Өфөлә филармониялар фестивале уҙғарыла
Башҡорт дәүләт филармонияһының 85-се ижад миҙгеле ҙур тамаша менән башлана.Гала-концертта халыҡ уйын ҡоралдары, тынлы, эстрада-джаз оркестрҙары, академия хор капеллаһы ҡатнаша. Шулай уҡ Сибай, Стәрлетамаҡ, Учалы, Нефтекама филармонияһы артистары сығыш яһай. Яңы миҙгелгә старт биргән тамаша 7 октябрҙә була. Үҫмерҙәр һәм йәштәр билет алғанда Пушкин картаһын файҙалана ала.

Башҡортостан питомниктарында урман тергеҙеү өсөн үҫенте бар
Борай питомнигы хеҙмәткәрҙәре 7 миллион төп ағас әҙерләгән. Урмансылар шыршы, ҡарағай, ҡайын һәм йүкә үҫентеләрен ҡаҙый башлаған. 23 сентябрҙә республикала ағас ултыртыу буйынса берҙәм өмә үткәрелә. “Йәшел Башҡортостан” акцияһы барышында 36 тематик аллея булдырыла, 7 мең төп эре ағас һәм 47 мең үҫенте ултыртыу ҡарала. Өфөлә ҡайын, йүкә, миләш, сирень, барбарис ағастарына өҫтөнлөк бирелә.

Өфөлә халыҡ артисы Абдулла Солтановтың хәтер кисәһе уҙғарыла
Унда йырсылар, музыканттар һәм ижади коллективтар ҡатнаша. Танылған ижадсы 17 августа вафат булды. 25 сентябрҙә уға 95 йәш тулыр ине. Уның репертуарында 60-тан ашыу башҡорт халыҡ йыры бар. Абдулла Солтановтың яҙмалары Өфө дәүләт сәнғәт институты, “Останкино” телерадиокомпанияһы һәм Мәскәүҙәге Гнесиндар исемендәге дәүләт музыка педагогия институты фондтарында, шулай уҡ беҙҙең телерадиокомпанияла һаҡлана. Моң эйәһен иҫкә алыу сараһы 25 сентябрҙә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында ойошторола. Инеү бушлай.

👍2
Радий Хәбиров Рәсәй Геройы Максим Серафимов йәшәгән яңыртылған ихатаны асыуҙа ҡатнашты
Өфөлә Шәфиев урамы һәм Октябрь проспектында урынлашҡан өс йортто берләштергән биләмә тәртипкә килтерелде. “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса йорт алдарына яңы асфальт һалына, йомшаҡ түшәмле балалар майҙансығы төҙөлдө, яҡтыртҡыстар һәм видеокамералар ҡуйылды, инженер селтәрҙәре алмаштырылды. Радий Хәбиров халыҡ менән аралашты. Йортта йәшәүселәр республика етәкселегенә яңыртылған ихата өсөн рәхмәт белдерҙе. Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Рәсәй Геройы Максим Серафимовтың атаһы Владимир Викторович менән ағас ултыртты.

“Геоһынау”ҙа ҡатнашҡандар бөгөн “Геройҙар уҙышы”нда көслөләрҙе асыҡлай
Башҡортостанда халыҡ-ара геология чемпионаты дауам итә. Унда Рәсәй төбәктәре, шулай уҡ Ҡаҙағстандан студент командалары ҡатнаша. Йәштәр аҙна дауамында геология буйынса белемен күрһәтә. Бөгөн Шишмә районындағы “Патриот” паркында “Радиометрия”, “Минерология һәм петрография” буйынса һынауҙар уҙа, “Геологик экскурсия һуҡмағы” проекттарын яҡлау ойошторола. Аҙаҡ “Патриот” паркында “Геройҙар уҙышы” үткәрелә. Йәштәр төрлө ҡаршылыҡтар аша йүгереп уҙасаҡ.

Башҡортостанда еңел такси өлкәһендә тәртип индерелә
Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай ҡабул иткән законға Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, пассажирҙар йөрөткән еңел автомобилдәр Евро-3 экологик өлгөһөнән кәм булмаҫҡа тейеш. Такси автомобиленең тышҡы торошона ла талаптар индерелә. Кузовта һәм ҡыйығында махсус билдәләр булыуы шарт. Аҡ, ҡара һәм һары төҫтәге машиналар ғына такси булып эшләй ала. Пассажирҙар ташыу өсөн 5 йыллыҡ рөхсәт бирелә.

Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан ижтимағи өлкәне үҫтереү стратегияһын әҙерләй
2035 йылға тиклем иҫәпләнгән проект өҫтөндә әңгәмә «Евразия» фәнни-мәғариф үҙәгендә үтте. Стратегик сессияла министрлыҡтар, коммерция булмаған ойошмалар, дәүләт һәм муниципаль учреждениелар, юғары уҡыу йорттары вәкилдәре һәм ижтимағи сәйәсәт төлкәһе белгестәре ҡатнашты. Фекер алышыу барышында көнүҙәк мәсьәләләр билдәләнде, уларҙы хәл итеү аҙымдары ҡаралды. Стратегик сессия 23 сентябргә тиклем дауам итә. Уның эш һөҙөмтәһе булараҡ республика халҡына күрһәтелгән социаль хеҙмәтләндереүҙе яҡшыртыу тора. Һуңғы йылдарҙа был күрһәткес төбәктә тотороҡло үҫеш күрһәтә.

ӨФТУ ғалимдары һауала һәм һыуҙағы заралы мәтдәләрҙе асыҡлаусы датчик уйлап тапҡан
Өфө фән һәм технологиялар университетында һауала һәм һыуҙағы заралы мәтдәләрҙе асыҡлаусы датчик уйлап табыған. Был асыш сәнәғәт предприятеларында хәүефһеҙлек тәьмин итергә ярҙам итеүҙән тыш,медицинала тиҙ диагностика үткәреү мөмкинлеген дә арттыра. «Өҫтөнлөк-2023» Мәғариф пректы гранты ярҙамында тормошҡа ашырылған проект хаҡында тулыраҡ киләһе яҙмала.

Башҡортостанда Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының «Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» проекты тормошҡа ашырыла
Уның төп маҡсаты махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәргә ярҙам итеү. Иглин районының «Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» ирекмәндәр штабы быйыл февраль аҙағында ойошторолған. Бында беренсе көндән маскировка селтәрҙәре үрелә, окоп шәмдәре яһала. Штабтың эшмәкәрленә тотош Иглин халҡы ярҙам итә тип әйтергә мөмкин. Штабҡа оло быуын вәкилдәре лә, балалар ҙа килә.

Дыуан районында мөһим социаль объекттарҙы төҙөү һәм ремонтлау йылдам бара
Мәғариф учреждениелары яңырыу кисерә, «Сәләмәтлек» милли проекты сиктәрендә һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә лә ҙур төҙөлөштәр йәйелдерелгән. Райондың социаль үҫешенә ыңғай йоғонто яһаясаҡ обьекттар хаҡында репортаж.

❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ишембайҙа яңы быуын китапханаһы эшләй башланы
Китап һаҡлау урыны ғына түгел, ул мәҙәни ял итеү, осрашыуҙар майҙансығына әйләнгән. Үҙәк китапхана «Мәҙәниәт» милли проекты ярҙамында тулыһынса яңыртылған. Ошо маҡсатта 10 миллион һум аҡса тотонолған. Былтыр китапханала муниципалитет хакимиәте ярҙамында ремонт яһау конкурста ҡатн шыу мөмкинлеге биргән. Сөнки федераль талаптарға ярашлы төҙөкләндерелгән китапханалар ғына конкурсҡа ғариза бирә ала.

Республикала Дим буйы башҡорттары араһында «Ҫөйләш» фестиваль-марафоны старт алды
Ул башҡорт теленең Дим һөйләшен һаҡлау һәм пропагандалау маҡсатында ойошторола. Марафон тураһында ентекләберәк видеояҙмала.

Республикала күп балалы әсәйҙәрҙе бүләкләйҙәр
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған указға ярашлы, 54 ҡатынға “Әсәлек даны” миҙалы тапшырыла. Абруйлы награда менән 5 һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән әсәләр бүләкләнә. Исемлектә Архангел, Баймаҡ, Бөрйән, Учалы, Шаран райондары, Өфө, Нефтекама ҡалалары һәм башҡаларында йәшәгән ҡатындар күрһәтелгән. “Әсәлек даны” миҙалы 1998 йылдан тапшырыла. Уға лайыҡ булған әсәләргә 50 мең һум аҡсалата премия ла бирелә.

