БСТ | Яңылыҡтар – Telegram
БСТ | Яңылыҡтар
2.24K subscribers
5.34K photos
9.43K videos
1 file
215 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Быйыл Башҡортостанда тағы 117 ауылда мобиль элемтә булдырыла

Һанлы үҫеш министрлығынан ошо турала хәбәр итәләр. Эштәр федераль программаға ярашлы алып барыла. Быйыл республикала 125 станция урынлаштырылған. 30 мең кеше өсөн мобиль элемтә ҡулланыу мөмкинлеге булдырылған.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ял көндәрендә Өфөнөң тарихи үҙәгендә урамдар ябыла

Сикләүҙәр Өфө халыҡ-ара марафонын уҙғарыуға бәйле индерелә. 2 сентябрҙә көндөҙгө 12-нән Зәки Вәлиди урамының Карл Маркс һәм Совет урамына тиклемге өлөшөнән транспорт менән үтеп булмай. Был арауыҡ 3 сентябрҙә төнгө 11-ҙән һуң асыла. 3 сентябрҙә иртәнге сәғәт 7-нән көндөҙгө дүртенсе яртыға тиклем Зәки Вәлиди, Мәжит Ғафури, Пушкин, Карл Маркс, Ленин, Революция, Мостай Кәрим, Достоевский, Крупская, Киров, Коммунистик һәм Театр урамдары өлөшләтә ябыла. 5-се һәм 16-сы трамвайҙар хәрәкәте ваҡытлыса туҡтатыла.
Быйыл "Башҡорт ихаталары" программаһы буйынса 206 ихата төҙөкләндерелә

Бының өсөн 1 миллиард 272 миллион һум тотонола. Бөгөнгә 17 муниципаль берәмектә 97 ихатала эш теүәлләнгән. Башҡаларында ремонтты 30 сентябргә тиклем тамамлау маҡсаты ҡуйылған. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, эштәр контролгә алынған, көн һайын мониторинг уҙғарыла. 2019 йылдан алып "Башҡорт ихаталары" программаһы буйынса 1 мең 120 биләмә тәртипкә килтерелгән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда гриппҡа ҡаршы вакцинация башланды

Быйыл республикала 1,8 миллион кешенең грипптан прививка эшләтеүе көтөлә. Вакцинацияға тәүгеләрҙән булып Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хеҙмәткәрҙәре ҡушылды. Прививка сирҙе иҫкәртеү, ауырыуҙан ҡатмарлы осраҡтарға юл ҡуймау, кеше ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыу өсөн һөҙөмтәле алымдарҙың береһе булып тора.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Атайсал. Беҙҙекеләр.» проекты сиктәрендә Тамыр телеканалы әҙерләгән видеофильмдар күрһәтелде

«Атайсал. Беҙҙекеләр.» проекты сиктәрендә «Тамыр» телеканалы әҙерләгән документаль фильмдар шәлкеменең исем туйы үтте. Медиа-проект буйынса Өфөнөң «Родина» кинотеатрында балалар өсөн халҡыбыҙҙың тарихи шәхестәре тураһында видеофильмдар күрһәтелде. Кинйә Арыҫланов, Кәрим Хәкимов, Фатима Мостафина, Зәйнәб Биишева, Исмәғил Тәсимов һәм башҡа арҙаҡлы шәхестәр тормошо иғтибарға алынды. Презентацияла балалар өсөн медиаконкурс, оҫталыҡ дәрестәре һәм уйындар ойошторолдо. Проект Башҡортостан башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырылды.
5
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Август айында Башҡортостанда 900-ҙән ашыу кеше хәрби хеҙмәт үтеүгә контракт төҙөгән

Август айында Башҡортостанда 900-ҙән ашыу кеше хәрби хеҙмәт үтеүгә Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән. Ә йыл башынан алып 5 меңдән ашыу яҡташыбыҙ Ватан алдында бурысын үтәргә теләк белдергән.
Хәрби хеҙмәткә 18 йәштән 60 йәшкә тиклемге ир-егеттәр, айырым осраҡта 65 йәштәгеләр ҙә ҡабул ителә. Рядовойҙар өсөн контракт төҙөү ваҡыты алты айҙан башланһа, офицерҙар өсөн 3 йылдан 5 йылға тиклем. Хәрби комиссариаттан белдереүҙәренсә, контрактты армияла булмағандар ҙа төҙөй ала. Һайлап алыу пункттарында Рәсәй ҡораллы көстәре сафына инергә теләүселәрҙе ҡабул итеү дауам итә.
5
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Саҡмағош районы мәктәбе үҙ продукцияһын мәктәп туҡланыуында ҡулланыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты

