Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дыуан районында мөһим социаль объекттарҙы төҙөү һәм ремонтлау йылдам бара
Мәғариф учреждениелары яңырыу кисерә, «Сәләмәтлек» милли проекты сиктәрендә һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә лә ҙур төҙөлөштәр йәйелдерелгән. Райондың социаль үҫешенә ыңғай йоғонто яһаясаҡ обьекттар хаҡында репортаж.

❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ишембайҙа яңы быуын китапханаһы эшләй башланы
Китап һаҡлау урыны ғына түгел, ул мәҙәни ял итеү, осрашыуҙар майҙансығына әйләнгән. Үҙәк китапхана «Мәҙәниәт» милли проекты ярҙамында тулыһынса яңыртылған. Ошо маҡсатта 10 миллион һум аҡса тотонолған. Былтыр китапханала муниципалитет хакимиәте ярҙамында ремонт яһау конкурста ҡатн шыу мөмкинлеге биргән. Сөнки федераль талаптарға ярашлы төҙөкләндерелгән китапханалар ғына конкурсҡа ғариза бирә ала.

Республикала Дим буйы башҡорттары араһында «Ҫөйләш» фестиваль-марафоны старт алды
Ул башҡорт теленең Дим һөйләшен һаҡлау һәм пропагандалау маҡсатында ойошторола. Марафон тураһында ентекләберәк видеояҙмала.

Республикала күп балалы әсәйҙәрҙе бүләкләйҙәр
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған указға ярашлы, 54 ҡатынға “Әсәлек даны” миҙалы тапшырыла. Абруйлы награда менән 5 һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән әсәләр бүләкләнә. Исемлектә Архангел, Баймаҡ, Бөрйән, Учалы, Шаран райондары, Өфө, Нефтекама ҡалалары һәм башҡаларында йәшәгән ҡатындар күрһәтелгән. “Әсәлек даны” миҙалы 1998 йылдан тапшырыла. Уға лайыҡ булған әсәләргә 50 мең һум аҡсалата премия ла бирелә.

Радий Хәбиров Башҡорт төньяҡ-көнбайыш ауыл хужалығы колледжын ремонтларға ҡушты
Республика Башлығы бөгөн эш сәфәре менән Балтас районында. Иҫке Балтас ауылындағы был уҡыу йорто 60 йыл элек төҙөлгән. Бөгөн унда 160-тан ашыу студент белем ала. Борай һәм Тәтешле райондарында филиалдары эшләй. Бында тракторсы-машинист, ремонт буйынса оҫта, иретеп йәбештереүсе, ашнаҡсы һәм водителдәр әҙерләйҙәр.Радий Хәбиров уҡытыу бүлмәләре, оҫтаханалар, спорт залы һәм ашхананы ҡараны, студенттар һәм уҡытыусылар менән аралашты. Республика Башлығы колледжды ремонтлау һәм матди-техник базаһын нығытыу өсөн аҡса бүлергә ҡушты.

👍1
Өфө районы Зубов ауылында косметика фабрикаһы төҙөлә
Республика етәкселеге “Немо” компанияһының инвестиция проектын тормошҡа ашырыу өсөн ер участкаһы бүлгән. Предприятиела ҡунаҡханалар, шулай уҡ туризм өлкәһе өсөн косметика һәм туҡыма етештереү ҡарала. Завод төҙөлөшө күләмле проект статусын алған. Ер биләмәһе льготалы шарттарҙа бирелгән.

👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров эш сәфәре менән Балтас районында булды
Балтас районы Туҙлуба ауылында йәшәүселәр зәңгәр яғыулыҡ менән файҙалана башланы. Социаль газлаштырыу программаһы буйынса бөгөнгә дүрт тиҫтәнән ашыу йорт газға тоташтырылған. Урындағы халыҡтың оло шатлығын уртаҡлашырға Башҡортостан башлығы килде. Эш сәфәре барышында Радий Хәбиров шулай уҡ төбәктең агросәнәғәт комплексы өсөн белгестәр әҙерләүсе уҡыу йорто менән танышты.

