БСТ | Яңылыҡтар – Telegram
БСТ | Яңылыҡтар
2.24K subscribers
5.34K photos
9.43K videos
1 file
215 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Республикала быйыл 8 айҙа 3 мең 700-ҙән ашыу кеше шифаханаларҙа дәүләт иҫәбенә һаулығын нығытҡан

Рәсәй социаль фонды төбәк идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан шифаханалары, шулай уҡ Краснодар һәм Ставрополь крайҙары, Ҡабарҙы-Балҡар республикаһы санаторийҙарына юлламалар тапшырылған. Социаль хеҙмәттәр менән файҙаланғандар шифаханала бушлай һаулығын нығыта ала. Бының өсөн 1 октябргә тиклем ғариза бирергә кәрәк.
1
Евразия фәнни-мәғариф үҙәге студент ҡаласығында һауа торошо тикшерелә

Өфө дәүләт нефть техник университетында климат һәм тирә-яҡты күҙәтеү лабораторияһы эшләй. Тиҙҙән ул Евразия фәнни-мәғариф үҙәгендә урынлашасаҡ. Белгестәр карбон полигонына бәйле тикшеренеүҙәр үткәрә. Рәсәй Президенты указына ярашлы һауаны бысратыуҙы өйрәнгән биләмә беҙҙең республикала былтыр булдырылды. Студенттар пилотһыҙ авиация һәм йыһан күҙәтеүҙәре, шулай уҡ ерҙәге фәнни ҡорамалдар буйынса һауала углерод кимәлен баһалай. Бындай мәғлүмәт сәнәғәт ойошмалары, ауыл хужалығы һәм башҡа тармаҡтар өсөн кәрәк.
1
Бөгөн һәм иртәгә баш ҡалала үҙәк урамдар ябыла

Сикләүҙәр Өфө халыҡ-ара марафонын уҙғарыуға бәйле индерелә. Бөгөн көндөҙгө сәғәт 12-нән Зәки Вәлиди урамының Карл Маркстан Совет урамына тиклемге өлөшөнә транспорт менән үтеп булмай. Был арауыҡ иртәгә төнгө 11-ҙән һуң асыла. 3 сентябрҙә иртәнге сәғәт 7-нән 15 сәғәт 30 минутҡа тиклем Зәки Вәлиди, Мәжит Ғафури, Пушкин, Карл Маркс, Ленин, Революция, Мостай Кәрим, Достоевский, Крупская, Киров, Коммунистик һәм Театр урамдары өлөшләтә ябыла. 5-се һәм 16-сы трамвайҙар йөрөмәй.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары арттырылды

Радий Хәбиров ҡул ҡуйған документ менән рәсми мәғлүмәттәр порталында танышырға мөмкин. 37 ярҙам сараһы ҡаралған. Хәрбиҙәр һәм уларҙың яҡындарына газ үткәреү, кредит түләү, мәктәптәрҙә ашатыу, баланы баҡсаға урынлаштырыу, психологик ярҙам, шифаханала ял итеү, балаға белем биреү, транспорт һалымын түләү буйынса төрлө ташлама бар.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Совет майҙанында почетлы ҡарауыл сафҡа баҫты

Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов һәм Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында башын һалған яҡташтарыбыҙ иҫтәлегенә ҡуйылған мемориалда тәүге хәтер вахтаһы киске сәғәт етелә башланды. Бынан һуң, ҡарауыл һәр шәмбе үтәсәк, тип көтөлә.
1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Төҙөкләндерелгәндән һуң Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры 2 ярым тапҡырға киңәйә

Төҙөкләндерелгәндән һуң Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры 2 ярым тапҡырға киңәйә, йәғни 6 мең ярым квадрат метр самаһы майҙанды биләй. Тамашасылар өсөн урындар һаны арттырыла. Улар 300-ҙән 435-кә еткерелә. Был турала Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә яҙып сыҡты. Әле унда төҙөлөш эштәре йылдам бара. Мәҙәниәт усағының төкөтмәһе күтәрелә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөгөн Башҡортостанда Һөт иле фестивале үтте