Саҡмағош районының өс белем усағы мәктәп уҡыусыларын туҡландырыу буйынса йәмәғәт рейтингын төҙөү федераль пилот проектында ҡатнашҡан. Райондың14 мәғариф учреждениеһында уҡыусыларҙы төшкө ҡайнар аш менән туҡландырыуға сит ойошмалар йәлеп ителмәй, аш-һыу мәктәп ашханаларында әҙерләнә. Саҡмағош ауылы ғимназияһы «Рәсәйҙең иң яҡшы мәктәп ашханаһы « Бөтә Рәсәй конкурсында призлы урын яулаған. Был мәктәптә яңы уҡыу йылынан балалар нисек туҡланасағы хаҡында репортаж.
206👍11❤‍🔥8🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡариҙел районында мөмкинлектәре сикләнгәндәр араһында спорт һәм туризм фестивале тамамланды

Биш көн дауамында барған сарала илдең тиҫтәләгән төбәгенән 50-гә яҡын кеше ҡатнашты. Профессионалдар менән бер рәттән һәүәҫкәр спортсылар ҙа һыу туризмының уңайлылығын һынаны.
👍1410
Башҡортостанда “Атайлыҡ даны” наградаһы еңеүселәре асыҡланды

Республика Йәмәғәт палатаһынан хәбәр итеүҙәренсә, 51 кеше абруйлы бүләккә лайыҡ була. Быйыл конкурсҡа 191 ғариза ҡабул ителгән. Әлшәй, Белорет, Бөрө, Илеш, Краснокама райондары, Өфө һәм Октябрьский ҡалаларынан заявкалар күп килгән. “Атайлыҡ даны” йәмәғәт наградаһы менән бүләкләү сараһы 4 октябрҙә Өфөлә уҙа.
👍1
1 сентябрҙә Башҡортостанда 7 мәғариф кластеры асыла

Улар “Профессионалитет” федераль проектына ярашлы булдырылған. Химия буйынса ойошторолған мәғариф-етештереү үҙәге Стәрлетамаҡ химия-технология колледжы нигеҙендә була. Тау-байыҡтырыу тармағыныҡы – Учалы тау сәнәғәте, машиналар эшләү кластеры – Стәрлетамаҡ политехник колледжында асыла. Бөрө медицина-фармацевтика колледжында “Клиник һәм профилактик медицина” йүнәлеше буйынса кластер эшләй. Өфө һәм Стәрлетамаҡтағы колледждарҙа “Педагогика” тармағына ҡараған 3 кластер булдырылған. Ҡабул итеү кампанияһы барышында “Профессионалитет” программаһы буйынса белем алыуға 9 меңдән ашыу ғариза тапшырылған. Мәғариф-етештереү үҙәктәрендә 5 меңдән ашыу 1 курс студенты белем аласаҡ. Федераль проект оҫта белгестәр әҙерләү маҡсатын ҡуя.
4👍3
Башҡортостандың Ҡаҙағстандағы яңы вәкиле тәғәйенләнде

Был дәүләттәге Рәсәй сауҙа вәкиллегендә беҙҙең республика мәнфәғәттәрен Дмитрий Ситников яҡлаясаҡ. Республика Башлығы Радий Хәбировтың ошо турала указы бар. Тейешле документ рәсми мәғлүмәттәр порталында донъя күргән. Килешеү 1 йылға төҙөлгән. Дмитрий Ситников 1964 йылда Алма-Атала тыуған. Ошо уҡ ҡалала иҡтисад университетын тамамлаған. Быға тиклем Ҡаҙағстанда Башҡортостан вәкиле булараҡ Урал Аҙнабаев эшләне. Ул үҙ теләге буйынса вазифаһынан бушатылды.
👍1
Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысоваға “Өфөнөң Почетлы гражданы” исеме бирелде

Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы 20-нән ашыу китап авторы. Уның әҫәрҙәре байтаҡ телдәргә тәржемә ителгән, шиғырҙарына йырҙар яҙылған. Гөлфиә Юнысова оҙаҡ йылдар “Башҡортостан ҡыҙы” журналы редакцияһын етәкләй. Федераль һәм республика парламенты, Өфө ҡала Советы депутаты булды. “Маҡтаулы исемде юбилейым алдынан ҙур бүләк итеп ҡабул иттем”, - ти шағирә.10 сентябрҙә Гөлфиә Юнысоваға 75 йәш тула. Республикала халыҡ шағирына арналған саралар үткәрелә.
👍1
Башҡортостан теннис оҫталары Татарстандан алтын-көмөш миҙал алып ҡайта

Республика спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, өҫтәл теннисы буйынса турнир Саба район үҙәгендә үткән. Унда илдең 12 төбәгенән 100-гә яҡын спортсы ҡатнашҡан. Башҡортостан спортсылары 4 алтын, 2 көмөш һәм 3 бронза миҙал яулаған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров граната шартлатырға янаған яугирҙың ғүмерен һаҡлап ҡалырға тырышыуы тураһында һөйләне