Радий Хәбиров Башҡорт төньяҡ-көнбайыш ауыл хужалығы колледжын ремонтларға ҡушты
Республика Башлығы бөгөн эш сәфәре менән Балтас районында. Иҫке Балтас ауылындағы был уҡыу йорто 60 йыл элек төҙөлгән. Бөгөн унда 160-тан ашыу студент белем ала. Борай һәм Тәтешле райондарында филиалдары эшләй. Бында тракторсы-машинист, ремонт буйынса оҫта, иретеп йәбештереүсе, ашнаҡсы һәм водителдәр әҙерләйҙәр.Радий Хәбиров уҡытыу бүлмәләре, оҫтаханалар, спорт залы һәм ашхананы ҡараны, студенттар һәм уҡытыусылар менән аралашты. Республика Башлығы колледжды ремонтлау һәм матди-техник базаһын нығытыу өсөн аҡса бүлергә ҡушты.

👍1
Өфө районы Зубов ауылында косметика фабрикаһы төҙөлә
Республика етәкселеге “Немо” компанияһының инвестиция проектын тормошҡа ашырыу өсөн ер участкаһы бүлгән. Предприятиела ҡунаҡханалар, шулай уҡ туризм өлкәһе өсөн косметика һәм туҡыма етештереү ҡарала. Завод төҙөлөшө күләмле проект статусын алған. Ер биләмәһе льготалы шарттарҙа бирелгән.
Республика етәкселеге “Немо” компанияһының инвестиция проектын тормошҡа ашырыу өсөн ер участкаһы бүлгән. Предприятиела ҡунаҡханалар, шулай уҡ туризм өлкәһе өсөн косметика һәм туҡыма етештереү ҡарала. Завод төҙөлөшө күләмле проект статусын алған. Ер биләмәһе льготалы шарттарҙа бирелгән.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров эш сәфәре менән Балтас районында булды
Балтас районы Туҙлуба ауылында йәшәүселәр зәңгәр яғыулыҡ менән файҙалана башланы. Социаль газлаштырыу программаһы буйынса бөгөнгә дүрт тиҫтәнән ашыу йорт газға тоташтырылған. Урындағы халыҡтың оло шатлығын уртаҡлашырға Башҡортостан башлығы килде. Эш сәфәре барышында Радий Хәбиров шулай уҡ төбәктең агросәнәғәт комплексы өсөн белгестәр әҙерләүсе уҡыу йорто менән танышты.

Радий Хәбиров Балтас районында МХО-ла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре менән осрашты
Балтасҡа эш сәфәре барышында Радий Хәбиров район үҙәгендә яңы төҙөлгән Хәрби һәм хеҙмәт даны аллеяһында булды. Ул «Атайсал» программаһы сиктәрендә Балтас районында тыуып әле Ижевск ҡалаһында йәшәгән Фларид Фәйрушиндың финанс ярҙамы менән төҙөлгән. Бында махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙар иҫтәлеге мәңгеләштерелеп, райондың күп кенә хөрмәтле кешеләре тураһында мәғлүмәттәр бирелгән. Радий Хәбиров мәхрүм булған балтастарҙы иҫкә алды һәм обелискка сәскә һалды. Башҡортостан башлығы шулай уҡ махсус хәрби операцияла һәләк булған Тимур Нухов, Зөфәр Вахиев, Денис Пихтовников, Фидан Йосопов һәм Айрат Фазлетдиновтың ғаиләләре менән осрашты.

Стәрлетамаҡ районы Оло Ҡуғанаҡ ауылында күп функциялы спорт майҙансығы сафҡа инде
Яңы объект урындағы предприятиеның финанс ярҙамы менән «Ал елкәндәр» ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәге биләмәһендә төҙөлгән.
Яңы объект урындағы предприятиеның финанс ярҙамы менән «Ал елкәндәр» ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәге биләмәһендә төҙөлгән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шаран районы Түбәнге Зәйет ауылы халҡы ҡабаҡ байрамы ойошторҙо
Көҙгө муллыҡ байрамына ауылда йәшәгән һәр ғаилә үҙ өлөшөн индерҙе. «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнашҡан ауыл байрамын БЮТ ижади төркөмө лә күҙәтте.

Өфөлә быйыл йәйәүлеләр ҡатнашлығында 297 авария булған
Уларҙа 300-ҙән ашыу кеше йәрәхәт алған. 4 йәйәүленең ғүмере өҙөлгән. Был турала Республика автоинспекцияһынан хәбәр итәләр. Өфөлә йәйәүлеләр араһында аварияла үлеүселәр һаны 73 процентҡа кәмегән. Юл-транспорт ваҡиғаларының күбеһе Магистраль, Ленин, Баязит Бикбай, Менделеев урамдарында теркәлгән, тигән мәғлүмәттәр бирә ведомство. Рәсәйҙә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге аҙналығы башланды.