Байрамға ҡушыл! Бөгөн Башҡортостанда Һөт иле фестивале үтте, унда республиканың район-ҡалаларынан ғына түгел, Рәсәйҙең иң алыҫ төбәктәренән дә ҡунаҡтар йыйылды. Хужалыҡтар байрамға килеүселәрҙе һөт ризыҡтары менән һыйланы, шулай уҡ урында ойошторолған йәрминкәлә республикала етешетерлгән аҙыҡ-түлек тауарҙарҙы һатылды.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандан махсус хәрби операция биләмәһенә мобилизацияланыусылар төркөмө юлланды

Ике аҙна ялдан һуң, алғы һыҙыҡҡа. Башҡортостандан махсус хәрби операция биләмәһенә мобилизацияланыусылар төркөмө юлланды. Яугирҙарҙы «Өфө-Арена» майҙанынан оҙаттылар. Күптәр отпуск ваҡытын ғаиләһе менән үткәрергә тырышҡан.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда «Үҫеш биләмәһе» проектының яңы миҙгеле башланды

Мәктәп йәштәрен гражданлыҡ-патриотик тәрбиләүгә йүнәлтелгән»Үҫеш биләмәһе 4.0»мәғариф проекты республикала 2019 йылдан алып йыл һайын үткәрелеп килә. Яңы миҙгел Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» паркында асылды. Унда республика район һәм ҡалаларынан 140 уҡыусы осрашты. Мәғариф проекты «Һанлы хәрәкәт-йәштәргә яңы мөмкинлектәр»тигән билдә менән 2-4 сентябргә тиклем үткәрелә.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Әлшәй районы үҙәгендә быйыл төҙөлгән белем усағы тәүге уҡыусыларын ҡабул итте

Яңы уҡыу йылында яңы мәктәптә. Әлшәй районы үҙәгендә быйыл төҙөлгән белем усағы тәүге уҡыусыларын ҡабул итте. Бынан тыш Түбәнге Әүрез ауылында ла ремонттан һуң мәғариф учреждениеһы файҙаланыуға тапшырылды. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Бөгөн баш ҡалала халыҡ-ара марафон уҙа

Спорт байрамында ете меңгә яҡын йүгерергә яратыусы, скандинав йөрөшө, роллер спорты менән мауығыусылар ҡатнаша.Ике, биш, 10, 21.1, 42.2 километр арауыҡта үҙ көсөн һынағандарҙы иҫтәлекле бүләктәр, иң етеҙҙәрҙе шәп приздар көтә. Марафонға бәйле, иртәнге сәғәт 7-нән 15 сәғәт 30 минутҡа тиклем Зәки Вәлиди, Мәжит Ғафури, Пушкин, Карл Маркс, Ленин, Революция, Мостай Кәрим, Достоевский, Крупская, Киров, Коммунистик һәм Театр урамдары өлөшләтә ябыла. 5-се һәм 16-сы трамвайҙар йөрөшө туҡтатыла.
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры декабрҙә хәйриә тамашаһы менән асыла

Республика Башлығы Радий Хәбиров төҙөкләндереү барышы менән танышты. Реконструкция “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы алып барыла. Яңыртылған театрҙа 300 урынлыҡ ҙур тамаша залы була. Бында өс ҡатламлы сәхнә урынлаштырыла. Спектаклдәрҙе төрлө бейеклектә күрһәтергә мөмкинлек тыуа. Беренсе ҡатта бәләкәй тамаша залы, кафе, икенсе ҡатта ҡурсаҡтар музейы һәм интерактив уйын бүлмәһе асыла. Үҙгәртеп ҡороуҙан һуң бинаның майҙаны ике тапҡырға арта.
Башҡортостанда күсемһеҙ милекте теркәү өсөн һәр икенсе ғариза электрон тәртиптә ҡабул ителә

Республика буйынса Росреестр идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл 7 айҙа 252 меңдән ашыу документ интернет аша ебәрелгән. Был күрһәткес йылдан-йыл арта бара. “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы һәм Росреестр сайтында электрон ғариза юлларға мөмкин. Бынан тыш, идаралыҡтың рәсми порталында белгестәрҙән бушлай онлайн консультация алырға була.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Үҫеш биләмәһе 4.0” республика балалар форумында ҡатнашты

Сара ошо көндәрҙә Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге “Патриот” хәрби-илһөйәрлек паркында уҙа. Унда 13-18 йәшлек 140 егет һәм ҡыҙ сығыш яһай. Радий Хәбиров балалар менән аралашты, уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Форум барышында үҫмерҙәр социаль башланғыстарын тәҡдим итте. Сибай ҡалаһынан мәктәп уҡыусылары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ғаиләләргә ярҙам итеү проекты менән таныштырҙы. Ул беренсе урын алды. Еңеүселәрҙе форум авторы һәм “Бәхет биләмәһе” хәйриә фонды попечителлек советы рәйесе Каринэ Хәбирова бүләкләне.
1
Благовещен районында ҙур логистик үҙәк төҙөлөшө дауам итә

Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, биләмәлә бәләкәй бизнес кластеры ойошторола. “Озон” компанияһы келәттәре һәм тауарҙарҙы таратыу урынын төҙөү өсөн 6 миллиард һум инвестиция йәлеп ителде. Быйыл 1 августа Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында буласаҡ логистик комплексҡа нигеҙ ташы һалынды. Үҙәк 2025 йылда файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Бәләкәй эшҡыуарҙар маркетплейс ярҙамында комплекс аша тауарҙарын һата аласаҡ.
Республикала 78 рөхсәтһеҙ сүплек асыҡланған

Башҡортостан буйынса Ауыл хужалығын күҙәтеү идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 59 гектар ер ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын түгеү сәбәпле бысранған. Етешһеҙлектәр асыҡланған район һәм ҡалалар хакимиәттәренә, шулай уҡ ойошмаларға иҫкәртеү яһалған. Әле 27 гектар биләмәлә рөхсәтһеҙ сүплектәр бөтөрөлгән.
Башҡортостандағы “Ҙур опера” концерты федераль каналда күрһәтелә

Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, тамашаны бөгөн киске сәғәт 6-нан “Культура” телеканалында ҡарарға була. Июндә “Евразия йөрәгендә Славян баҙары” халыҡ-ара сәнғәт фестивале барышында классик музыка концерты уҙҙы. Унда Башҡортостан Милли симфоник оркестры, шулай уҡ танылған йырсылар сығыш яһаны.
Өфөнөң Дим районында яңы мәктәп төҙөлә

Бөгөн Республика хөкүмәтендә оператив кәңәшмәлә ошо турала белдерелде. Радий Хәбиров төҙөлөш майҙансығын һайларға ҡушты. - Район йылдам үҫешә. Күп йорттар төҙөлә, йәш ғаиәләләр күп. Уларға яңы мәктәп кәрәк. Дим районында белем усағы төҙөлөшөнә айырыуса иғтибар булырға тейеш, - тине ул.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Патриот» паркында 3 көн дауам иткән «Үҫеш биләмәһе» балалар форумы тамамланды

Шишмә районындағы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» паркында 3 көн дауам иткән «Үҫеш биләмәһе» балалар форумы тамамланды. Сарала республика район-ҡалаларынан 140 уҡыусы ҡатнашты. Йәкшәмбе форумда ҡатнашыусылар менән осрашыуға республика башлығы килде. Форумдың иң яҡшы социаль башланғыстар авторы Радий Фәрит улын үҙҙәренең проекттары менән таныштырҙы. Төбәк етәксеһе йәштәр сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре тураһында һөйләне. Башҡортостан башлығы шулай уҡ егет-ҡыҙҙарҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Белая река» нәшриәт йорто типографияһында һайлау бюллетендәрен баҫтырыу тамамланды

Һайлауға әҙерлек тамам. Благовар районында урынлашҡан «Белая река» нәшриәт йорто типографияһында һайлау бюллетендәрен баҫтырыу тамамланды. Үҙәк һайлау комиссияһы барлыҡ тиражды ҡабул итте. Заказ үтәлгән, ялған бланктар баҫтырыу бөтөнләй мөмкин түгел.
1
Екатеринбургта башҡорт мәҙәниәте көнө үтте

Екатеринбург 300 йыллығын билдәләне. Юбилей уңайынан ҡалала башҡорт мәҙәниәте көнө үтте. Унда Башҡортостан вәкилдәре лә ҡатнашты. Делегацияны республика мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова етәкләне. Сара барышында Башҡортостандың Балаҡатай һәм Свердловск өлкәһенең Сысертск райондары араһында туғандаш мөнәсәбәт булдырылыуы тураһында клешеүгә ҡул ҡуйылды. Башҡорт мәҙәниәте көнөндә уҡ атыу турниры, оҫталыҡ дәрестәре, республика артистары ҡатнашлығында концерт үтте. Свердловск өлкәһендә 17 меңдән ашыу башҡорт йәшәй.