Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Евразия ғилми-мәғариф үҙәгендә климат һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы лабораторияһы эшләйәсәк
Өфө дәүләт нефть техник университетының климат һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы лабораторияһы Евразия ғилми-мәғариф үҙәгенең вуз-ара кампусында эшләйәсәк. Тикшеренеү объекттарының береһе - карбонлы полигон. Урман, һаҙлыҡ, ауыл хужалығы биләмәләре - уникаль экосистемалы тәбиғи участкаларҙа заманса ҡорамалдар ярҙамында ташланған һәм һеңдерелгән парник газдары үлсәнә.

Өфөгә “Тыныс йоҡо, кескәйҙәр” тапшырыуы геройҙары килә
“Әйҙә уйнарға!” Бөтә Рәсәй уйын фестивалендә алып барыусы һәм актриса Оксана Федорова сығыш яһай. Уның менән бергә балаларҙың яратҡан геройҙары Хрюша, Каркуша, Филя һәм Степашка ла саҡырылған. Бөтә Рәсәй уйын фестивале бөгөндән 17 сентябргә тиклем Совет майҙанында ойошторола.Өфөгә “Тыныс йоҡо, кескәйҙәр” тапшырыуы геройҙары килә.

Башҡорт телен үҫтереү буйынса гранттар конкурсында һәр кем ҡатнаша ала
Быйылдан шундай үҙгәреш көсөнә инде. Проект авторы 50 мең һумдан 200 меңгәсә грант юллай ала. Заявкалар 30 сентябргә тиклем ҡабул ителә. Башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлау фонды етәксеһе Гөлназ Йосопова әйтеүенсә, сараларҙы йыл дауамында тормошҡа ашырырға мөмкин.

👍2
Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә яҙылыу дауам итә
60 йәшкә тиклемге ир-егеттәр Ҡораллы көстәр сафына баҫа ала. Бының өсөн урындағы хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итергә һәм медицина тикшереүе үтергә кәрәк. Килешеүгә ҡул ҡуйғандарға кредит каникулы бирелә. Уларҙың эш урыны һаҡлана. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға хәрби хәрәкәттәр ветераны статусы бирелә. Яугирҙәрҙең ғаиләләренә лә льготалар ҡаралған.

👎1
Өфөлә “Әйҙә уйнарға” фестивале үтә
4 көн дауамында Совет майҙанында Рәсәйҙә етештерелгән уйынсыҡтар күргәҙмәһе ойошторола. Конкурс, оҫталыҡ дәрестәре, спорт ярыштары уҙғарыла, асыҡ балалар студияһы эшләй. Байрамда “Непоседы”, “Домисолька»” балалар коллективтары, шулай уҡ Ваня Дмитриенко һәм Милана Хаметова сығыш яһай. “Союзмультфильм” геройҙары ҡатнашлығында флешмоб үтә. Өфөгә танылған алып барыусылар: Татьяна Веденеева, Антон Зорькин, Оксана Федорова килә. Сараның бөтә көндәрендә “Тәмле урам” исемле аш-һыу биләмәһендә тамаҡ ялғарға мөмкин. Фестиваль барышында пленар сессия була. Унда илдә уйынсыҡ индустрияһы үҫеше мәсьәләләре ҡарала.

Былтыр Башҡортостан халҡы автобустарҙа 258 миллион тапҡыр йөрөгән
Был илдәге 4-се күрһәткес. Республика етәксеһе Радий Хәбиров Рәсәй дәүләт статистика хеҙмәте мәғлүмәттәренә һылтанып, ошо турала телеграм-каналда хәбәр иткән. “Юғары күрһәткестәр транспорт реформаһы һөҙөмтәһе. 2019 йылдан башлап 1 меңдән ашыу автобус алынды. Төрлө финанс сығанаҡтар ҡулланыла, шулай уҡ федераль аҡсалар йәлеп ителә. Шәхси компаниялар ҙа автопаркын яңырта. Экологияны һаҡлауға ла ҙур иғтибар бирергә тырышабыҙ. Алынған күп автобустар газ мотор яғыулығында йөрөй”, - тип билдәләгән республика етәксеһе. Быйыл яңы 32 турист автобусы алынған. Сочи, Анапа һәм Ялтаға автовбус турҙары асыу ниәте бар. “Уңайлы иҫәпләшеү системаһы булдырылды. “Алға” транспорт картаһы буйынса билет арзанғараҡ төшә. “Бәхетле сәғәт” акцияһы Өфөлә бер билет буйынса бер нисә тапҡыр йөрөү мөмкинлеге бирә. Үҫеш нөктәләрен күрәбеҙ. Автобуста йөрөү уңайлы һәм популяр булһын өсөн бөтә мөмкинлектәрҙе ҡулланырға тырышабыҙ”, - тигән Радий Хәбиров.