Радий Хәбиров Балтас районында МХО-ла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре менән осрашты
Балтасҡа эш сәфәре барышында Радий Хәбиров район үҙәгендә яңы төҙөлгән Хәрби һәм хеҙмәт даны аллеяһында булды. Ул «Атайсал» программаһы сиктәрендә Балтас районында тыуып әле Ижевск ҡалаһында йәшәгән Фларид Фәйрушиндың финанс ярҙамы менән төҙөлгән. Бында махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙар иҫтәлеге мәңгеләштерелеп, райондың күп кенә хөрмәтле кешеләре тураһында мәғлүмәттәр бирелгән. Радий Хәбиров мәхрүм булған балтастарҙы иҫкә алды һәм обелискка сәскә һалды. Башҡортостан башлығы шулай уҡ махсус хәрби операцияла һәләк булған Тимур Нухов, Зөфәр Вахиев, Денис Пихтовников, Фидан Йосопов һәм Айрат Фазлетдиновтың ғаиләләре менән осрашты.

Стәрлетамаҡ районы Оло Ҡуғанаҡ ауылында күп функциялы спорт майҙансығы сафҡа инде
Яңы объект урындағы предприятиеның финанс ярҙамы менән «Ал елкәндәр» ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәге биләмәһендә төҙөлгән.
Яңы объект урындағы предприятиеның финанс ярҙамы менән «Ал елкәндәр» ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәге биләмәһендә төҙөлгән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шаран районы Түбәнге Зәйет ауылы халҡы ҡабаҡ байрамы ойошторҙо
Көҙгө муллыҡ байрамына ауылда йәшәгән һәр ғаилә үҙ өлөшөн индерҙе. «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнашҡан ауыл байрамын БЮТ ижади төркөмө лә күҙәтте.

Өфөлә быйыл йәйәүлеләр ҡатнашлығында 297 авария булған
Уларҙа 300-ҙән ашыу кеше йәрәхәт алған. 4 йәйәүленең ғүмере өҙөлгән. Был турала Республика автоинспекцияһынан хәбәр итәләр. Өфөлә йәйәүлеләр араһында аварияла үлеүселәр һаны 73 процентҡа кәмегән. Юл-транспорт ваҡиғаларының күбеһе Магистраль, Ленин, Баязит Бикбай, Менделеев урамдарында теркәлгән, тигән мәғлүмәттәр бирә ведомство. Рәсәйҙә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге аҙналығы башланды.

"Берҙәм Рәсәй" партияһы Дәүләт Думаһының көҙгө сессияһында үҙенең эш йүнәлешен билдәләне
Закон проекттары парламент ҡарауына тапшырылған. Улар федераль бюджет, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам, халыҡты эш менән тәьмин итеүгә ҡағылышлы. Фирҡәнең Башҡортостан бүлексәһе секретары Радий Хәбиров белдереүенсә, махсус хәрби операция йәмғиәтте берләштерҙе. - Донбасҡа 95 гумантиар ылау оҙаттыҡ. Эшҡыуарҙар, ирекмәндәр был эштә әүҙем ҡатнаша. Бынан тыш яуирҙәр һәм уларҙың ғаиләләре өсөн федераль һәм республика ярҙам системаһы булдырылған, - тине Радий Хәбиров.

Радий Хәбиров: "Улар илдең геологик сәйәсәтен алып барасаҡ"
Республика Башлығы Радий Хәбиров "ГеоҺынау" чемпионатында ҡатнашыусылар тураһында шулай тип белдерҙе. - Башҡортостанда бындай белгестәр ике университетта һәм Октябрьский нефть колледжында әҙерләнә. Геология факультетын тамамлаған белгес эшһеҙ ҡалғаны юҡ. Әле ҙур геологик тикшеренеүҙәр алып барыла. Беҙҙә конкурс, ярыш үтә, үҙенә күрә геологик берләшмә туплана. Ошо егеттәр һәм ҡыҙҙар егерме йылдан илдең геологик сәйәсәтен билдәләй, - тине Радий Хәбиров. "ГеоҺынау" Башҡортостанда үтә, уның еңеүселәре бөгөн асыҡлана.

