БСТ | Яңылыҡтар – Telegram
БСТ | Яңылыҡтар
2.24K subscribers
5.34K photos
9.38K videos
1 file
215 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан тиҫтәләп белгес тактик уҡыуҙарҙа ҡатнашты

Бәхетһеҙ осраҡ сәбәптәрен асыҡлау өсөн Өфөлә фатир яндырылды. Республика район-ҡалаларынан Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан тиҫтәләп белгес тактик уҡыуҙарҙа ҡатнашты. Бөгөн улар күп ҡатлы йорттағы янғын сәбәптәрен асыҡлап, утты һүндерҙе.
👎1
Бөгөн Балаҡай районы үҙәгендә заманса китапхана асыла

Модель китапхана юғары тиҙлекле интернет, “Милли электрон китапхана”ға тоташыу нөктәһе менән йыһазландырыла, фәнни һәм художестволы йөкмәткеле заманса мәғлүмәт ресурстарынан файҙаланыу, һанлаштырылған ваҡытлы матбуғат менән танышыу мөмкинлеге була. Башҡортостанда “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, 15 яңы быуын китапханаһы эшләй.
Республикала ураҡ аҙағына яҡынлаша

Ауыл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, әле дөйөм майҙандарҙың 87 процентында эштәр теүәлләнгән, элеваторҙарға 2 миллион 800 мең тонна ашлыҡ оҙатылған. Стәрлетамаҡ, Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы, Шишмә, Дәүләкән һәм Мәләүез райондары 100 мең тоннанан ашыу уңыш йыйып алған.
Бөгөн Өфөлә “1000 велосипедсы төнө” уҙғарыла

Сараны үткәреүгә бәйле, Черниковка биҫтәһендә ҡайһы бер урамдарҙа хәрәкәт сикләнә, йәмәғәт транспорты маршруттарының схемаһы үҙгәрә. Киске сәғәт 8-ҙән унға тиклем Машина эшләүселәр, Ҡулса, Беренсе май урамдары өлөшләтә ябыла. Водителдәргә маршруттарын алдан билдәләргә кәңәш ителә, тип белдерәләр ҡала хакимиәтенән.
Өфө Бөтә Рәсәй энергетика форумын ҡабул итергә әҙерләнә

Быйыл сарала илдең 20 төбәгенән, Әрмәнстан, Беларусь, Ҡытай һәм Ҡырғыҙстандан йөҙҙән ашыу компания ҡатнашырға теләк белдергән. Пленар ултырыш “Рәсәйҙә энергетика тармағын үҫтереү” тигән исем аҫтында уҙа. Форум барышында “Урал энергетикаһы” исемле күргәҙмә ойошторола. Бөтә Рәсәй энергетика форумы Өфөнөң ВДНХ-ЭКСПО күргәҙмәләр залында 27 -29 сентябрҙә уҙа.
Башҡортостанда бензин тағы ҡиммәтләнде

Бөгөн "Башнефть" станцияларында хаҡ күтәрелгән. Дизель яғыулығының литры 60 тингә ҡиммәткә һатыла. 92-се маркалы бензинға хаҡ 30 тингә артҡан. Рәсәй хөкүмәте баҙарҙа хаҡты көйләү өсөн сит илдәргә яғыулыҡ һатыуҙы сикләне.
Башҡортостанда 10 мең ярым гектарҙа шәкәр сөгөлдөрө ҡаҙып алынған

Майҙандарҙың биштән бер өлөшөндә эш теүәлләнгән, тип хәбәр итәләр Республика ауыл хужалығы министрлығынан. Һәр гектар 300 центнер уңыш бирә.Иң яҡшы күрһәткестәр Благовар хужалыҡтарында, бында план 40 процентҡа үтәлгән.
Башҡортостанда 17 меңдән ашыу пенсионер туристик программала ҡатнашҡан

“Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм” проекты әүҙем тормошҡа ашырыла. Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан белдереүҙәренсә, быйылғы план 84 процентҡа үтәлгән. Программа дауам итә. Хаҡлы ялдағылар республика буйлап бушлай сәйәхәт итә ала. Бының өсөн район йәки ҡала хакимиәттәренә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Башҡортостан табиптары яҡташ яугирҙәр сәләмәтлеге һағында

Республика Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин социаль селтәрҙә яҙыуынса, медицина белгестәренең Луганскиҙа командировкаһы дауам итә. Уҙған айҙа табиптар 3 мең 400 кешене ҡабул иткән. Ошо көндәрҙә махсус бригада башҡорт батальондарының береһенә барған. Яугирҙәргә Красный Луч ҡалаһында тулы медицина тикшеренеүе ойошторорға ҡарар ителгән. “Табиптар анализдар алған һәм дауалау курсы үткәргән”, - тип яҙа Максим Забелин.
Бөгөн көйөргәҙеләр ағас ултыртты

Көйөргәҙе йәшелләнә. Бөгөн районда ағас ултыртыу буйынса өмә үтте. Иртәгә республикала ағас ултыртыу буйынса берҙәм өмә ойошторола. 7 мең төп эре ағас һәм 47 мең үҫенте ултыртыу ҡарала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Республика көнөнә әҙерлек буйынса ойоштороу комитеты ултырышы үтте