Өфөлә Зинин ауылы янындағы юл үткәргес ноябрь аҙағына тиклем асыла
Был турала бөгөн ҡала хакимиәтендә белдерелде. Төҙөлөш барышында етешһеҙлектәр асыҡланды, әле күперҙе Мәскәү эксперттары тикшерә. Һөҙөмтәләр ошо аҙнала иғлан ителә. Ниндәй ҡарар булһа ла, етешһеҙлекте бөтөрөү өсөн иң күбе ике ай кәрәк була, тине Юл төҙөлөшө һәм ремонт идаралығы етәксеһе Константин Паппе. Зинин күперен сентябрь башында файҙаланыуға тапшырыу планлаштырылғайны.

Башҡортостан һәм Беларусь араһында сауҙа киңәйә
Быйыл ярты йылда тауар әйләнеше 14,8 процентҡа артҡан. Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева белдереүенсә, сауҙаның ҙур өлөшө импортҡа тура килә. Башҡортостан Белоруссиянан башлыса машиналар етештереү продукцияһын ала. Беҙҙең республиканан химия тауарҙары, аҙыҡ-түлек һәм сеймал оҙатыла.

This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров балаларҙы уйнарға саҡырҙы
Өфөнөң Совет майҙанында бөгөн «Әйҙә, уйнарға!» Бөтә Рәсәй уйындары фестивален тантаналы асыуҙа төбәк етәксеһе ҡатнашты. Дүрт көн дауамында бында Рәсәй уйынсыҡ етештереүселәренең күргәҙмә-сауҙаһы, уйынсыҡтарҙың тест-драйвы, оҫталыҡ дәрестәре, тематик конкурстар, спорт турнирҙары, квест-уйындар үтә.

Бөгөн Өфөлә "Әйҙә уйнарға" Бөтә Рәсәй фестивале башланды
Бөгөн Өфөлә "Әйҙә уйнарға" Бөтә Рәсәй фестивале башлды. Ул Совет майҙанында үтә. Сараны асыу тантанаһында Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. - Фестивалгә килгән балаларҙы сәләмләйем. Фестиваль - улар өсөн. Беҙ балалар уйынсыҡтары ниндәй булыуы тураһында ла уйланырға тейешбеҙ. Сифатлы, мауыҡтырғыс, аңлайышлы булыуы мөһим, - тине Радий Хәбиров. Республика Башлығы бер нисә майҙансыҡты ҡараны, уйынсыҡ етештереүселәр менән әңгәмәләште. Бөгөн халыҡ күп килде.
"Әйҙә уйнарға" фестивале 17 сентябргә тиклем дауам итә. Конкурс, оҫталыҡ дәрестәре, спорт ярыштары уҙғарыла, асыҡ балалар студияһы эшләй. Байрамда “Непоседы”, “Домисолька»” балалар коллективтары, шулай уҡ Ваня Дмитриенко һәм Милана Хаметова сығыш яһай. “Союзмультфильм” геройҙары ҡатнашлығында флешмоб үтә. Сараның бөтә көндәрендә лә “Тәмле урам” исемле аш-һыу биләмәһендә тамаҡ ялғарға мөмкин. Фестиваль барышында илдә уйынсыҡ индустрияһы үҫеше мәсьәләләре лә ҡарала.

Айбулат Хажин Мәғариф һәм фән министры вазифаһында 4 октябргә тиклем эшләй
Был турала мәғариф ведомствоһынан хәбәр итәләр. Ул парламентҡа депутат итеп һайланды. Шуға әлеге вәкәлләттәрен һалырға тейеш була. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров шулай уҡ депутат мандатын ала. Законға ярашлы депутат һәм чиновник эшен бер юлы башҡарырға ярамай, береһен һайларға кәрәк. Республика парламенты яңы составта тәүге ултырышҡа 5 октябрҙә йыйыла.

Геологтар Башҡортостанда ярыша
16 сентябрҙә Өфөлә “Геоһынау” тигән халыҡ-ара чемпионат башлана. Унда ил төбәктәрге, шулай уҡ Ҡаҙағстан, Беларусь һәм Үзбәкстандан студент командалары ҡатнаша. Йәштәр аҙна дауамында геология буйынса белемен күрһәтә. Беҙҙең республикала Өфө фән һәм технологиялар университеты, Өфө дәүләт нефть-техник университеты, шулай уҡ Октябрьский нефть колледжында геологтарҙы әҙерләйҙәр. Нефть-техник университет проректоры Александр Могучев белдереүенсә, геолог студенттар ярышы белем биреү системаһы өсөн яңы мөмкинлектәр асырға тейеш.

👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Әйҙә, уйнарға!» Бөтә Рәсәй уйындары фестивале үтә
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров балаларҙы уйнарға саҡырҙы. Өфөнөң Совет майҙанында бөгөн «Әйҙә, уйнарға!» Бөтә Рәсәй уйындары фестивален тантаналы асыуҙа төбәк етәксеһе ҡатнашты. Форумға Рәсәй төбәктәренән һәм Ирандан ҡунаҡтар ҙа килгән.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров балаларҙы уйнарға саҡырҙы. Өфөнөң Совет майҙанында бөгөн «Әйҙә, уйнарға!» Бөтә Рәсәй уйындары фестивален тантаналы асыуҙа төбәк етәксеһе ҡатнашты. Форумға Рәсәй төбәктәренән һәм Ирандан ҡунаҡтар ҙа килгән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Мария Львова-Белова менән осрашты
Мөмкинлектәре сикләнгән балаларға күберәк ярҙам күрһәтеү өсөн, «Содействие» хәйриә фонды ҡеүәтен нығытыу мөһим. Был мәсьәлә буйынса Башҡортостан башлығы Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Мария Львова-Белова менән фекер алышты. Осрашыу Республика йортонда уҙҙы. Әңгәмә барышында «Рәсәй үҫмерҙәре» федераль стратегия программаһы сиктәрендә Өфөлә асылған «Тап шул урын» үҫмерҙәр клубын өҫтәмә финанслау юлдары ла ҡаралды. Мария Львова-Белова Башҡортостанда Әсәлек һәм балалыҡты яҡлау буйынса башҡарылған дәүләт сәйәсәтен юғары баһаланы.

Салауат Юлаев исемендәге икенсе батальонды туплау тамамлана
Әлегә шәхси состав 85 процентҡа әҙер. Подразделениеға 55 йәшкә тиклемге яугирҙар һәм 60 йәшкә тиклемге офицерҙар ҡабул ителә. Батальонға яҙылырға теләүселәр күп, әммә ир-егеттәрҙең бөтәһе лә тейешле талаптарға яуап бирмәй. Комиссия физик һәм психологик яҡтан көслөләрҙе генә һайлап ала. Улар ай ярымдан ашыу Росгвардия частарендә етди күнекмәләр үтә. Батальонға эләгеү өсөн Өфөләге штабҡа йәки республика буйынса филиалдарға мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Баймаҡ районы халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарына сираттағы гуманитар ылау әҙерләй
Берҙәмлектә -көс. Дамир Муллағилдин - махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтар менән яҡын туғандарҙай. Ул тәүҙә шәхси техникаһында хәрби зонаға райондан төҙөлөш эшселәре алып бара, аҙаҡ егеттәрҙең һорауы буйынса, уларҙы ҡыҫҡа ваҡытлы ялға алып ҡайтыу һәм кире алып барыу бурысын үҙ өҫтөнә ала. Дамир һалдаттарға туғандары ебәргән посылкаларҙы ла бушлай илтеп ҡуя.

Башҡортостанда ирекле янғын һүндереү дружиналары көслөләрҙе асыҡланы
Янғын һүндереүселәр оҫталығын һынай. Ирекле янғын һүндереү дружиналары көслөләрҙе асыҡланы. Республика кимәлендәге сара Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-патриотик паркында ойошторолдо.
Бөгөнгө бәйге етеҙҙәрҙе асыҡлау менән бер рәттән ирекмәнлекте популярлаштырырға, уға битараф булмаған граждандарҙың иғтибарын йәлеп итергә тейеш.

Өфөлә «Шаңдау» китабының исем туйы
Мәүлит Ямалетдиновтың шиғырҙары һәм поэмалары ингән йыйынтыҡты йәмәғәтселеккә сығарыуға шағирә Тамара Искәндәриә өлөш индергән. Китапты рәссам Азамат Ғарипов биҙәгән. Мәжит Ғафуриҙың йорт-музейында үткән кисәлә билдәле ҡәләм оҫталары, яҙыусының ҡыҙы, «Шоңҡар» йәш шағирҙар ойошмаһы вәкилдәре ҡатнашты.

Башҡортостан хужалыҡтары көнбағыш урыуға төштө
Кушнаренко, Миәкә һәм Стәрлебаш райондарында эштәр әүҙем бара, тип белдерәләр Ауыл хужалығы министрлығынан. Әле көнбағыш 600 гектар майҙанда һуғылған, гектарынан 10 центнер уңыш алына. Быйыл республикала был культура 288 мең гектар майҙанда ултыртылған. Көнбағыштан тыш, хужалыҡтар етен, гәрсис, соя һәм башҡа майлы культураларҙы урып йыя.

Өфөлә ҡайын, йүкә, миләш, сирень, барбарис ағастары арта
23 сентябрҙә баш ҡалала “Йәшел Башҡортостан” акцияһы уҙғарыла. Уның барышында 5 меңдән ашыу ағас һәм ҡыуаҡ ултыртыу ҡарала. 100-ҙән ашыу ихатала һәм 70-кә яҡын биләмәлә урындар әҙерләнгән. Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев белдереүенсә, “Йәшел Башҡортостан” уның яратҡан акцияһы. Баш ҡаланың 450 йыллығына иһә 45 мең төп ағас һәм ҡыуаҡ ултыртыу ҡарала.