Контракт буйынса хеҙмәткә яҙылыу дауам итә
60 йәшкә тиклемге ир-егеттәр Ҡораллы көстәр сафына баҫа ала. Бының өсөн урындағы хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итергә һәм медицина тикшереүе үтергә кәрәк. Килешеүгә ҡул ҡуйғандарға кредит каникулы бирелә. Уларҙың эш урыны һаҡлана. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға хәрби хәрәкәттәр ветераны статусы бирелә. Яугирҙәрҙең ғаиләләренә лә льготалар ҡаралған.

👎1
Республикала 23 сентябрҙә ағас ултыртыу буйынса берҙәм өмә үткәрелә
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, “Йәшел Башҡортостан” акцияһы барышында 36 тематик аллея булдырыла. 7 мең төп эре ағас һәм 47 мең үҫенте ултыртыу ҡарала. “Ағас ултыртыу – яҡшы йола. Йәш быуынға өлгө күрһәтеү мөһим”, - тигән фекерҙә Өфө лимонарийы етәксеһе, танылған селекционер Фәриҙә Садыҡова.

Башҡортостанда һыу ҡыуыу башнялары һәм һыу селтәрҙәре ремонтлана
Программа 2021 йылдан тормошҡа ашырыла. Уның барышында ауылдарҙа һыу үткәреү системаһы тәртипкә килтерелә. Быйыл 45 һыу ҡыуыу башняһы һәм 25 километрҙа торбалар алмаштырыла. Бының өсөн 100 миллион һум тотонола. Быға тиклем ике йылда 100 һыу башняһы һәм 100 километрҙа һыу селтәре ремонтланды.

Башҡортостанда «Геоһынау» Халыҡ-ара чемпионаты дауам итә
Рәсәй төбәктәренән, Ҡаҙағстан Республикаһынан килгән буласаҡ геологтар аҙна дауамында ярыштарҙа көс һынаша. Һәләтле йәштәр менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров осрашты. «Геоһынау» чемпионаты киләһе йыл да Башҡортостанда ойоштороласаҡ тип килешелде.
Рәсәй төбәктәренән, Ҡаҙағстан Республикаһынан килгән буласаҡ геологтар аҙна дауамында ярыштарҙа көс һынаша. Һәләтле йәштәр менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров осрашты. «Геоһынау» чемпионаты киләһе йыл да Башҡортостанда ойоштороласаҡ тип килешелде.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә сираттағы мобилизациаланыусылар төркөмө алға һыҙыҡҡа юлланды
Ике аҙна отпускынан һуң, махсус хәрби операция биләмәһенә. Өфөлә сираттағы мобилизациаланыусылар төркөмө алға һыҙыҡҡа юлланды. Алда уларҙы ике көнлөк юл көтә. Хәрбиҙәрҙе яу биләмәһенә тиклем алып барыу өсөн республика тарафынан транспорт бүленгән. Яугирҙарҙы «Өфө-арена» майҙанынан уларҙың яҡындары, дуҫтары оҙатты.

Башҡортостан «Әйҙә ҡушыл» Бөтә Рәсәй марафонында ҡатнаша
Елек мейеһе донорлығына арналған сара Улан-Удэ ҡалаһында башланып, Архангельскиҙа тамамланасаҡ. Марафонда Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин да ҡатнашты. Ведомство етәксеһе Республика ҡан тапшырыу станцияһында ҡан биреп, елек мейеһе донорҙары исемлеген тулыландырҙы. Әйткәндәй, Айрат Рәхмәтуллин Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрҙары араһында регистрға иң беренсе булып ингән. Үҙ миҫалында ул изге эшкә башҡаларҙы ла йәлеп итмәксе. Сөнки республикала һәм илдә елек мейеһе донорҙарына ихтыяж юғары.