Республика көнөндә Өфөлә иген эшкәртеү машиналары һәм ҡорамалдары етештереү буйынса завод файҙаланыуға тапшырыла. Яңы производство - «Амкодор» холдингының инвестиция проекты. Предприятияны асыу тантанаһына Белоруссия Премьер-министры етәкселегендә сил ил делегацияһы килеүе көтөлә. 11 октябрҙә үтәсәк байрам сараларына шулай уҡ Абхазия президенты ла саҡырылған. Республика көнөнә әҙерләнеү һәм уны уҙғарыу мәсьәләләре бөгөн ойоштороу комитеты ултырышында тикшерелде.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә республика округы буйынса һайланған депутаттарға таныҡлыҡ тапшырылды

Бөгөн Башҡортостан үҙәк һайлау комиссияһының сираттағы 51-се ултырышы үтте. Колонна залында үткән сарала Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға республика исемлеге буйынса һайланған депутаттарға таныҡлыҡ тапшырылды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районында тағы ла бер «Үҫеш нөктәһе» асылды

«Мәғариф» милли проектының «Заманса мәктәп» төбәк проекты сиктәрендә Таулыҡай мәктәбендә мәғариф үҙәге ойошторолдо. Уҡыусылар өсөн яңы мөмкинлектәр асҡан тантананан репортаж.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Йәрмәкәй районында «Нур» мәсетенә нигеҙ һалынды

Иман йорто Тарҡаҙы ауылында сафҡа индерелә. Тарҡаҙы Йәрмәкәй районындағы тарихи ауылдарҙың береһе, уның тураһында тәүге мәғлүмәттәр 1782 йылда уҡ теркәлгән. Уҙған быуат баштарында бында өс мәсет була, Тарҡаҙы төбәк мосолмандарының дини-фәнни үҙәге һанала.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлетамаҡ районында йәшәүсе ғаилә Бөтә Рәсәй илһөйәрлек йыры конкурсында беренсе урынға лайыҡ булды

Мөхәббәт еңә. Стәрлетамаҡ районынан Олеся Спиридонова менән Владимир Денисов Ставрополдә үткән «Шишмәләр» Бөтә Рәсәй илһөйәрлек йыры конкурсында беренсе урынға лайыҡ булды. Уларҙың «Ишетәһеңме? « тип исемләнгән йыры халыҡ һөйөүен яулап, иң күп тауыш йыйҙы. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә арналған музыкаль композиция тураһында киләһе яҙма.
Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусылар һаны артыуы күҙәтелә

Бер тәүлектә 55 кеше сир йоҡторған. Унан алда тәүлек өсөн 52 ковид диагнозы ҡуйылғайны. Әле 88 кеше дауаханаға һалынған. Уларҙың күбеһе - өлкән йәштәгеләр. 805 пациент өй шарттарында дауалана. Һуңғы тәүлектә коронавирустан үлеүселәр булмаған, 20 кеше һауыҡҡан, тип хәбәр итәләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда айыуҙар ауылдарға яҡынлаша башлаған

Урман хужаһы ауылдарға сыға. Һуңғы арала интернет селтәрендә ихаталар эргәһенә килгән айыу төшөрөлгән видеояҙмалар тарала. Белорет районының Аҙналы ауылы эргәһендә лә «көтөлмәгән ҡунаҡ» мал-тыуарға һөжүм итә башлаған. Тулыраҡ видеояҙмала.
Башҡортостанда һөнәрҙәр фестивале уҙғарыла

"Киләсәккә билет" тип аталған сара 25-26 сентябрҙә Өфөлә, "Торатау" конгресс-холында була. Унда 6-сы-11-се класс уҡыусылар ҡатнаша. Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был фестивалдә уҡыусыларға төрлө һөнәрҙәр, карьера төҙөү тураһында мәғлүмәттәр бирелә. "Киләсәккә билет" тигән проект илдең бөтә төбәктәрендә ғәмәлгә ашырыла.
Башҡортостанда бөтә урындарҙа битлек режимын индереү өсөн сәбәп юҡ

Был турала Ҡулланыусылар хоҡуҡтарының яҡлау хеҙмәтенән хәбәр итәләр. Шулай ҙа һәр ойошма үҙ аллы сикләү ҡабул итеүе мөмкин. Медицина учреждениелары йыл һайын сирлеләр артҡан ваҡытта битлек режимына күсә. Башҡортостанда һалҡын тейҙереп ауырыусылар һаны артыуы теркәлде. Үткән аҙнала 25 мең кеше сирләгән, 5 кеше грипп йоҡторған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Сочи ҡалаһында уҙған Бөтә Рәсәй медиа форумында ҡатнашты

Мәғлүмәт фронтында ла ныҡлы еңеү кәрәк. Был яуаплы бурыс журналистар иңендә. Был турала бөгөн Башҡортостан Башлығы Сочи ҡалаһында уҙған Бөтә Рәсәй медиа форумы барышында белдерҙе.
Медийыйында Радий Хәбиров махсус хәрби операцияны яҡтыртҡан Рәсәй һәм Башҡортостан журналистарына дәүләт наградалары тапшырҙы. Хәбәрселәр Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республиканың исемле батальондары, мобилизацияланған хәрбиҙәр сираттағы гуманитар ярҙам алды

Башҡортостан яугирҙарының хәрби арсеналына йәнә лә дрондарға ҡаршы ҡорал, яңы квадрокоптерҙар өҫтәлде. Республиканың исемле батальондары, мобилизацияланған хәрбиҙәр сираттағы гуманитар ярҙам алды. Ылауҙы алғы һыҙыҡҡа тиклем БЮТ хәбәрселәре лә оҙатып барҙы. Луганск, Донецк халыҡ республикалары, Запорожьенан репортаж.
👍3👎1