Радий Хәбиров ысын күңелдән граната шартлатырға янаған яугирҙың ғүмерен һаҡлап ҡалырға тырышыуы тураһында һөйләне. Башҡортостан Башлығы уның яҡындары һәм туғандарының ҡайғыһын уртаҡлашты һәм яугир Илдар Б-ны ерләүҙе ойоштороуҙы үҙ өҫтөнә алыуын белдерҙе.
«Миңә бик йәл. Мин ысын күңелдән уның ғүмерен ҡотҡарырға тырыштым. Хаталанһа ла минең өсөн ул һалдат. Һәр кемдең үҙ юлы. Әммә береһенең дә ҡорал менән янап, көс ҡулланыу аша талаптарын ҡуйырға хаҡы юҡ»,-тип белдергән Радий Хәбиров.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ватан яугирҙары ғаиләләре комитетының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны

Ватан яугирҙары ғаиләләре комитетының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙан һәм уларҙың яҡындарынан 1 мең 600 мөрәжәғәт эшкәрткән. Улар социаль селтәрҙәрҙән, телефон һәм шәхси рәүештә ҡабул ителгән. Был турала төбәк комитеты эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһауға арналған матбуғат конференцияһында Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдерҙе. Мөрәжәғәт итеүселәр башлыса юридик, медицина һәм психологик ярҙам һорап килә. Шулай уҡ ташламалар, социаль түләүҙәр, дауаланыу юллап килеүселәр ҙә күп.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала шәкәр сөгөлдөрө ҡаҙыу башланды

Татлы сеймал баҫыуҙарҙан шәкәр заводтарына ташыла. Яҡын арала улар шәкәр сығарыуға тотонасаҡ. Быйыл татлы тамыр уңышы мулмы? Тулыраҡ видеояҙмала.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда бер юлы өс фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды

Быйыл Нуриман һәм Иглин райондарына ҡараған яңы медицина учреждениелары тәүгеләрҙән булып лицензия алған. «Сәләмәтлек» милли проектының «Беренсел звеноны яңыртыу» төбәк программаһы буйынса төҙөлгән объекттар тураһында репортаж.
👍21
Өфөлә Белем көнөндә ҡайһы бер урамдар ябыла

Мәктәп, колледж һәм университеттарҙа байрам линейкалары уҙғарыла. Рәсәй урамында ла машиналар йөрөшө сикләнә. Бында "Профессионалитет" федераль проекты буйынса сара уҙғарыла. Шулай уҡ Ҡулса урамының бер өлөшө ябыла. Өфө дәүләт нефт-техник университеты "1-се курстар фестивале"н ойоштора. Белем көнөндә, йылдағыса урамдарҙа машиналар хәрәкәте тығыҙ була, тип хәбәр итәләр ҡала хакимиәтенән.
Өфөлә “Төньяҡ симфония” яңғырай

Баш ҡалала Федор Шаляпин исемендәге Санкт-Петербург музыкаль театрының Симфоник оркестры сығыш яһай. Ике бүлектән торған концертта Россини, Пуччини, Бизе, Глинка, Дунаевский кеүек күренекле композиторҙарҙың классик музыка өлгөләренән торған бай программа тәҡдим ителә. Симфоник оркестр менән донъяға билдәле дирижер Фабио Мастранджело етәкселек итә. Итальян маэстроһы 22 йыл Рәсәйҙә йәшәй. Өфөлә Абдразаковтар уҙғарған халыҡ-ара фестивалдә ҡатнашҡан.“Төньяҡ симфония” тип аталған концерт 13 сентябрҙә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында уҙа.
Белем көнөндә республикала иҫерткес эсемлектәр һатыу тыйыла

Магазиндар был турала иғлан урынлаштыра. Кафе, бар һәм ресторандарға сикләү тәртибе ҡағылмай. Башҡортостанда Яңы йыл каникулдары, Һуңғы ҡыңғырау байрамы һәм Йәштәр көнөндә, шулай уҡ һабантуйҙар үткәрелгән көндә лә алкоголь һатылмай. “Ҡоро закон”ды боҙоусыларға штраф һалына.
Табиптар ауыл халҡының һаулығын тикшерә

“Сәләмәтлек поезы” белгестәре акция барышында 140 меңдән ашыу кеше ҡабул иткән. 37 мең тикшеренеү үтеп, йүнәлтмәләр алған. Бөгөн күсмә бригадалар Хәйбулла районының Подольск, Дыуандың Вознесенка, Илештең Груздевка, Әлшәйҙең Тавричанка, Стәрлетамаҡтың Гончаровка, Өфөнөң Чесноковка ауылындарында эшләй. Алдан яҙылыу кәрәкмәй. Күсмә бригадаларҙың эш теҙмәһе менән Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында танышырға мөмкин.
👍1