. Парк инспекторҙары уларҙың торошон даими күҙәтеп тора, тоҙ килтерә. Зубрҙар шишмә буйында, уйһыу, күләгәле урында төпләнгән. Үҙҙәрен яҡшы тоя,- тип яҙған Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов. Башҡортостанға Белорус урмандарынан 9 зубр килтерелгәйне. Күгәрсен районында уларҙы үрсетеү өсөн махсус шарттар булдырылды.

Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Санкт- Петербург ҡалаһында Башҡортостан көндәре башланды
Күләмле сара сиктәрендә республиканың иҡтисади, инвестиция, туристик, мәҙәни мөмкинлектәре күрһәтелә. Тәүге көн эшлекле осрашыуҙан башланды. Башҡортостан һәм Санкт-Петербург Сауҙа сәнәғәт палаталары араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙ эшҡыуарҙар ассоциациялары араһында ла бәйләнештәрҙе нығытыу буйынса документҡа ҡул ҡуйылды.

2024 йылға тиклем республикала авария хәлендәге торлаҡ йорттарҙа йәшәүселәр яңы фатирҙарға күсереләсәк
2024 йылға тиклем республикала 100 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанды биләгән авария хәлендәге торлаҡ йорттарҙа йәшәүселәр яңы фатирҙарға күсереләсәк. Ошо иҫәптән яҡын арала алты мең квадрат метрлыҡ иҫке торлаҡ хужаларының фатир мәсьәләһе ыңғай хәл ителеүе көтөлә. Адреслы социаль программаны тормошҡа ашырыуға миллиард ярым һум самаһы аҡса йүнәлтелгән.

Республикала контракт буйынса хәрби хеҙмәткә яҙылыу дауам итә
60 йәшкә тиклемге ир-егеттәр Ҡораллы көстәр сафына баҫа ала. Ватан һаҡсылары урындағы хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итергә һәм медицина тикшереүе үтергә тейеш. Килешеүгә ҡул ҡуйғандарға кредит каникулы бирелә. Уларҙың эш урыны һаҡланып ҡала. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға хәрби хәрәкәттәр ветераны статусы бирелә. Яугирҙәрҙең ғаиләһенә лә льготалар ҡаралған. Стәрлетамаҡ, Туймазы, Нефтекама, Баҡалы һәм Малаяҙҙа Салауат Юлаев исемендәге икенсе батальон штабы филиалдары асылды.

Өфөнөң Зинин юл үткәргесе 98 процентҡа әҙер
Юлға асфальт түшәү тамамланған. Шулай уҡ яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйылған. Әле эшселәр юл ситтәренә гранит бордюр урынлаштыра, юлда һыҙаттар төшөрөүгә әҙерләй. Яңы юл үткәргестең оҙонлоғо 100 метрҙан ашыу. Транспорт 4 һыҙаттан хәрәкәт итә ала. Баш ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, юл үткәргесте сентябрь башында асыу ҡарала.

Санкт-Петербургта Өфөнөң Ҡотопсолар музейы күргәҙмәһе асылды
“Башҡортостан диңгеҙселәре ил һағында” тип аталған күсмә экспозиция Арктика һәм Антарктика музейында ойошторолдо. Унда хәрби диңгеҙселәргә арналған материалдар, уларҙың көнкүреш әйберҙәре, “Өфө” һыу аҫты кәмәһенең макеты тәҡдим ителә. Валериан Альбанов исемендәге музей Башҡортостандан сыҡҡан ҡотопсолар тураһында 3 йыйынтыҡ әҙерләгән. Күргәҙмәне асыу тантанаһында Петербургта уҙған республика көндәренә старт бирелде. Диңгеҙселәргә бағышланған экспозиция 30 сентябргә тиклем дауам итә.

Яңы уҡыу йылында Башҡортостан мәктәптәрендә 30-ға яҡын стоматология кабинеты асыу ҡарала
Республика Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Татьяна Саубанова ошо турала белдерҙе. Теш дауалау бүлмәләре “Ҡанатлан!” проектының “Сәләмәт йылмайыу” модуленә ярашлы ойошторола. Быйыл белем усаҡтарында эшләгән стоматологтар 130 меңгә яҡын уҡыусыны ҡараған, 38 мең баланың тешен дауалаған.
Республика Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Татьяна Саубанова ошо турала белдерҙе. Теш дауалау бүлмәләре “Ҡанатлан!” проектының “Сәләмәт йылмайыу” модуленә ярашлы ойошторола. Быйыл белем усаҡтарында эшләгән стоматологтар 130 меңгә яҡын уҡыусыны ҡараған, 38 мең баланың тешен дауалаған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров эш сәфәре менән Салауат ҡалаһында булды
Салауатта углеводород газдарын эшкәртеүсе завод төҙөлә. Инвесетиция проектының дөйөм хаҡы 5 миллиард һум. Уны бойомға ашырыу менән бөгөн ҡалаға эш сәфәре барышында Башҡортостан башлығы яҡындан танышты. Радий Хәбиров республиканың нефтехимия гиганттарының береһе «Газпром нефтехим Салауат» предприятиеһының 75 йыллыҡ юбилейына арналаған сараларҙа ҡатнашты. Ҡала көнөндә урындағы халыҡты тәбрикләне.

Санкт-Петербург ҡалаһында Башҡортостан Республикаһы көндәре башланды
Үҫешкә этәргес. Санкт петербургта ойошторолған Башҡортостан көндәрендә республиканың иҡтисади, инвестиция, туристик, мәҙәни ҡеүәте күрһәтелә. Бөгөн ике төбәк предприятиелары араһында эшлекле һөйләшеүҙәруҙғарылды, мөһим килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды. Шулай уҡ үҙәк майҙанда ҡалала йәшәүселәр һәм туристар башкорт ҡунаҡсыллығына шаһит булды.

Салауат районында биш кеше бәшмәктән ағыуланып дауаханаға эләккән
Пациенттарҙың бөтәһе лә өлкән йәштә. Зыян күреүселәргә ярҙам күрһәтелгән, хәлдәре тотороҡло. Инфекция госпиталдәре уяу: бәшмәк миҙгеле башланды. Йылдағыса нәҡ август аҙаҡтарында палаталарҙа майлы үҫемлектән ағыуланған пациенттар арта. Бәшмәкте нисек хәүефһеҙ йыйырға һәм ашарға? Яуап видеояҙмала.

😱1